«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КИЛӘСӘККӘ ХАТ ЯҘАМ...
+  - 

Ошо көндәрҙә тележурналист, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, шағирә Гөлдәриә ЙОСОПОВАның "Киләсәккә хат яҙам" тигән шиғри китабы донъя күрҙе. Ҡәләмдәшебеҙҙе ҡотлайбыҙ, "Ижадың һүҙ сәнғәтенә артабан да үҙенсәлекле төҫ бирһен", тип теләйбеҙ һәм уға: "Әҙәбиәтебеҙҙең киләсәген нисек күрәһең? Киләсәккә өндәшеү кешелеккә яуаплылыҡ өҫтәүҙе аңлатмаймы, ниндәй өмөт һәм ышаныс сағыла был һүҙҙәрҙә?" - тигән һорауҙарыбыҙҙы юллайбыҙ.

- Ысынлап та, быйыл 8 март байрамы алдынан үҙемдең шиғри йыйынтығымды ҡулға алып бик һөйөндөм. Шиғри йыйынтыҡ авторы булыу, бер яҡтан, күңелемде үҫтереп ебәрһә, икенсе яҡтан, оло яуаплылыҡ өҫтәүен аңлайым. Китабымдың Ә. Вәлиди исемендәге Милли китапханала уҙған исем туйында хеҙмәттәшем, билдәле яҙыусы һәм журналист Рәсүл Сәғитов: "Үҙен йәмәғәтселеккә китап авторы тип танытҡан кеше бер баҫма менән туҡтап ҡалмаҫҡа, артабан да үҙенең ижады менән телебеҙҙе, туған әҙәбиәтте үҫтереүгә өлөшөн даими индерергә тейеш",- тигәйне. Рәсүлдең был фекере менән тулыһынса килешәм. Китабымдың исеме ҡыш миҙгеленә һоҡланып яҙылған бер шиғырымдан алынды. Әммә минең шиғырҙарым тәбиғәткә ябай һоҡланыу ғына түгел, ә тирә-яҡтағы күркәм күренештәр, шул уҡ миҙгелдәр алышыныуы кеүек һәр кемде битараф ҡалдырмаған мәлдәргә иғтибар итеп, киләсәгебеҙ, ил һәм халыҡ яҙмышы тураһында уйланыуҙарға ҡоролған, тип әйтер инем.
Илаһи ҡыш матурлығы
Күскән бик борондарҙан.
Мин дә бөгөн ап-аҡ ҡарҙа
Киләсәккә хат яҙам!..
Был юлдар аша мин ерем киләсәге өсөн борсолоуым, беҙгә бик борон замандарҙан - тәүтормош ваҡыттарынан күскән тереклек донъяһын һаҡлау һәм уны килер быуындарға тапшырыу өсөн замандаштарыбыҙҙың һәм үҙемдең дә яуаплы булыуыбыҙҙы белдерергә теләнем. Был шулай уҡ әҙәбиәткә лә ҡағыла, әлбиттә! Әлеге ваҡытта башҡорт телендә яңы шиғыр йәки хикәйә, роман, повесть ижад иткән, китап сығарған һәр кем ысынлап та киләсәккә хат яҙа, килер быуындарға матур әҙәбиәт өлгөләре тапшырып, рухиәтебеҙҙең артабанғы үҫешенә, йәшәүенә булышлыҡ итә. Төп эшем журналистика булһа ла, үҙем дә шиғыр-хикәйәләр яҙғас, хәҙерге ижадсылар менән тығыҙ бәйләнештә булырға тырышам, шуға ла башҡорт әҙәбиәтенең бөгөнгөһөн һәм киләсәген лайыҡлы күрһәткән көслө авторҙар бар һәм буласаҡ, тип, ышаныс менән әйтә алам. Минең дә киләсәккә хатым килер быуындарға барып етер, тип өмөтләнәм.

Һәр заман һәр быуынға үҙ һынауын ҡуя. Бөгөн йәш кеше тормошта үҙ урынын тапһын өсөн ниндәй сифаттар мөһим?

- Эйе, һәр замандың үҙенең кумирҙары һәм кире геройҙары бар. Бер ҡарағанда, әлеге үҫмерҙәр бынан 30-40 йыл элек булған тиҫтерҙәренән бер нәмәһе менән дә айырылмай кеүек. Шулай уҡ шуҡтар һәм шаяндар. Алдарына юғары маҡсаттар ҡуя, гаджеттар ярҙамында тейешле мәғүмәтте үҙләштерә беләләр. Был бик мәслихәт. Сөнки киләсәгебеҙ киң мәғлүмәтле генә түгел, ошо аң-белемде тормошта дөрөҫ файҙалана, йәмғиәт үҫешенә файҙа килтерә ала торған кешеләр ҡулында. Ҡыҙғанысҡа, балалар һәм үҫмерҙәр араһында китап менән ҡыҙыҡһыныу, китап уҡыусылар кәмеүе кеүек күңелһеҙ күренеш тә бар. Тормошта үҙ урынын табырға теләгән йәш кешегә халҡыбыҙҙың данлы тарихын, ғорурланып телгә алырлыҡ шәхестәрен белеү ҙә һис тә артыҡ түгел. Һәм тағы ла үҫмер саҡтан сәләмәт тормош алып барыу, спорт менән шөғөлләнеү, һаулығыңды ҡайғыртыу ҙа мөһим. Тән һәм рух сәләмәтлеге - илебеҙ киләсәген дауам итер йәштәргә төп талаптар.

Глобаллашеү беҙҙең рухи донъябыҙға, мәҙәниәтебеҙгә кире йоғонто яһамаҫмы? Рухи ҡибла тигән саҡта нимәне күҙ уңында тотаһың?

- Кире яҡтары күп булыуға ҡарамаҫтан, глобалләшеү кешелек үҫешенә хеҙмәт итә, тип уйлайым. Интернет селтәрендә ҡулланыусыларҙың рухи-мәҙәни зауығын ҡәнәғәтләндереүгә йүнәлтелгән төркөмдәр һәм сайттар бик күп. Иҫләһәгеҙ, бынан бер нисә йыл элек "Башҡортостан" гәзите менән "Бәйләнештә" сайтындағы "Башҡорт ҡатын-ҡыҙы" төркөмө "Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына - 70 юллыҡ шиғыр" тигән әҙәби акция иғлан иткәйне. 70 кеше - һәр ҡайһыбыҙ бер-беребеҙҙең уйҙарын дауам итеп, илһөйәрлек рухындағы шиғыр ижад иттек. Студент саҡта туҡтап ҡалғандан һуң, кире ижадҡа тотоноуыма ла ошо глобаль селтәр сәбәпсе булды. Халыҡ интернетҡа үҙенең ижад емештәрен ҡуя башлағас, бер көн мин дә үҙемдең бер шиғырымды ҡулланыусылар иғтибарына сығарырға батырсылыҡ иттем. Шунан билдәле шағирә һәм йәмәғәт эшмәкәре, хөрмәтле шәхесебеҙ Гүзәл апай Ситдиҡова мине "Ниңә талантыңды быға тиклем йәшерҙең?" тип дәртләндереп ебәрҙе. Һөҙөмтәлә бөгөн мин үҙемдең шиғри йыйынтығымды ҡулыма алдым. Китабымды башҡорт йәмәғәтселеге бик ыңғай ҡабул итте, ауылға ҡайтҡас, әсәйем менән ҡустым бер кис буйы баштарын да күтәрмәй уҡынылар. Хеҙмәттәштәрем дә "Китабығыҙ бер тында уҡылды", тип ҡеүәтләне. Ижадым тураһында ошондай фекерҙәр ишетеү ҡыуандыра ғына. Рухи ҡиблалары дөрөҫ йүнәлештә булған замандаштарым менән бер тулҡында булыуым менән бик бәхетлемен.

Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
яҙып алды.

"Киске Өфө" гәзите, №21, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.05.22 | Ҡаралған: 225

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru