«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ХӘРӘКӘТТӘ –БӘРӘКӘТ
+  - 

Өфөлә ҡайҙарҙа түләүһеҙ спорт менән шөғөлләнергә була? Йәй көндәре өфөләрҙең күпселеге һауыҡтырыу-физик күнегеүҙәр менән фитнес үҙәктәрҙә түгел, ә йәшәгән ерҙәренә яҡындағы парк, сквер һәм йүгерергә, велосипедта йөрөргә, урам тренажерҙарында күнекмә эшләргә мөмкин булған асыҡ һауалағы майҙандарҙа шөғөлләнеүҙе өҫтөн күрә. Республикабыҙ баш ҡалаһындағы шундай урындар хаҡында "Башинформ"дың түбәндәге күҙәтеүендә танышығыҙ.

Тарихи үҙәк

Өфөнөң тарихи үҙәк биләмәһендә йүгереү һәм башҡа спорт төрҙәре менән шөғөлләнеү өсөн иң уңайлы урын - Якутов паркы. Һуңғы ваҡыттағы төҙөкләндереү барышында парк тирәләй велосипед һәм йәйәүлеләр өсөн километр ярым самаһы юл һалынды. Үҙәк аллея янында йомшаҡ ҡатлам түшәлгән һәм вандал боҙоҡлоҡтарға бирешмәүсән универсаль спорт майҙансығы урынлашҡан, унда теләгән бер кеше шөғөлләнә, мускулдарын нығыта ала. Йәйге осорҙа иһә Һалдат күлендә кәмәлә йә катамарандарҙа йөҙөргә була.
Үҙәктәге тағы бер әүҙем спорт урыны Йәштәр һарайы менән "Өфө уттары" ял һәм күңел асыу комплексы араһында урынлашҡан Еңеүҙең 50 йыллығы скверы. Уның тирәләй шулай уҡ эске аллеялар араһынан да йәйәүлеләр өсөн һуҡмаҡ та, велоюлдар ҙа һалынған. Спорт менән шөғөлләнеү өсөн йомшаҡ ҡатлам түшәлгән спорт майҙансығында өлкәндәр ҙә, балалар ҙа шөғөлләнә ала.
Ошо рәттән яңы төҙөлгән Ағиҙел йылғаһы буйын да әйтеп китеү мотлаҡ. Салауат Юлаев һәйкәленән алып Пугачев урамына тиклем велосипедсылар өсөн юл, шулай уҡ йүгереүселәр һәм йәйәүлеләр ҡарамағына йомшаҡ ҡатлам түшәлгән һуҡмаҡ бар, уларҙың дөйөм оҙонлоғо 3 километрҙан да артып китә.

Йәшел сауҡалыҡ

Был районда йәшәүсе халыҡ өсөн әүҙем ял урыны булып Урмансылар паркы хеҙмәт итә. 116 гектар майҙанды биләгән был йәшел зонала һуңғы йылдарҙа байтаҡ төҙөкләндереү эштәре башҡарылды. Йәйәүлеләр юлына асфальт түшәлде, сүп һауыттары, эскәмйәләр ҡуйып сығылды. Спорт менән шөғөлләнеү өсөн иһә 1 һәм 2,5 километр оҙонлоҡтағы түңәрәк әйләнәһен хасил иткән ике юл төҙөлдө, үҙәк майҙанда футбол яланы, волейбол һәм башҡа күмәк уйын майҙансыҡтары урынлаштырылды.

Географик үҙәк

Был йәһәттән иң уңайлыһы - Ғафури паркы, әлбиттә. Унда ла һуңғы ваҡытта төҙөкләндереү эштәре тынманы. Йәйәүлеләр өсөн һәм велоюлдарҙан тыш, парк бында Блюхер урамы менән тимер юл һыҙаты араһындағы ҡала урманы иҫәбенә киңәйтелеп, ҡыш саңғыла йөрөү өсөн трасса итеп файҙаланыла. Октябрь проспектының төньяҡ кварталдарында йәшәүселәр "Биатлон" спорт комплексын файҙалана ала.

Һупайлы

Баш ҡаланың был микрорайонында 150 меңдән ашыу кеше йәшәй һәм улар өсөн ике төрлө әүҙем ял урыны бар. Береһе уның Ҡариҙел йылғаһының бетон менән ҡапланған яр буйы һуҡмағы, ул 5 километрға яҡын оҙонлоҡта һәм йәйәүлеләр өсөн дә, велосипедсыларға ла бик уңайлы. Икенсе урын - "Ҡашҡаҙан" паркы. Бында барған комплекслы төҙөкләндереү эштәре быйыл июнь баштарында тамамланды. Билдәле булыуынса, Өфөләге иң ҙуры булған Ҡашҡаҙан күленең төбө тулыһынса таҙартылып, һыуы яңыртылды, таҙартыу ҡоролмалары ҡуйылды, тиҙҙән унда кәмәләрҙә йөҙөргә буласаҡ. Күл тирәләй километрҙан ашыу юл һалынды, унда йүгереү, йәйәү һәм велосипедтарҙа йөрөү өсөн бик уңайлы. Парк биләмәһендә волейбол һәм башҡа күмәк спорт уйындары өсөн майҙансыҡтар, тренажерҙар бар

Черниковка

Бында халыҡ физик әүҙемлеген үҫтереү өсөн электән "Беренсе май" паркын яратып файҙалана. 2020 йылдағы төҙөкләндереү эштәренән һуң бында ла уңайлы йәйәүлеләр һуҡмағы, спорт-уйын майҙансыҡтары, футбол, волейбол, баскетбол, хоккей, теннис, бадминтон менән шөғөлләнеү өсөн күп функциялы спорт майҙаны барлыҡҡа килде.

"Киске Өфө" гәзите, №29, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 22.07.22 | Ҡаралған: 183

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru