«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТАБИП СЕР АСА: "КЕМДӘР УЛАР - СИМУЛЯНТТАР?"
+  - 


Бер нисә йыл элек гәзитебеҙҙә табип практикаһында һирәк кенә булһа ла осрай торған диссимуляция тип аталған төшөнсә хаҡында мәҡәләм сыҡҡайны. Ниндәйҙер маҡсат менән кешенең үҙендә булған сирҙе йәшереп маташыуын шулай тип атайҙар. Ғәҙәттә, берәй уҡыу йортона инеүселәр йә эшкә урынлашыусылар араһында осрай уның менән булышҡандар. Элегерәк, Советтар Союзы осоронда хатта әрме хеҙмәтенә саҡырылыусылар араһында ла шундай хәлдәр булыуы хаҡында ине ул мәҡәләм. Һалдатҡа йәше еткән егеттәрҙең әрмегә бармай ҡалыуы оят була торғайны ул саҡ. Ҡыҙҙарҙың да күпселеге хәрби хеҙмәттә булмаған егеттәрҙе әллә ни өнәп еткермәгәнгә күрәмелер (айырыуса беҙҙең яҡташ егеттәребеҙ араһында), үҙендә булған теге йәки был сирҙе табиптарға белгертмәҫкә тырышҡандар бар ине. Мин үҙем дә военкоматҡа ҡаралырға барғас, хатта ҡасандыр ҡулым һынғанлығы хаҡындағы мәғлүмәтте лә амбулатория картаһынан йыртып алып ташлағаным хәтеремдә…
Бөгөнгө һүҙем, киреһенсә, симулянттар хаҡында. Хәрби табип булып сирек быуатҡа яҡын хеҙмәт иткән осорҙары госпиталебеҙҙә үҙем йә күрше бүлектәрҙә эшләгән коллегаларым күҙәткән ана шундай ҡыҙыҡлы хәлдәрҙе бәйән итеп китмәксемен. Алдан уҡ әйтеп ҡуйырға кәрәк: күп кенә үҙемдең яҡташтарым менән дә бергә хеҙмәт итергә тура килде, әммә улар араһында бер генә симулянтты ла хәтерләмәйем. Башҡа офицерҙар, табиптар араһында милләттәштәрем өсөн ғорурланыуға (дөрөҫөн генә әйткәндә, хатта бер аҙ маҡтанырға) был бер уңай сәбәп тә ине. Уның ҡарауы, башҡа яҡтарҙан килгән егеттәр араһында әлеге яһалма "сирлеләрҙе" осратырға тура килгеләне. Ниндәй генә симулянт булмаһын, табип уның аһ-зарына иң башта ышанырға бурыслы. Унан, ентекләп, һәр төрлө диагностик тикшереүҙәр үткәреп, башҡа коллегаларынан консультатив ярҙам алғандан һуң ғына теге йә был шәхестең симуляция менән булышҡаны хаҡында һүҙ йөрөтөү мөмкин. Сөнки кешенең ысынлап та берәй сире була тороп, шуны таба алмай, күҙ уңынан ысҡындырыу хәүефе лә бар…

Эсе киткән…
Хәрби табип булып часҡа килгәс тә мине, йәш кенә лейтенантты, медицина пунктына начальник итеп тәғәйенләнеләр. Август айы, йәшелсә-маҙар ашап, һалдаттарҙың эс китеү (энтероколит) осраҡтары йышайған мәл. Әле генә табип дипломы алған кеше булараҡ, "бар сирҙәрҙе лә яҡшы беләм" тип һанаған сағым (башта һәр йәш табип үҙе хаҡында ана шундайыраҡ уйҙа була). Ҡабул итеү бүлмәһенә ингән һәр бер һалдатты иғтибар менән ҡарап, кәрәкле диагноздар ҡуйып, дауалау ысулдары тәғәйенләү менән булышам. Минең янымда оло ғына йәштәрҙәге бер прапорщик - фельдшер ҙа бар. Тәжрибәле был ағай минең ауырыуҙарҙы нисек ентекләп ҡарағанымды күҙәтә. Ҡайһы берҙә йөҙөнә бер аҙ көлөмһөрәү билдәләре лә сыҡҡылай, әммә минең күрһәтмәләремде һис һүҙһеҙ үтәй. Бына сираттағы пациент - бер йәш һалдат бүлмәгә килеп инде. Ике ҡуллап ҡорһаҡ тапҡырын тотҡан. Эсе китеүенә зарлана. Кушеткаға һалып, эсенә баҫҡылап ҡарағандан һуң, бәҙрәфкә барырға ҡуштым. "Тик оло ярауыңды сайҙыртма, миңә күрһәтерһең", тип бойорорға ла онотманым. Егет бәҙрәфкә киткәс, бер аҙ оҙаҡланы. Әлеге фельдшер Абрамов уның артынан сыҡты һәм, күп тә үтмәй, мут йылмайып килеп инде: "Иптәш лейтенант, был һалдатты ҡабаттан казармаға ҡайтарып ебәрергә кәрәк!" "Ни өсөн?" "Симулянт ул. Уның бындай ҡыланыштары беренсе мәртәбә лә түгел. Мин уны беләм…" Ҡыҫҡаһы, был фельдшер бәҙрәфкә ингәндә әлеге һалдатыбыҙ ҡаты оло-ярауын тырыша-тырыша һыу менән бутап, "шыйыҡлатырға" маташып торған икән…

Аҡса йотҡан…

Бер мәл, "аҡса йоттом", тип бер һалдат госпиталгә килгән. "Яңылыш ҡына" бер һумлыҡ тәңкәһен йотҡан был егетте рентгенға ҡуйып, снимок яһаныҡ. Ысынлап та, әлеге "байлығы" уның эсендә ятҡанлығы асыҡланғас, егетте хирургия бүлегенә һалып ҡуйҙыҡ. Олораҡ кешеләр хәтерләй, ул саҡтағы бер һумлыҡ аҡса ғәйәт ҙур була торғайны. Нисек йотҡолоғонда һыҡып тороп ҡалмаған да, ашҡаҙанының сфинктерынан (тар ғына булған сығыу урыны) нисек үтеп киткән тиһең... Эсәге буйлап бер-ике көндән иң "һуңғы пунктҡа" барып етеп, тура эсәктең дә "сфинктеры" аша үтеп, унитазға төшөргә тейеш был аҡса, тип көтәбеҙ. Бәҙрәфкә барған һайын санитар уны контролдә тота. Аҡса һаман төшмәгәс, ҡабаттан снимок яһарға рентгенға алып баралар. Унда ни күренә: әлеге "рубль" эсәк буйлап аҫҡа ҡарай китеү унынына, ашҡаҙанына кире килеп ултырған (һәр хәлдә, рентген ашҡаҙан тапҡырында тороуын күрһәткән)! Рентген кабинаһынан сыҡҡас та егеткә сисенергә бойоролған. Ә әлеге "һумлыҡ" тәңкә был "зирәк" егетебеҙҙең ҡорһағына… лейкопластырь менән тыштан йәбештереп ҡуйылған булған!

Энә ашаған…

Ҡайһы бер һалдаттар, ысынлап та, ят есем (инородное тело) йотоп, госпиталгә килгеләй торғайны. Ғәҙәттә, оло һалдаттар менән ундай хәлдәр булмай. Аҡ яға теккән мәлдә "яңылыш ҡына" энә йотоуҙар һәр саҡ "молодой"ҙарҙа осрай. Сәнселмәйенсә, был энә нисек уларҙың йотҡолоғонан үтеп китә икән, тип аптырай инем. Ул ғына ла түгел, ике-өс көндән әлеге энә "имен-аман" көйө унитазға ла килеп төшә! "Инородное тело желудочно-кишечного тракта" тигән шундай диагноз менән бер егетебеҙ хатта госпиталдә ике-өс тапҡыр ятып сыҡты! Һалдаттың был эш менән махсус рәүештә булышыуын иҫбат итеү ифрат та ауыр. Энәһе "сығып китеү менән" часҡа ҡайтарып та ебәрәләр. Был хаҡта һәр саҡ хәбәрҙар булған "дедушка"лары уны казармала үҙҙәренсә "йылы" ғына ҡаршы алалыр, моғайын, тип уйларға ғына ҡала… Бер нисә көндән, егетебеҙ "шпага"һын тағы йота (әрмелә һалдат лөғәтендә ундайҙарҙы "шпагоглотатель" тип йөрөтәләр). Сираттағы мәртәбә килгәс, хирургия бүлеге мөдире шәфҡәт туташына был егеттең һәр аҙымын айырыуса ныҡ күҙәтергә бойорған. Хатта энәнең нисек килеп төшкәненә тиклем ҡарап торорға ҡушҡан был етди начальник. Егеттең ныҡ оялыуына ҡарамаҫтан, оло йәштәрҙәге тәжрибәле шәфҡәт туташы ахырҙа уның серен сисә. Аш эшкәртеү юлын (егерме метрға яҡын эсәк буйын) имен генә үтеп килеп төшкән тегеү энәһе… еп менән шырпы бөртөгөнә бәйләнеп ҡуйылған булған икән! Егетебеҙҙең тапҡырлығына хайран ҡалдыҡ. Бынан һуң ул башҡаса госпиталдә күренмәне.

Бото шешкән…

Бер егеттең аяғы бүрәнәләй булып шешеп, госпиталгә килгәс, уны нисек кенә тикшермәнеләр! Барса анализдары ла яҡшы. Флегмона-фәләнгә лә оҡшамаған. Бер аҙ ғына аҡһап йөрөүен иҫәпкә алмағанда, егетебеҙҙең хәле лә әллә ни мөшкөл түгел. Ашауға ла бигүк сибек булмаған был пациентты оло ғына бер терапевт - Эткало фамилиялы подполковник сираттағы мәртәбә ҡарарға булған. Инәнән-тыума сисенергә ҡушылғас, егетебеҙ уға бик ашығыс рәүештә "бәҙрәфкә барғыһы килеүе" хаҡында әйткән. Әммә табип рөхсәт итмәгән. Шыр яланғас сисенергә мәжбүр булған егеттең әлеге бото салбар ҡайышы менән иң төптән һыҡтырылып ҡуйылған булыуы асыҡланған. Төнгөлөккә бушатып ҡуйып, табип ҡарар алдынан ҡабаттан һыҡтырып бәйләп йөрөгән икән. Трусик балағынан да күренмәгән…

Эмфизема

Медицинала шундай бер термин бар. Ниндәйҙер сәбәп менән, халыҡса әйткәндә, "ит менән тире араһына" һауа йыйылыуы. Берәй фажиғәгә осрап, кешенең үпкәһе йә тын юлының башҡа бүлеге (ҡурылдай, трахея) йәрәхәтләнеүҙән, тире аҫтына һауа "өрөлөп", күбенә башлай… Шулай, бер һалдат бите, муйыны ныҡ "шешенеп", минең бүлектә ятты. Бөтә анализдары ла яҡшы, бер ниндәй травма-фәлән дә булмаған, "үҙенән-үҙе барлыҡҡа килгән" был сир баштараҡ мине, башҡа коллегаларымды ла бер аҙ аптыратты, уйланырға мәжбүр итте. Бармаҡ менән баҫҡылап ҡарағанда яңы яуған ҡар һымаҡ кетерҙәп торған был шешек, бер нисә көндән үҙенән-үҙе юҡ булды. Икенсе мәртәбәгә шул уҡ һалдатым тағы килде. Әммә был юлы уға ниндәйерәк мөғәмәләлә булырға мин белә инем инде. Укол яһай торған ябай шприц һәм энә ярҙамында сикә тиреһе аҫтына һауа тултырып, табиптарҙың "башын ҡатырған" был егет менән етди генә итеп (хатта прокурор менән ҡурҡытып) һөйләшеп алғас, башҡаса ул госпиталдә күренмәне…

Насар ишеткән…

Ҡолаҡ мәсьәләһе буйынса бәғзе егеттәр булышҡан симуляция осраҡтары айырыуса хәтеремдә. Медицина өлкәһендә бер ни белмәгән йәш кеше өсөн оҙаҡ йылдар отоларинголог булып эшләгән табипты алдау, әлбиттә, ябай эш түгел инде ул. Шуға ҡарамаҫтан, ошо аҙымға йөрьәт итеүселәр табылғылай торғайны. Күпселек осраҡта пациенттың "бер ҡолағы кинәт кенә ишетмәй башлаған" була. Башта, әлбиттә, быға ышаныу кәрәк. Сөнки "Неврит слухового нерва" тип аталған бер етди сирҙең дә тап ана шулай башланыуы мөмкин. Ваҡытында дауалау саралары күрмәһәң, ғүмерлеккә һаңғырау булып та ҡала кеше бындай осраҡтарҙа. Ентекләп тикшерә лә башлайһың. Ишеткән ҡолағына "с", "ш", "ч" өндәре (шипящие) булған һандарҙы шыбырлап әйтеп, башта "өйрәтеп" алаһың. Табип шыбырҙаған һәр һанды алты аҙым аранан да ишетеп, һалдат дөрөҫ кенә итеп ҡабатлай. "Шестьдесят шесть", "сорок восемь", семьдесят четыре"… Унан, һау ҡолағын бармаҡ менән тығып, "ишетмәгән" яғына шыбырҙарға тотонаһың. Ысынлап та бер ни ҙә ишетмәй! Шулай, һандар ҡабатлап тора биргәс, бер ыңғайҙан "Слышишь?" тип шыбырҙап ебәрәһең. Табиптан алты метр алыҫлыҡта тороуына ҡарамаҫтан, уны-быны аңғарып өлгөрмәгән байғош пациент "нет" тигәнде белгертеп, баш сайҡай… Ә икенсе берәй осраҡта, һандарҙы ҡабатлай-ҡабатлай әлегесә алты аҙым араға тиклем алыҫайғас, шулай уҡ шыбырҙап: "Другое ухо закрой", - тип әйтеү менән, ифрат тыңлаулы был егет… икенсе ҡолағын ҡаплай! Был тикшереүҙәрҙе ситтән генә ҡарап торған шәфҡәт туташы ошо мәлдә еңелсә йылмайып ҡуя…
Ә "ике ҡолағы ла ишетмәгәндәр" менән бер аҙ ғына ҡатмарлыраҡ. Шыбырҙау түгел, ҡысҡырып торһаң да, "бер нәмә лә ишетмәй" ундайҙар. Улар менән ҡағыҙға яҙып ҡына һөйләшеү мөмкин. Биология дәресендә үткән "шартлы рефлекс" тигән төшөнсәне, моғайын, һәр кем яҡшы хәтерләй. Ана шуға таянып, "тома һаңғырауҙарҙы" тикшереүҙең ябай ғына, әммә бик ышаныслы бер ысулы бар. Пациенттың алдына лампа ҡуйып, ҡулына ҡәләм һымағыраҡ бер нәмә тоттораһың. "Лампа яныу менән, шунда уҡ өҫтәлгә ҡәләмең менән туҡылдат!" тип, уға яҙып аңлатаһың. Пациент һин лампаны ҡабыҙған һайын өҫтәлгә туҡылдатып ултыра башлай. Әммә… лампаны яндырған ыңғайы, параллель рәүештә, үҙең "Стук!" тип әйтеп торорға тейешһең (ул хаҡта, әлбиттә, тикшерелеүсегә алдан яҙмайһың)… Шулай, әллә күпме мәртәбә лампа яндырып, ыңғайы бер "Стук"ты ҡабатлап тора торғас, бер мәл, лампочканы ҡабыҙмайынса ғына, "Стук!" тип әйтеп ебәрәһең. Шул саҡ ҡолаҡтары яҡшы ишеткән пациентыңдың ҡәләме лә өҫтәлгә "туҡ" итеп ҡала… Симулянтта әлеге "шартлы рефлекс" табиптың "стук" тип әйтеүенә лә формалашып өлгөргән була. Ә ысынлап та һаңғырау булған кешегә һинең "стук" тип әйтеүең, әлбиттә, һис кенә лә тәьҫир итмәйәсәк….

Тотлоҡҡан…

Ныҡ тотлоҡҡан егеттәр хәрби хеҙмәткә яраҡһыҙ. Бәғзе берәүҙәрҙең әрме сафына килгәс, кинәт кенә "тотлоға башлаған" осраҡтары ла булғылай. Ундайҙар менән дә танышмын. Әңгәмәләшеп ултырғанда ҡайһылар бигерәк ныҡ килештерә, ҡапыл да ысын "заика"ларҙан бер нимәһе менән дә айырылмай тиерлек. Ысынлап та тотлоғоу менән яфаланған, хатта ныҡ ҡына тотлоҡҡан кеше лә, китаптан йә гәзиттән берәй текст уҡығанда, шиғыр һөйләгәндә йә иһә йырлағанда бер ваҡытта ла тотлоҡмай! "Заика"ларҙың бына шундай үҙенсәлеге бар! Ә инде был хаҡта бер ни ҙә белмәгән симулянтҡа берәй нәмә уҡырға ҡушһаң, тырыша-тырыша "тотлоға" башлай…

Энурез…

Төндә йоҡлаған урынына "кесе ярау итеүселәрҙе" лә байтаҡ күрергә тура килде. Өлкән һалдаттарҙа бындай осраҡты күргәнем юҡ. Әгәр әлеге "недержание" менән "яфаланған" йәш һалдаттың урыны ике яруслы карауаттың өҫкө ҡатында булһа, беренсе төндән үк аҫта ятҡан "дед" уны "уңышлы дауалауы" мөмкин… Үҙенең өҫтөнә тамсылар тамыуын теләмәһә. Башлыса бындай егеттәрҙе санитар-инструктор госпиталгә алып килә. Энурездың ысынмы-түгелме икәнен асыҡлау һәүетемсә ҡатмарлы ғына эш, әммә неврологтарҙың үҙҙәренең тикшереү ысулдары ла бар. Ул хаҡта тәфсирләп тормайым. Ә бер егет аҫтына "ярау итә" башлағас, часҡа атаһы килде. Атай кеше командирҙарға: "Улым һейеп ятмай ул", - тип әйткән. Улы менән дә тейешенсә һөйләшеп алған, күрәһең, һалдат башҡаса ундай эш менән булышмай башланы. Әлбиттә, ысынлап та сирле егеттәр килеп эләккән осраҡтар ҙа була. Әрмелә хеҙмәт итергә ныҡ теләге булыу сәбәпле ауырыуын военкомат табиптарынан йәшереп ҡалған бындайҙар, ғәҙәттә, әрме мөхитенә килеп эләккәс, ныҡ ҡына үкенә. Башҡа хеҙмәттәштәре уны ла "симулянт" тип һанап, ҡыйырһытыуҙары мөмкин. Әрмегә яраҡһыҙ булған бындайҙарҙы, әлбиттә, табиптар, ахырҙа, "комиссовать" итеп ҡайтарып ебәрә.

Тағы бер төрө…

"Тауышы бөткән"дәрҙе лә күргәнем бар. Бер нисек тә тауышын сығарта алмағас, һәр саҡ шыбырҙап ҡына һөйләшкән бер егетте Мәскәүгә үҙәк госпиталгә лә ебәрергә тура килде. Шунда ғына уның тауышы "асылған". "Һине иртәгә һаулыҡ буйынса комиссовать итәбеҙ", тип хәйләләгәндән һуң, шатлығынан палаталаш егеттәргә үҙенең серен сискән был һалдат. Ярайһы ҡаты ғына итеп әңгәмәләшкәндән һуң, уны ҡабаттан часына ҡайтарып ебәргәндәр…

Һуҡыр эсәк

Баштараҡ, симуляция осрағын яҡташтарыбыҙ араһында күрмәнем, тиһәм дә, бер тарих шулай ҙа хәтеремә төштө. Симуляцияның "уңышлы" булған бер осрағы. Медицина институтында уҡыған саҡта бер егетебеҙ яҙғы сессияларҙың береһендә, ҡабат-ҡабат маташып та, ниндәйҙер имтиханын тапшыра алмағас, уны әрме сафына саҡырырға ҡағыҙ килгән. "Медик" булараҡ, егетебеҙ "острый аппендицит" тип аталған сирҙең симптомдарын бик яҡшы белгән, әлбиттә. Таң менән "ашығыс ярҙам" саҡыртҡан. Ифрат йыш осрай торған шул ауырыуҙың "классик вариантын" табиптарға "демонстрациялағас", уны ашығыс рәүештә операция өҫтәленә һалып, әлеге һуҡыр эсәгенең "ҡойроғон" (медицинала "червеобразный отросток" тип атала) алып та ташлағандар. Хәрби комиссариатҡа был хаҡта хәбәр иткәс, уға, әлбиттә, "отсрочка" биргәндәр…

Шулай итеп…
Әрме коллективына килеп эләккән бәғзе берәү табиптарҙы шулай бик еңел генә "төп башына ултыртырға" була икән тип уйлаһа, әлбиттә, яңылышасаҡ. Ул ғына ла түгел, ундай егеттәрҙе иң беренсе нәүбәттә уның хеҙмәттәштәре яратмай, кемдер әйтмешләй, "эткеләй-төрткөләй" башлауҙары ла ихтимал. Бынан тыш, әйтәйек, махсус рәүештә йотолған осло энә эсәк стенаһын үтә тишеп сығып, етди ҡатмарланыуға ла килтереүе мөмкин. Икенсенән, "членовредительство" тип аталған статья буйынса һалдатты хөкөм итеүҙәре лә бар, Аллаһ һаҡлаһын! Кешенең яуапҡа тарттырылыуын бер табип та теләмәй, әлбиттә, шуға күрә, һәр осраҡта ла тиерлек, әлеге энәнең һаҡһыҙлыҡ арҡаһында ғына йотолған булыуына "ышаналар". Ситтән ҡарағандә мәҙәк һымаҡ ҡына булып тойолһа ла, шундай хәлдәрҙең эсендә йөрөгән табипҡа әллә ни ҡыҙыҡ та түгел ул. Ысын сирлеләрҙе дауалауҙан тыш, шундайҙар менән дә булышырға тура килә шул. Тормош бит…

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ,
отставкалағы медицина подполковнигы.

"Киске Өфө" гәзите, №29, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 22.07.22 | Ҡаралған: 276

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru