«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЭЛЕКТР САМОКАТТАРЫ. КҮҢЕЛ АСЫУМЫ, ӘЛЛӘ ХӘРӘКӘТ ИТЕҮ САРАҺЫМЫ?
+  - 


Һуңғы йылдарҙа Өфөлә электр самокаттары күбәйҙе. 2020 йылдың йәйендә улар һирәгерәк осраһа, 2021 йылда ҡаланың бөтә районында тиерлек уны һәр теләгән кеше, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, балалар ҙа алыу мөмкинлегенә эйә ине. Былтыр улар ҡатнашлығында авария күп булды. Сөнки самокатта йөрөү өсөн юлда ла, тротуарҙа ла урын ҡаралмаған. Тиҙлеккә бәйле тыйыуҙар һәм сикләүҙәр тураһында мәсьәләне йәмәғәтселек, депутаттар, ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре әле булһа күтәрә, әммә һаман хәл ителмәгән. Шуныһы ҡыуаныслы - быйыл электр самокатына бәйле фажиғәләр аҙыраҡ.
Әйткәндәй, Өфөлә бер нисә кикшеринг сервисы бар. Бер йылда уларҙың бер нисәһе ябылды, ҡайһы берҙәре эшен дауам итә, мәҫәлән, Whoosh. "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы был компаниянан бер йылда электр самокаттары менән булған хәл-торошто, уны хәүефһеҙ ҡулланыу алымдарын, ҡуртымға биреүҙең өҫтөнлөгөн һәм етешһеҙлеген асыҡланы.

Ҡала юлдары һәм тротуарҙар электр самокаттарының хәүефһеҙ хәрәкәт итеүен тәьмин итәме?

- Рәсәйҙең башҡа ҡалаларындағы кеүек үк, Өфөлә лә велоинфраструктураны өҫтәмә рәүештә үҫтереү кәрәк. Был самокаттарҙы хәүефһеҙ файҙаланырға ла булышлыҡ итәсәк. Шуны ла билдәләп үтеү мөһим: башҡа ҡалаларҙан айырмалы, Өфөләге велосипед юлдары ял урындарында ғына түгел. Былтыр Өфө халҡы 3,5 миллион километр юл үткән, уның 88 проценты транспорт сараһы булараҡ ҡулланылған. Транспорт булараҡ ҡулланыу тип "А" нөктәһенән "В" нөктәһенә тиклем үткән һәм уның оҙонлоғо 3-5 километрҙан артмаған осраҡта әйтәләр. Йәғни гражданин электросамокатты эшкә, уҡырға барыу йәки ниндәй ҙә булһа йомошто үтәү өсөн ҡуртымға ала.

Өфөлә ниндәй урамдарҙа самокатта йөрөүселәр күп?

- Беҙҙең самокаттарҙа Совет районында күберәк йөрөйҙәр.

Миллионлы башҡа ҡалалар менән сағыштырғанда Өфөлә ҡуртымға бирелгән самокаттар һаны етәме?

- Был миҙгелдә беҙҙең самокаттар флоты Өфөлә яҡынса 1500 берәмек. Һамарҙа, Төмәндә - 2000-шәр, Екатеринбургта - 5000.

2021, 2020 йылдар менән сағыштырғанда электр самокаттары ҡатнашлығындағы юл транспорты ваҡиғалары статистикаһы ниндәй?

- Быға тиклемге кеүек үк, бындай ваҡиғалар самокатта йөрөүҙең дөйөм һанына яҡынса 0,01 процент тура килә. Велоинфраструктураны өҫтәмә рәүештә үҫтереү күңелһеҙ осраҡтар һанын кәметәсәк.

Электр самокаттарының хәүефһеҙлеге өсөн нимә эшләнә: техник яҡтан хеҙмәтләндереләме, уларҙың төҙөклөгөн кем тикшерә?

- Ҡалала тәүлек әйләнәһенә сервис командалары эшләй, улар парковкалағы тәртипте, электр самокаттарының техник торошон күҙәтә. Кәрәк булһа, уларҙы ремонтҡа сервис үҙәгенә алып баралар. Миҙгел башланыр алдынан бөтә самокат комплекслы техник хеҙмәтләндереү үтте: йөрөтөү элементтары яңыртылды, яңы шиналар, грипсылар ҡуйылды, буялды, йәбештерелде.
Ҡалала яй йөрөү зонаһы системаһы эшләүен дауам итә. Сервистың бөтә самокаттары тиҙлеге сәғәтенә 25 километрға тиклем сикләнгән. Мәжит Ғафури исемендәге, "Ҡашҡаҙан", Иван Якутов исемендәге парктар кеүек йәйәүлеләр күп йөрөгән урындарҙа сәғәтенә 15 километрҙан да арттырып булмай. Николай Гастелло исемендәге паркта Whoosh самокаттарында йөрөү тыйылған.

Балиғ булмағандар самокат ала аламы?

- Ҡуртымға балиғ йәштәгеләр генә ала ала. Был ҡағиҙәләрҙең үтәлешен мөмкин булған бөтә ысулдар менән күҙәтәбеҙ: сервис командалар ҡалалағы тәртип боҙоуҙарҙы теркәй, ярҙам хеҙмәте социаль селтәрҙәрҙәге публикацияларҙы, башҡа файҙаланыусыларҙың мөрәжәғәтен тикшерә.
Тәжрибәнән күренеүенсә, күп осраҡта ата-әсәләр балиғ булмаған балалары өсөн үҙҙәре ҡуртымға ала. Был ҡағиҙәләрҙе боҙоу икәнлеген тағы бер тапҡыр иҫегеҙгә төшөрәбеҙ. Уның өсөн штраф һәм аккаунтты блокка ҡуйыу ҡаралған.

Электр самокаттары менән идара итеүгә арналған иҫкәртеү саралары ҡалала үткәреләме?

- ЮХХДИ бүлеге менән берлектә йөрөтөргә өйрәтеү мәктәбе астыҡ. 17-нән 19 июнгә тиклем "Торатау" Конгресс-холы алдындағы майҙансыҡта теләгән һәр кеше бушлай йөрөргә өйрәнә алды. Ҡағиҙәләр менән сервис белгестәре таныштырҙы. Курс үтеүселәр белемен тест ярҙамында нығытты. Тест тапшырыусылар ташламаға промокод алды.
Теманы дауам итеп, Өфөнөң дәүләт автоинспекцияһы хәүеф һәм юл хәрәкәте ҡағиҙәләре хаҡында шулай ти: Рәсәй Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ идаралығы Өфө буйынса бүлексәһе начальнигы Альбина Кадикова "Башинформ" агентлығына хәбәр итеүенсә, электр самокаты ҡатнашлығында быйыл 5 авария булған. "Балаларҙың идара итеүе бик хәүефле. Ошондай ваҡиға Нуғай ҡасабаһында апрель уртаһында булды. 11 йәшлек малай самокат менән идара итә алмай, Mazda CX-7 автомобиленә бәрелде һәм төрлө йәрәхәт алды. Балалар юл торошон объектив баһалай белмәй, шуға күрә ҙур тиҙлек йыйған бындай төр транспорт сараһы менән йөрөү бәхетһеҙлеккә килтерергә мөмкин", - ти Альбина Кадикова. Юл транспорты ваҡиғаларын иҫкәртеү өсөн йәйге каникул алдынан баш ҡаланың дәүләт инспекцияһы пропаганда буйынса бүлексәһе хеҙмәткәрҙәре мәктәптәрҙә "Хәүефһеҙлек дәрестәре" үткәрҙе. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре педагогтар һәм йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге белгестәре менән берлектә "ике тәгәрмәсле" транспорт менән йөрөргә яратыусылар һәм уларҙың ата-әсәләренә электросамокат менән идара иткәндә юридик яуаплылыҡ һәм иҫкәртеү саралары тураһында аңлатыу эше үткәрҙе. Шулай ҙа самокат менән файҙаланыусыларҙың күбеһе, әлбиттә, ябай ғына юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен дә онотҡан ололар. Машина йөрөгән юлға сығып, улар йәрәхәт ала. Мәҫәлән, 25 апрелдә 18 йәшлек егет йәйәүлеләр үтә торған урындан электросамокатта үтеп барған һәм аварияға осраған.

Шулай итеп...
Электр самокатын юғары хәүеф сығанағы тип таныуҙары, уларға номер ҡуйыуҙары, йәш буйынса сикләү һәм уның менән идара итеүгә хоҡуҡтың махсус категорияһын индереүҙәре ихтимал. Был тәҡдимдәр Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары буйынса советта эшкәртелә, тиҙҙән уларҙы Хөкүмәткә ебәрәсәктәр. Был хаҡта күптән түгел Совет ағзаһы Кирилл Кабанов "Известия"ға хәбәр итте. Дәүләт Думаһында башланғысты закон кимәлендә хупларға әҙерҙәр. "Контроль һәм юл билдәләре системаһы юҡ, юл хәрәкәтендә ҡатнашыусының статусы билдәләнмәгән. Йәнәһе лә, тиҙлеге сикле, әммә бөтәһе лә елеүен дауам итә. Быны беҙ һуңғы ваҡиғаларҙан да күрәбеҙ, уларҙа балалар ҙа, өлкәндәр ҙә зыян күрә. Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәмәйҙәр, ЮХХДИ контролдә тота алмай, сөнки һәр тыҡрыҡҡа хеҙмәткәр ҡуйып булмай. Камеранан да боҙоусыларҙы күҙәтеп бөтөп булмай", - ти "Известия".

Ксения КАЛИНИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №31, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 05.08.22 | Ҡаралған: 190

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru