«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Йәмғиәтебеҙҙә бөгөн әхлаҡлылыҡ кимәле ниндәй дәрәжәлә һәм был юҫыҡта һеҙҙе борсоған йәки ҡыуандырған мәсьәләләр бармы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЙЫР ИЖАД ИТЕҮСЕЛӘР КҮП ТӘ УЛ...
+  - 

Йырҙарға ҡағылышлы фекерҙәрем бар. Үҙем йырсы ла, музыкант та түгел, әммә йыр сифатын һәм йырсы кимәлен баһалай аламдыр кеүек. Мәғәфүр ағай Хисмәтуллиндың "Һандуғас"ын, Фәриҙә апай Ҡудашеваның "Ике аҡҡош"он, Иншар Солтанбаевтың "Буранбай"ын нисә тыңлаһаң да тетрәнмәй, күҙеңә йәш эркелдермәй нисек тыңлайһың! Йыр кеше юлдашы, күңел кисереше. Тарих, булмыш. Тик тауыш сығарыу ғына түгел, ә нисек сығараһың бит әле - эш тап шундалыр. Быны бөтә кеше лә булдыра алмай. Ишеткән моң күңелгә һеңә, һинең булмышың менән йәшәй башлай. Мин үҙем бер ишеткән көйҙө иҫтә ҡалдырырға һәләтлемен. Бала саҡта отоп алған ҡайһы бер йыр-көйҙәрҙе телгә алмаҡсымын.

...Һуғыштан алдағы осор. Йылайыр районының Ҡашҡар ауылы урамы. Көҙ. Урамдан атлап киләм. Элекке мәсет клубҡа әйләнгән. Тупһаһы янында өс тирәк үҫеп ултыра. Тирәктең береһенә патефон урынлаштырылған. Бик матур еңел көй ағыла. Туҡтап тыңлайым. Октябрь байрамы көнө ине, булһа кәрәк. Күршем Мәхмүтйән ағай Һөйөндөков (ҡурайсы Азат Айытҡоловтың бер туған олатаһы) күрше ауылдан Айса ағай Ғәлиәкбәровты ҡунаҡҡа саҡырған. Айса ағай патефонын һәр саҡ үҙе менән бергә йөрөтөр булған. Бына уның әлеге патефонынан бейеү көйө ағыла. Уға ҡушылып, ҡурайҙа Мәхмүтйән ағай уйнай. Күҙ алдымдан һис китмәй ошо мәл... Мәхмүтйән ағай һуғышта һәләк булып ҡалды, ә Айса ағай күкрәгенә Дан ордены тағып, имен-һау ҡайтып килде. Әле ул юҡ инде, ә бына патефоны бер ҡомартҡы булып ҡалды. Ә Мәхмүтйән ағай ҡушылып ҡурайҙа уйнаған теге көй "Зарифа" булған икән.
Һуғыш осоронда Һынташ мәктәбе уҡытыусыһы Дистанова тигән апайҙың балаларға "Дисәнә" тигән бер йырҙы өйрәткәне иҫемдә. Һүҙҙәре онотолған, ә көйө күңелдә. Күршебеҙ Сәбилә еңгәмдең сепарат әйләндергәндә уның тауышына ҡушылып йырлағаны иҫтә. Ул йырҙы башҡарыусы ла, иҫләүсе лә булманы оҙаҡ ваҡыт. Һәм бына уйламағанда шул көйҙө яңынан ишетергә насип булды! Тик уның көйө генә элеккесә, ә һүҙҙәре бөтөнләй икенсе. Тимәк, шул нигеҙҙә яңы йыр тыуған! Уны Гөлсөм менән Фәрит Бикбулатовтар башҡара һәм ул хәҙер "Һаҡмарым" тип йырлана.
Бына шулай, һуғышҡа тиклем халыҡ яратып башҡарған әллә күпме йырҙар онотолоп ҡалды, үкенескә. Көй яҙып, йыр сығарыу үткән быуаттың урталарында әүҙемләште. Үткән осорҙарҙа онотолоп тороп ҡалған көй-моңдарҙың тергеҙелеп, "яңы йыр" булып китеүенә лә шаһит булырға тура килгеләне...
Бөгөн йыр ижад итеүселәр бигерәк күбәйҙе шул, яҡшымы был, әллә насармы - һүҙем ул турала түгел. Мине шуныһы бик борсой: һүҙҙәре лә, көйө лә иҫтә ҡалмай торған, бер-береһенә игеҙәк кеүек оҡшаш, хатта бер-береһен ҡабатлаусы йырҙар күбәйә. Шуның өҫтәүенә, йырсылар ҙа йәшәрә, күбәйә, ләкин уларҙың күбеһе халыҡ йырҙарын башҡарырға йөрьәт итһә лә, йырҙың һүҙҙәрен боҙоп та ҡуйғылай. Тимәк, халыҡ йырҙарының тарихын белмәй. Был бик үкенесле хәл. Ҡасандыр боронғо йырҙарыбыҙҙы пропагандалау әүҙемләшкәйне. "Башҡортостан" гәзите хатта йырҙарыбыҙҙы тарихы, тексы менән бергә ноталарын да бирә ине. Был матур эш тә онотолдо... Әле бына "Башҡорт йыры" конкурсы бара. Телевидениенан ҡарап барам. Тапшырыуға (12+) тигән йәш сикләү билдәһе ҡуйыла - бына ғәжәп! Мин 4-5 йәшемдә отоп алған көй һәм йырҙарҙы, шөкөр, әле 90 йәшемдә лә күңел түремдә йөрөтәм дә һуң! Ә хәҙер 12 йәшкә тиклем тыңларға ярамай булып сығамы ни халыҡ йырҙарын?
Үткән быуаттың 60-сы йылдарында уҡ әле йырҙарыбыҙ-көйҙәребеҙ текстары менән китап-йыйынтыҡ сығарырға кәрәк, тип гәзиткә яҙған фекерем күптән тормошҡа ашты инде. 1962 йылғы тәүге йыйынтыҡ Хөрмәт Бикҡолов төҙөүендә сыҡҡайны, уның инде һигеҙенсе баҫмаһын файҙаланабыҙ. Мин шулай уҡ Ҡадир Даяндың 1955 йылғы "Йырҙар" китабына ла эйәмен. Шуға күрә лә күп йырҙарҙың тыуыу тарихын, авторҙарын беләм.
Әйткәндәй, ТНВ каналында татарҙар "Жырлик әле" тигән тапшырыу алып бара. Шунда беҙҙең бик күп башҡорт халыҡ йырҙары ла, заман йырҙары ла башҡарыла, ләкин уларҙың башҡорт йырҙары булыуын бер ваҡытта ла иғлан итмәйҙәр, шуныһы күңелгә бик ауыр... Ошо өлкәләге низағтар ҡасан яйланыр, халҡыбыҙ мираҫына күрәләтә оятһыҙ рәүештә ҡул һуҙыусылар ҡасан яуапҡа тарттырылыр икән ул?..

Йәмних ҠАШҠАРОВ.
Баймаҡ районы Әбделкәрим ауылы.

"Киске Өфө" гәзите, №21, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.05.22 | Ҡаралған: 257

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡал! 8 апрелдән 18 апрелгә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 786 һум 24 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru