«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҮҘЕҢДЕКЕНӘН БАШ ТАРТЫУ КӨРСӨККӘ ТЕРӘЙ ЯҘМАНЫМЫ?
+  - 


Бөгөнгө мәғариф системаһы 30-40 йәшкә тиклемге быуындар яҙмышында уҫал "уйын" уйнаны, тип иҫәпләүселәр бар. Ысынлап та, ҡатмарлы һәм буталсыҡ был осор - 90-сылар хаҡында "юғалған быуын" тип әйткәндәрен дә ишеткән бар. Осорона, мәленә күрә, ориентирҙар буталған, үткәндәр инҡар ителгән, киләсәккә әле йүнәлеш билдәләнмәгән, бөтөн өлкәләрҙә лә яңырыу, үҙгәреш талап ителгән йылдар ине ул.

Яңыса эшләргә, йәшәргә теләк булған хәлдә лә, йәмғиәттәге күп хәл-ваҡиғаларҙың аңлашылып етмәүе, шулай тип аталған "ельцинизм"дың илде иҡтисади-сәйәси генә түгел, рухи-ижтимағи ҡиммәттәр көрсөгөнә килтереп терәүе, әлбиттә, йәш быуын тәрбиәһе һәм уларға белем биреү өлкәһендә лә сағылмай ҡалманы. Ғәжәп, ләкин Рәсәйҙең тәүге президенты сифатында Ельциндың тәүге указы мәғарифты үҫтереү буйынса саралар хаҡында була. Ләкин ундағы күрһәтмәләр декларатив йөкмәткеле булараҡ, үтәлмәйенсә ҡала. Мәҫәлән, сығарылыш уҡыусылары һәм студенттарҙың, йыл һайын уҡырға, квалификацияһын күтәрергә һәм стажировкаға 10 мең йәш кешене сит илгә ебәрергә тигән пунктты ҡыуанып ҡаршылауы бойомға ашмай, буш вәғәҙә генә булып ҡала. Шулай булмайса, мәғариф ҡайғыһымы - "хәтәр йылдар" яманаты сыҡҡан ул осорҙа ниҙәр генә булып бөтмәне: ГКЧП, СССР тарҡалыуы, ҡырағай баҙар шарттары - Гайдар реформаһына күсеү, ваучер тарихы - хосусилаштырыу, Конституция реформаһы, Чечня һуғышы, туҡтауһыҙ "премьерҙар парады", дефолт... Иҫәбенә сығырлыҡ түгел!
Шул йылдар статистикаһынан мәғлүм булыуынса, 1989 йылда урта мәктәпте тамамларға йыйыныусыларҙың ни бары 10 проценты ғына белем алыуға ҡыҙыҡһыныуын белдерә, башҡаларҙы тормош-көнкүреш ҡайғыһы борсой. Ҡыҙғанысҡа күрә, 2003 йылда Рәсәйҙең Болонья (Европа илдәренең берҙәм мәғариф моделе Италиялағы 1088 йылда асылған иң боронғо Болонья университеты хөрмәтенә шулай аталған) системаһына ҡушылыуы ла белем биреү өлкәһендә революция яһамай, сөнки, ҡаршылар булыуға ҡарамаҫтан, әҙер Европа моделен беҙҙең ерлеккә күсереп "ултыртыу" менән эш бөтмәне шул. Ныҡлап уйланылмаған, Рәсәй мәғарифы үҙенсәлектәрен, шарттарҙы, уҡытыусы кадрҙар потенциалы кеүек мәсьәләләрҙе иҫәпкә алмайынса, ашығыбыраҡ хәл ителә был ҡарар. Бәлки, шуғалыр ҙа, формаһы менән Болонья системаһын ҡабатлаған мәғариф өлкәһе йөкмәтке яғынан бер ниндәй ҙә үҙгәреш кисермәй, уға күсеүҙең әллә ни фәтүәһе булмай. Киреһенсә, бакалавриат бөткәндәргә "недоучка" тигәнерәк ҡараш нығына, был иһә эш биреүсене һағайта һәм улар, тәбиғи, магистратура тамамлағандарға өҫтөнлөк бирә. Был үҙ сиратында студенттарҙың ата-әсәләренә лә тәьҫир итә һәм улар балаларын, теләйме ул, юҡмы - уҡыуҙы магистратурала дауам итергә мәжбүрләй. Ғөмүмән, был осорҙа мәктәп тамамлаусы балалар алдында "кем булырға?" түгел, ә "ҡайҙа уҡырға инергә?" тигән һорау тора.
Шуныһы ла бар: БДИ һөҙөмтәләре вуздарға күп кешегә юл асты, шуға күрә күңеле теләгән түгел, ә балл һандары еткән ергә инеү яғын ҡараны күптәр. Һөҙөмтәлә ана шул "балл еткән" вузды тамамлап та, алған белеме буйынса эшләмәгән йәштәр күбәйеп китте. Юғары белемле һатыусы ла, официант та, башҡаһы ла бер кемде лә аптыратмай ҙа ине инде. Юғары белем биреү өлкәһен ике кимәлгә бүлеү, шулай итеп, мәғариф сифатын яҡшыртыуға ла, уны үҫтереүгә лә булышлыҡ итмәй. Ә бына Болонья системаһының бер ыңғай яғы - студенттарға уҡыуҙарын сит илдәрҙә дауам итеү мөмкинлеге - төрлө сәбәптәр менән бик аҙҙар өлөшөнә тәтене.
Дөрөҫ, илдәге вуздарҙың бөтөнөһө лә яңы өлгөгә эйәрә һалманы, үҙ дәрәжәһен һәм урынын белеп, традицион тәртиптә эшләүен дауам итте. Мәҫәлән, Рәсәйҙең төп юғары уҡыу йорто булған М.В.Ломоносов исемендәге университет ректоры Виктор Садовничий баштан уҡ был системаға ҡаршы булды һәм специалитетты яҡлап, күп тапҡырҙар сығыш яһаны. "Тап специалитет фундаменталь белгестәр әҙерләп сығарырға ярҙам итә", - ти ул. Дәүләт Думаһы вице-спикеры Петр Тостой ҙа Болонья процесынан сығып, белем биреүҙең традицион рус системаһына ҡайтыуҙы хуплай. РФ мәғариф һәм фән министры Валерий Фальков яңыраҡ "Коммерсант" гәзитенә әңгәмәһендә Рәсәйҙең ике кимәлле Болонья системаһынан сығырға йыйыныуы хаҡында белдерҙе һәм был моделде "артта ҡалған этап" тип атаны. Болоньяға ингән осорҙа ҡаршылар булған кеүек үк, әлеге ваҡытта унан сығыу мәсьәләһендә лә ҡаршылар етерлек. Был йәһәттән улар төрлө илдәр араһында студенттар менән алмашыу традицияһының туҡталыу ихтималлығы айҡанлы борсолоу белдерә. Уның ҡарауы, Рәсәйгә теләктәш илдәр менән был өлкәлә лә хеҙмәттәшлек дауам итәсәк, моғайын.
Һәр хәлдә, рәсәйҙәрҙең 66 проценты үҙебеҙҙең "специалитет- аспирантура" классик системаһына кире ҡайтыу яҡлы , ә һорау алынған һәр 10-сы респондент быға ҡаршы булыуын белдерә. Шуныһы ла бар: традицион системаға ҡайтыу яҡлыларҙың йәше 45-тән үткән һәм улар күптән инде дипломлы белгестәр. Вуз студенттарының иһә 44 проценты шулай уҡ ике кимәлдәге "бакалавриат - магистратура" формаһына ҡаршы, 29 проценты Болоньяла ҡалыу яҡлы. Ә бына 11 класты тамамлап, вузға инергә йыйыныусы йәштәрҙең ата-әсәләре бер тауыштан тиерлек (93 процент) үҙебеҙҙең специалитет системаһына кире күсеүҙе хуплай. Бында ла уйланырға урын бар: юғары белем алыу мәсьәләһендә һаман да балалары өсөн ата-әсә хәл итә икән, бөгөн бының тик файҙаға ғына булыуы ла бар. Юғиһә, күҙәтеүселәр әйтмешләй, либераль баҙар иҡтисады илдәге етештереү ҡеүәттәрен юҡҡа сығарыу сигенә килтереп терәне. Шул сәбәпле инженер һөнәрҙәренә уҡытыу ҙа һүлпәнәйҙе, уларға ихтыяж кәмене. Бында күптәр әлеге лә баяғы "болонка"ны ғәйепләй. Бөгөн иһә санкция баҫымы аҫтында тергеҙелә башлаған ҡеүәттәргә тап әлеге онотолоп барған инженер-техник белгестәр кәрәк тә инде. Ә уларҙы, әлбиттә, үҙебеҙҙең белем биреү традицияларында һыналған специалитет әҙерләйәсәк. Традицияларҙан да, ниндәйҙер яңылыҡ күренгән системаларҙан да ҡырҡа баш тартыу ҙа, ҡайһыһындыр зым-зыя инҡар итеү ҙә берҙәй кимәлдә үҫешкә тотҡарлыҡ ҡына ул; шуларҙың иң кәрәклеһен, уңышлыһын алып файҙалана белеүҙә бөтөн эш. Хаталар аша тормош беҙҙе шуға өйрәтә түгелме?

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №23, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.06.22 | Ҡаралған: 225

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru