«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Йәмғиәтебеҙҙә бөгөн әхлаҡлылыҡ кимәле ниндәй дәрәжәлә һәм был юҫыҡта һеҙҙе борсоған йәки ҡыуандырған мәсьәләләр бармы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЭСКЕСЕНЕ ӘРЛӘҮҘӘН ГЕНӘ ФАЙҘА БУЛМАҪ
+  - 


"Киске Өфө" гәзитенең һәр һанында тиерлек эскелек афәтенә ҡағылышлы борсолоулы мәҡәләләрҙең сығып тороуын хуплайым. Тирә-яғыбыҙҙа булып торған реаль хәлдәрҙе, күп кенә ғаилә фажиғәләренең тап эскелек менән бәйле булыуы хаҡында бәйән итеүсе авторҙарыбыҙҙың яҙмалары күптәрҙе уйға һалалыр. Ошо юҫыҡтағы Әхмәр Үтәбай, Исмәғзәм Исмәғилев һәм башҡаларҙың мәҡәләләрен ҡалдырмай уҡып барам. Авторҙарыбыҙ илдәге был афәтте тәнҡитләү менән генә сикләнмәй, халыҡҡа үҙҙәренең файҙалы кәңәштәрен дә еткереп тора. Райондарыбыҙҙа йәйелдерелгән "Айыҡ ауыл" хәрәкәтен пропагандалау буйынса әүҙем эш тә алып барыла гәзитебеҙҙә. Теге йәки был ауылды миҫал итеп, эскелеккә ҡаршы көрәшеүсе ағинәйҙәр эшмәкәрлеге хаҡында ла әленән-әле яҙылып тора. Мин дә ошо мәсьәләгә ныҡ иғтибар итергә тырышам, шул хаҡта йыш ҡына һәр төрлө уйҙарға сумам…

Эскесе халҡын күпселек әрләй инде, уныһына күнегеп тә бөткәнбеҙ. Әрләү түгел, әллә нимә эшләтеп тор, донъя йөҙөн баҫып алған был алама сирҙән әлегә һис кенә лә ҡотолоп булмай. Шуға күрә, "ҡырын һалырға" яратыусыларҙы һәр саҡ әрләп кенә тороуҙан да әллә ни файҙа юҡтыр, тип уйлайым. Эскесе тип, уларҙың һәммәһен бер бизмәнгә һалыу ҙа хата булыр, минеңсә. Эсмәгән саҡтарында ер емертеп эшләп, илебеҙгә файҙа килтереүсе граждандарыбыҙ, хатта туғандарыбыҙ, яҡындарыбыҙ ҙа күп бит. Әммә, яңылышып, үҙҙәре лә һиҙмәҫтән хәмер арҡаһында упҡынға тәгәрәп барыусыларҙы йәлләп, иртә үлеп китеүҙәренән ҡотҡарып алып ҡалыуға сәбәпсе булғы килә бит әле. Ошо юҫыҡта хөкүмәтебеҙ тарафынан күптән түгел проектланған бер документ буйынса бер аҙ фекер йөрөтөп алмаҡсымын. "Һуғырға" яратыусыларҙы үҙҙәре үк "һатып алған" сирҙән ҡотҡарыу сараларын ҡайғырта бит хөкүмәт. Илебеҙҙең һәр ҡалаһында тиерлек булдырылған наркология дауаханалары элек-электән тап шуның өсөн эшләп килә. Ошо арала гуманлыҡ, граждандарҙың именлеген һаҡлау маҡсатын күҙ уңында тотоп, айнытҡыстар системаһын ҡабаттан тергеҙеү хаҡындағы Дәүләт Думаһы ҡарары сығыуы ла, һис һүҙһеҙ, насарға түгел тип һанайым. Уларҙы дәүләт йә муниципаль учреждение булараҡ ойоштороу ҡаралыуы айырыуса яҡшы. Әммә һәр бер йоҡлап сығыусынан ниндәйҙер сумма түләтеп алыу ысулының, әлеге лә баяғы, аҡса йыйыу сығанағына әйләнеп китеү ихтималлығы ла бар шул…
Әлбиттә, айнытҡыстарҙы тергеҙеү әлеге иҡдисади көрсөк, пандемия шарттарында хөкүмәтебеҙ өсөн бигүк еңелгә төшмәйәсәк. Һәр төрлө ҡытыршы проблемаларҙы ла хәл итергә тура киләсәк. "Мин бөгөн артыҡ "һуғып" ташлағанмын, айыҡтырып ҡына сығарығыҙ әле", тип, был учреждениеға клиенттар үҙҙәре килеп мөрәжәғәт итмәйәсәктәре көн кеүек асыҡ. Шунлыҡтан, урам буйлап иҫерек кешеләрҙе йыйып йөрөр өсөн полиция штаттары, яҡшы махсус машиналар ҙә кәрәк булыр, әлбиттә. Бәғзе бер олораҡтар "вытрезвитель" машинаһына әллә ни ҡаршылашмай ғына ултырһа, йәш егеттәрҙе ҡапылда тотоп булмаясаҡ. Улар, ғәҙәттә, ҡасып китә, ҡайһылары хатта ныҡ ҡына ҡаршылыҡ күрһәтеп, һуғыша башлауға ла күп һорамаҫ. Шунлыҡтан, аяғында баҫып тора алмаҫлыҡ хәлгә килгән йә иһә иҫереп, урам буйында йоҡлап ятҡан кешеләрҙе генә һайлап йөрөп алмаһалар, тәртип һаҡлау органдарының халыҡ ризаһыҙлығына ла юлығыуы ихтимал. Урам буйынан ҡайтып, өйөнә етеп барған, яҡшы ғына кейенгән берәй интеллигент бер аҙ кәңгерләп килгән өсөн әлеге учреждениеның пациентына әйләнеү ихтималлығы ла юҡ түгел. Айнытҡыстарҙың үҙен-үҙе финанслауы, хеҙмәтләндереүсе персоналға клиенттар һанына ҡарап эш хаҡы, премия түләүҙәр ҡаралған хәлдә, әлеге "аҡсалы клиентттар"ҙың башҡаларға ҡарағанда күберәк тә тотола башлауы бар. Урам буйында йоҡлап ятҡан асарбаҡтан бер ниндәй ҙә файҙа булмаясаҡ бит.
Ошо проблемаға ҡағылышлы мәҡәләләрем элегерәк тә сыҡҡылай торғайны. Ғөмүмән, хәҙерге айнытҡыстар боронғоларынан күпкә башҡараҡ булырға тейешле, тимәксемен. Ошо мәсьәләне хәл итеү мәмкинлеге бар, минеңсә. Әйтәйек, дежурҙағы полиция хеҙмәткәрҙәренең, яҡынса, ошондай инструкцияһы булырға тейеш: Беренсенән - улар тик ныҡ иҫергәндәрҙе, йә йоҡлап ятҡан кешеләрҙе генә йыйып алырға тейеш. Бының өсөн, һәр бер клиент буйынса иҫбатлаусы видеоматериалдар булдырыуҙы уларға бурыс итеп йөкмәтергә кәрәк. Иҫерек кешене иң тәүге күргән мәлдән алып, бүлеккә алып килгәс тә, экспертиза барышын да ана шулай "киноға" төшөрөү мотлаҡ, тип уйлайым. Айнытҡыстың бөтә булған бүлмәләре видео күҙәтеү аҫтында булырға тейеш. Артыҡ ныҡ иҫерек булмағандарҙы өйҙәренә алып барып ташлау бурысы ла уларға йөкмәтелергә тейештер…
Бындай учреждениеларға полиция хеҙмәткәрҙәренән тыш, медицина персоналы, башҡа штат берәмектәре лә кәрәк буласаҡ бит әле. Ә бына уларҙы етерлек дәрәжәлә финанс яғынан аҫрау хөкүмәт елкәһендә генә лә тормаһын һәм үҙфинанслау менән дә сикләнмәһен ине, тигән теләк тә бар. Айнытҡыстарҙы бағыуҙы хәмер етештереүсе һәм уларҙы реалләштереүсе, ғөмүмән, спиртлы эсемлектәрҙән ҙур килем алып, шуның менән көн күреп йәшәгән ойошмаларға өлөшләтә йөкмәтеү ҙә ғәҙел булыр ине, минеңсә.
Айнытҡыстар хаҡында һүҙ йөрөтә башлаған күптәр, параллель рәүештә, "алкоголизм" тигән сирҙе дауалау проблемаһын ҡуҙғатырға тырыша. Был, әлбиттә, илебеҙҙә көнүҙәк мәсьәлә булып тора, әммә, айнытҡыстарҙың бындай ауыр сирҙе дауалау менән булыша алмясағы көн кеүек асыҡ. Ә бына урындағы наркология дауаханаларын бер аҙ киңәйтә биреп, айнытҡысты тап ана шуларҙың бер мөйөшөндә булдырыу, минеңсә, бик тә килешеп ҡалыр ине. Эскелектән бөтөнләйгә ҡотолорға теләгәндәрҙе артабан дә дауаларға шунда ҡалдырыу мөмкинлеге лә булыр ине.
Исмәғзәм Исмәғилев та бер мәҡәләһендә "Эскелеккә ҡаршы түгел, айыҡлыҡ өсөн көрәшеү кәрәк" тип яҙған ине. Уның менән мин тулыһынса килешәм. Был проблемаға етди күҙлектән сығып баҡҡанда, илдә айнытҡыстар булдырыу, хәмер эсемлектәрен һатыу ваҡытын сикләүҙәр, эскелек өсөн һәр төрлө административ яза ҡулланыуҙар, хатта эскеселәрҙе "кешеләрсә йәшәргә" өндәү ҙә был афәттең бик тәрәнгә киткән тамырын барыбер ҡорота алмаясаҡ, минеңсә. Ошо һанап киткән көрәш ысулдарының барыһын да яман шештән ғазапланған кешеләрҙең хәлен ваҡытлыса еңеләйтеүсе, әммә сирҙе дауалауҙы күҙ уңында тотмаған - паллиатив сара һымаҡ ҡына күрәм. Йә булмаһа, аппендицит тип аталған ябай ғына сирҙе алып ҡарайыҡ. Уны ла һәр төрлө антибиотиктар, анальгин менән генә дауалап маташыуҙан һис кенә лә файҙа юҡ. Бөтә донъя хирургтарының берҙәм фекеренсә, бындай ауырыуҙарҙан фәҡәт хирургик юл менән генә ҡотолоп була.
Үҙем табип һәм хәмерҙе ҡәтғи тыйған динебеҙ юлындағы кеше булараҡ, бәғзе ваҡыт бына шулайыраҡ фекерләп алам. Халҡыбыҙ күпләп иманға килмәй, боронғо дини асылыбыҙға - ата-бабаларыбыҙҙың юлына ҡабаттан ҡайтмай тороп, милләтебеҙҙең эскелектән тулыһынса ҡотолоп китеүен күҙ алдына килтерә алмайым. Был афәттең тамырын төптән киҫеүҙе маҡсат итеп ҡуйыу кәрәк. Әлеге хирургик ысул - тап ана шуның үҙе инде ул. Һәр кемебеҙ изге Ҡөрьәндәге Аллаһ һүҙҙәренә инанып, уның ҡушҡандарын үтәп, тыйғандарынан тыйылып йәшәүҙе үҙебеҙ өсөн иң төп әхлаҡи ҡанун итеп алыуыбыҙ, хәмерҙән ҡырҡа баш тартыуыбыҙ ғына беҙҙе ҡотҡарасағына иманым камил. Миҫал өсөн мосолман илдәрен килтерергә була. Уларҙа эскелек тигән нәмә бөтөнләйгә юҡ кимәлендә, Рәсәй составындағы бәғзе бер Кавказ дәүләттәрендә лә ул киң таралмаған. Мин хеҙмәт иткән дәүерҙә күпмелер ваҡыт Дағстандағы Буйнакск ҡалаһында булырға тура килгәйне. Советтар Союзы осоро, магазиндарҙа хәмер эсемлектәре тулып тора. Ә урамда бер иҫерек кешене лә күрмәнем.
Динебеҙ тарихына бағып, Ислам динен ҡабул итерҙән алда хәмер эсеү киң таралған боронғо ғәрәп илдәрен алып ҡарайыҡ. Бәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм башта халыҡты хаҡ дингә өгөтләп, кешеләр иман килтергәндән һуң ғына Аллаһ Тәғәлә тарафынан Ҡөрьәндең хәмерҙе ҡәтғи тыйыусы аяты төшөрөлә. Иғтибар итәйек: шул аятты ишетеү менән инде иманлы булған кешеләр уға шунда уҡ һис һүҙһеҙ буйһона, өйҙәге барлыҡ шарап эсемлектәрен урамға сығарып түгә башлай. Хатта арыҡтарҙа "шарап йылғалары" барлыҡҡа килә…
Күптәр үҙҙәре эскелек менән артыҡ мауыҡмауына ҡарамаҫтан, хәмерһеҙ мәжлестәр үткәреүҙе лә күҙ алдына килтерә алмай. "Шундай хөрмәтле ҡунаҡты араҡы-маҙар ҡуймай саҡырыу - оят бит…" тигән һымағыраҡ инаныуҙа күпселек. Ә инде кемдәрҙер матур һүҙҙәр менән "мәҙәни рәүештә" эсеүҙе пропагандалай икән, был - һәр саҡ әҙәм балаһын юлдан яҙҙырыу яғын ғына ҡараған шайтанға ярҙам ғына була. Һәр тыйылған нәмәне кешеләргә гүзәл итеп күрһәтеү юлы менән күптәрҙе упҡын төбөнә һөйрәй ҙә инде Иблис. Эскелек арҡаһында хатта бер ғаилә эсенән генә типһә-тимер өҙөрлөк әллә нисә ир егеттең бер-бер артлы яҡты донъя менән хушлашҡан миҫалдарҙы кемдең күргәне юҡ! Иҫерек килеш ғаилә ағзаларын ҡыйырһытҡандар, йә булмаһа, бахмурҙан сыға алмай, үҙ-үҙенә ҡул һалып йә кинәт йөрәге туҡтап үлгәндәр ауыл һайын бит! Шуға ла, үҙеңдең йә сабыйыңдың тыуған көнө айҡанлы дуҫ-иштәреңде йыйып, рюмка сәкәштереп, шунда уҡ ултырған балаңдың бокалына "газлы һыу" һалып, уның аңында "иҫ киткес матур хәтирәләр ҡалдырырҙай" күңелле кисәләр үткәреүҙәр киләсәк быуынды тик упҡын төбөнә генә һөйрәйәсәк икәнен онотмайыҡ! Өйҙәрҙә мәжлес ҡорған хәлдә лә, уларҙы фәҡәт хәләл ашамлыҡтар менән үткәрергә ғәҙәтләнәйек. Иманға килеүҙе, артабан эскелеккә ҡаршы көрәште бына ошоларҙан башлау кәрәк.

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №21, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.05.22 | Ҡаралған: 196

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡал! 8 апрелдән 18 апрелгә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 786 һум 24 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru