«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МИН ТЫНЛЫҠТЫ ТЫҢЛАНЫМ…
+  - 


* * *

Айгөл - көслө спортсменка. Район ярыштарында ла ҡатнашып, призлы урындар алғаны булды. Баскетбол уйнаған саҡта ул һәр саҡ Камила булған командаға ҡаршы уйнай. Камилаға һөжүм итеүҙән айырым бер кинәнес ала торғайны шикелле. Был юлы ла ҡыҙ Айгөлдөң үҙенә мыҫҡыллы йылмайып торғанын күрҙе. Бына ул әхирәттәренә табан боролдо һәм, бөтәһе лә ишетһен өсөн, ҡысҡырып әйтте: "Беҙ иркә-наҙлыларға ысын спорттың нимә икәнен күрһәтергә тейешбеҙ! Беҙҙең ҡулда улар үрле-ҡырлы һикерәсәктәр! Еңеү беҙҙеке!.. Дуҫ малайҙары алдында ултырып иларлыҡ булһын. Шунан инде беҙгә ҡаршы сығыу түгел, танауҙарын да күрһәтмәҫтәр бүтәнсә..." Эргәһендәгеләр уны ҡеүәтләп, ҡысҡырып көлдө. Маҡсатына иреште Айгөл. Камиланың сикәләре гөлтләп ҡабынды. Ниңә, ни өсөн уны шул дәрәжәлә күралмаҫҡа була? Өсөнсө йыл сабырлыҡты һынай. Түҙемлектең дә сиге була ла баһа!
- Еңһәк тә, еңелһәк тә, һөҙөмтәһе бер генә - беҙҙе яраталар. Шуға дуҫлыҡ һорап инәлеп хат ебәргәнебеҙ юҡ. Мохтаж түгелбеҙ, һин уйында ғына еңәһең, ә мин тормошта. Мә, үҙеңә булһын! - Шулай тине лә тупты ҡаты итеп Айгөлгә бәрҙе. Айгөл туптан бигерәк көтөлмәгән яуаптан йығылып китте шикелле. Ул бит Камиланан бер ҡасан да бындай һүҙ ишетермен, тип уйламағайны. Тегенең өнһөҙ генә икенсе яҡҡа боролоуына, ситкә китеүенә өйрәнеп бөткәйне. Сәмле спортсменканың ҡаушауы, юғалыуы етә ҡалды. Был уйын һөҙөмтәһендә лә сағылды. Камила иһә беренсе тапҡыр үҙен еңеүсе итеп тойҙо. Эстән ниндәйҙер ҡәнәғәтлек кисерҙе. Тимәк, ваҡытында һөжүм итә белергә кәрәк. Ул бынан ары үҙен яҡлаясаҡ.
Был хәл Ғәзинурға ла барып ишетелде. Тик, ни өсөндөр, Айгөлдөң үҙенә хат яҙыуын төп сәбәп тип аңланы. Аҡланырға теләгәндәй һүҙ башланы: "Хан заманында булған нәмә бит. Ул саҡта әле һеҙ Юлбирҙегә күсеп килмәгәйнегеҙ..." Камила егетте тыңлап бөтмәне: "Кәрәкмәй. Мин Айгөлгә мөхәббәтте һорап алып булмағанын ғына әйттем. Хәҙер ул быны аңлай". Ваҡиға шуның менән тамамланды.
Спортҡа килгәндә, Камила баскетболда шаҡтай ғына һәйбәт уйнай ине. Ләкин спорттың бөтә төрө буйынса ла ҡыҙҙар араһында Айгөлгә еткәне булманы. Ярыштарҙа йыш ҡатнашыу арҡаһында дәрестәрҙе ҡалдырырға тура килде. Ләкин был хәл өлгәштә бер нисек тә сағылманы. Уның тырыш, шулай уҡ үҙенә ҡарата талапсан булыуын танымау мөмкин түгел. Район мәктәптәре араһында ниндәй генә ярыштар үткәрелмәне ул йылдарҙа. Юлбирҙе ауылына ла килеп төшә торғайны ҡунаҡтар. Шундай осрашыуҙарҙың береһе ҡыҙыҡ ҡына булып иҫтә тороп ҡалған.
Камила үҙенең яратҡан шишмәһенә китте. Яҡынлаша биргәс, аптырап китте, был тирәлә күрмәгән-белмәгән ят бала-саға зыҡ ҡуба. 5-се йәки 6-сы синыфтыҡыларҙыр.
- Һеҙ кемдәр? Бында нимә эшләп йөрөйһөгөҙ?
- Ниңә, ярамаймы ни? - тине бер малай алғараҡ сығып.
- Ярамай шул. Инде һеҙ генә етмәгәйнегеҙ шишмә бысратырға... Аҙашып килеп сыҡтығыҙмы әллә?
- Апай, беҙ бит бында ярышҡа килгәнбеҙ, төшкөлөктө ашаныҡ та, әҙерәк йөрөп киләйек, тигәйнек. Бына әрләндек тә... Юлбирҙеләр һә тигәнсе асыуланып бара. Киттек, малайҙар, - тине баяғы һары сәслеһе.
Уҫалыраҡ ҡыланғаны өсөн үкенә биреберәк ҡуйҙы Камила, йәһәтләп һүҙҙе икенсегә борорға тырышты.
- Үҙең нимәлә ҡатнашаһың, ҡустым?
- Йүгерәм!
Камила йылмаймай булдыра алманы.
- Бигерәк бәләкәс күренәһең бит, йүгереүсегә оҡшамағанһың!..
- Исхаҡтың аяҡтары йүгергәндә оҙоная. Иртәгә үҙегеҙ күрерһегеҙ, апай! - тине икенсеһе көр тауыш менән.
- Киттек, тим, бит! - Исхаҡ тигәндәре ситкә атланы. Үҙе шикләнгән һымаҡ шишмә "хужабикә"һенә ҡарап-ҡарап алды. Камила малайҙарҙы ҡарашы менән оҙатып ҡалды. Үҙен эстән әрләп ҡуйҙы. Ҡатыраҡ бәрелде бәләкәс ҡунаҡтарға. Улай уҡ ярамаҫ ине...
Иртәгәһен оҙон буйлы малайҙар араһында баҫҡан Исхаҡты шундуҡ таныны. Бына стартҡа торҙолар... Аһ, ысынлап та бик йылғыр малай булып сыҡты ла баһа! Аяҡтарына күҙ ҙә эйәрмәй. Беренсе булып килде. Афарин! Синыфташтары менән баҫып торған Камила түҙмәне.
- Минең танышым. Әйҙә, барып ҡотлайыҡ балаҡайҙы, исмаһам, күңеле булыр!
Бына Ғәзинур йүгерек малайҙың ҡулын ҡыҫты.
- Уңыш үҙеңдең ҡулыңда! Үҙеңә ышан. Бына шулай бер ҡасан да бирешмә, ҡустым!
- Мин бирешмәйәсәкмен, - тине малай үтә лә етди ҡарап, шунан Камилаға төбәлде. - Апай, һеҙ беҙгә ҡасан ҡунаҡҡа килерһегеҙ икән? Беҙҙә лә матур ерҙәр бар! Шишмәләр күп!
- Ҡасан да булһа, килермен.
Китә биргәс, Ғәзинур ғәжәпләнә биреберәк һораны.
- Ә нишләп шишмәләр?
Камила күҙ ҡырыйы менән ҡарап алды.
- Быныһы инде сер. Һин уны бер ҡасан да белмәйәсәкһең.
- Аңламайым. Кем ул, туғаныңмы?
- Эйе.
Шулай тиеүе булды, арттан ҡунаҡ малай ҡыуып етте.
- Апай, һин директор ҡыҙымы?
- Һис бер нәмә лә аңламайым, - тип ҡабатланы Ғәзинур.
- Апай, һин ерҙе яратаһың, тәбиғәтте, ибет!
- Мин спортсмен малайҙарҙы ла яратам. Ҡасан да булһа күрешербеҙ. Хуш бул, энекәш!
Ошоға оҡшаш ҡыҙыҡ ҡына осрашыуҙар булып ҡуя торғайны. Улар мәктәп йылдарының яҡты хәтирәһе булып иҫтә тороп ҡалған...

* * *

Һуңғы ҡыңғырау мәле лә яҡынлашты. Ул йылдарҙа ауылды йәштәр менән нығытыу тураһында һүҙ шәбәйгәйне. Өҫтән төшөрөлгән сәйәси кампания инде. "Бөтә синыф менән- ауылға!" - был саҡырыу һәр гәзит битендә урын алды. Мәктәп стендында ла ҙур яҙыу эленеп торҙо.
"Бөтә синыф менән..." Ихлас күңелле Ғәзинур был һүҙҙәрҙе байраҡ итеп күтәрҙе.
- Юғары уҡыу йортон тамамлағас, ауылға ҡайтабыҙ. Беҙ уны алдынғы хужалыҡҡа өйләндерәсәкбеҙ!
Камила үҙенең Өфөлә йәшәйәсәгенә шикләнмәй ине. Әсәһенең баш ҡала тураһында йыш һөйләүе шундайыраҡ уйҙарға этәргәндер, бәлки. Шуға ла Ғәзинур әйткәнгә ҡаршы килде.
- Күңел ҡайҙа тарта, кеше шунда булырға тейеш.
- Үҙеңде һынамай, эшләп ҡарамай тороп, быны белеп булмай. Кешене тыуған ер һәр саҡ үҙенә тарта. Намыҫың алдында һүҙ бирергә кәрәк, шул ғына.
Камила ышанмаған һымаҡ булғас, өҫтәне:
- Ҡайһы берәүҙәргә үҙ һүҙҙәренә тоғролоҡ етмәй. Беҙ ошо ерҙе күтәрәсәкбеҙ! Һин һәм мин.
Дәртләнеп, үҙенә ышанып һөйләгән Ғәзинурға нисек шикләнеп ҡарарға була, ти? Ул, ысынлап та, бер эштән дә ҡурҡмай. Бына ошондай намыҫлы, сая егеттең фәҡәт уны яратыуы ниндәй ғорурлыҡ! Ысынын ғына әйткәндә, киләсәктә кем булырын, маҡсатын асыҡ белгән кеше менән бер ҡайҙа ла уға ауыр булмаясаҡ.
Ғәзинур синыфташтары алдында ла бик тулҡынландырғыс телмәр тотто. Уға сығыш яһарға ҡушылған да булғандыр, кем белә инде хәҙер... Ғәзинурҙың был хаҡта әйткәне булманы, һүҙҙәре ысын йөрәктән сыҡһа ла ғәжәпләнергә түгел... - Беҙ "Бөтә синыф менән - ауылға!" тигән инициативаны бер тауыштан яҡлайбыҙ. Ҡайһы берҙәребеҙ юғары уҡыу йортона инер, төрлө ҡалаларға юлланыр, ләкин барыбыҙ ҙа ауылға ҡайтасаҡбыҙ. Уны иң алдынғы хужалыҡҡа әйләндереү - мөҡәддәс бурысыбыҙ. Бында ҡалыусылар, һеҙҙең иңгә ауыр йөк һалына. Ауылда хеҙмәт еңел түгел, шулай ҙа һынатмаҫһығыҙ. Ышанығыҙ, беҙ ҙә кәрәкле белгестәр булып, тыуған яҡҡа ҡайтасаҡбыҙ! Иш янына ҡуш булырбыҙ...
Ғәзинурҙың бүтәндәрҙе әүрәтә белеү һәләте бар ине шул. Инициативаға ҡаршы сығыусы булманы. Хатта кемдер: "Буласаҡ колхоз рәйесен биш йыл көтәһе бар икән. Оҙағыраҡ булып китә бит", - тигәс, дәррәү көлөштөләр. Ул саҡта синыфташтарының һәр береһе үҙен бик кәрәкле кеше тип уйланы, һәр береһе үҙен яуаплы эш көткәненә шикләнмәне. Йәшлек матурлығы, тәүәккәллеге шулай булалыр. Бер үк ваҡытта - уның бер ҡатлылығы, хыялыйлығы ла...
Шул саҡта уҡ әле Камила менән Ғәзинур юғары уҡыу йортон тамамламаҫ борон уҡ өйләнешер тип уйлағандар булды, сөнки бүтәндәрҙең яҙмышы әле бигүк билдәле түгел, был икәүҙеке - асыҡ. Хәйер, уларҙың дуҫлығы тураһында ата-әсәһе лә оҙаҡ ваҡыт белмәне. Ишеткәс, бик ғәжәп иттеләр (Камила ул саҡта университетта уҡый ине), ата-әсәһе өсөн көтөлмәгән хәл булды. Әсәһе был дуҫлыҡҡа башта уҡ ҡаршы торҙо, ни өсөндөр ул ҡыҙын синыфташында кейәүҙә күргеһе килмәне. Хәйер, былары һуңынан. Ә уға тиклем - уҡыуға инеүҙәр, сессиялар, бер курстан икенсеһенә күсеү... Синыфташтары йыл һайын туй көтә. Ә егет менән ҡыҙ был хаҡта уйлап та ҡараманы. Иң башта - юғары уҡыу йортон тамамлау. Камиланың география факультетына уҡырға инеүенә лә Ғәзинур йоғонто яһаны. "Беҙ ергә, тәбиғәткә яҡын булырға тейешбеҙ". Егет үҙе ауыл хужалығы институтының агрономия факультетын һайланы. Йәштәр өсөн киләсәк ауыл тормошо менән бәйле булып кәүҙәләнде. Ә уға тиклем... Уға тиклем синыфташтары менән ҡырға сыҡтылар. Йырлап-бейеп, усаҡ янында таңға тиклем ултырҙылар. Хушлашыр мәл яҡынлашты... Урабыраҡ, Упҡынгүл яғынан ҡайтырға булдылар. Үҙенә яҡын килгән һәр затты йоторға әҙер күлдең уртаһында ап-аҡ томбойоҡтар үҫә. Камила уларға ҡарап һоҡланып торҙо. "Мин Дюймовочка булһам, шуларҙың өҫтөндә баҫып торор инем..." Әйтеп бөтөүе булды, Илфат күлгә төштө лә китте. "Батаһың бит!" "Ҡайһы берәүҙәргә хыялды ысынбарлыҡтан айырыр өсөн батып алыу ҙа файҙалы, - тине тыныс тауыш менән Ғәзинур. - Ҡурҡма, ҡотҡарырбыҙ". Илфат шәп йөҙә икән. Оҙаҡламай бер ҡосаҡ томбойоҡ менән килеп сыҡты. Бысранған, хәле бөткән, ә күҙҙәрендә әйтеп бөтөргөһөҙ ҡәнәғәтлек: "Бөгөн һин уларҙың уртаһында, Камила!" Камила ҡояштай балҡыны: "Рәхмәт! Рәхмәт! Тик шуны иҫеңдән берүк сығарма, ғүмер ҡиммәтерәк". "Батһам ни, минең өсөн илар кеше юҡ, - Илфат тағы ла йылмайҙы. - Был томбойоҡтар батырмаҫын белә инем. Һин үҙең дә томбойоҡ шикеллеһең". Камила ҡысҡырып көлөп ебәрҙе. "Сәскәләрҙең яртыһын үҙеңә кире бүләк итәйемме?" "Уларҙы үҙең теләгән кешегә генә бүләк итә алаһың", - шулай тине лә Илфат ситкә атланы. Камила уның артынан ҡарап тора бирҙе лә, Ғәзинурға табан боролдо: "Беҙгә күл инәһе бүләк ебәргән!" "Уны күл инәһенә ҡалдыр. Кәрәк икән, мин һиңә икенселәрен алып сығам". Камила ҡапыл тотлоҡто: "Беләм..." "Камила, мин беренсе булып төшөргә өлгөрмәнем..." Ҡыҙ ҡулындағы сәскәләрен әйләндерҙе-болғаны: "Күл инәһе сәскәләрен күлгә ҡалдырам. Уларҙы миңә бер кем дә сығарып бирмәне. Уны мин берәүҙән дә һораманым". Ғәзинур ҡыҙҙың ҡулынан тотоп алды: "Юҡ! Мине... Мине ғәфү ит". Камила йылмайҙы ла сәскәләрҙе күлгә ырғытты. "Әйҙә, синыфташтарҙан ҡалмайыҡ! Хәҙер күҙҙән юғалалар бит", "Һин Дюймовочка булмайһыңмы ни?" "Мин - көйәнтә аҫҡан Зөһрә ҡыҙ. Хәтерләйһеңме шишмә башын?" "Тағы ла биш йылдан шул шишмә башына бөтөнләйгә әйләнеп ҡайтасаҡбыҙ, Камила!"
- Беҙҙә кемдәр иң беренсе булып ғаилә ҡорор икән? - тип һораны бер мәл Илфат. Үҙе өҫтәне. - Беренселәр билдәле. Ә бына аҙаҡҡылары кем булыр?
Илфат Ҡаҙанда уҡып йөрөһә лә һәр байрам һайын тиерлек Өфөгә килә лә етә. Ҡайҙан аҡса еткергәндер... Ғәзинур менән ныҡ дуҫ инеләр шул. Килгән һайын Камиланы күрмәй китмәй. Ҡаҙанға күп мәртәбәләр саҡырҙы. Хатта үпкәләгән саҡтары ла булды. Юҡ, Камилаға синыфташы уҡыған ҡалаға бер тапҡыр ҙа барырға тура килмәне. Күрәһең, әллә ни теләге лә булмағандыр...

(Дауамы. Башы 27-се һанда).
"Киске Өфө" гәзите, №28, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 15.07.22 | Ҡаралған: 712

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru