«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЯН
+  - 


* * *

Хакимиәт йортонан күңелһеҙ генә сыҡты Айбулат. Былай килеп сығыр тип һис тә күҙ алдына килтермәгәйне. Уй-ниәте һис шикһеҙ бойомға ашыр һымаҡ ине. Себерҙә йөрөгән саҡта ла тыуған яҡҡа ҡайтҡас яңы шөғөлө булыр, яндан атыу спорты райондың брендына әйләнер, тип хыялланғайны. Юғарынан ҡоламаҡ булды, килеп сыҡманы. Юғарынан ҡолаһаң, оҙағыраҡ ҡолайһың шул, шаңҡыуы оҙағыраҡ була. Әллә ситтә йөрөп, тормоштан артта ҡалдымы икән? Айбулат ундайҙарҙан түгел, юғарынан терәк булмағас, аҫтан башларға кәрәк. Хыялының буш ҡыуыҡ түгеллеген иҫбат итергә кәрәк. Хәҙер үк район гәзитенә инеп, ян спорты менән шөғөлләнергә теләүселәрҙе йыйыу тураһында иғлан бирәсәк. Башы булһа, аҙағы булыр - спорт комитеты һуңғы терәк түгел дә! Ғөмүмән, Айбулат өсөн һуңғы тигән һүҙ юҡ - һуңғы тигәнде ул яңының башы тип өйрәнгән: ҡайҙа ғына йөрөмәне, ҡайҙа ғына эшләмәне, һәр саҡ яңынан башларға тура килде.
Гәзит тураһында уйлағас, бая спорт комитеты начальнигы биргән гәзиткә иғтибар итте. Тормош дауам итә! Бына бит берәү иғландарҙан торған гәзит сығарып бушлай тарата, аҡса ла эшләй, башҡаларға ла ярҙам итә. Тимәк, йәштәр буш ятмай, алға ынтыла, яңы шөғөл таба. Беренсе биттә иң өҫтә торған иғлан шундуҡ иғтибарын үҙенә йәлеп итте. Ҡараны ла тәне эҫеле-һыуыҡлы булып сымырлап китте. Аҡ түбәтәйле ап-аҡ һаҡаллы олатаһына оҡшаған берәү ҡулына ян тотоп тора ла баһа! Аҫҡа ҡалын хәрефтәр менән иғлан яҙылған: "Шәғәле Шаҡман исемендәге призға яндан атыу буйынса ярыш үткәрелә". Беренсе урынды яулаусыға автомобиль, тип, бер нисә өндәү билдәһе ҡуйылған. Етмәһә, приздың фотоһын да урынлаштырғандар. Сәскәләр менән биҙәлгән ҡыҙыл төҫтәге еңел машина аҫтына "Приз эйәһен көтә!", тип яҙылған. Өнмө был, әллә төшмө? Айбулат телефон номерҙарына иғтибар итмәй, билдәләнгән адрес буйынса барырға булды. Яңы төҙөлгән ҡунаҡхананың беренсе ҡатындағы 102-се бүлмәгә мөрәжәғәт итергә ҡушҡандар. Ниңәлер, ҡапыл олатаһын күргән төшө иҫенә төштө…

* * *

Ярһып килеп инде Айбулат ҡунаҡханаға. 102-се бүлмәнең ҡайҙалығын һорап, тура шул яҡҡа ынтылды. Ишекте бар көсөнә асып ебәрҙе. Бүлмәлә олатаһы йылмайып ҡаршы алыр һымаҡ тойолдо уға. Елкенеүе көслө булғандыр, ишектән сығып килгән ҡыҙ уның ҡосағына килеп тә инде.
- Пардон! - Айбулат шаҡ ҡатты. Бәй, бая ашхана эргәһендә осратҡан ҡыҙ ҙа баһа!
Ҡыҙ ҙа был хәл булырын күҙ алдына килтермәгәндер, егеткә текәлде.
- Әйттем бит мин һиңә, минең юлда йөрөмә тип! Аяҡ баҫыр урын юҡ, эләгеп ҡоларға була, - әлбиттә, Айбулат бик йомшаҡ итеп әйтте был һүҙҙәрҙе. Ҡыҙ егеттең шаярыуын ҡабул итте.
- Тышта көтәм, моғайын, бәйгегә килгәнһеңдер, - тине мут йылмайып.

* * *

-Бәй, һинең машинаң аҡ төҫтә икән дә баһа! - ҡунаҡхананан сығып килгән Айбулатҡа ҡыҙҙың әйткән тәүге һүҙе шул булды.
- Мин үҙем дә ҡара түгел, - егет үҙенсә мәғәнәле итеп яуап бирҙе.
Айбулаттың һүҙҙәре йоғонто яһанымы, ҡыҙ егеткә һынсыл ҡарашы менән баштан-аяҡ күҙ йүгертте. Ҡараштар осрашты. Һаҡал-мыйығы ҡырылған, сәсе ҡупшы итеп алынған, өҫтөнә килешеп торған яңы кейем кейгән Айбулатҡа ҡарап, баяғы урман айыуын таныуы ҡыйын ине.
- Алыш бармы, биреш бармы? - Айбулат тик ошо ҡыҙға ғына үҙенең оҫталығын күрһәтергә тейеш һымаҡ һанай ине.
- Мин риза, әйҙә, ярышабыҙ, - тине өҫтөнә ҡыҙыл төҫтәге спорт кейеме кейгән ҡыҙ. Баяғы аҡ тунлы Ҡарһылыу әкиәтенән сығып, сибәр башҡорт ҡыҙына әйләнгәйне…

* * *

Ҡасабанан сығып, район һабантуйы үткәрелгән аҡланда туҡтанылар. Ҡыҙ машинаһынан уҡ-һаҙағын алды, сәптәре лә үҙе менән икән.
- Нисә метрҙан атышабыҙ? - ҡыҙҙың хәрәкәттәренә ҡарап, Айбулат ҡаушай төштө, үҙен бигерәк ышаныслы тота, оятҡа ҡалмағайны.
- Һеҙ һайлағыҙ, мин ҡушылырмын, - тигән булды уңайһыҙ хәлдән ҡотолор өсөн.
- Улайһа, олимпиадалағы һымаҡ, етмеш метрҙан атышабыҙ, - ҡыҙ машинаһынан янын алғас, Айбулат саҡ ултыра төшмәне. Бындай ҡорамал үҙе бер машина хаҡы торалыр, тип уйлап ҡуйҙы.
Теүәл етмеш метрҙы үлсәп, сәпте нығытҡас, ҡыҙ оҙаҡ ҡына тоҫҡап торҙо ла атып ебәрҙе. Айбулат шаҡ ҡатты. Атыу булманы был - ҡыҙ кәүҙәһен тура тотоп, бейеү хәрәкәттәре яһанымы ни! Моноклен сығарып, сәпкә ҡарағас, бала һымаҡ ҡулдарын сәпәкәйләп ҡуйҙы.
- Ун очко! Хәҙер һеҙҙең сират, күрһәтегеҙ оҫталығығыҙҙы, - һынаулы ҡараш Айбулатты үтә тиште.
- Хәҙер, - тигән булды егет. Машинаһынан ян сығарҙы.
- Уау! - ҡыҙҙың иҫе китте. - Ҡарарға мөмкинме? Шәғәле Шаҡмандың яны ҡыҙҙың нескә ҡулдарына күсте. Ул үҙенең янын егеткә тоттороп, бер күреүҙән ғашиҡ кешеләй, янға текәлде. Яндың керешен тартып ҡараны - көсө етмәне. - Был ҡорал ирҙәр өсөн генәлер, - тип янды кире Айбулатҡа бирҙе. - Дөрөҫөрәге, батырҙар өсөндөр… Мә, атығыҙ, һеҙҙең сират.
Айбулат тимер башаҡлы иң оҙон уҡ һайлап алды, ҡыҙ иҫенә килгәнсе төҙәп тә тормай атып ебәрҙе. Атты атыуын, элеккеләй ышаныс кисермәне - уғы яҙа осһа, ер тишегенә инерҙәй буласаҡ. Ҡыҙ монокленән сәпте ҡараны.
- Ҡотлайым, уғығыҙ һөт эсергә китте, - тине. Айбулаттың сикәләре уттай баҙлап яна башланы.
- Әйҙә, барып ҡарайыҡ! Минең яҙа атҡаным юҡ!
Йүгерә-атлай сәп янына килделәр.
- Әйтәм бит, минең яҙа атҡаным юҡ! - Айбулаттың ауыҙы ҡолағына етте. Ҡыҙҙы ҡосағына алып, үҙ ҡыйыулығына үҙе хайран булып, ҡыҙҙы өйрөлтә башланы.
Уҡ ҡыҙҙың уғы эргәһенән генә сәпте үтә тишеп, ары осҡайны, саҡ эҙләп таптылар.

* * *

Ярыш ҡыҙыу барҙы. Ҡатнашыусылар бик күп булып сыҡты. Интернет заманы бит, бәйге тураһында ишетеп, күрше өлкәләрҙән дә килгәндәр. Ярыш ҡомарына бирелеп, Айбулат ҡыҙҙы күҙ уңынан юғалтты. Ярымфиналға үткәс, уны яның спорт стандарттарына тура килмәй, тип, ярыштан алырға булып киттеләр. Традицион яндан атырға рөхсәт, тип, кире ҡалдырҙылар. Әйтеүҙәре буйынса, ярышты ойоштороусы шәхсән үҙе рөхсәт иткән, тинеләр. Өсөнсө көндә финалға сыҡҡан биш кеше араһында күптәнге танышын осратҡас, Айбулаттың йөрәге тағы ялп итте. Ҡыҙ янына килеп: "Мин һиңә нимә тинем?" - тип һораны шым ғына.
- Нимә тинең? - ҡыҙ аңламаны.
- Минең юлда йөрөмә, тинем.
- Ә мин һине теге ваҡыт барыбер артҡа сиктерҙем, - ҡыҙ ошоноң менән һүҙ бөттө тигәндәй, боролоп китеп тә барҙы.
Финалда икеһе генә тороп ҡалғас, егет менән ҡыҙ бер-береһенә әйләнеп тә ҡараманылар - ярыш сәме икеһен дә йотто. Оҫталыҡ еңмәне, таһыллыҡ еңде, стандарт отманы, боронғолоҡ көслөрәк булып сыҡты. Олатай мәктәбе Айбулатты беренсе итте.

* * *

Шау-шыу уҙҙы. Өс көн гөрләп торған ҡунаҡхана алды бушап ҡалды. Айбулат үҙе йәшәгән бүлмәнең асҡысын тапшырғас, әйберҙәрен йөкмәп, тышҡа сыҡты. Кисә ярыштан һуң булған осрашыу иҫенә төштө. Эйе, сәйер осрашыу булды ул. Ярышты ойоштороусы уның менән шәхсән осрашып, бик оҙаҡ һөйләште. Бәлки, ул тиклем оҙаҡ та булмағандыр, әммә Айбулат өсөн был диалог ярты ғүмерендәй тойолдо. Әйтерһең дә, быға тиклем ул шул хәтлем дә эскерһеҙ булған, ваҡытын бушҡа әрәм иткән, мәғәнәһеҙ тормош менән йәшәгән. Еңеү шатлығынан башы әйләнгән Айбулатты һалҡын һыу менән ҡойондорҙолармы ни! Был кешене, ярышты ойоштороусыны, Айбулат тәү күреүҙән үҡ оҡшатмағайны. Башта ул уның ярыш хужаһы икәнен дә белмәне, тамаша ҡылыусыларҙың береһелер тип уйлағайны. Айбулат ярыш һыҙығына баҫыуы була, тып итеп эргәһенә килеп тә баҫа. "Һин мотлаҡ беренсене алырға тейеш!" - әйткән һүҙе шул. Нисектер бойороҡ һымаҡ итеп әйтә. Ҡаты итеп, артҡа сигер урын ҡалдырмай әйтә. Айбулат тәүҙә был бәйләнсек әҙәмгә иғтибар итмәҫкә тырышты, аҙаҡ, түҙмәй, уның тауышына оҡшатып, ҡаты итеп: "Не мешай, а!" - тине. Теге ҡабат өндәшмәне, әммә уның талапсан ҡарашын Айбулат ярыш бөткәнсе арҡаһы менән тойҙо.
Нимәһе менән оҡшамағандыр был әҙәм, үҙе лә аңламаны. Тәү ҡарауға үҙе бик тә һөйкөмлө күренә. Төҙ, нәҙек көмөрө танауы шыма итеп ҡырылған сирышһыҙ йөҙөнә килешеп тора. Ҡыйғас ҡаштары аҫтында хәйләкәр ҡарашлы дөм-ҡара күҙҙәр йәшеренгән. Ыҫмала төҫөндәге бөҙрә сәстәре сибәрлек өҫтәгәндәй. Быға иҫе китмәне Айбулаттың. Унан һәр саҡ хушбуй еҫе аңҡып тороуына ла аптыраманы. Иң асыуы килгәне, моғайын, уның килешле кейеменә өҫтәп, күбәләк-галстук тағып йөрөүе булғандыр. Ярайһы уҡ һыуыҡ, ҡай саҡ әсе ел дә өрә, ә ул көн дә, цирктағы клоун кеүек, күбәләген ҡалдырмай. Өшөп ҡыҙарған танауы шаян образды тулыландырғандай тойола. Себерҙә эшләгәндә лә нәҡ шундай әҙәм була торғайны. Егеттәр үҙ-ара уны "Майонез" тип йөрөттө. Йәнәһе, ҡиәфәте бар, файҙаһы юҡ. Етмәһә, ул үҙе лә майонез ашарға ярата торғайны. Тәүҙә Айбулат уны шул ҡылығы өсөн "Майонез" ҡушаматы алғандыр тип уйлай торғайны. Ҡушамат мәғәнәһе төптәрәк ятҡан икән: ҡиәфәт бар, фәтүә юҡ. Ғәҙәттә, тәрән мәғәнәгә эйә ҡушамат ныҡ йәбешә шул. Айбулат уны ғаиләһен онотоп, тик үҙе өсөн генә фырт йәшәгән әҙәмгә оҡшата торғайны. Әллә шул иҫенә төшкәндер, кем белә инде, ярышты ойоштороусы менән тәүге аралашыуы шулайыраҡ килеп сыҡты. Беренсе урын өсөн бирелгән машина асҡыстарын тапшырғанда, ул Айбулаттың ҡулдарын оҙаҡ ҡына һелкетте, әрһеҙ ҡараштары менән йоторҙай итеп ҡарап, үтә лә аҡ (күрәһең, махсус ағарттырғандыр), тигеҙ тештәрен ыржайтып йылмайҙы. Кисәге осрашыуҙа ла ярышты ойоштороусы үҙен бик иркен тотто. Айбулат бүлмәгә инеү менән бер яҡ беләгенән матҡып тотоп алды.
- Мин һине оҙаҡ эҙләнем, ниһайәт, таптым, - тәү әйткән һүҙенән үк теҙгенде үҙ ҡулына алды был. - Был рәсми осрашыу түгел, әммә беҙ бөгөн бик тә мөһим Килешеүгә ҡул ҡуйырға тейеш. Мә, ултыр, уҡып сыҡ.
Айбулат ҡағыҙға текәлде. Башта рәсми тел менән яҙылған, дөрөҫөрәге, төҙөлгән, документтың эстәлегенә төшөнә алмай, иҫе китте. Яратмай ул рәсми ҡағыҙҙарҙы, уларҙан ниндәйҙер һалҡынлыҡ бөркөлә, ихласлыҡтың тамсыһы ла юҡ уларҙа, әрһеҙлек үҙ ҡоршауына ала. Баҡһаң, Айбулат ошо ҡағыҙға ҡул ҡуйһа, ярышты ойоштороусының мөлкәтенә әйләнә. Әлбиттә, килешеүҙә мөлкәт тигән һүҙ юҡ, әммә ябай телдә уны шулай аңлатырға була. Бер ни ҙә аңламағас, Айбулат ойоштороусыға ҡараны, йәнәһе, ябай тел менән төшөндөрөүен һорай.
- Тиҙҙән уҡ атыу буйынса халыҡ-ара ярыш була. Беҙ унда мотлаҡ беренсе булырға тейеш.
- Ни өсөн беҙ? Һеҙ ҙә ҡатнашаһығыҙмы ул ярышта? - Айбулат буласаҡ хужаһының тел төбөнә төшөнә башланы.
- Әлбиттә! Мин һинең продюсерың булам. Тренировкаларҙы, ял итеүҙе, юл сығымдарын үҙем ҡаплайым. Иң мөһиме, елле гонорар түләйәсәкмен. - Берәү ҙә күреп ҡуймаһын тигән һымаҡ, ул сумманы ҡағыҙға яҙып күрһәтте. - Долларҙарҙа… Ризамы? Айбулат ҡаушап ҡалды. Сумма елле!.. Ундай аҡсаны ул ғүмере буйы ла эшләй алмаясаҡ. Ун йыл буйы Себерҙә йөрөп туплай алмаған аҡсаны бер ярыш өсөн генә тәҡдим итһендәр әле, башың әйләнмәҫ ерҙән әйләнер.
- Ризамы? - бәйгене ойоштороусы нәҙек оҙон аҡ бармаҡлы ҡулын Айбулатҡа һондо. - Бик яйлы мәл булмаҡсы, икеләнмә.
- Уйларға ваҡыт бирегеҙ. - Айбулат хушлашмайынса бүлмәнән сығып китте. Артабанғы ваҡиғалар булмаһа, бәлки, ризалашыр ҙа ине…

* * *

Айбулат Гөлнәзирәгә шылтыратты. Ҡулындағы сәскә гөлләмәһен ҡайҙа ҡуйырға белмәй, призға бирелгән машинаһының эсенә һалды. Бөгөн һыуыта төшкән, сәскәләр йылы ярата. Ҡыҙ көттөрмәне, йылмайып килеп тә сыҡты. Айбулат сәскәләрҙе машинаһынан алып, ҡыҙға тотторҙо, артабан нимә әйтергә белмәй, баҙап ҡалды. Ҡыҙ ҙа өндәшмәй. Шул саҡ ҡыҙ менән егет эргәһенә полиция кейемендәге ике ир килде.
- Айбулат Юлдашев һеҙ булаһығыҙмы?
- Эйе, мин булам.
Ирҙәрҙең береһе ҡыҙыл тышлы танытмаһын күрһәтте.
- Беҙҙең менән полиция бүлегенә барырға тура килер. Ялыу бар, һеҙ Юлдаш ауылы музейынан Шәғәле Шаҡман янын урлауҙа ғәйепләнәһегеҙ.
Айбулат аптырап ҡалған ҡыҙға текәлде. Кеҫәһенән асҡыс сығарып, уға тотторҙо.
- Ҡыҙыл төҫтәге машинала ҡыҙҙар йөрөргә тейеш. Был машина, әйҙә, һиңә булһын. Әгәр бөгөн ҡайтып китмәһәң, кискә осрашыуға саҡырам.
- Мин көтөрмөн, - тине ҡыҙ.
- Улайһа, Бизонды һаҡла, - тине Айбулат.
- Аңланым, Айбулат ағай, - Гөлнәзирә егеткә шундай наҙлы итеп ҡараны, буйҙаҡтар араһында йөрөп, күңеле ҡатып бөткән егет ҡолап китә яҙҙы. - Бизондың багажнигында ятҡан Бизонды әйтәһеңме?
- Тап шулай, - тине лә егет, полиция машинаһына табан йүнәлгәйне генә:
- Айбулат улым, туҡта! - тигән тауышҡа әйләнеп ҡараһа, Ғәле Ҡаһармановичты күреп, ҡатып ҡалды. "Әһә, Ғәле олатай эҙләтә икән янды", тигән уй йүгереп үтте шунда башынан.
- Айбулат улым, ғәфү итә күр, музейҙан Шәғәле Шаҡмандың янын һин алып киткәнде ауылда кемдер күргән, полицияға хәбәр иткән. Шунан ауылдаштар мине яндың юғалыуы тураһында полицияға ғариза яҙырға күндерҙеләр, - тине Ғәле Ҡаһарманович, шунан полиция хеҙмәткәрҙәренә мөрәжәғәт итте:
- Егеттәр, һеҙ ҙә ғәфү итегеҙ. Хәҙер мин үҙем полиция бүлегенә барып, ян юғалыуы тураһындағы ғаризамды кире алам. Аңлашылмаусылыҡ килеп сыҡты бында...
Полиция машинаһына табан атлаған ерҙән туҡтап, Айбулатҡа боролоп, Ғәле Ҡаһарманович тағы шулай тип өҫтәне:
- Янды оҙағыраҡ килтермәй тотҡас, етмәһә, ауылдаштар музейҙа ян юҡҡа сыҡҡанын шәйләгәс, үҙем дә аптыранғайным шул. Бәлки, янды юғалтып-фәлән ҡуйҙымы икән, тип тә шикләнгәйнем. Әле бына яндан атыу буйынса ярыш булғанын, шунда һинең еңеүең тураһында ишеттек. Ауылдаштарға аңлаттым: ысынлап та, йәштәрҙе яндан атырға өйрәтәм, олимпия чемпиондары тәрбиәләйем, тип янып йөрөгән кешелә булырға тейеш артабан был ҡомартҡы, тинем. Музейҙа оҙаҡ һаҡланды, халыҡҡа хеҙмәт итер ваҡыты етте был Шәғәле Шаҡман янының…
Шулай тине лә, тәүәккәл аҙымдар менән полиция хеҙмәткәрҙәре артынан атланы…

(Аҙағы. Башы 23-24-се һандарҙа).
"Киске Өфө" гәзите, №25, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 24.06.22 | Ҡаралған: 698

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru