«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ИКМӘК
+  - 

Хәҙерге диетологтарҙың барыһы ла икмәк кешене һимертә, уны рациондан алып ташларға кәрәк, тигән ҡарашта. Әммә Сидней ҡалаһы белгестәре был фекергә ҡаршы сыға, улар ун йыл дауамында үҙ теләктәре менән тикшеренеүҙә ҡатнашыусы кешеләрҙең туҡланыуын күҙәтә. Һөҙөмтәлә, даими рәүештә икмәк ашаусылар диабет йәки эсәктәге яман шеш ауырыуына бик һирәк дусар булыуын асыҡлай.

Ғалимдар фекеренсә, бөтә ғиллә иген культураларының составындағы күҙәнәклектә (клетчатка). Был матдә ашҡаҙанда эшкәртелмәй һәм эсәккә тиклем төшөп етә, уның торошон яҡшырта һәм артыҡ бөтә ҡалдыҡтарҙы тышҡа сығара. Эсәктең торошо яҡшы икән, бер ниндәй шеш тә барлыҡҡа килмәй. Бынан тыш, күҙәнәклек оҙаҡ эшкәртелә һәм кеше үҙен туҡ тоя.
Һаулыҡ өсөн бигерәк тә ярҙыртылмаған бойҙай файҙалы. Уларҙа күҙәнәклектән тыш, организм өсөн кәрәкле, алыштырғыһыҙ аминокислоталар, "В" төркөмө витаминдары, төрлө минералдар, ҡатмарлы углеводтар бар. Шуға ла борондан икмәк кеше өсөн иң мөһим аҙыҡ һаналған. Элек уны ярҙыртылмаған бойҙай ононан бешергәндәр, араһында көрпәһе лә күп киткән. Ә хәҙер икмәк бешергәндә таҙартылған он алына, һуңынан ул организмдан тулыһынса сығып бөтмәй. Был икмәк эстә лайлалы йомарлам булып йәбешеп ҡала, унда төрлө ауырыуҙар барлыҡҡа килтерә торған микробтар үрсей башлауы бар. Бындай ондоң составында витаминдар ҙа, минералдар ҙа юҡ. Сөнки улар барыһы ла ашлыҡты һуғып алған саҡта уның ҡабығында ҡала. Бынан тыш, ашлыҡты һуғып, ярҙыртылған бойҙайҙан он тартҡанда бөтә органик тоҙҙар юҡҡа сыға. Аҙаҡ ул ондо байыҡтырыу тәбиғи витаминдарҙы кире ҡайтармай. Икмәк элекке кеүек һурҙырып тартылған йәки эре тартылған арыш, бойҙай оно һәм тәбиғи әсеткенән бешерелергә тейеш, ти белгестәр. Шул саҡта ғына уның бөтә файҙалы үҙенсәлектәре һаҡланасаҡ. Таҙартылған он һәм яһалма сүпрәнән бешерелгән ҡамыр аштарынан баш тартырға кәрәк. Сөнки аҡ икмәк бешергәндә бойҙайҙың йомшаҡ сорттары ҡулланыла, уларҙа глютен матдәһе күп. Глютен үҙе лә төрлө матдәләргә тарҡала, улар үҙ сиратында асығыу тойғоһон көсәйтергә һәләтле. Шунлыҡтан, ярты батон икмәк ашаһаң да ҡайһы саҡта асығыу тойғоһо үтмәй, тағы ла ашағы килеп тик тора. Бына шулай, таҙартылған бойҙай ононан бешерелгән икмәктең зыяны 450-500 килокалорияға тиклем барып етеүе бар. Диетологтар шыттырылған бойҙайҙан бешерелгән әсетелмәгән икмәкте иң файҙалыһы, тип иҫәпләй. Унда углеводтар, минералдар, витаминдар - барыһы ла бар. Был икмәк үҙәкте көйҙөрмәй, ашҡаҙанға ла ауыр булмай. Ярҙырылмаған бойҙайҙан бешерелгән икмәктә күҙәнәклек күп, ул эсәктең эшен яйға һала. Бындай икмәкте бешергәндә ҡайһы берҙә тәм өҫтәү ниәтендә көнбағыш йә кунжут орлоҡтары ҡушалар. Улар икмәктең калорияһын арттырыуын күҙ уңында тоторға кәрәк. Составында иң күп микроэлементтар булған икмәк - арыш икмәге. Унда баҡыр, марганец, цинк, тимер матдәләре бар. Бынан тыш, арыш икмәгендә лизин күп. Ул матдәләр алмашыныуы өсөн кәрәкле аминокислота, калорияһы ла түбән. Шулай уҡ, ярҙырылмаған бойҙайҙан махсус диета өсөн эшләнгән икмәктәр ҙә файҙалы (хлебцы). Улар ашты ашҡаҙанда тотоп ҡала һәм шунлыҡтан кеше оҙаҡ ҡына асыҡмай йөрөй. Диабет, һимереү менән яфаланғанда, атеросклероз менән ауырығанда уларҙы күберәк ашарға мөмкин.

"Киске Өфө" гәзите, №18, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.04.22 | Ҡаралған: 312

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru