«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
РӘХМӘТ ҺИҢӘ, ҠАШҠАҘАН!
+  - 

Өфө халҡы хәҙер килеп аңлағандыр, үҙ күҙҙәре менән күреп инанғандыр, тием, Сипайловоның һис тә "йоҡо биҫтәһе" түгеллегенә. Юғиһә, элек-электән был микрорайонға кәмһетеберәк, ниндәйҙер төпкөл, цивилизациянан артта ҡалған күңелһеҙ бер урын тигәнерәк һауалы ҡараш йәшәп килә ине. Фатир алыусылар ҙа был районды тәҡдим итмәүҙәрен һорай ине. Беҙ ни, ярай, беҙгә иркенерәк, һауабыҙ таҙараҡ булыр, тип мәрәкәләй инек бындай мөнәсәбәткә ҡарата. Ә шулай ҙа эстән генә һыҙа ла инек, буғай, күптәребеҙ: нимә генә тимә, нышып тултырылған бәләкәй генә автобустарҙа бер-береңдең елкәһенә текләп йөрөү, ай-һай, сәмгә тейҙе лә һуң!

Әйткәндәй, вирус яҡшы нәмә булманы, әлбиттә, тик бына ҡайһы берәүҙәребеҙҙең өйҙә ултырып эшләүгә күсерелеүе ана шул туҙып, келтерләп бөткән ҡыҫыҡ-һаҫыҡ ПАЗ-иктарҙа һелкенеүҙән бер аҙ ҡотҡарып торҙо. Ә хәҙер яңы, иркен, газда эшләүсе экологик таҙа, яңы класлы автобустарға ҡарап күҙ ҡыуана. Үкенескә, уларҙа ла барыбер ҡыҫыҡ һәм дә тығыҙлыҡ дауам итте, сөнки күбеһе иҫке-моҫҡо булғанлыҡтан, теге йәки был маршруттарҙы хеҙмәтләндереүсе автобустар һаны кәмегәйне. Әле бына республика Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Сипайловоға автобустар рейсын арттырырға ҡушып, тағы бер ҡыуандырҙы. Шатлыҡ булмаҫ ине, икенсе бер шатлыҡ ярҙам итте: Сипайловоның Ҡашҡаҙан паркын хәҙер бит танырлыҡ та түгел: Рәсәй һәм баш ҡалабыҙ Өфө көндәрен байрам итеү тантанаһына килеүселәр үҙҙәре лә быға шаһит булғандыр. Һәр хәлдә, әле күреп өлгөрмәгәндәр ҙә күптер, күргәндәр иһә тағы килеп күрергә теләйҙер. Тәбиғи, был йүнәлештә, автобустар рейстарын арттырыу кәрәклеге килеп тыуҙы. Өҫтәүенә, тыуаһы ай - июлдә йәйгесә эҫе көндәр вәғәҙәләй синоптиктар, тимәк, таҙа һыулы Ҡашҡаҙанда һыу инеп, яңы төҙөлгән пляждарында ҡыҙынырға тағы ла өфөләр Сипайловоға ағыласаҡ.
Әйткәндәй, паркты яңыртыуға тотонорҙан алда Радий Хәбиров киләсәктә уның заманса һәм Рәсәйҙә бер тигән парк буласағы хаҡында яҙғайны. Әле ул, дөрөҫ, асылды, ләкин уны яңыртып ҡороу, төҙөкләндереү, йәшелләндереү эштәре артабан дауам итәсәк. Һәр хәлдә, Өфөлә бер тигән иң популяр ял урындарының береһе буласаҡ ул. Ғаиләләре, дуҫтары менән Ҡашҡаҙанды күрергә ашҡынып тороусылар әле үк бихисап, тиҙәр, тик...әлеге лә баяғы пассажирҙар транспорты быға аяҡ сала икән, тип ишетелде. Республика Башлығының оперативкалағы махсус бойороғо Сипайловоға автобус рейстары мәсьәләһен яйға һалыр, тип ышанғы килә.
Кемдәрҙер бөтөн теләгән кешеләргә лә Ҡашҡаҙан пляжында урын етмәҫ, тип тә бошона икән. Быны хәл итеүҙең дә бер юлы бар: Сипайловоның таҙа, тулы һыулы йәмле Ҡариҙел йылғаһын һыулауын да онотоп ебәрмәгеҙ: унда барып та һыу инергә, ҡыҙынырға мөмкин. Әйткәндәй, Ҡариҙел йылғаһы яры урамының 20 ҡатлы 39/1 һанлы йорто ҡаршыһында шулай уҡ ошо көндәрҙә заманса уңайлы һәм матур ял урыны - яңы сквер асылды, "Ҡоштар скверы" тип атанылар уны. Миңә ҡалһа, "Ғаилә скверы" тип әйтергә булыр ине, сөнки бында төрлө йәштәге балалар өсөн мауыҡтырғыс уйын һәм спорт майҙансыҡтары, аттракциондар урынлаштырылған, асфальт һуҡмаҡтарҙан роликлы конькиҙарҙа, самокаттарҙа елдерергә була. Ошо тирәгә яҡында ғына, Яр буйы урамы 41/1 һанлы йорт алдын, "Башҡортостан ихаталары" программаһы буйынса төҙөкләндереү эштәре бара, арыраҡ балалар һәм өлкәндәр өсөн былтыр ғына урынлаштырылған яңы өлгөләге спорт һәм һауыҡтырыу ҡоролмаһы эшләй.
Бына бит, әйтеп ҡарағыҙ Сипайловоны хәҙер "йоҡо биҫтәһе" тип. Юҡ, баш ҡалабыҙ менән бергә үҫә, матурлана, төҙөкләндерелә ул, ә бының өсөн Сипайловоны популяр биҫтәгә әйләндереүсе Ҡашҡаҙанға рәхмәтлебеҙ!

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.

Ошо көндәрҙә генә "Ҡашҡаҙан" паркындағы күл эргәһенә бөтәүләй имән ағасынан юнып эшләнгән һыуһар скульптураһы урынлаштырҙылар. Авторы - скульптор Рәлиф Сиражетдинов. Беләһегеҙҙер, һыуһар - баш ҡалабыҙҙың символы.

"Киске Өфө" гәзите, №25, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 24.06.22 | Ҡаралған: 211

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru