«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БОРОНҒО БАШҠОРТОСТАН
+  - 


Беренсе киҫәк. Боронғо дәүер.
Беренсе бүлек. Таш быуаты.

Боронғо таш быуаты кешеһе ҡорал һәм төрлө биҙәнеү әйберҙәрен яһау мөмкинлеген биргән ҡатмарлы техник алымдар ҡулланыу өсөн кәрәкле бай ғына белем күләменә эйә булған. Ошо йәһәттән Владимир ҡалаһы янындағы Сунгирь тигән урында күмелгән ҡыҙ һәм малай ҡәберенән алынған материалдар ҡыҙыҡлы: улар иҫәбендә иң көтөлмәгәндәренән мамонттың ҡаҙыҡ тешенең (русса - бивень) йыллыҡ ҡулсаларынан эшләнгән 2,42 м һәм 1,66 м оҙонлоғондағы ике һөңгө лә була. Был һөңгөләр ул дәүер кешеһенең мамонттың өс метрлыҡ ҡаҙыҡ тешен һыуҙа йомшартып һәм ут өҫтөндә парландырып тотоп турайтып, уның йыллыҡ ҡулсаларын пластиналарға айырып, таш бысаҡтар менән юнып эшкәртә алыуын күрһәтә. Үрге палеолит кешеһе мәҙәниәтенә Европа һәм Азияның төрлө райондарында табылған йөклө ҡатын-ҡыҙҙарҙың ҙур булмаған һөйәк һынсыҡтары ла хас. Ошондай табыштарҙың киң таралған булыуын ғалимдар үҫешкән тәү әсә культы менән бәйләп аңлата. Уралда бындай һындар табылмаған, әммә бында ла ошондай уҡ культтың булыуын фараз итергә мөмкинлек биргән факттар бар.
Боронғо таш быуат кешеһенең уникаль ҡомартҡыһы - Ағиҙел йылғаһы үрендәге (Бөрйән районында) Шүлгәнташ (Капова) мәмерйәһе. Был мәмерйә үҙе үк иҫ китмәле тәбиғәт ҡомартҡыһы булараҡ билдәле. Шүлгән йылғасығы хасил иткән өс ҡатлы тәбиғәт объекты ул. Был йылғасыҡ 4 - 5 саҡрым самаһы ер өҫтөнән ағып килә, шунан кинәт кенә ер аҫтына китеп юғала һәм киңлеге 39 м, бейеклеге 21 м булған арка формаһындағы мәмерйә ауыҙынан ер өҫтөнә килеп сыға.
Геологик тикшеренеүҙәр Шүлгән сығанағының тәүҙә мәмерйәнең өҫкө, шунан урта ҡатынан ағып ятыуын, ә хәҙер инде уның юлағының аҫҡы ҡатта булып, ер аҫтының абсолют тынлығы шарттарында шишмәнең саҡ ҡына ишетелә торған ҡәҙимге шылтырауының резонансланып, гөрләп торған шауға әйләнеүен асыҡлай.
Мәмерйә фәнгә XVIII быуаттан бирле билдәле булһа ла, ул етерлек кимәлдә өйрәнелмәгән. Үрге һәм урта ҡаттарҙағы тар ғына коридор һымаҡ үткәүелдәр йыш ҡына ҙур залдар менән аралаш килә: мәмерйәлә инеү урындары ишелеп төшкән таштар менән күмелгән байтаҡ ҡына башҡа залдар бар, тип иҫәпләнә. Мәмерйәгә ингән урында һәм үрге ҡат төпкөлөндә йыйылып ятҡан һыуҙан бәләкәй генә күлдәр хасил булған.
Яҡшы тәбиғәт шарттары, ҡоро, киң һәм еңел генә инеп йөрөп булған залдар булыуы тәү тормош кешеһенең иғтибарын йәлеп иткән, һәм яҡынса б.э. тиклем XIV - XI мең йыллыҡтарҙа ул мәмерйәне ныҡлап үҙләштерә алған.
Үрге һәм урта ҡаттарҙағы ҡайһы бер зал стеналарында охра менән төшөрөлгән төрлө һүрәттәр табыла.
Төп һүрәттәр үрге ҡаттың ике стенаһына төшөрөлгән: алты мамонт, ике ат, носорог һүрәттәре улар. Барса хайуандар реалистик манерала һынландырылған һәм һул яҡҡа табан хәрәкәттә күрһәтелгән. Иң һуңғы тикшеренеүҙәр һүрәттәрҙең б.э. тиклем XII - X быуаттарҙа эшләнгәнен асыҡланы. Шуныһы ҡыҙыҡ, һүрәттәр аҫтындағы мәҙәни ҡатламды тикшергәндә таш һәм балсыҡ һауыт ярсыҡтары табыла, уларҙа буяу һаҡланған була. Химик анализ буяу (охра) составында йәнлек елеме булғанлығын асыҡланы.
Шүлгәнташтағыға оҡшаш мамонт һындары һүрәттәре һуңғы йылдарҙа Әшә ҡалаһы янындағы Игнатьев (Ямаҙыташ) мәмерйәһендә лә табылды. Игнатьев мәмерйәһендәге һүрәттәр охра һәм ҡара төҫтәге буяуҙар менән яһалған. Мамонт һәм ат һындары менән бер рәттән, унда кеше һәм башҡа хайуандарҙың һүрәттәре, ниндәйҙер бер таптар һәм билдәләр бар. Бәлки, уларҙың ҡайһы берҙәре һуңғараҡ осорға ҡарайҙыр.
Уҡыусыға ошондай деталь дә ҡыҙыҡлы булыр. XX быуаттың 20-се, 30-сы һәм 60-сы йылдарында Игнатьев мәмерйәһен бер нисә тапҡыр билдәле этнограф һәм археологтар С.И. Руденко, С.Н. Бибиков һәм О.Н. Бадер килеп тикшереп йөрөй. Мәмерйә эсендә улар ҙур булмаған ҡаҙыныу эштәре уҙғара, һөҙөмтәлә бында археологик материалдар, шул иҫәптән кеше һөйәктәре лә табыла. Ә 70-се йылдарҙа бында йәш археолог В.Петрин бер нисә тапҡыр археологик экспедициялар ойоштора, һәм ул тәү башлап стеналарҙа рәсем билгеләре булыуына иғтибар итә. Саҡ ҡына беленеп торған һүрәт эҙҙәрен тикшереү маҡсатында ул күп быуаттар буйына ҡоромға сорналған мәмерйә стеналарын йыуып таҙартырға ҡарар итә. Стеналарҙа ҡором аҫтында һаҡланған рәсемдәр ап-асыҡ булып күренә башлай. Ҡаҙыныу эштәре иҙәндәге мәҙәни ҡатламдың һәм стеналарҙағы һүрәт-тәрҙең бер үк ваҡытҡа ҡарауын, ә радиоуглерод ысулы уларҙың йәше б.э. тиклемге XII быуат сиктәрендә булыуын асыҡлай. Уралдағы боронғо һынлы сәнғәт өлгөләре Көнсығыш Европа һәм Төньяҡ Азия территорияһында үҙенә күрә берҙән-бер ҡомартҡы булып тора. Уларҙың аналогтары Көнбайыш Европала (Франция, Испания) ла бар, әммә улар стиль үҙенсәлектәре буйынса айырым төркөмдө тәшкил итә. Тикшеренеүселәрҙең берҙәм фекеренә ярашлы, уларҙың барыһы ла дини-мифологик нигеҙҙә күмәк табыныу объекттары булып торған.
Көньяҡ Уралдың боронғо кешеһенең мәмерйә стеналарындағы һынлы сәнғәтендә мамонт айырым урын биләп тора; унан башҡа, Төньяҡ Евразияның күп кенә палеолит тораларында мамонт һөйәктәре өйөмдәре осрай, улар торлаҡ ҡорғанда төҙөлөш материалы, һөңгө һәм башҡа әйберҙәр эшләү өсөн сеймал сифатында ҡулланылған. Ошоға тиклем боронғо кеше тормошонда мамонттың ошондай ролен күп кенә ғалимдар уның һунар объекты булыуы, кешеләрҙең уны, ҡамап алып, алдан әҙерләнгән соҡорға табан ҡыуып алып барып аулауы менән аңлата ине. Һуңғы йылдарҙа уҙғарылған махсус тикшеренеүҙәр ошо хайуан тураһындағы ҡараштарыбыҙға мөһим төҙәтмәләр индерҙе.
Мамонт - төньяҡтың иң эре йыртҡысы, уның мундаһына тиклемге буйы 3 метрҙан 4 метрға тиклем етә, кәүҙә оҙонлоғо 4 - 4,5 м. Ҡаҙыҡ тештәренең (бивень) оҙонлоғо - 3,8 - 4 м., биш метрлыҡтары ла осрай. Мамонттың ауырлығы 7 тоннаға етә. Бар тәне ҡуйы йөн менән ҡапланған, тиреһенең ҡалынлығы 1,5 сантиметрҙан да күберәк булыуы мөмкин. Тикшеренеүселәр, ошондай ҡеүәтле йыртҡысҡа һунар итеү кеше өсөн хәүефле булыуын билдәләп, уларҙың мамонт һөйәктәрен "мамонт зыяраттары" тип йөрөтөлгән урындарҙан алыу мөмкинлеге хаҡындағы фекерҙе хуплай. Бындай урындарҙы боронғо кешеләр яҡшы белгән һәм үҙ мәнфәғәтендә ҡуллана алған.
Ул дәүер кешеһе үҙен уратып алған донъя хаҡында, Ер шарында тормоштоң нисек барлыҡҡа килеүе һәм үҫеше хаҡында бик аҙ белгән, уның яҙмышы тулыһынса тәбиғәт шарттарына бәйле хәл ителгән. Ошондай хәлдә көн иткән кешенең аңында Ерҙәге барса тереклектең илаһтар тарафынан көйләнеп, уларҙың кешеләрҙе, йәнлектәрҙе, урмандарҙы, елдәрҙе һәм башҡа тәбиғәт күренештәрен ҡурсалап тороуы хаҡындағы ысынбарлыҡҡа тап килмәгән ҡараштары формалашҡан; кешенең теләһә ниндәй эшенең уңышлы булыуы илаһтар теләгенең ниндәй булыуынан торған. Илаһ-ҡурсалаусыларға ярарға тырышып, улар хөрмәтенә ҡорбандар салынған, төрлө ғөрөфи йыр һәм бейеүҙәр башҡарылған. Һис шикһеҙ, ошондай магик ғәмәлдәр Шүлгәнташтағы һәм Игнатьев мәмерйәһендәге һүрәттәр ҡаршыһында ла башҡарылған булырға тейеш. Билдәле булған материалдар Шүлгәнташ һүрәттәренең боронғо осорҙарҙан хәҙерге заманға тиклем Көньяҡ Уралда йәшәүселәргә билдәле булып, ошо төбәк халыҡтарының фантастик күҙаллауҙарына бик йоғонтоло тәьҫир итеүенә дәлил. Мәҫәлән, башҡорт фольклорының күп һанлы ҡомартҡыларында Шүлгән батшалығы, тәрән күл төбөндәге бөткөһөҙ байлыҡтар һәм иҫәпһеҙ күп мал көтөүҙәре хаҡында бәйән ителә. Бында әйтеп үтелгән сюжеттар менән күлдәр, һүрәттәр һәм мәмерйә атамаһына әйләнгән батша исеме араһында туранан-тура бәйләнеш булыуы мөмкин.


Икенсе һүрәт. Йөклө ҡатын-ҡыҙҙарҙың һөйәктән яһалған статуэткалары - тәү әсә культы символы


Өсөнсө һүрәт. Шүлгәнташ мәмерйәһе стеналарындағы мамонт (1,2) һәм ат (3) фигуралары. Охра. Б.э. тиклем 12 - 10 мең йыллыҡтар

Нияз МӘЖИТОВ. Әлфиә СОЛТАНОВА.
Арыҫлан ТАЙМАСОВ тәржемәһе.
(Дауамы. Башы 28-се һанда).

"Киске Өфө" гәзите, №30, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.07.22 | Ҡаралған: 228

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru