«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЕРЕНСЕ СЕНТЯБРҘӘН...
+  - 

Мәғлүм булыуынса, һәр йыл 1 июлдән коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәр арта. Инде быға яйлап булһа ла өйрәнеп барабыҙ, шикелле. Әммә Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең быйыл 3 февралдә ҡабул ителгән 92-се ҡарары сентябрҙә күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәрҙе тағы бер шаңҡытыуы ихтимал. Оҙонға һуҙмай ғына әйткәндә, 21 июндә Өфө ҡала хакимиәтендә үткән түңәрәк ҡорҙа һүҙ тап ошо сентябрҙә көтөлгән үҙгәрештәр тураһында барҙы.

Ҡала округы хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев билдәләп үтеүенсә, быға тиклем халыҡ коммуналь хеҙмәттәр өсөн шәхсән ҡулланған күләмдән тыш, дөйөм йорт ихтыяждарын раҫланған норматив буйынса түләһә, ә артыҡ өлөш идара итеү ойошмалары иңенә ятһа, 1 сентябрҙән барлыҡ сығымдар ошо йорттарҙа йәшәүсе милекселәр кеҫәһенән сығасаҡ. Яңыса түләү шарттары менән "Өфө ҡалаһы торлаҡ хужалығы идаралығы" МБУ-һы директоры урынбаҫары Альфред Зиннәтуллин таныштырҙы һәм коммуналь ресурстарҙы - һыу, электр, йылылыҡ - тотоноуҙың нормативтан артыҡ күләме нисек иҫәпләнеүен миҫал ярҙамында аңлатты. Мәҫәлән, бер йорт айына 100 кубометр ресурс ҡуллана икән, шәхси иҫәпләү ҡорамалдары һәм иҫәпләү ҡорамалы булмау һөҙөмтәһендә норматив буйынса түләгән милекселәрҙең дөйөм ҡулланған күләме 70 куб тәшкил итһә, ҡалған 30 кубометры - дөйөм йорт милке өлөшө. Шуларҙың 10 кубометры - милекселәр түләгән норматив (КРСОИ), 20 кубометры - нормативтан артҡан өлөш һәм ул идара итеү ойошмалары елкәһенә ята. 1 сентябрҙән милекселәргә 2022 йылдың 4 айында (сентябрь-декабрь) нормативтан артҡан КРСОИ өсөн түләүҙәр 2023 йылдың 1-се кварталында киләсәк. Альфред Зиннәтуллин аңлатыуынса, дөйөм йорттоң ресурс иҫәбен алып барған ҡорамалы булмағанда, түләү раҫланған норматив буйынса башҡарыла (ғәҙәттә, норматив ғәмәлдә ҡулланылған ресурстарҙан күберәк билдәләнә); түләүҙәр факт буйынса башҡарыла; йорт милекселәренең дөйөм йыйылышы ҡарары менән түләү уртаса айлыҡ күләмдән сығып иҫәпләнә һәм киләһе айҙа ҡабаттан ҡаралып, төҙәтелә, шулай уҡ түләү факт буйынса башҡарыла.
Дөйөм йорттоң иҫәп алыу ҡорамалы булғанда һәм милекселәр йыйылышы үткәрелмәгәндә лә түләүҙәр норматив буйынса башҡарыла һәм киләһе айҙа ул ҡабаттан ҡарап, дөрөҫләнә. Үҙ фатиры өсөн һәм дөйөм йорт ихтыяжы өсөн түләүҙәр айырым квитанцияларҙа килә. Ҡайтанан иҫәпләү йылына киләһе йылдың беренсе кварталында башҡарыла. Әгәр идара итеү ойошмаһы алмашынһа, дөйөм йорт ихтыяжы өсөн түләүҙәр һуңғы ай өсөн түләү квитанцияһына индерелә.
Әйткәндәй, идара итеү компанияларының бурысы дөйөм йорт ихтыяжы өсөн ҡулланылған ресурстар өсөн түләүҙән генә түгел, ә ошо йортта йәшәүсе һәм түләүҙәрҙе ваҡытында башҡармаусы милекселәр иҫәбенә лә арта. БашРТС мәғлүмәттәре буйынса, йыл ярым эсендә баш ҡаланың идара ойошмаларының эҫе һыу өсөн бурысы ғына ла 267 миллион һумға еткән. Бында тағы ла бер миҫал килтереп китеү урынлы: мәҫәлән, аныҡ бер йортта апрелдә дөйөм йорттағы иҫәп ҡорамалының эҫе һыуҙы 183 кубометр күләмендә тотоноуын күрһәтә. Шул уҡ ваҡытта милекселәр фатирҙарҙан тапшырған күрһәткестәр буйынса тотонолған эҫе һыу күләме 132 кубометр була, фатирҙарында иҫәп ҡорамалдары булмағандар өсөн - 25 кубометр, ә дөйөм йорт ихтыяжына 12 кубометр яҙыла. Был осраҡта эҫе һыуҙы нормативтан артыҡ ҡулланыу 14 кубометр тәшкил итә һәм ул идара ойошмаһы иңенә ята. Артыҡ кубометрҙар ҡайҙан килеп сыға? Асыҡланыуынса, сәбәптәрҙең береһе булып иҫәп ҡорамалы булмаған фатирҙа бер кеше теркәлеп, унда бер нисә кеше йәшәгән осраҡтарҙың булыуы тора.
Шулай уҡ сығыш яһаусылар артыҡ кубометрҙар барлыҡҡа килеүгә дөйөм йорттарҙағы иҫәп ҡорамалдарының бөгөн 40 проценты самаһы ғына эшләүе, торбаларҙан һыу ағып тороуы ла сәбәп булыуын билдәләне. Торлаҡ-коммуналь хужалығында йәмәғәт контроле буйынса төбәк үҙәге етәксеһе Антон Дубовский, йылылыҡ өсөн нормативтан артҡан бурыс барлыҡҡа килеүе өсөн яуаплылыҡты идара компанияларына ғына түгел, ә ресурс менән тәьмин итеү ойошмаларына ла һалырға тәҡдим итте. Ғөмүмән, был тема буйынса аңлашылмаған һәм асыҡлыҡ талап иткән мәлдәр ҙә юҡ түгел. Мәҫәлән, быға тиклем идара итеү ойошмалары иҫәбенә йыйылған бурыстарҙы кем ҡаплай? Улар "ҡара һаҡал" булып эйәреп йөрөп, яңы ҡарар буйынса намыҫлы милекселәр елкәһенә ятамы, әллә сентябргә тиклем намыҫһыҙ - бурыс йыйған милекселәрҙән түләттереләме һәм нисек? Әллә идарасы ойошмалар банкротлыҡҡа сығарылып, яңы ҡарар буйынса иҫәпләүҙәр һәм түләүҙәр аҡ ҡағыҙҙан - яңы биттән башланамы?
Был һәм башҡа һорауҙарға, моғайын, сентябргә тиклем яуап таба алырбыҙ, сөнки түңәрәк ҡорҙа ҡатнашыусылар алдағы ике айҙа киң мәғлүмәт саралары, социаль селтәрҙәр, йорттарҙың милекселәре чаттары, иғландар таҡталары аша халыҡ араһында аңлатыу эштәре алып барыуҙы йөкмәтте. Хәйер, яуап таба алмаған хәлдә лә ҡарар 1 сентябрҙән көсөнә инә...

Зәйтүнә НИҒӘМӘТЙӘНОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №25, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 24.06.22 | Ҡаралған: 224

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru