«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠУШЫУ ҒӘМӘЛЕ НИ КҮРҺӘТЕР?
+  - 

ӘЙТКӘНДӘЙ...
Рәсәй Президенты ике фондты ҡушып, илдә Пенсия һәм социаль страховкалау фондын булдырыу тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул 2023 йылдың 1 ғинуарынан эшләй башлай. Граждандарға бөтә тәғәйен түләүҙәр ваҡытында түләнәсәк, ә борсоған һорауҙар менән шул уҡ адрестар буйынса, әммә берҙәм клиент хеҙмәттәренә мөрәжәғәт итергә буласаҡ. 2023 йылда пенсия, социаль һәм медицина мотлаҡ страховкалауҙың страховка түләүҙәре берҙәм тарифҡа күсереләсәк. Был әсәлеккә бәйле һәм ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ осрағында страховка аҡсаһының максималь күләмен күтәрергә булышлыҡ итәсәк. Ул 2025 йылға 1,5 тапҡыр артасаҡ. Оптималләштергәндән һуң артҡан аҡса пенсияларҙы күтәреүгә йүнәлтеләсәк.

Ҡушыу ғәмәленең аксиомаһы беҙгә бала саҡтан таныш: дәүмәлдәрҙең урынын алыштырыуҙан һөҙөмтә (сумма) үҙгәрмәй. Тормош арифметика түгел-түгелен, тик шулай ҙа йыш ҡына бында ла хас әлегесә килеп сыҡҡылай, айырыуса аҡсаға бәйле ғәмәлдәрҙә: алалар, ҡушалар, ҡабатлайҙар, бүләләр...

Нисәмә йылдар инде хәҙер пенсия мәсьәләһе дәүләт сәйәсәтенең иң ауыр, ҡатмарлы бер өлкәһе - күҙгә сүп булып ҡала килә. Реформа артынан реформалар үткәрелеп тороу ҙа ярҙам итә алмай. 2019-2021 йылдарҙа Рәсәйҙә пенсионерҙар һанының 1 млн 300 кешегә кәмеүе лә дәүләт елкәһенә еңеллек килтергәне һиҙелмәй... Был, әлбиттә, теүәл бер йыл элекке мәғлүмәт. Үҙен социаль мәсьәләләрҙе сәйәсәткә бәйләмәй генә яҡтыртыусы һәм фәҡәт тикшерелгән мәғлүмәттәр биреүсе тип күрһәтеүсе GOGOY.ru cайты, мәҫәлән, әлеге өс йылда граждан пенсионерҙар һанының 1 млн 800 кешегә кәмеүе хаҡында яҙып сыҡты. Быға ышанғы ла килмәй хатта. Ә унан һуңғы ваҡыт эсендә тағы күпме пенсионерҙың йөрәге тибеүҙән туҡтағандыр - әйтеүе ҡыйын, сөнки был хаҡта аныҡ ҡына рәсми статистика юҡ.
Һәр хәлдә, һуңғы йылдарҙа пенсионерҙар һанының рекорд күләмдә кәмеүгә йөҙ тотоуы былай ҙа билдәле: хәйерсе пенсия арҡаһында фәҡирлектә көнкүреш - тейешенсә туҡлана алмау, пандемия, дарыуҙарға хаҡтар артыуы ҡарттарҙың күпләп ҡырылыуына килтерә. Пенсияға, әйтәйек, 100 тәңкә өҫтәлһә, хаҡтар 5-6 тапҡырға ҡыя һикерә. Шул уҡ ваҡытта Пенсия фондының ябай ғына хеҙмәткәре лә ( ә уларҙың һаны 100 меңдән күпкә ашыу, тиҙәр) 46 - 50 меңдән дә кәм эш хаҡы алмай. Ә тотош Пенсия фондын "аҫрау" Рәсәй һалым түләүселәренә уғата ҡиммәткә төшә, сөнки ул күркәләй ҡабарған персоналдар штаты буйынса донъяла беренсе урында тора. Уларға эш хаҡы түләү, ултырған биналарын тотоу, ремонтлау, техник саралар һатып алыу һәм башҡа сығымдар өсөн Фондҡа йылына йөҙәр млрд һум аҡса бүленә. Былтыр, мәҫәлән, был сумма 124,3 млрд тәшкил иткән.
Шуға күрә лә ошо юҫыҡта Пенсия фонды аппаратын "аҫрау"ҙың һалым түләүселәр елкәһенә тос ҡына йөк булып ятыуы хаҡында электән дә һүҙ сыҡҡылап ала ине. Бынан бер нисә йыл элек РФ Иҫәп палатаһы Пенсия фонды эшендә пенсия аҡсаларының түләп еткерелмәүе, бер кеше исеменә ике йә унан күберәк иҫәп асылыуы, бер кешегә бер нисә СНИЛС бирелеү һәм кешеләргә стаж яҙып еткерелмәү кеүек факттарҙы, етди хаталар ебәрелеүен, өҫтәүенә, мәрхүмдәр исеменән кемдәрҙеңдер аҡса алып ятыуын асыҡлағандан һуң, Пенсия фонды адресына дәғүәләр ишетелә, Фондтың кәрәкмәгән аралашсы ролен генә үтәүсе булыуына ишаралар һәм ризаһыҙлыҡ белдерелә башланы. Ә бына Дәүләт Думаһы депутаты, "Ғәҙел Рәсәй - Хәҡиҡәт хаҡына" партияһы етәксеһе Сергей Миронов Пенсия фондын, ғөмүмән, бөтөрөргә һәм пенсияны бюджеттан түләй башларға саҡырҙы. "Пенсия реформаһы үҙен аҡламаны, хатта пенсия йәшен 5 йылға оҙайтыу ҙа хәлде ҡотҡара алманы, - тине ул. - Ил буйынса уртаса страховкалы пенсия йәшәү минимумынан саҡ ҡына артыҡ - был аҡсаға йәшәү мөмкин түгел... Илдә "кеше ашаусы" пенсия страховкалау системаһы булдырылды - ул күпселек рәсәйҙәр килеменең 22 процентын һурып тора (шул уҡ ваҡытта байҙар өсөн - ни бары 10 процент), ләкин был да лайыҡлы пенсия менән тәьмин итә алмай".
Ошондай бәхәстәрҙән һуң ... Пенсия фонды эшмәкәрлеге тағы ла киңәйтелә төштө. Дөрөҫөрәге, һүҙ башында телгә алыныусы баяғы "ҡушыу ғәмәле аксиомаһы" буйынса ике фондты (Пенсия фонды менән Социаль страховкалау) бергә ҡушыу тураһында указ һәм закон ҡабул ителде. Хәҙер был яңы ойошма Рәсәй Социаль фонды (СФР) тип йөрөтөләсәк.
Был пенсионерҙарға ни бирәсәк һуң? 2025 йылдан социаль түләүҙәр артасаҡ, ти РФ Хеҙмәт министрлығы. Йәғни, бала ҡараған өсөн айлыҡ пособиеның максималь күләме 57 меңгә тиклем; йөклөлөк һәм бала табыу буйынса 140 көн өсөн максималь пособие 660 меңгә; хеҙмәткә ваҡытлыса яраҡһыҙлыҡ - больничныйға түләүҙәрҙең дә артасағы аныҡ һандар менән раҫлана Хеҙмәт министрлығы вәғәҙәһендә. Пенсионерҙарҙы, үкенескә, аныҡ һандар менән ҡыуандырыусы юҡ. Ике фондты ҡушыуҙан күпме аҡса экономияланыр һәм ысынлап та нимәлер экономияланырмы - был беҙгә ҡараңғы. Әллә ике фондты берләштереү фонында пенсионерҙар аҡсаһы социаль тишектәрҙе ямауға китеп торормо? Берләштерелгән фонд дәүләттән айырылған коммерция структураһына әүерелмәҫтер бит, юғиһә һәр төрлө коррупция хәүефенә юл асылыуы ихтимал, тип тә борсола "Ғәҙел Рәсәй" лидеры.
Нисек кенә булмаһын, Конституция тарафынан дәүләткә граждандарының лайыҡлы ҡартлығын тәьмин итеү бурысы йөкмәтелгән икән, тимәк, яңы Фонд ана шул дәүләттең бер өлөшөн тәшкил итергә тейештер инде ул...

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №29, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 22.07.22 | Ҡаралған: 179

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru