«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ФАТИРЫҢДЫ ЙӘШЕЛЛӘНДЕР
+  - 

Аҡсаһыҙ булмаҫ өсөн кешене ҡыҙыҡһындырған һәм ҙур һорау менән ҡулланылған әйбер, хеҙмәт тәҡдим итергә кәрәк. Шул саҡта ғына эшмәкәрлек алға барасаҡ, аҡса ла буласаҡ. Мин, мәҫәлән, рәссам һәм ландшафт дизайнеры һөнәрҙәренә эйәмен. Ҡулымда ике диплом булһа ла, Мәскәү кеүек ҙур ҡалала ла был өлкәлә етерлек аҡса килтергән даими эш урыны табыу ауыр булды. Шуға күрә бөтә фантазиямды һәм белемемде эшкә егеп, миңә рухи һәм матди ҡәнәғәтләнеү килтергән шөғөл таптым. Баш ҡалала өс йыл ошо эш менән шөғөлләнгәндән һуң, Өфөгә ҡайттым. Бөгөнгө һүҙем - фатир-йорттарҙы, офис һәм тотош ойошмаларҙы үҫемлектәр менән биҙәү алымы - вертикаль йәшелләндереү тураһында.

Өйҙә йәки эш урынында гөл үҫтерергә яратыусылар күп. Был, берҙән, матур, икенсенән, һауаны таҙартыу өсөн дә яҡшы сара. Ләкин айырым һауыттарҙа күпләп гөлдәр ултыртыу фатирҙа йәки офиста урынды күп ала, шуға күрә вертикаль йәшелләндереү уртаҡ килешеү табырға ярҙам итә. Бындай йәшелләндереүҙең ыңғай яҡтары күп. Мәҫәлән, ул бүлмәләге микроклиматты яҡшырта, шулай уҡ артыҡ тауышты ла баҫырға ярҙам итә. Вертикаль йәшелләндереү бүлмә майҙанын һаҡлай, дөрөҫ һайланған үҫемлектәр эҫе көндә бүлмәгә һалҡынлыҡ бирә һәм, иң мөһиме, матурлыҡ өҫтәй.
Ләкин кире яҡтарын да әйтеп үтергә кәрәк: вертикаль йәшелләндереү артыҡ дымлылыҡҡа сәбәпсе булыуы мөмкин, шулай уҡ ҡайһы бер үрмә гөлдәр диуарға уҡ йәбешеп үҫеүсән һәм уларҙы тәрбиәләү ҙә еңел түгел. Шулай ҙа бөтә был кире яҡтарҙың барыһын да "еңеп", матурлыҡ булдырырға мөмкин.
Ғәҙәттә, вертикаль йәшелләндереү өсөн фитомодуль, фитопанно һәм балаҫ һымаҡ йәшелләндереү ысулдары ҡулланыла. Шулай уҡ йәшеллекте ҡулланып, диуарҙа хатта картиналар эшләргә мөмкин. Фитомодуль үҙе ике төргә - күсереп йөрөтөлә торған конструкцияға һәм диуарға эленгән кеҫәле панелгә - бүленә. Хәҙер күп фатирҙарҙа туҡланыу һәм ҡунаҡ бүлмәләре бергә эшләнә, уларҙы зоналарға бүлеү өсөн күсереп йөрөтмәле фитомодуль киң ҡулланылыш ала башланы, сөнки ул матур, еңел һәм үҙенсәлекле. Ә диван һәм карауат өҫтөнә кеҫәле панель фитомодуле ҡуйыу уңайлы. Фитопанноны иһә тупраҡһыҙ ҙа эшләргә була, шуға күрә ул бысраҡ булмауы менән уңайлы. Ә балаҫ һымаҡ вертикаль йәшелләндереүҙе эшләүе лә ҡатмарлы, тәрбиәләүе лә еңелдән түгел, ләкин ул бик матур күренә.
Вертикаль йәшелләндереү менән үҫемлек, сәскәләр яратҡан, ландшафт дизайнер һөнәренә эйә булған, ғөмүмән, теләге бар һәр кем шөғөлләнә ала. Эштең бөтә нескәлектәрен интернет селтәрендә ҡарап белергә мөмкин. Хаҡын ҡуйыу ҙа һәр кемдең үҙ мәйелендә. Мин шәхсән вертикаль йәшелләндереү өсөн ҡулланылған үҫентеләрҙе интернет аша алдырам һәм, тәбиғи, хаҡын эшемдең суммаһына ҡушам. Әгәр ҙә балаҫ һымаҡ йәшелләндереү эшләнһә, хаҡ квадрат метрҙар менән иҫәпләнә. Был килемле эш менән төп хеҙмәт урынынан буш ваҡыттарҙа ла шөғөлләнергә, шулай уҡ уны төп аҡса сығанағы итергә лә була. Кеше хәҙер үҙенең һаулығын ныҡ ҡайғырта, йортон йәки офис бүлмәләрен дә үҙәнсәлекле итеп биҙәү юлдарын эҙләй, шуға күрә клиенттар етерлек.

Аделина ЙӘРМУЛЛИНА.
Өфө ҡалаһы.

"Киске Өфө" гәзите, №29, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 22.07.22 | Ҡаралған: 225

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru