«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МУЗЕЙ ТИП КЕНӘ ҠАРАМА – ҺӘР ЭКСПОНАТ БЫНДА ТАРИХ ҺӨЙЛӘЙ
+  - 


Тарих менән ҡайҙа күҙгә-күҙ ҡарашып, өнһөҙ генә аңлашырға мөмкин? Эйе, әлбиттә, музейҙа, сөнки унда һәр экспонат, һәр таш тарих һөйләй, бары тик телдәрен генә аңлай белергә кәрәк. Аңламаған хәлдә лә борсолаһы түгел - улар менән һин дә мин аралашыусы экскурсоводтар һеҙҙе шунда уҡ мауыҡтырғыс әңгәмәгә алып инер, хатта һуңынан: "Эх, ваҡыт саҡ ҡына яйыраҡ аҡһа булмай инеме икән?" - тип, уфтанып та ҡуйырһығыҙ әле. Бөгөн республиканың иң төп музейы һаналған Милли музейға сәйәхәт ҡылып, уның директоры вазифаһын башҡарыусы Рөстәм ИСХАҠОВ менән тарихты һаҡлаған ошо учреждениеның "эс серҙәренә" инергә тырыштыҡ.

Милли музей - ул бөгөн Башҡортостанда иң баш музей булып иҫәпләнә. Был "ғаиләгә" тағы күпме музей инә, нисә филиалығыҙ бар, ниндәй хәстәрҙәр менән йәшәйһегеҙ?

- Ысынлап та, Башҡортостан Республикаһының Милли музейы - ул үҙе генә айырым бер бинала урынлашҡан музей түгел. Уның функциялары ныҡ күп һәм иң тәүҙә ул республикалағы 106 музейҙы берләштерә. Уларҙың һәр береһе айырым юридик шәхес булып тора. Шулай уҡ беҙҙең 10 филиалыбыҙ (Әбйәлил районы тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейы, Ш.Ә. Хоҙайбирҙиндың Өфөләге йорт-музейы, Дүртөйлө районы тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейы, С.Т. Аксаковтың мемориаль йорт-музейы (Өфө), Көҙәндә-ге Әхмәтзәки Вәлиди музейы (Ишембай районы), Салауат Юлаев музейы (Салауат районы), Аксаковтар ғаиләһе музейы (Бәләбәй), Темәс тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы, Туймазы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы, В.И. Альбанов исемендәге ҡотопсолар музейы (Өфө) бар. Әлеге ваҡытта ике - Өфөлә Шәһит Хоҙайбирҙин музейы һәм Темәстә тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы ремонтҡа ябылды. Улар ҙур реконструкция кисерәсәк һәм тулыһынса яңыртылған заманса музей булып ҡабаттан асылыр тип көтәбеҙ.
Шулай уҡ бөгөн өр-яңы 8 музей эшләү менән шөғөлләнәбеҙ, улар Республика Башлығы Радий Хәбировтың күрһәтмәләренә ярашлы тормошҡа ашырыла. Мәҫәлән, береһе бөйөк йырсы Шаляпинға һәм уның тормош, ижад юлына арналған музей буласаҡ. Уны быйыл асырға иҫәп тотабыҙ, дизайн проекты, башҡа документтар барыһы ла әҙер, финанслау көтәбеҙ. Тағы бер музей "Ҡайтарылған исемдәр" тип атала һәм әлеге ваҡытта 34 шәхестең исемлеге бар, документтары әҙер һәм уны ла быйыл асырға өмөтләнәбеҙ. Ул дүрт өлөштән тора һәм уға сәйәси, дини, мәҙәни һ.б. эшмәкәрҙәр инә, араларында губернаторҙар ҙа, репрессияға эләгеүселәр ҙә бар. Шулай уҡ Башҡортостанды үҫтереүгә күп көс һалған, ҙур роль уйнаған, ҙур өлөш индергән, әммә төрлө сәбәптәр арҡаһында онотолоуға дусар булған кешеләрҙең исемдәре һәм уларға арналған экспозициялар буласаҡ.
Тағы ла "Тимер юл музейы" асырға ниәтләйбеҙ. Дөрөҫөн әйткәндә, ул Рәсәй Тимер юлдары тарихы музейы буласаҡ һәм унда Башҡортостандың был өлкәләге ҡаҙаныштары ла ҙур урын алып торасаҡ. Төп эште Рәсәй Тимер юлдары яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт үҙе алып бара, ә беҙ уларға ҙур теләк менән ярҙам күрһәтәбеҙ.
Шулай уҡ Луганск Халыҡ Республикаһында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына һәм уның легендар комдивы Миңлеғәли Шайморатовҡа арналған музей булдырырға иҫәп бар. Бөгөн ошо йәһәттән дә эш алып барыла. Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы әүҙем ҡатнаша, республиканың бик күп ойошмалары ҙур ярҙам күрһәтә, йәғни дөйөм уртаҡ маҡсат менән йәшәйбеҙ.
Стәрлетамаҡ районында 1812 йылғы Ватан һуғышы геройы Ҡаһым түрәгә арналған музей асыу йәһәтенән дә ҙур эштәр башҡарыла, бында төп эшмәкәрлекте район алып бара, әммә беҙ методик үҙәк булараҡ һәр яҡтан ярҙам итәбеҙ. Бөгөн барыһына ла мәғлүм булыуынса, Совет майҙанында - баш ҡаланың уртаһында Шайморатовҡа арналған монументаль һәйкәл эшләнә. Уның эргәһендә республиканың визит карточкаһына әүерелерлек музей ҙа асылһа, бик шәп буласаҡ. Һәйкәлгә килеүселәр шунда уҡ уға инеп, республика менән ҡыҫҡаса ғына танышып, күңелдәрендә Башҡортостанға ҡарата һөйөү һәм ғорурлыҡ хисе уянып сығырҙар ине. Уның дизайн проекты бар, әммә ҡарар ҡабул ителмәгән.

Бөгөн йәштәрҙә генә түгел, барлыҡ халыҡта патриотизм рухын тәрбиәләү һәм һаҡлау мәсьәләһе төп урында тора. Был йәһәттән музейҙар ниндәй эшмәкәрлек алып бара?

- Был, әлбиттә, беҙҙең төп эшебеҙ, сөнки ниндәй генә күргәҙмә йәки сара ойоштормайыҡ, уның нигеҙендә илһөйәрлек тәрбиәһе ята. Мәҫәлән, яңыраҡ ҡына Александр Беренсегә арналған күргәҙмә астыҡ. Ул беҙҙең үҙебеҙҙең күргәҙмә түгел, Көньяҡ Урал дәүләт музейынан килтерелгән күсмә күргәҙмә, әммә унда бик күп ҡыҙыҡлы ваҡиғалар һәм факттар сағылдырыла. Башҡортостанда, ғөмүмән, Өфөлә, ике император булған: беренсеһе Александр Беренсе һәм икенсеһе Николай Икенсе. Николай Икенсе Өфө вокзалында ғына булған, әммә Александр Беренсе шул ваҡытта ҡаланы күргән, ундағы сараларҙа ҡатнашҡан, халыҡ менән аралашҡан. Ошо күргәҙмә аша беҙ ул саҡтағы ваҡиғалар уртаһында ҡайнайбыҙ, батшаларҙың төбәккә мөнәсәбәтен күрәбеҙ, реформалар һәм башҡа бик күп тарихты асыҡлайбыҙ. Батшаларҙың ҡылған ғәмәлдәрен сағыштырабыҙ, бөгөнгө менән параллель үткәрәбеҙ, һығымталар яһайбыҙ. Ул заманда Рәсәй империяһының иң көслө осоро була, ул Наполеонды еңә. Ошоларҙан сығып ҡараһаң, ысынлап та, һәр экспозиция хәрби-патриотик тәрбиә биреп, тыуған илгә һөйөү тойғоһо уятып ҡына ҡалмай, ғаилә мөнәсәбәттәре, балаларҙы тәрбиәләү өлгөһө булып та тора. Шулай уҡ башҡа ойошмалар менән хеҙмәттәшлек сиктәрендә музейҙа түңәрәк ҡорҙар үткәреүҙе лә әүҙемләштерергә кәрәк. Мәҫәлән, республика генералдарының барыһы хаҡында ла белеп бөтмәйбеҙ, ә улар бик күп. Ябай ауыл малайҙарының ошондай юғары дәрәжәгә етеү тарихы балаларға ғына түгел, ололарға ла ҡыҙыҡ булыр ине, моғайын.
Яңы ғына "Һуғыш кешеһе" тигән күргәҙмә астыҡ. Унда республиканың эҙәрмәндәр отрядтары элек һуғыш барған урындарҙа ҡаҙыныу эштәре алып барғанда тапҡан артефактар урынлашҡан. Улар менән танышып, һуғыштың ауырлығын, халыҡтың ниндәй әйберҙәр ҡулланғанын тойғандай булаһың.
"Үҫемлектәр - тормош биҙәге" тигән күргәҙмә тәбиғәт менән бәйле һәм тирә-яҡ мөхиткә һөйөү һәм һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү сараһы. Унда Башҡортостандың Ҡыҙыл китабына индерелгән үҫемлектәр урын алған һәм уларҙың тормошобоҙҙағы роле, әһәмиәте күрһәтелә, милли кейемдәрҙәге үҫемлек биҙәктәренең нимә аңлатыуы тураһында мәғлүмәт бирелә. Һәр күргәҙмә-экспозиция тураһында оҙон-оҙаҡ һөйләргә мөмкин, әммә ҡыҫҡаса әйткәндә - уларҙың һәр ҡайһыһына тәрбиәүи мәғәнә һалынған.
Иҫтәлекле, билдәле даталарға ҡарата һәр саҡ ниндәйҙер сара үткәрергә тырышабыҙ һәм ул исем өсөн генә түгел, ә килеүселәр өсөн мәғлүмәти, файҙалы булырға, шул уҡ ваҡытта улар шул сара сиктәрендә ойошторолған оҫталыҡ дәрестәрендә үҙҙәре ҡатнашып, нимәлер эшләп ҡарарға тейеш.

Бөгөн белем усаҡтарында төбәк компоненты бөтөрөлдө, тигән һүҙҙәрҙе йыш ишетһәк тә, улар бар һәм һәр звенола билдәле бер күләмдә һаҡланып ҡалған. Ә бына мәктәптәргә ошо мөмкинлекте файҙаланып, дәрестәрҙе музейҙарҙа үткәрергә була бит. Был йәһәттән хәҙер Пушкин карталары индерелеүе лә ҙур мөмкинлектәр аса. Һеҙгә уҡыусылар, студенттар йыш киләме, ниндәй уҡыу йорттары менән хеҙмәттәшлек итәһегеҙ?

- Үҙебеҙгә шундай миссия алғанбыҙ һәм шул юҫыҡта эшләйбеҙ ҙә инде. Бая әйтеп китеүемсә, республика буйынса булған барлыҡ музейҙарыбыҙ һәм филиалдарыбыҙ ҙа мәҙәни-мәғрифәтселек менән шөғөлләнә. Милли музейҙа әлеге ваҡытта 34 залыбыҙ бар һәм уларҙың һәр ҡайһыһы бер тематиканы үҙ эсенә ала. Әгәр ниндәйҙер тема буйынса дәресте музейҙа үткәрһәләр - беҙ шат ҡына, сөнки бында балалар экспонаттарҙы үҙ күҙҙәре менән күрә, ҡайһы берҙәрен тотоп та ҡарай ала. Парта артында ултырып өйрәнеү менән ошо осорҙо сағылдырған мөхит эсендә йөрөү араһында айырма бик ҙур. Мин "Яңы Иерусалм" тип аталған музейҙа булғайным. Унда балалар туп-тулы ине һәм барыһының да ҡулында планшет. Уҡыусылар өсөн ниндәйҙер сара үтә ине һәм берәү ҙә ваҡытын бушҡа үткәрмәй. Шулай уҡ тематик олимпиадаларҙы ла ошо музейҙа үткәрәләр. Беҙҙә лә ошо алымды ҡулланырға ине тип уйлайым. Әлбиттә, бөгөн төрлө оҫталыҡ дәрестәре, ниндәйҙер тарихи дәрестәр үтә, әммә улар даими түгел. Музей - ул килеп кенә йүгереп ҡарап сыға торған урын түгел бит, ул тере организм кеүек - үҙгәрә, үҫә, тематикаһы алмашынып тора, шулай уҡ кеше үҙе үҫкән һайын уның донъяны ҡабул итеүе лә үҙгәрә.

Уҡыусыларҙы йәлеп итеү йәһәтенән хәҙер Пушкин карталары индерелеүе лә ҙур мөмкинлектәр аса түгелме?

- Пушкин картаһы бик файҙалы алым булды тип уйлайым. Сөнки үҙемдән алып әйтәм, бала саҡта ауылға "Каруанһарай" төркөмө концерты килгәйне. Билет хаҡы 50 тин. Атай командировкала, әсәй өйҙә булманымы икән, әммә мин 50 тин аҡса таба алмай, концертҡа бара алмағайным. Ул сығыш ауыл халҡының күңел торошон аҫтын-өҫкә килтереп әйләндергәйне, битарафлыҡтан арындырғайны, дәрт өҫтәгәйне. Һуңынан барыһы ла тәьҫораттарын күҙҙәре осҡонланып һөйләгәндә, ниңә барып, берәй ишектән һыңар күҙ менән генә булһа ла ҡарап торманым икән, тип үкенгәнем һаман да иҫтә. Әгәр ҙә шул ваҡытта Пушкин картаһы булһа, бер ауырлыҡһыҙ концерт ҡарар инем. Был карта, ысынлап та, балаларға киң мөмкинлектәр бирә: театрға барһынмы ул, музейға килһенме, кинотеатрҙарға барһынмы - файҙаға ғына. Шул карта арҡаһында музейға ла балалар күп килә, мәҙәниәткә ылығалар.
Хеҙмәттәшлеккә килгәндә, бөгөнгә бихисап ойошма-учреждение, һөнәри белем биреү, юғары уҡыу йорттары менән килешеү төҙөнөк. Әлеге ваҡытта Өфө кооператив техникумы, сауҙа-иҡтисад колледжы, Өфө дәүләт нефть техник университеты, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы менән әүҙем хеҙмәттәшлек итәбеҙ Әйткәндәй, академияның түңәрәк ҡорҙар, конференциялар үткәреү буйынса тәжрибәһе ҙур һәм майҙансыҡтары ла бар. Беҙ уларҙың тәжрибәһен, мөмкинлектәрен ҡулланырға уйлайбыҙ. Мәҫәлән, улар күптән түгел үҙҙәренең виртуаль музейын асты, уның презентацияһын үткәрҙе. Шуға беҙ ҙә республиканың төрлө учреждениелары менән бергәләшеп, тығыҙ хеҙмәттәшлектә эшләһәк, Башҡортостандың төп музейы үҙенә күрә бер мәҙәни-мәғрифәт үҙәгенә әйләнер, уның халыҡҡа, дәүләтебеҙгә файҙаһы күберәк булыр тип күҙаллайбыҙ.

Санкт-Петербург һәм Татарстан википедистары музейҙар менән берлектә ундағы экспонаттарға QR-кодтар ҡуя башланы - улар туранан-тура Википедия мәҡәләһенә алып сыға. Ошо йәһәттән Башҡорт Википедияһы менән хеҙмәттәшлеккә нисек ҡарайһығыҙ?

- Был эш, йәғни экспонаттарға QR-код ҡуйыу алып барыла, ләкин ул һүлпән бара. Әммә беҙ был эште атҡарып сығырға тейешбеҙ, сөнки, ысынлап та, музейҙы ҡарап сығып ҡына күп нәмә белеп булмай. Шуға фекер иғтибарға лайыҡ, уйлашырға кәрәк. Бөгөн беҙҙең музейҙа 275 меңдән ашыу предмет һәм уларҙың һәр ҡайһыһының тарихы бар. Хатта тиңһеҙ тип әйтәйемме экспонатҡа - таш быуатҡа ҡараған таш балтаға эйәбеҙ. Ул бынан 400 мең йыл элек ҡулланылған. Рәсәйҙә шундай дүрт кенә балта булып, береһе - беҙҙең музейҙа һаҡланыуы үҙе бер ғорурлыҡ бит. Әлбиттә, QR-кодтар булһа, был үҙе үк уҡыусыларҙы ла, туристарҙы ла ылыҡтырыр ине. Ауыр эш, әммә беҙ уны атҡарып сығырға тейешбеҙ.

Милли музей ҡарамағындағы учреждениелар араһында ниндәй үҙенсәлекле музейҙы билдәләргә мөмкин, сөнки хәҙер ниндәй генә музей юҡ: сәғәт музейы, самауыр музейы, ҡумыҙ музейы, сайыр музейы һ.б.

- Һәр музейҙың үҙенә генә хас үҙенсәлеге бар. Мәҫәлән, Темәс музейы - беренсе баш ҡалабыҙ, уны республикаға нигеҙ һалыныу тарихы музейы булараҡ беләбеҙ, уның үҙенсәлеге шунда һәм унда барып инһәң, тарих төпкөлөнә сумаһың. Әммә заман талаптары күҙлегенән ҡарағанда, бөгөн иң үҙенсәлекле музей булып яңы асылған Валериан Альбанов исемендәге Ҡотопсолар музейы тора. Ул барлыҡ яңы заманса алымдар ҡулланып эшләнгән, хатта унда буран ажғырып торғандай һәм ысынлап та һыуыҡ булып китә. Йәғни музей һине ошо мәлгә алып ҡайта, ҡотопсоларҙың ни тиклем ҡаһарман булыуын аңлайһың - улар бит ил өсөн белә-күрә үлемгә бара, Ҡотопто өйрәнә. Уларҙың ҡаһарманлығы аша беҙ үҙебеҙ өсөн ҡотопто асабыҙ. Һәм беҙҙең маҡсат - киләсәктә барлыҡ музейҙарҙы ла заман талаптарына яраҡлаштырып, заманса алымдар ҡулланып яңыртыу.

Һәр район территорияһында тигәндәй йыл да тарих буйынса ниндәйҙер яңы факттар асыҡлана, яңы артефакттар табыла. Ошо артефакттар һеҙҙең музейҙарға килеп етәме һәм улар араһында ниндәй үҙенсәлекле табыштар бар?

- Яңыраҡ ҡына Әбйәлил районында тарпандың бәләкәй генә итеп эшләнгән һыны табылғайны. Улар уны беҙҙең музейға килтергән, әммә ул ваҡыттағы хужалар, был артефакт түгел, әһәмиәте юҡ, тип алмаған. Һуңынан уны Силәбе музейына тапшырғандар һәм тикшереү үткәрелгәндән һуң уның ысын боронғо әйбер, әллә нисәмә мең йыл элек эшләнгәне асыҡланған. Шуныһы үкенесле, хәҙер ул беҙҙә түгел, икенсе өлкәлә һаҡлана. Ә дөйөм алғанда беҙ боронғо әйберҙәргә төрлө акциялар үткәреп торабыҙ, бик әһәмиәтлеләрен хатта һатып та алабыҙ. Был эш менән күберәген беҙҙең археологтар шөғөлләнә. Күптәре беҙҙең музейға килтерелә, шулай уҡ Республика Археология музейына тапшырыла, археологик материалдарҙың төп һаҡланыу урыны шунда.

Әлеге вазифаға килгәнгә тиклем Һеҙҙе дәүләт хеҙмәтендә етәксе урындарҙа эшләгән кеше булараҡ беләбеҙ. Ҡапыл эш йүнәлешегеҙ үҙгәрҙе һәм яңы өлкәлә эшмәкәрлегегеҙҙе нисек күрәһегеҙ: электән килгән традицияларҙы дауам итеп, һәүетемсә генә эшләргәме, әллә заман талаптарына тап килгән яңылыҡтар индерергәме?

- Һәр етәксе ойошма эшенә яңы һулыш индерергә теләй, әлбиттә. Шул уҡ ваҡытта тота килеп һындырырға ла ярамай. Мин әле яңы стратегия булдырырға ниәтләйем. Сөнки музей бар, музей эшләй, Аллаға шөкөр, предметтар етерлек, әммә иртән килеп ишегебеҙҙе асып ингән кешеләрҙе йәки төркөмдәрҙе көтөп ултырырға тейеш түгелбеҙ. Күп кенә музейҙарҙы ҡарайым, күҙәтеп барам һәм улар бөгөн үҙҙәренең музей сигенән сығып ниндәйҙер яңы мәғариф-мәғрифәт учреждениеһына әүерелгәнен күрәм. Беҙ ҙә үҙебеҙгә килеүселәргә үҙ мөхитен булдырыу бурысын ҡуйғанбыҙ. Әңгәмә барышында әйтеп китеүебеҙсә, мәктәптәр менән эшләйбеҙ икән, улар бында дәрес үткәрергә тейеш, хатта дәрес алып барырлыҡ ғалимдарыбыҙ ҙа бар, күргәҙмә залдарыбыҙ ҙа бар, темалар ҙа етерлек. Ғөмүмән, йәштәр менән эшләү оҡшай, беҙ уларҙан күп нәмәгә өйрәнәбеҙ. Әле бына Музейҙар төнөн үткәреүҙе планлаштырыу алдынан балаларҙан:"Һеҙ уны нисек күрергә теләр инегеҙ?" - тип һорайым. Балалар музей экспонаттарының киноларҙағы кеүек "терелеп", процесҡа ҡушылып китеүен күрергә теләй. Улар өсөн ошо күренеш ҡыҙыҡ һәм мауыҡтырғыс. Бигерәк тә студенттар менән аралашыу беҙгә файҙалы, сөнки уларҙың күптәре төрлө музейҙарҙа булған, күргән, сағыштырыу мөмкинлектәре бар. Улар шулай уҡ музейҙа мультимедиа сараларын күрергә теләй.
Бөгөн һаҡланған фондтарҙы заман талабы буйынса цифрлаштырыу һәм етди виртуаль музей булдырыу ҙа зарур, сөнки ошо юл аша беҙҙең музей менән сит өлкәләр, сит дәүләттәрҙән дә Башҡортостан, башҡорттар тарихы, уның ҡаҙаныштары, мөмкинлектәре менән таныша алырҙар ине. Әлбиттә, был бер көндә генә атҡарыла торған эш түгел, әммә шундай хыялым бар.

Бөгөн тышҡы һәм эске туризмды үҫтереү тураһында күп һөйләнелә. Туристар, ғәҙәттә, танышыуҙы тәү сиратта музейҙарҙан башлай. Милли музейҙа экскурсиялар нисә телдә алып барыла?

- Үҙебеҙгә экскурсияларҙы өс телдә алып барыу маҡсатын ҡуйғанбыҙ, әммә әле инглиз телен белгән экскурсоводыбыҙ декрет отпускыһында, шуға күрә башҡорт һәм рус теле менән генә сикләнәбеҙ. Шулай уҡ сайтыбыҙ ҙа әле ике телдә эшләй, уны ла өс телле итеү мотлаҡ кәрәк. Беҙгә Өфөлә уҡыған сит ил студенттары ла килә, әммә улар рус телен дә аңлай, шуға аралашыу ауыр түгел. Мин үҙем төрөк телен яҡшы беләм һәм төрөк телле туристар булһа, уларға ошо телдә экскурсия үткәрә алам.
Рәсәйҙә туристик маршруттар булдырылған һәм, ысынлап та, туристар иң элек Милли музейға килә. Әле бына яңыраҡ ҡына Өфөгә дүрт туристик карап туҡталыш яһыны һәм ундағы туристар беҙгә килде. Бер көн эсендә генә әллә күпме туристы ҡабул иттек. Шуға ошондай туристик маршруттарҙа ҡатнашырға, туристик фирмалар менән хеҙмәттәшлек итергә иҫәп бар.

Шулай итеп...
Ҡаҙаныштарҙы, уңыштарҙы беҙ былай ҙа күреп, уҡып, белеп торабыҙ, әммә проблемалар һәр саҡ күренмәй ҡала. Милли музейҙың да беҙ белмәгән, әммә кисекмәҫтән хәл ителергә тейешле проблемалары бар. Рөстәм Әхмәт улы әйтеүенсә, бөгөн иң ҙур проблема - музей фондтарын айырым һаҡлау урыны булмауы. "Экспонаттар махсус шарттар, махсус температура булған урында һаҡланырға тейеш, юҡһа, улар яйлап юҡҡа сыға башлай. Мәҫәлән, ҡиммәтле төп нөсхәләге картиналар, сармат алтындары коллекцияһының бәләкәй боландары һ.б., уларҙы һаҡлау өсөн дә, күрһәтеү өсөн дә махсус шарттар булырға тейеш. Әлеге ваҡытта 275 меңдән ашыу экспонатыбыҙҙың экспозицияла ни бары 2,5 проценты ғына файҙаланыла. Әгәр фондтарҙы һаҡлау урыны булһа, бөгөн улар һаҡланған бүлмәләрҙең барыһын да экспозиция залдары итеп эшләргә булыр һәм музей залдарының 80 проценты күргәҙмә залы булып хеҙмәт итер, экспозициялар күләмен дә 6 процентҡа тиклем арттыра алыр инек", - ти учреждение етәксеһе.
...Быуаттар беҙгә ер ҡуйынында, һандыҡ төптәрендә, халыҡ хәтерендә һаҡланған тарихты түкмәй-сәсмәй алып килеп еткергән, ә беҙ уның бөртөгөнә лә зыян килтермәй, киләсәк быуындарға һаҡлай, тапшыра алырбыҙмы?

Зәйтүнә ӘЙЛЕ.
"Киске Өфө" гәзите, №20, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.05.22 | Ҡаралған: 242

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru