«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АЙЫҠ АУЫЛ ӨЛГӨҺӨ БАШҠАЛАРҒА ЛА ЙОҠҺОН ИНЕ
+  - 

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Көйөргәҙе районы Яҡут ауылында алкоголь һатыуҙы тыйыу тураһында законға ҡул ҡуйыуы һәм уның 19 июлдә үҙ көсөнә инеүе хаҡында яңылыҡ республикала ярайһы ҙур яңғыраш алды. Парламент бындай ҡанунды тәүгә, дөрөҫөрәге, эксперимент рәүешендә ҡабул итте. "Был экспериментҡа беҙ ошо сараның һөҙөмтәлелеген һәм маҡсатҡа ярашлылығын аңлау өсөн барабыҙ", - тине БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев.

Закон беренсегә ҡабул ителһә лә, был хаҡта һүҙ быға тиклем дә булды. Улай ғына ла түгел, ошондай уҡ тәҡдим менән беҙ ҙә, Күгәрсен районы Ялсы ауыл советы биләмәһе халҡы, сыҡҡайныҡ. Билдәле булыуынса, Башҡортостан Республикаһында алкоголле продукция етештереү һәм уның әйләнеше өлкәһендәге эшмәкәрлекте көйләү хаҡындағы ҡануниәткә индерелгән үҙгәрештәргә ярашлы, һәр ауыл үҙенең территорияһында иҫерткес эсемлек һатыу-һатмауҙы хәл итеү хоҡуғына эйә. 2014 йылда беҙҙең биләмәләге Һапаш ауылы "Айыҡ ауыл" республика конкурсында ҡатнашҡайны. Йәмәғәтселәр "Айыҡ ауыл" исемен йөрөткән биләмәлә йәшәгән кешеләр сәләмәт йәшәү рәүешен һайларға, айыҡ тормош алып барырға тейеш, тигән фекергә килде һәм үрҙә атап кителгән законға ярашлы, Башҡортостанда тәү башлап тораҡ пунктта алкоголле эсемлек һатыуҙы тыйыу хаҡында Дәүләт Йыйылышы депутаттарына мөрәжәғәт иттек.
Уның өсөн иң тәүҙә ауыл халҡы менән йыйылыш үткәрҙек. Һорау алыу ойошторорға ла була ине. Дөйөм бер ҡарарға килеп, 2016 йылда Ҡоролтайға сыҡтыҡ. Тәү башлап йөрөүселәргә һәр ваҡыт ҡараш төрлөсә була: беҙгә "Ваҡытынан алда мөрәжәғәт иттегеҙ" тигән яуап бирҙеләр.
Яҡут ауылында алкоголле эсемлек һатыу тыйылыуы тураһында закон ҡабул ителеүенә, әлбиттә, ҡыуандыҡ. Граждандарҙың ауылда алкоголь һатыуҙы тыйырға хоҡуғы бар, уны файҙаланып ҡарарға теләүҙәре бик яҡшы. Нимә килеп сығыр - күҙ күрер. Пилот проекты уңышлы килеп сыҡһа, уны башҡа тораҡ пункттар ҙа күтәреп алыр ине, тип уйлайым.
Айыҡ тип танылған ауылдарҙа ла спиртлы эсемлектәр һатыуҙы һәм эсеүҙе дауам итәләр, тигән фекерҙәр ишетергә тура килә. Әммә был беҙҙең райондың "Айыҡ ауыл" конкурсында ҡатнашҡан тораҡ пункттарына ҡағылмай, тип уйлайым. Сөнки беҙҙә эскелек ҡырҡа кәмене. Ауыл халҡы донъя көтөргә, аҡса эшләргә, йорт-ҡураһын бөтәйтергә тырыша. Хәҙер хатта ауыл тирәһендә һирәк-һаяҡ бер генә кеше эсһә лә, бөтә ауыл эскән кеүек тойола. Сөнки ул ят күренеш һымаҡ. Туй тантаналарын, тыуған көндәрен, өмә, һуғым аштарын өҫтәлгә араҡы ултыртмай үткәргән кешеләр ҙә ғәҙәтигә әйләнә бара.
Дин дә үҙенекен итә. Беҙҙең ауыл советы биләмәһендә өс мәсет бар: Һапашта, Хоҙайбирҙелә, Ялсыла. Ғибәҙәт йорттарының булыуы бик яҡшы тип уйлайым. Дини йолалар кешене фәҡәт яҡшылыҡҡа, тәүфиҡҡа, тәртипкә, әҙәпкә әйҙәләй, сабырлыҡҡа өйрәтә, араҡы эсеү, тәмәке тартыу кеүек зыянлы ғәҙәттәрҙән арындыра.
Ауылдарҙа алкоголь һатыуҙы тыйыу үҙенең ыңғай һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмаҫ, тип уйлайым. Шуға күрә был яңылыҡты ҡыуанып ҡабул иттем. Ул эселгән араҡының, һыраның күләмен генә түгел, ә эскелектән, быға бәйле ауырыуҙарҙан вафат булыусылар һанын да кәметергә, дөйөм демография хәлен яҡшыртырға ла булышлыҡ итер, тип өмөтләнәм.
Әлбиттә, эсәм тигән кешене закон менән генә тыйып булмай. Халыҡты сәләмәт тормошҡа йәлеп итеү, уларҙың буш ваҡытын файҙалы итеп ойоштороу кәрәк. Был йәһәттән спорт менән шөғөлләнеү өсөн шарттар булдырыу, мәҙәни саралар, ауыл байрамдары үткәреү мөһим. Бына шул ваҡытта алкоголгә ҡаршы көрәш үҙенең ыңғай һөҙөмтәһен бирәсәк.

Ирек ЮДАЕВ,
Ялсы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы.
Күгәрсен районы.

"Киске Өфө" гәзите, №31, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 05.08.22 | Ҡаралған: 199

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru