«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЫНА ОШО ФИҘАҠӘРҘӘР БАШҠОРТ РУХЫНА ҠАНАТ ҠУЯ
+  - 


Ошо көндәрҙә Учалы районы Баҡшай яланында үткән күп төрлө программалы "Ай, Уралым, Уралым" фестивалендә тамаша ҡылыусылар хөкөмөнә "Ағинәй" төбәк йәмәғәт ойошмаһы ағзаларының да "Хаталар өҫтөндә эш" тип аталған бер проекты тәҡдим ителде.

Һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда башҡорт милли кейеменә ҡыҙыҡһыныу арта, ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ үҙенең көндәлек тормошонда һаҡал, селтәр, яға, алмиҙеү, хәситә кеүек башҡорт биҙәүестәренә өҫтөнлөк бирә икәнен беләһегеҙҙер. Ысынында, әүҙем ҡыҙыҡһыныу барыбер ҙә "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы ойошторолған мәлдән барлыҡҡа килде, тип һис икеләнмәй әйтеп була, сөнки ойошма ағзалары үҙ эшмәкәрлеген башҡорт милли кейемен тергеҙеүҙән башланы һәм был ҡыҙыҡһыныуҙы башҡа ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға ла "йоҡторҙо". Ул саҡта әле "милли кейем" тигәндә башлыса сәхнә кейемдәре күҙҙә тотола һәм улар бер төрлөлөктән азат түгел ине. Сәхнә өсөн милли кейем тегеүселәр араһында этнографик материалдарға, Шитова, Камалиева, Руденко хеҙмәттәрендәге өлгөләргә таянып эшләүселәр һирәк күренеш булды. Бына шуға ла "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы ағзалары тап ошо авторҙар китаптарындағы, шулай уҡ музейҙарҙағы һәр ырыуға хас булған кейем, биҙәүестәр өлгөләренең төп нөсхәһен төбөнә төшөп өйрәнеп, уларҙы тергеҙеү буйынса эш башланы. "Хаталар өҫтөндә эш" тип аталды ла инде был дөйөм эшмәкәрлек төрө. Хатта республика Башлығы грантына ла тәҡдим ителгәйне был проект, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай инициативаның әһәмиәтен аңлаусылар булмай сыҡты был грантты бүлеү комиссияһында...
Әйткәндәй, тап шул осорҙа "Мәргән уҡсы" ойошмаһын бар итеүселәр ҙә ошондай уҡ талап ҡуйҙы үҙ ағзалары алдына, йәғни улар бәйге майҙанына боронғо башҡорт милли кейемендә сығырға тейеш булды. Шулай башланды һәм дауам итә матур традициябыҙҙы, тарихи хәтерҙе тергеҙеү. Бына нисек һүрәтләй ойошманың ошо фиҙаҡәрлеген Учалы районы "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Мәрзиә Солтанбаева: "Сәхнә кейеменән айырылып торған, һәр элементына башҡорттоң аҡылы, фәлсәфәһе, зауҡы һалынған бай, затлы кейемде тергеҙәбеҙ беҙ хәҙер. Яғабыҙ үҙе генә ни тора! Республикала "селтәр" һүҙе менән генә таралып китә яҙған был биҙәүесебеҙ әкренләп һәр төбәктә үҙ атамаһы менән атала башланы. Тел байлығын да һаҡлап ҡалдыҡ. Сигеүле алъяпҡыс, күлдәктәр тергеҙелде. Учалы яғы күлдәктәре бер нисә итәкле булып, элмәле сигеү һалғанда, биҙәк эсе тултырып сигелмәй икәнен белдек. Тәбиғи туҡымаға ошондай сигеү һалып тегелгән күлдәкле ағинәйҙәр - үҙе бер йәм. Флүр яулыҡ, ҡушъяулыҡ ябынабыҙ хәҙер. Яулыҡ флүр йә ҡуш булһын өсөн дә үҙ сере бар уның: таҫмаһын дөрөҫ баҫырға, инесен һалырға, эйәк бауын да шартына килтереп бәйләргә кәрәк. Кейемгә, уның эшләнеү алымдарын өйрәнеүгә баш көллө сумдыҡ тип әйтә алабыҙ. Аяҡ кейемебеҙ - сарыҡ, ҡатаны эшләргә лә йәһәт кенә өйрәнә һалдыҡ. Шартына килтереп, тулаһын һуғып, уны баҫып алғас, үксә бороу эшенә тотонаһың. Ҡысмауын ишеп, бер-нисә төҫтән суғын ҡуйып ебәрһәң, күнгә ултыртылған был аяҡ кейеме ифрат шәп килеп сыға. Ваҡытыңды йәлләмәй, күҙ нуры түгелгән, байтаҡ ҡына сығым талап иткән бындай кейем балаларыбыҙға иҫ киткес бай ҡомартҡы буласаҡ. Эш барышында халҡыбыҙҙың шул тиклем матурлыҡты, нәфислекте яратыуын, һәр нәмәне күңел һалып башҡарыуын төшөнөү ҙә ҙур кинәнес. Ә күпме тел байлығы ҡайтанан телмәргә күсте!"



"Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы ағзаларының бына ошо эшмәкәрлеге һөҙөмтәһенә бер аҙ ғына байҡау яһалды әлеге Баҡшай яланында үткәрелгән матур сарала. Учалы, Баймаҡ, Белорет, Ишембай, Мәсетле, Йылайыр, Күгәрсен райондарының "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы ағзалары үҙҙәренең табын, бөрйән, ҡатай, юрматы, дыуан, түңгәүер, ҡыпсаҡ ырыуҙары ҡатын-ҡыҙҙарының милли кейем һәм биҙәүестәр өлгөләрен алып сыҡты сәхнәгә. Һәр район делегацияһы уларҙы ниндәй этнографик сығанаҡтан, ниндәй автор китабынан, ниндәй музейҙан өйрәнеп тегеүен, хатта ырыу кейемдәренә бәйле йыр-риүәйәттәрен, таҡмаҡтарын да ҡушып, сығыш яһаны. Башҡорт милли кейеме буйынса белгес, филология фәндәре кандидаты Азат Ғарипов уларҙың эшенә баһа биреп, шулай тине:
- Тәүҙән үк үҙебеҙҙең ерлектәге аутентик башҡорт милли кейемен тергеҙеүгә Учалы ағинәйҙәре менән бергә тотондоҡ, яға, сарыҡ-ҡата, кейемдәр буйынса әллә күпме оҫталыҡ дәрестәре үткәрелде. Баймаҡ һәм башҡа райондар ағинәйҙәре менән дә ошо юҫыҡта онлайн-дәрестәр ойошторҙоҡ. Ғөмүмән, "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы ағзаларының өләсәйҙәребеҙҙең милли кейемен һәм биҙәүестәрен тергеҙеү буйынса ошо эште бик яуаплы, системалы алып барыуы ҡыуандыра мине. Ә бит был еңел эш түгел. Милли кейемде тергеҙгәндә дөрөҫ эшләү өсөн дөрөҫ мәғлүмәт, дөрөҫ сығанаҡтар талап ителә. Ваҡыт үткән һайын, үкенескә, ауылдарҙа тотоп ҡарап эшләргә өйрәнерлек боронғо әйберҙәр кәмей бара, киләсәктә уларҙың бөтөнләй юҡҡа сығыуы ихтимал. Шуға ла мин үҙебеҙҙең Учалы районында иллегә яҡын боронғо яғаны табып, улар тураһында мәғлүмәтте китап итеп баҫтырып сығарҙым. Ошондай эш һәр районда атҡарылһын ине, тип теләйем. Ҡомартҡыларҙы эҙләп табып, мөмкин тиклем ентекле өйрәнеп, китап итеп баҫтырып сығарыуҙы дауам итергә кәрәк. Быны беҙ үҙебеҙ эшләмәһәк, башҡалар эләктереп алырға, беҙҙең ҡомартҡыларҙы үҙенеке итеп үҙләштерергә әҙер торалар икәне лә сер түгел. Бөгөн сәхнәгә сыҡҡан ағинәйҙәрҙең кейеменә ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел ине: белгес булмаһалар ҙа, улар үҙ ырыуының кейемендәге үҙенсәлектәрҙе, айырмаларҙы күрә, таный һәм дөрөҫ тотоп ала белгән. Халҡыбыҙҙың бай тарихы кейемдәрҙә, биҙәүестәрҙә лә сағылыш таба икәненә шаһит булдыҡ уларға ҡарап. Милли кейемде тергеҙеүгә үҙ өлөшөн индергән ағинәйҙәргә ҙур рәхмәт! Эшләйһе эштәр күп әле!
Эйе, эшләйһеләр күп. Милли башҡорт кейемен төп нөсхәләренә ярашлы тергеҙеү һәр райондың "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы ағзалары алдына ҡуйылған бик күп бурыстарҙың береһе. Был юлы ете ырыу вәкиле генә сәхнәгә күтәрелһә, киләсәктә беҙ бар ырыу вәкилдәренең дә дәррәү сығыштарын күрербеҙ әле, тип өмөтләнәйек. Ә бына башҡорт ир-егеттәренең камил, теүәл боронғо милли кейемендәге уҡсылар ошондай һәр фестивалдә мәргәнлектәрен генә түгел, ә иң энтузиаст, иң әүҙем, иң ойошҡан, иң яуаплы ойошма икәнен дә раҫлай килә һәм был ҡыҙыҡһыныуҙы шулай уҡ башҡа ир-егеттәргә лә, хатта ҡатын-ҡыҙҙарға ла "йоҡтора". Улар сафы ишәйә бара. Мәргән уҡсылар бигерәк тә пандемиянан һуң аҙна һайын тиерлек бәйгеләр ойошторорлоҡ әүҙемлек күрһәтә.



Бик күп ҡатнашыусыларҙы һәм тамашасыны йыйған Баҡшай ерендәге бәйге ысынлап та бик уникаль һәм ул был юлы 4-се тапҡыр үткәрелде. Мәргәндәр өс көн буйы төрлө аралыҡта алышты. Көсөргәнешле бәйге тотоусылар араһынан "Баҡшай мәргәне" номинацияһында еңеүгә Сибайҙан Хөрмәт Таһиров, Баймаҡ районынан Айнур Йәрмөхәмәтов менән Ғәфүр Рахманғолов, ҡатын-ҡыҙҙар араһынан Учалы районынан Лиана Ихсанова, Бөрйән районынан Әлиә Ишморатова, Учалынан Динә Вәлиева лайыҡ булды. "Ырыуҙар ярышы"нда 1-се урынды - Баймаҡ районының бөрйән ырыуы, 2-сене - Бөрйән районынан бөрйән ырыуы, 3-сөнө Учалы районының тиләү-табын ырыуы яуланы. Шулай уҡ "Ғаилә ярышы", "Азиянан - Европаға" (Яйыҡ йылғаһы аша атыу) ярыштарында көс һынашыу турнирҙың сағыу бер күренеше булараҡ баһаланды. Республикала утыҙҙан ашыу ғаилә уҡ атыу менән шөғөлләнһә, был юлы "Ғаилә ярышы"на 14 ғаилә сыҡты. Улар араһынан Лиана менән Руслан Әхмәҙиевтар (Учалы районы), Әлиә менән Илдар Ишморатовтар (Бөрйән районы), Лилиә менән Рәис Низаметдиновтар (Өфө ҡалаһы) еңеү яуланы. "Азиянан - Европаға" номинацияһында ир-егеттәрҙән Таһир Абдрафиҡов (Силәбе өлкәһе), Тимур Өмөтбаев (Баймаҡ районы), Илназ Үҙәнбаев (Учалы районы), ә ҡатын-ҡыҙҙарҙан 13 йәшлек Карина Дәүләтова (Ишембай районы), Сәлимә Рахманғолова (Баймаҡ районы) һәм Мира Кәримова (Ишембай ҡалаһы) иң оло баһаға лайыҡ булды.

Шулай итеп...
Ошондай халыҡсан һәр йыйын, һәр сара рухлы, сая, ныҡышмал, тарихи хәтергә таянып эш иткән энтузиаст ойоштороусыларҙың хеҙмәт емеше булараҡ ҡабул ителә. Был юлы беҙ шундай энтузиастарҙың береһе - фестивалдең авторы һәм ойоштороусыһы Рәис Жәүҙәт улы Низаметдиновты һәм уның командаһын маҡтап телгә алабыҙ. Тап уларҙың теләге һәм тәҡдиме буйынса ете райондың "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы ағзалары Баҡшай яланына йәм биреп, фестивалгә килеүсе тамашасының күҙенә ысын матурлыҡ өлгөһө булып салынып, сәхнәлә үҙ ижади эшмәкәрлеге менән таныштырып, мәргән уҡсыларҙы ла кү-тәрмәләп ҡатнашлыҡ итте. Ағинәйҙәр шулай уҡ үҙҙәрен тирмә ҡороп, аш табыны әҙерләп ҡаршылаған Учалы районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Ҡадиров Мозафар Харис улына мең рәхмәтен еткерҙе. Әлбиттә, ошо коллективтарҙы күтәрмәләп тороусы Учалы районы хакимиәтенә һәм ауыл биләмәләре етәкселәренә лә хуплау һүҙҙәре генә әйтке килә. Ысынында, ағинәйҙәр ҙә, мәргән уҡсылар ҙа үҙ инициативаһы, үҙенең йөрәк ҡушыуы буйынса ана шул етәкселәр ҡулы етмәгәнде тормошҡа атҡара һәм халыҡты рухлы, айыҡ, халыҡсан сараларға йәлеп итеп, ысын тәрбиә мәктәбе һабаҡтары бирә бит. Шуны аңлаған, таныған етәкселәр, әлбиттә, хуплауға, маҡтауға, рәхмәт һүҙҙәренә лайыҡ.

Гөлбаныу ГӘРӘЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №30, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.07.22 | Ҡаралған: 317

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru