«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АТҺЫҘ КЕШЕ - ЗАТҺЫҘ КЕШЕ,
+  - 


йәғни "Башҡорт аты" фестивале ошо хәҡиҡәтте иҫкә төшөрҙө

Тәүҙә 1997 йылда баҫылып сыҡҡан "Башҡортостан: Ҡыҫҡаса энциклопедия" сығанағындағы ошо мәғлүмәткә мөрәжәғәт итәйек: "Башҡорт аты сығышы менән дала һәм урман яғы тоҡомдарына ҡарай. Ҡырҡыу континенталь климат шарттарында йыл әйләнәһенә көтөүлектә йөрөү хәлендә барлыҡҡа килгән. Башы ҙур, маңлайы киң, муйыны йыуан, ҡыҫҡа, мундаһы түбән, арҡаһы яҫы, тура, арт һаны бер аҙ һалыңҡы... Башҡорт аты XVII-XVIII быуаттарҙа киң таралған булған. Өфө, Ырымбур губерналарында үрсетелгән. Пермь, Ҡаҙан һәм Һамар губерналарында осраштырған, Себерҙең почта хеҙмәтендә ҡулланылған. Башҡорт тройкалары ла киң билдәле булған. Улар менән (юлда ял иттермәй һәм ашатмай) 8 сәғәттә 120-140 километр юл үткәндәр. Башҡорт ғәскәре ойошторолғанда башҡорт аты ҡулланылған. Рәсәй алып барған бөтөн һуғыштарҙа урыҫ армияһы башҡорт аты менән тулыландырылған. Башҡорт аты 1812 йылғы Ватан һуғышында юғары баһа алған. Был һуғышта башҡорт һыбайлылары Парижға тиклем һуғыша-һуғыша барып еткән һәм кире әйләнеп ҡайтҡан... Хәрби белгестәр башҡорт атын ҡыйыулығы һәм тәүәккәллеге, тырышлығы һәм идара итеүгә еңеллеге, хужаһына ышаныусанлығы, шулай уҡ оҙаҡ ваҡыт шәп сабып һәм йылдам юрғалап барыуға һәләтлелеге (ә был һыбайлыға мәргән атырға һәм ҡылыс менән оҫта эш итергә мөмкинлек бирә) кеүек сифаттары өсөн юғары баһалағандар. Башҡорттар бындай йөрөшкә сыҙамлы аттарҙы махсус тәрбиәләгәндәр... Башҡортостандың 21 тоҡомсолоҡ заводында башҡорт аты менән тоҡомсолоҡ эше алып барыла һ.б."

Шулай итеп, июлдең һуңғы шәмбе-йәкшәмбеһендә Баймаҡ районындағы Граф күле эргәһендә "Башҡорт аты" республика фестивале уҙҙы. Был тарихи көндө тотош республика халҡы түҙемһеҙлек, ҙур ҡыҙыҡһыныу менән һәм күптән көткәйне. Сөнки бындай киңлектәге фестиваль Рәсәйҙең бер генә төбәгендә лә үткәне юҡ. Был рухлы сара Башҡортостан Республикаһы Башлығы Указына ярашлы ойошторолдо. Ошондай документ бар икән, тимәк, ул байрам бынан ары даими уҙғарыласаҡ, тип өмөт итәйек тә... оло ваҡиғала ҡатнашҡан ҡунаҡтарҙы барлайыҡ. Унда, әлбиттә, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров үҙе килде. Мәртәбәле ҡунаҡтар араһында Ҡалмыҡстан Башлығы Бату Хасиков һәм РФ Дәүләт Думаһы депутаты, журналист, билдәле йәмәғәт эшмәкәре Тимофей Баженовтың булыуы "Башҡорт аты" фестиваленең баһаһын тағы ла юғарыраҡ күтәрҙе. Оло сараны ойоштороусылар - Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, Мәҙәниәт, Ауыл хужалығы, Спорт министрлыҡтары, Баймаҡ районы хакимиәте, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы шулай уҡ Ҡаҙағстан, Тажикстан, Дағстан, Ҡалмыҡ, Ҡабарҙы-Балҡар, Саха (Яҡут), Татарстан республикаларынан, күрше Силәбе, Пермь, Ырымбур, Рязань өлкәләренән, Мәскәү ҡалаһынан килгән ҡунаҡтарҙы тәбрикләне һәм уларҙың Баймаҡ ерендәге ике көнөн онотолмаҫлыҡ хәтирәләр менән байытты.

Ат спорты ярыштары

Фестиваль программаһында төрлө ат спорты ярыштары, "Ылаҡ", "Ауҙарыш", "Бәйге", "Мәргән уҡсы" уйындары ойошторолдо, ҡымыҙ етештереүселәр, ат егеү кәрәк-ярағы эшләүселәр конкурсы үтте. Был ярыштар "Башҡорт аты" фестиваленең беренсе көнөндә башланды. Барыһы ла яратып һәм сәмләнеп ҡараған "Ылаҡ" уйыны буйынса ярышҡа беренсе булып баймаҡтар һәм әбйәлилдәр сыҡты. Республикала "Ылаҡ" уйынын беренсе булып тергеҙгән Баймаҡ командаһы был юлы ла еңеүҙе ҡулынан ысҡындырманы, әбйәлилдәрҙе 5:0 иҫәбе менән еңде. Ҡырғыҙстан һәм Ҡаҙағстан командаларының сәмле уйынын ҡарауы бигерәк ҡыҙыҡ булды. Егеттәрҙең һайт-һайтлап, атта елдәй елеп таһыллыҡ күрһәтеүе барыһын да хайран ҡалдырҙы. Ҡаҙаҡтар ҡырғыҙҙарҙы 5:0 иҫәбе менән еңде. "Ылаҡ" уйынының финалына Баймаҡ һәм Ҡаҙағстан командаһы сыҡты. Финал уйын бик көсөргәнешле һәм сәмле барҙы. Бер команда ла еңеүҙе ҡулынан ысҡындырырға теләмәне. Шулай ҙа Ҡаҙағстан командаһы алдырҙы, ә баймаҡтар икенсе урынға сыҡты.



Ҡайһы ат шәберәк?

"Ылаҡ" уйынында еңеү яулаған, таһыллыҡ өлгөһө күрһәткән ҡаҙаҡ егеттәре, әлбиттә, күптәрҙең иғтибарын йәлеп итте. Ә мине бер һорау ҡыҙыҡһындырҙы: улар башҡорт аттары тураһында ниндәй фекерҙә? Үҙҙәренең аттары тураһында ниҙәр әйтер? Был һорауҙы Ҡаҙағстан егете Колғанат Жубаниязовҡа йүнәлттем. Әйткәндәй, ул русса бөтөнләй һөйләшмәй. Үҙ-ара башҡортса һәм ҡаҙаҡса һөйләшеп, бер-беребеҙҙе бик яҡшы аңланыҡ. "Беҙҙә адай һәм джабе тоҡомло аттар таралған. Уларҙың тәүгеһе һыбай сабырға, ярыштарҙа ҡатнаштырырға шәп. Джабелар иһә ит һәм һөт-ҡымыҙ өсөн тотола. Улар менге ярыштарына бармай. Уның ҡарауы, ашауға талымһыҙ, бөтә шарттарға ла яраҡлаша алалар. Башҡорт тоҡомло аттарға бик тә һоҡланабыҙ. Сөнки улар бөтә шарттарға ла тиҙ яраҡлаша. Өҫтәүенә, бик етеҙҙәр һәм шәптәр. Башҡорт айғырҙары тураһында беҙҙең ҡаҙаҡ далаларында легендалар йөрөй. Һеҙҙең республика Башлығы Радий Хәбировтың нәҡ башҡорт атына бағышланған сара үткәреүе оло маҡтау һәм хуплауға лайыҡ. Сөнки һәр милләт ҡото һәм тарихы булған аттарының тоҡомон һаҡлауға һәм үҫтереүгә көс һалырға тейеш. Был йәһәттән башҡорттар маҡтауға лайыҡ. Әгәр бындай фестивалдәр Башҡортостанда киләсәктә лә үткәрелһә, шәп буласаҡ. Беҙ мотлаҡ киләсәкбеҙ", - тине Колғанат. "Шулай ҙа ҡайһы аттар шәберәк - башҡорт тоҡомломо, әллә ҡаҙаҡтарҙыҡымы?" - тип ныҡышыуыма Колғанат йылмайып: "Икеһе лә шәп. Әлбиттә, беҙ үҙебеҙҙекеләргә өйрәнгәнбеҙ. Шулай ҙа башҡорт һәм ҡаҙаҡ элек-электән бер-береһенә алыш-биреш итә. Боронғо замандарҙа бер-береһенең өйөр-өйөр аттарын да ҡыуып алып киткән, һылыу ҡыҙҙарын да урлаған. Был осраҡлы түгел бит", - тине йылмайып. Килешәһегеҙҙер, был яуап барыбер ҙә башҡорт аттарының шәберәк булыуына ишара булды бит...



Уҡ-һаҙаҡһыҙ башҡорт булмай!

Фестивалдә уҡ атыу буйынса "Мәргән уҡсы" төбәк-ара фестивале лә ойошторолдо. Был юлы бәйгелә йөҙгә яҡын уҡсы ҡатнашырға теләк белдергәйне. Башҡортостандан тыш, Ҡалмыҡстандан, Пермь, Силәбе, Әстрхан, Омск өлкәләренән, Мәскәү, Екатеринбург ҡалаларынан да уҡсылар булды. Уҡсылар беҙгә онотолмаҫлыҡ тамаша бүләк итте. Ярыш булғас, уның еңеүселәре лә мотлаҡ була. Шулай итеп, корейса һәм төрөксә атыу буйынса ир-егеттәр араһында "Йәйәүле турнир" номинацияһында беренсе урынды Хөрмәт Таһиров алды (Сибай). Корейса атыуҙа ҡатын-ҡыҙҙар араһында беренсе урынды Лиана Ихсанова (Учалы районы), төрөксә атыуҙа иһә Әлиә Ишморатова (Бөрйән районы) яуланы. Һыбай уҡ атыу ярышында "Башҡортостан маршруты" номинацияһында Баймаҡ районынан Рәсих Йортбәковҡа тиңләшеүсе булманы. "Рейд" маршрутында Белореттан Нуриман Хәйруллин иң мәргән уҡсы тип танылды. "Башня" маршрутында Әбйәлил районы вәкиле Рушан Хәсәнов еңеүсе булды. "Ҡырғыҙса сәп" номинацияһында беренсе урынға Баймаҡ районынан Тимур Өмөтбаев һәм Әбйәлил районынан Гүзәлиә Дәүләтова лайыҡ булды. "Корейса сәп" номинацияһында Бөрйән районынан Салауат Юлбирҙин һәм Белореттан Айгөл Ғәлиуллина еңеүгә өлгәште.



Башҡортостан һәм Ҡалмыҡстан

"Башҡорт аты" республика фестивале майҙансығында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Ҡалмыҡстан Башлығы Бату Хасиков башҡорт тоҡомло аттарҙы һаҡлау һәм үҫтереү мәсьәләләре буйынса "Түңәрәк ҡор"ҙа ҡатнашты. "Беҙҙең республикала күп энтузиастар башҡорт тоҡомло аттарҙы һаҡлау маҡсатын ҡуя, был һорау буйынса борсолоуҙарын белдерә. Бөгөн беҙ башҡорт атын һаҡлау буйынса комплекслы программа булдырыу йәһәтенән тәүге мөһим аҙымдарыбыҙҙы яһайбыҙ, был шулай уҡ Башҡортостан һәм илебеҙҙең башҡа төбәктәренә хас булған йылҡысылыҡ йолаларына ла ҡағыла. Әлбиттә, беҙ бөгөн заманса йәмғиәттә аттың роле тураһында һөйләргә тейешбеҙ. Йылҡысылыҡ, элеккесә, иҡтисад, социаль өлкә, тарих һәм мәҙәниәттә ҙур әһәмиәткә эйә. Был беҙҙең быуын һәм ата-бабаларыбыҙ араһындағы күпер ул", - тине Радий Хәбиров. Республика етәксеһе был эште атҡарыуҙа фәнни ҡараш булдырыу, эксперттар һәм ғалимдарҙың күпләп ҡатнашыу мөһимлеген дә билдәләне. "Башҡорт аты" тәүге республика фестивален артабан даими уҙғарыу, республикала Башҡорт атының фәнни-тикшеренеү институтын булдырыу инициативаһы тураһында ла белдерҙе: "Уны Фәндәр академияһы йәки донъя кимәлендәге Евразия фәнни-белем биреү үҙәге системаһына интеграцияларға мөмкин. Яңы учреждениеға тейешле финанс ярҙамы күрһәтергә әҙербеҙ. Был институттың башҡорт тоҡомло атты һаҡлау, уның үҫеү тенденцияһын өйрәнеү, йылҡысылыҡ тармағы эше, ҡымыҙ менән дауаланыу, ҡымыҙ етештереү менән шөғөлләнеүе күҙаллана", - тине Радий Фәрит улы һәм буласаҡ Башҡорт атының фәнни-тикшеренеү институтын Шишмә районында Евразия күсмә цивилизациялар музейы майҙансығында урынлаштырырға тәҡдим итте.
Ҡалмыҡстан Башлығы Бату Хасиков та Радий Хәбировтың фекерен хупланы: "Башҡорт аты" фестиваленең халыҡ-ара статус алыуын әле үк күрәбеҙ. Шуға ла уның традицион булыуына ла шик юҡ", - тине ул һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа ҡалмыҡ аты сертификатын тапшырҙы. "Беҙҙә уртаҡ тарих, дөйөм мәҙәни ҡиммәттәр бар, - тине Бату Хасиков. - Ике төбәк араһындағы дуҫлыҡ артабан да нығый барһын". Радий Хәбиров үҙ сиратында ҡалмыҡ коллегаларына башҡорт аты сертификатын һәм йүгән бүләк итте.

Тигеҙ сафта

Тамашасылар шулай уҡ Рәсәйҙә тәүге тапҡыр үткән ҙур ат парадына шаһит булды. Был фестивалдең иң сағыу өлөшө булғандыр, моғайын. Парадта Башҡортостан райондарынан ғына түгел, Ҡаҙағстан, Тажикстан, Дағстан, Ҡалмыҡ, Ҡабарҙы-Балҡар, Саха (Яҡут), Татарстан Республикаларынан, Силәбе, Рязань, Пермь, Ырымбур өлкәләренән, Мәскәү ҡалаһынан ҡатнашыусылар булды. Тигеҙ сафтарҙа Рәсәй һәм Башҡортостан, "Башҡорт аты" фестивале, "Төньяҡ амурҙары", Шайморатов һәм Доставалов исемендәге батальондарҙың флагтарын күтәреп килгән атлылар парады барыһын да һоҡландырҙы. Малҡайҙы яҡын дуҫы ла, яуҙашы ла итеп күргән башҡорттарҙы атһыҙ күҙ алдына килтереп тә булмай. Бөгөн дә йылҡы ауыл хужалығында, спорт ярыштарында ҡулланыла, ҡымыҙ яһау, ит етештереү өсөн файҙаланыла. Ә фестивалдәге был үҙенсәлекле парад йәнә бер тапҡыр башҡорт атының бар асылын һәм булмышын, үткәнен, хәҙергеһен һәм киләсәген бөтә илгә танытты.
Ниһайәт, иң тулҡынландырғыс мәл - "Оҙон бәйге" ат сабышының һөҙөмтәләре билдәләнде. Етеҙ һыбайлыларға бүләктәрҙе Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тапшырҙы. Төп приз Баймаҡта ҡалды. 14 саҡрымлыҡ урауҙа район фермеры Алмас Шөғөров һәм уның Турысай ҡушаматлы аты еңеү яуланы. Ул төп бүләккә - кубокҡа һәм "Лада Гранта" автомобиле сертификатына эйә булды.

Милли ризыҡҡа ни етә!

"Баймаҡ аты" фестивале сиктәрендә үткән эшлекле "Түңәрәк ҡор"ҙа йылҡысылыҡ һәм тоҡомсолоҡ хужалыҡтары, генетика, селекция һәм аттарҙы тоҡомло үрсетеү өлкәһендәге ғилми берләшмә вәкилдәре ҡатнашты. Улар Башҡортостанда йылҡысылыҡ тармағын селекция һәм технологик яҡтан тәьмин итеүҙең мөһим мәсьәләләре, был өлкәлә эшмәкәрлектең төп йүнәлештәре, проблемалары, шулай уҡ башҡорт аты тоҡомон камиллаштырыу юлдары тураһында фекер алышты. Ҡатнашыусылар шулай уҡ Башҡортостандың ауыл хужалығы етештереүселәре һәм фермерҙарының аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү сәнәғәте продукцияһы, башҡорт ҡымыҙының төрлө өлгөләре тәҡдим ителгән күргәҙмә менән танышты. Ошонда уҡ йылҡысылыҡ һәм башҡорт тоҡомло аттар үҫтереүгә ҙур өлөш индергән бер төркөм хеҙмәт алдынғылары Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Улар араһында Баймаҡ районы эшҡыуарҙары, иң тәмле ҡымыҙ етештереүселәр - Денис Өмөтбаев, Фәнис Кәримов, Рафаэль Сырлыбаев һәм башҡалар булды. Радий Хәбиров фермерҙарға, аҙыҡ-түлек сәнәғәте предприятиеларына республикалағы дәүләт ярҙамы саралары менән әүҙемерәк файҙаланырға кәңәш бирҙе. Әйткәндәй, фестиваль барышында республика ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы ла үткәрелде. Был ярыш Башҡортостанда даими ойошторола һәм ҡымыҙ яһаусы һөнәрен популярлаштырыу, милли эсемлек етештереү технологияһы буйынса алдынғы тәжрибә менән уртаҡлашыу маҡсаттарын күҙ уңында тота. Абруйлы жюри хөкөмөнә республикабыҙҙың төрлө төбәктәрендә етештерелгән ҡымыҙ тәҡдим ителде. Конкурста Учалы районынан "Юлдаш" йылҡысылыҡ ауыл хужалығының ҡымыҙы иң яҡшыһы тип танылды. Икенсе урынды Әлшәй районынан Айрат Ғәниевтың фермер хужалығы яуланы. Баймаҡ районынан Илнур Биктимеровтың крәҫтиән-фермер хужалығы өсөнсө урынға лайыҡ булды. Йылайыр фермеры Марат Абдулов конкурстың иң тәжрибәле ҡатнашыусыһы тип билдәләнде.

Оҫталар ҡулынан һөйөнөр

Этник тематикаға арналған, төрлө күргәҙмәләр урынлаштырылған, оҫталыҡ дәрестәре үткәрелгән ҙур майҙансыҡ эргәһенән дә халыҡ өҙөлмәне. Бында ҡатнашыусы художество кәсептәре оҫтаханалары, ат егеү кәрәк-ярағы эшләү менән шөғөлләнгән оҫталар, һөнәрселәр араһында конкурс уҙғарылды. Ижади ярыш "Иң яҡшы ҡайыштан сбруй яһау оҫтаһы", "Ат өҫтөнә ябыу өсөн сергетыш оҫтаһы", "Бәйге"лә иң яҡшыһы" номинацияларында уҙҙы. Конкурста ҡатнашыусыларҙың береһе - Баймаҡ районы Икенсе Этҡолдан Рәмил Әлмөхәмәтовтың ат еккеһе кәрәк-яраҡтары, кырандас, кашауай саналары баһалама комиссияһы тарафынан юғары баһаланды. "Ат өҫтөнә ябыу өсөн сергетыш оҫтаһы" конкурсында Бөрйән районы ағинәйҙәренең "Кәрәҙ" ҡорама клубы, ә "Иң яҡшы ҡайыштан сбруй яһау оҫтаһы" номинацияһында Учалы районынан Кәрим Мостафин һәм Фәсхетдиновтар ғаиләһе еңеү яуланы. "Һунарсылыҡ һәм хәрби кәрәк-яраҡтары" номинацияһында Өфө ҡалаһынан килгән "Мосафир" оҫтаханаһы иң шәбе булып сыҡты. Баймаҡ районы ағинәйҙәре лә иҫ китмәле ҡул эштәре, сергетыштар, башҡа милли биҙәүестәр менән барыһын да хайран ҡалдырҙы.

Шулай итеп...
Фестиваль мәҙәни яҡтан да тәрән йөкмәткеле программа менән байытылғайны. Тамашасылар күңелдәрҙә оҙаҡ сыңлаясаҡ дәртле моң-көйгә сорналды. Был йәһәттән Баймаҡ районы һәм республикабыҙ мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә иң оло маҡтау һүҙҙәрен еткерге килә. Ике көн дауамында барған "Башҡорт аты" фестивале милләтебеҙ, төбәгебеҙ, илебеҙ тарихында үҙенең ныҡлы эҙен ҡалдырасаҡ әле. Тағы шуныһы ҡыуаныслы: сарала башҡорт аттарын һаҡлаясаҡ, данлаясаҡ ҡарарҙар, килешеүҙәр ҡабул ителде. Тимәк, "Башҡорт аты" фестивале үҙенең яҡты киләсәгенә юл ярҙы. Ә был милләтебеҙҙең дә, уның ҡото булған тоҡом аттарының да, милли мәҙәниәтебеҙҙең дә, рухыбыҙҙың да үҫеше хаҡында һөйләй.

Гүзәл СӘЛИХОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №31, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 05.08.22 | Ҡаралған: 251

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru