«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТӘҠДИР
+  - 

Ғәжәп тығыҙ, шунлыҡтан ҡараңғы сауҡалыҡ эсе. Йәш, һырғый ҡайындарҙың ботаҡтары олондоң осонда ғына. Бер-береһенә ныҡ сырмалышып, улар ер өҫтөнә тамсы ла ҡояш нуры үткәрмәй. Бындай урындарҙа, майшәм ише төҙ ағастарҙан башҡа, үҫемлектәрҙең бик һирәге генә тереклек итергә һәләтле. Ә үләндәрҙең инде иң әрһеҙҙәре, күләгә урынды үҙ иткәндәре генә үҫә ала. Шуларҙың береһе, күрер күҙгә артыҡ салынып бармаған әскелтем һутлы бөрлөгән. Һыуһынды ҡандырыу буйынса унан шәберәк емеш юҡтыр ул. Ни сәбәптән ул ошондай ҡараңғы урындарҙы ярата - уныһын ҡапыл ғына әйтеп булмай.
Эш араһындағы ял мәлендә һалҡынлығы менән йөрәккә ял биреүсе тос емештәрҙе сүпләштереп, береһенән-береһе һылыуыраҡ сауҡалар араһынан ашыҡмай ғына китеп барам. Селт-аҡ башҡа олондар араһында ҡырҡа айырылып, күҙгә ташланып торған береһе иғибарымды йәлеп итте. Ул, ни сәбәптәндер, ҡара төҫтә ине. Быныһы тағы ниндәй ағас? Мин уға яҡынлаштым. Әллә беҙҙең яҡтарҙа үтә һирәк осраған ҡара ҡайын инде? Ә, юҡ икән.
Минең ҡаршымда һәләк төҙ, ғәжәп һырғый муйыл ағасы баҫып тора. Ул йәнәшәһендәге шундай уҡ ҡайындарҙан һис ҡалышмайынса, ярышып үҫә. Ботаҡтары ла уларҙыҡы һымаҡ иң осонда ике-өс бөртөк кенә. Шул зәғиф ботаҡтар араһында һирәк-һаяҡ булһа ла емеше күренгеләй. Мөғжизәнең бындайын мин тәү тапҡыр күрәм. Йәйрәп китеп, ҡыуаҡланып үҫергә яратҡан муйылды тәбиғәт-әсә ни хәлгә килтергән!
Ошо иҫ китмәле күренешкә ҡарап тороп, шуны аңланым: муйыл өлөшөнә төшкән әлеге ысул ниндәйҙер юл менән ҡайынлыҡҡа килеп эләккән ҡыуаҡ заты - ошо әсәнең бер балаһы өсөн, иҫән ҡалып, артабан тереклек итеүҙең берҙән-бер юлы ла баһа! Башҡаһы юҡ. Сараһыҙҙан ошо яҙмышҡа дусар ителгәнһең икән, эргәңдәге дәғүәселәрең менән ярыша-уҙыша тик өҫкә, ҡояш яҡтыһына ынтыл. Юғиһә... Юғиһә, ана, арыраҡ, ҡасандыр йәнә бер муйыл ҡыуағы үҫкән булған. Ул, дөрөҫөрәге, ҡайындар араһында муйылса үҫергә маташҡан. Ләкин уныһынан йүнле дәғүәсе лә, көрәшсе лә сыҡмаған: ярты юлда бирешкән. Хәҙер килеп элекке матур ҡыуаҡ урынында йәмһеҙ тырпайышып, ҡоро-һары ботаҡтар ғына тороп ҡалған. Шулай, ҡояш аҫтындағы урын, әҙәмдәрҙең һәр ҡайһыһына етмәгән кеүек, ағастарҙың да барыһына ла етмәй булып сыға. Әлеге рәхимһеҙ йәшәйеш ҡағиҙәһе, баҡһаң, бер кеше өсөн генә түгел, хатта ергә ерегеп үҫҡән ағастарға ла ҡағыла икән. Шундай һорау тыуҙы: ниндәйҙер бер кәрлә бөрлөгән ошо аяуһыҙ шарттарҙа ла, бер ни булмағандай, һин дә мин үҫеп, хатта емеш биреп ултырғанда, ни өсөн ағастарҙың бәғзе берҙәре быны булдыра алмай? Үҙемсә тағы асыш яһаным: яҙғанынан уҙып әллә ҡайҙа бара алмайһың икән. Һин теләйһеңме-юҡмы, тәҡдир үҙенекен итә һәм үҙ хөкөмөн сығара. Ул йә күтәрә, йә батыра, йә һыуға һала, йә яндыра. Өсөнсөһө бирелмәгән. Хәйер, теге муйыл ағасы кеүек ныҡ тырышҡанда һәммәһен еңеп сығырлыҡ көс, барыбер, табырға булалыр. Өҫтәүенә, башҡа йән эйәләренән айырмалы, әҙәми заттың мөмкинлектәре лә, һәләте лә сикләнмәгән. Барыһы ла үҙеңдән тора...
Сауҡалыҡ эсендә ныҡышып үҫкән яңғыҙ муйыл миндә ошондай фекерҙәр тыуҙырҙы.

Иҙрис НОҒОМАНОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №29, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 22.07.22 | Ҡаралған: 333

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru