«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЯЛЛЫ АРПА ҺӨЖҮМЕ
+  - 

Баймаҡ районында ҡылғанға оҡшаған хәүефле сүп үләне таралған. Был хаҡта беренсе булып урындағы халыҡ борсолоу белдергән. "Уны Баймаҡ районындағы Түбә руднигы карьеры ярын нығытыу өсөн Ҡаҙағстандан килтергәндәр. Ул хәҙер район буйлап тарала бара, - ти район халҡы. - Әгәр ҙә баҫыуҙарға ла барып етһә, бәлә буласаҡ. Уның аҫтындағы ер бетон һымаҡ ҡата. Был үләнде мал ашамай". Был ниндәй үҫемлек? Сүп үләне тураһында тулы мәғлүмәтте һәм уның ысын атамаһын Башҡортостан ғалимдары бирҙе.

- Ул - яллы арпа (ячмень гривастый) - хәүефле сүп үләне, - тип аңлатты Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты өлкән фәнни хеҙмәткәре, биология фәндәре кандидаты Гөлназ Хәсәнова. - Башҡортостанға тимер юлы аша килеүе ихтимал. Мин уны 20 йыл элек Йылайыр совхозында, Семеновск ауылында һәм Сибайҙа күрҙем. Был ҡоролоҡҡа сыҙамлы, үҫемлектәрҙең Ҡара китабына индерелгән, тиҙ таралырға һәләтле үҫемлекте, дым булмағас, мал да ашамай.
- Яллы арпа иң беренсе 1984 йылда Белорет районында асыҡланды. Уны кемдер декоратив үҫемлек һымаҡ алып ҡайтып, баҡсаһына ултыртҡан да, ул бөтә Белорет районы буйынса таралды, - тип аңлатты биология фәндәре докторы, профессор, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәге Ботаника баҡса-институты лабораторияһы мөдире Лариса Абрамова. - Ә Баймаҡ районына Ырымбур өлкәһенән эләгергә мөмкин. Ғөмүмән, яллы арпа тимер юлы буйлап тарала, шунан һуң ғына тораҡ пунктҡа эләгә. Баймаҡта ысын афәт, ул бөтә урамға тулған. Сибайҙа аҙыраҡ. Башҡортостандың бүтән төбәктәрендә лә бар, шулай ҙа иң күбе - Баймаҡта.
- Ул үтә ныҡ хәүефле иҫәпләнәме?
- Эйе, яллы арпа хәүефле сүп үләндәренә ҡарай, әммә артыҡ зыяны юҡ, ул ағыулы түгел. Әммә шул уҡ ваҡытта беҙ уны беренсе категориялы хәүефле сүп үләне тип ҡарайбыҙ, сөнки тиҙ тарала һәм башҡа үҫемлектәрҙе юҡ итә. Уның орлоғон ел тарата, башлыса автомобиль һәм тимер юлы ситтәрендә үҫә. Уның башағы тиҙ һына һәм ҡаты урында тиҙ күсеп йөрөй. Башағында ҡылғандыҡы һымаҡ осло мыйыҡсалары булғанға ла мал ашамай уны. Уның бер файҙаһы ла юҡ, шуға күрә Башҡортостан флораһының Ҡара исемлегенә ингән.
- Баҫыуға ҡурҡыныс янаймы?
- Баҫыуҙа ул үҫмәй, уның баҫыуҙа үҫкәнен бер ҡасан да күргәнем юҡ. Ул, ғәҙәттә, юл ситендә, тапалған көтөүлектә, карьерҙарҙа үрсей.
- Халыҡ әйткәнсә, яллы арпа, ысынлап та, ерҙе бетонға әйләндерәме?
- Юҡ, улай уҡ түгел. Уның тамыр системаһы ваҡ, шулай булғас, ул тупраҡты ҡатыра алмай. Төп проблема - ул бик ҙур майҙанға таралырға мөмкин, унан башҡа унда бер нәмә лә үҫмәйәсәк, үҫемлектең башҡа төрҙәре юҡҡа сығасаҡ. - Кеше үҙенең участкаһында күрһә, ни эшләргә тейеш?
- Яллы арпаны сабыу файҙаһыҙ, ул тиҙ арала үҫә һәм бик күп орлоҡлана. Әммә унан ҡотолорға мөмкин, ул тиҙ йолҡола. Шулай уҡ гербицид менән юҡ итергә мөмкин. Уның таралыу торошо артабан өйрәнеүҙе талап итә, йәғни уның сығанағын эҙләү, төрлө экология-география шарттарының йоғонтоһон өйрәнеү мөһим. Көньяҡ Урал биләмәһе буйынса таралыуын мониторлау кәрәк.

"Электрогазета"нан.
"Киске Өфө" гәзите, №30, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.07.22 | Ҡаралған: 236

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru