«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЮЛДА ҮҘЕН ТОТА БЕЛГӘНДӘР ЙӘМҒИӘТТӘ ЛӘ ҮҘЕН ТОТОРҒА ӨЙРӘНӘ
+  - 


Беҙ уны һәр ваҡыт кешеләргә мөләйем мөнәсәбәтле, үҙ туған телендә йылмайып өндәшкән, баш ҡалабыҙҙа үҙ автомәктәбе булған, Башҡортостан телевидениеһында, "Юлдаш" радиоһында башҡорт телендәге тапшырыуҙарҙың алыштырғыһыҙ эксперты Хәлим Ғайса улы тип беләбеҙ. Шуныһы ғәжәп: уның балалары ла аталарына эйәреп шул уҡ автомәктәп аша үтеп, оло тормош юлына сыҡҡан, шәхескә әүерелгән. Ҡунағыбыҙ - Өфөләге бер нисә автомәктәп директоры Хәлим Ғайса улы ӘЙҮПОВ.

Хәлим Ғайса улы, бала сағығыҙ тураһында һөйләп үтегеҙ әле: атай йортондағы иң бәхетле мәлдәрегеҙҙе иҫкә төшөрөгөҙ.

- Мин Архангель районының Оҙонлар ауылында тыуып үҫтем. Тыуған ауылым тауҙар, урмандар уратыуында, тәбиғәттең хоҙур төбәгендә урынлашҡан. Атайым леспромхозда эшләне. Ғаиләбеҙҙә алты бала булдыҡ, мин берҙән-бер малай, өс апай, ике һеңлекәш. Ғаиләне ҡарар өсөн атайыбыҙ төп эшенән тыш кистәрен йортобоҙ ихатаһында септә һуға торғайны. Беҙ ҙә уға ярҙам иттек. Иртәнсәк 4-5-тәрҙә тағы ла эшенә китә. Инәйәбеҙ (беҙҙә әсәйҙе инәй тиҙәр) миңә 12 йәш тулғанда баҡыйлыҡҡа күсте.

Мәктәптә уҡыған саҡтар иң иҫтә ҡалған йылдарым булыр. Йәй ауылыбыҙҙан 24 саҡрымда ятҡан район үҙәгенә, Архангелгә "ҡыҙыл аш" ашарға һәм китап магазинына йөрөй торғайныҡ. Борщты беҙ "ҡыҙыл аш" тип атаныҡ. Атайығыҙ һеҙгә ниндәй тормош һабағы бирҙе?

- Атайым мин әрмелә саҡта вафат булды. Әрмегә китер алдынан уның менән Инйәр буйында һөйләшеп ултырҙыҡ. Миңә шул саҡ атайым: "Законды боҙорға тырышма, улым, ғәҙел бул", - тине. Йылға ташҡан ваҡыт ине. Иртә таңдан катер килеп беҙҙе алып китте. Атайым менән шунда ғүмерлеккә хушлаштым. Баҡыйлыҡҡа күскәс, һуңғы юлға оҙатырға ғына ҡайта алдым.

Әрменән һуң артабанғы тормош юлығыҙ нисек дауам итте?

- Апайҙарым ҡырҙа, һеңлекәштәрем ауылда ине әле. Уларҙы урынлаштырғас, мине ауылда бер нәмә лә тотманы. Шуға Өфөгә барып, химия заводына аппаратсы булып эшкә урынлаштым. Әрмегә тиклем 12-се училищела нефь һәм газ вышкалары монтажсыһына уҡығайным. Яр Саллы, Балаково ҡалаларында, Красноярск крайында ла эшләп алдым. Аҙаҡ кире Өфөгә ҡайтып, өйләнеп, фатир алдым. Хәҙер инде 1972 йылдан алып Өфөлә йәшәйем.

Хәҙерге шөғөлөгөҙ - автомәктәп системаһына нисек килеп юлыҡтығыҙ?

- Химия заводында эшләгәндә училищела водителгә уҡығайным. 90-сы йылдар башында ДОСААФ системаһына инеп киттем дә, автомәктәптә инструктор булып эш башланым. Бер аҙҙан өлкән инструктор, автомәктәп директоры урынбаҫары булып эшләнем. Шунда тәжрибә туплап, 2006 йылда үҙемдең автомәктәпте асып ебәрҙем. Тәүҙә бер мәктәбебеҙ бар ине, аҙаҡ икенсе улым техникум тамамлағас, уны үҙ яныма эшкә алдым һәм тағы ла бер мәктәп астыҡ. 2011 йылда береһен һатып, Чесноковкала, Благовещен ҡалаһында ике автомәктәбебеҙ барлыҡҡа килде.

Балаларығыҙ барыһы ла юғары белемле, үҙегеҙ юғары белем алып өлгөрмәгәнһегеҙ. Юғары белем мотлаҡ кәрәк тип иҫәпләйһегеҙме?

- Юғары белем беҙ үҫкәндә лә кәрәк ине. Әммә минең тормош шулай киткәс, атай-әсәй булмағас, үҙ йүнемде үҙемә күрергә тура килде. Миңә бер кем дә бер нәмә лә килтереп бирмәне, ярҙам итерлек кешем булманы. Йөк машинаһында водитель булып эшләгән саҡта ла кистәрен ҡатыным менән балалар баҡсаларын йыйыштырып, йыуып йөрөнөк, ҡарауылсы ла булдым.

Балаларығыҙға ниндәй тәрбиә бирергә тырыштығыҙ? Уңышлы ғаилә башлығы булыуығыҙҙың сере нимәлә?

- Иң тәүҙә мин уларҙы эскелектән, тәмәке тартыуҙан аралай алдым. Икенсенән, балаларымды өйҙә эшһеҙ ятҡырырға тырышманым. Баҡсала эш бөтһә, тышта ултырған машинаны сығып булһа ла йыуа торғайнылар. Ялҡаулыҡ күберәк буш ваҡыт, тик ултырыу менән бәйле. Шуға күрә уларҙың буш ваҡытын файҙалы шөғөл менән тултырҙым.

Һеҙ уҫал атаймы?

- Юҡ, талапсан атай.

Йортоғоҙҙа аҡыл сыбығы булманымы?

- Булманы. Әгәр балалар алдында һинең абруйың бөтһә, һуңынан әллә нимәләр эшләһәң дә, аҡыл сыбығы урынына ҡулыңа нимә генә алһаң да, һуң була. Тимәк, тәрбиәлә шәхси өлгө беренсе урында торорға тейеш. Әгәр ҙә атай кеше эскән килеш өйөнә ҡайтһа, һүгенһә, ҡатынына ҡул күтәрһә, балалар ундай атайҙан баш сөйә. Үҙең дә атай булыуҙан туҡтайһың ул ваҡытта.
Балаңдың тәртип боҙоуы һинең үҙеңә бирелгән яза ул. Шуға күрә уларға кәрәк саҡта ҡаты итеп әйтеү менән генә сикләндем.

Хәҙерге заманда, етмәһә, ҡалала 5 бала үҫтереү ауырға тура килмәнеме?

- Улар үҫкәндә кер йыуыу машинабыҙ ҙа булманы. Әсәләре ныҡ тырыш, уңған кеше. Балаларыбыҙ бер ваҡытта ла бысраҡ йә ямаулы кейем кейеп йөрөмәне. Тәүге осорҙа кешеләргә 5 балабыҙ барлығы хаҡында әйтһәк, аптыраулы һәм йәлләүле ҡараш менән ҡарай торғайнылар. Йәнәһе, быларҙың балалары ас-яланғас йөрөйҙәрҙер инде. Әммә беҙ һыр бирмәнек.

Балаларығыҙ барыһы ла һеҙҙең автомәктәп аша тәрбиә мәктәбе үттеме?

- Иң оло улым Илнур тәүҙә автотранспорт техникумында уҡып, артабан эске эштәр органдарында эшләне лә, майор дәрәжәһендә отставкаға сығып, беҙҙең автомәктәпкә килде. Юғары белемде Мәскәү дәүләт университетында алды. Икенсе улым Руслан балиғ булғандан алып минең менән. Ул да автотранспорт техникумын, Омск транспорт академияһын ситтән тороп уҡып тамамланы. Килен дә бухгалтерия эштәрендә беҙгә ярҙам итә. Русланға етәгеһе ҡыҙым Ләйсән БДПУ-ның социаль факультетын тамамланы ла, шулай уҡ беҙҙә эшләй. Өсөнсө улым Илгиз шулай уҡ автотранспорт техникумын, аҙаҡ Ырымбур аҙыҡ-түлек университетын бөтөрҙө. Әле үҙ һөнәре буйынса эшләй, ваҡыты булғанда курсанттар туплап, беҙҙең автомәктәптә инструктор булып йөрөй. Хәҙер уның Чесноковкала үҙ автомәктәбе бар. Кинйәкәү балабыҙ, Айгөл ҡыҙыбыҙ мәктәптә уҡып бөткәс тә техникумға инде, Өфө авиация университетын тамамланы. Хәҙерге ваҡытта үҙенең ике "Матурлыҡ салоны" бар. Ғөмүмән, балаларымдың барыһы ла тәүҙә техникумда уҡып, аҙаҡ юғары уҡыу йорттарын тамамланы.

Юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре ҡәтғи үтәлергә тейеш. Сөнки теге йәки был ҡағиҙәне боҙоуың үҙеңде йә башҡаларҙы һәләкәткә алып килеүе бар. Ҡайһы ваҡыт секундтар барыһын да хәл итә. Шул уҡ ваҡытта тормош ҡағиҙәләрен үтәмәгән кеше бер ниндәй яза алмайынса йәшәй ала. Ошо хаҡта уйланғанығыҙ бармы?

- Бында нимә әйтер инем. Бына һин ян-яғыңа ҡараш ташлап, йәйәү китеп бараһың, һиңә был осраҡта ситтәрҙән ҡурҡыныс әллә ни янамай. Үҙең һымаҡ йәйәүле менән бәрелешһәң дә, бер ни булмай, башыңды һыйпайһың да, артабан юлыңды дауам итәһең. Ә автомобиль иһә юғары хәүеф сығанағы. Ул ауыр, тиҙлеге юғары, кәрәк саҡта тиҙ генә туҡтатып та булмай. Икенсенән, ҡағиҙәләр үҙгәреп, яңылары өҫтәлеп тора. Шул уҡ ваҡытта машинаны бик оҫта йөрөтһәләр ҙә, 10-15 йыллыҡ стажы булған водителдәрҙән яңынан имтихан ҡабул итһәң, уларҙың яртыһы бирә алмаясаҡ.

Эсеп руль артына ултырыусылар ҙа бар. Ҡайһы бер кешеләр уларҙы ғүмергә автомобиль йөрөтөү хоҡуғынан мәхрүм итергә кәрәк тип тәҡдим итә. Был тәҡдимгә нисек ҡарайһығыҙ?

- Руль артындағы иҫерек - ул енәйәтсе. Әле икенсе тапҡыр эскән көйө руль артына ултырып эләгеүсене ике йылға тиклем төрмәгә ултыртыу ҡарала. Ул закон өс йыл самаһы элек сыҡты. Әле кемдең автомобиле менән йөрөүенә ҡарамаҫтан, икенсе тапҡыр иҫерек килеш эләккәндең машинаһын тартып алыу, шулай уҡ өсөнсөгә эләгеүсенең водитель танытмаһынан ғүмерлеккә мәхрүм итеү буйынса закон проекттары ҡарала. Мин быны хуплайым, сөнки закондар ҡәтғиләнеү менән, киреһенсә, эсеп руль артына ултырыусылар һаны арта ғына бара.
Тағы ла иң ныҡ аптыратҡаны: руль артындағы 100 иҫеректең 50-һе ҡатын-ҡыҙ. 2019 йылда был йәһәттән ҡатын-ҡыҙҙың нисбәте 38 процент ине. Эсеп эләккән ҡатын-ҡыҙҙарҙың күбеһе машинала балалары менән йөрөй, шуныһы аяныс.

Ир-ат водитель менән ҡатын-ҡыҙ водитель ҡайһы яғы менән айырыла? Ҡатын-ҡыҙҙар аварияны әҙерәк яһай тиҙәр, шул дөрөҫмө?

- Дөрөҫ түгел. Сөнки водителдең енесе юҡ. Икенсенән, эсеп руль артына ултырыусыларҙың нисбәте тигеҙ булғас, башҡа айырымлыҡтары ла юҡтыр. Бәлки ҡатын-ҡыҙҙар яйыраҡ йөрөйҙөр.

Атайымдың бер туған ағаһы Мөбәрәк олатай ҡыҙыҡ ҡына бер фекер әйткәйне: "Ҡулдан машина алһағыҙ, урыҫтыҡын алырға тырышығыҙ, уларҙыҡы ҡараулы була", йәнәһе. Ошо фекергә ниндәй комментарий бирер инегеҙ?

- Был дөрөҫ түгел! Машинаны ҡарау милләт менән түгел, йәш айырмаһы һәм аҡса булыу-булмау, йәғни социаль статус менән билдәләнә. Әйтәйек, бай кеше машинаһының бер ере ватылһа, сервисҡа индереп төҙәттерә, запчастарын яңынан ҡуйҙырта, бик тә бик булмаһа, яңынан машина һатып ала. Ә инде бындай финанс мөмкинлектәре булмаусылар машинаны төҙәтеүҙең башҡа юлдарын эҙләй. Мин элегерәк таныштарыма, туғандарыма ҡулдан машина һайлап алышырға ярҙам итешә инем. Унда иң тәүҙә машина һатыусының кем булыуына, йәшенә ҡарарға кәрәк. Мәҫәлән, бер генә хужаһы булған оло кешенең машинаһы тиҙерәк һатыла.

5-6 йыл элек бер башҡорт егете һуңғы маркалы текә сит ил машинаһында йөрөп, аварияға эләкте. Машинаһы ремонтҡа яраҡһыҙ булып сыҡты. Мин уға: "Яҡшы машина алырға аҡса туплағансы, ҡулдан булһа ла ҡайтышыраҡ машина алып йөрөп тор", - тигәйнем, ул: "Юҡ, мин шул машинанан кәмде алырға тейеш түгелмен, минең өсөн ул түбәнселек, лох булғым килмәй", - тип аптыратты. Быға нисек ҡарайһығыҙ?

- Быға төрлөсә ҡарарға мөмкин. Бар шундайҙар, улар ашамай-эсмәй, аҡсаһын һәр яҡтан экономиялап, текә машина алырға тырыша. Шул уҡ ваҡытта сереп байыған икенсе берәү иң ябай машинала йөрөп ята. Уның бөгөндән иң текә машинала йөрөрлөк аҡсаһы ла бар. 90-сы йылдарҙа ундай текә машиналарҙа рэкет менән шөғөлләнгән бандиттар йөрөнө. Хәҙер уларҙы әллә ни байлығы булмағандар ҙа кредитҡа ала. Әммә ундай машинаға техник күҙәтеү үткәреү, страховка түләү, яғыулыҡ менән тәьмин итеү ябай кешенең кеҫәһенә ныҡ һуға. Миңә ҡалһа, машинаң текә булыуҙан бигерәк, ышаныслы, йылы булыуы мотлаҡ.

Страховка системаһын индереү водителдәр өсөн киҫкен мәсьәләне хәл итте. Элек авария осрағында текә машина хужаһы: "Бер аҙнанан миңә өр-яңы ошондай машина бирәһең", - тип асҡыстарын ҡалдырып китә инеләр. Ҡайһы берәүҙәр ошондай психологик көсөргәнеште күтәрә алмайынса, үҙ-үҙҙәренә ҡул да һалды...

- Страховка был көсөргәнеште юҡҡа сығарҙы. Авариялар ҙа төрлөсә була: ҡайһы берәүҙәр һаҡһыҙлыҡ арҡаһында, йә һаулығы насарайыуы сәбәпле авария яһай. Бер үк ваҡытта страховка кешенең һаулығына килтерелгән зыян өсөн дә түләнә.

Ҙурмы, бәләкәйме, һәр машинаның бер аварияһы була, тиҙәр, шул дөрөҫмө?

- Дөрөҫ тә, дөрөҫ түгел дә. Ни өсөн тигәндә, аварияға осрамаған машиналар ҙа була. Барыһы ла кеше факторына бәйле. Йәш саҡта уазик машинаһы менән китеп барғанда тиҙ ярҙам машинаһы миңә арттан килеп бәрелде. Мин светофорҙа ҡыҙыл утҡа туҡтағайным. Водителе 60 йәштән уҙған өлкән ағай, түшендә "Аварияһыҙ йөрөгән өсөн" тигән значогы ла бар. Үҙе 44 йыл буйы аварияһыҙ йөрөгән икән. Авария яһауын бик ауыр кисерҙе. Мин уға: "44 йыл йөрөһәң дә, 45-се йылыңда аварияға осраның. Тормошта була торған хәл. Авария булды, әммә бының менән тормошоң тамамланманы, шуға ҡыуан. Иң мөһиме, икебеҙгә лә бер нәмә лә булманы, тимер табыла", - тип йыуаттым. Шуға күрә авариялар була торған хәл, ә бына мотлаҡ булғандарынан ҡотолоп та булмайҙыр.

Водитель ни тиклем тәжрибәле булһа, шул тиклем яйыраҡ йөрөй тиҙәр. Шул дөрөҫмө?

- Дөрөҫ түгел. Автомәктәптә уҡып сыҡҡандан һуң тәүге 3-4 йылда водителдәр яйыраҡ йөрөргә тырыша, икенсенән, улар яңы ғына уҡығас, юл йөрөү ҡағиҙәләрен әле ныҡлап иҫләй, уларҙы теүәл үтәргә тырыша. Хәҙерге ваҡытта эсеп эләккән водителдәрҙең 40 проценты 30-39 йәштәрҙә. Ундайҙарҙың руль артындағы стажы ла 3-4 йыл самаһы була. Тимәк, улар үҙҙәрен ошо ваҡыттан һуң оҫта водитель итеп тоя башлай. Ә 45-50 йәштәгеләр юл йөрөү ҡағиҙәләрен белеп бармаһа ла, тәжрибәләренә таянып, аварияларҙы әҙерәк яһай. Юл йөрөү ҡағиҙәләре даими үҙгәреп тора. Ваҡыт табып, улар менән танышып барырға кәңәш итер инем.

Шундай ырым-ышаныу бар: юлда ҡаршыңа мал сыҡһа, Хоҙай водителдәрҙе иҫкәртә, йәнәһе, алда уны ҡурҡыныс көтә, яйыраҡ барырға ҡуша. Был хаҡта ни әйтерһегеҙ?

- Хоҙай иҫкәртәме-юҡмылыр, уныһын әйтә алмайым, әммә юлыңа мал сығып яйлайһың икән, был һәйбәткә генә. Һаҡланғанды Хоҙай һаҡлармын тигән.

Руль артында нисә йыл йөрөйһөгөҙ һәм нисә тапҡыр аварияға осранығыҙ?

- 2008 йылда өр-яңы "Тойота-королла" алғайным. Парковкала машинамды ҡабыҙып, кузовҡа ҡунған ҡарҙы һепереп торам. Шул саҡта 60 йәште уҙған бер ағай машинамдың өҫтөнә килде лә менде. Ул машина янындағы колеяға инеп китеп, шунан сығыр өсөн рулен кинәт борған булған. Минең ике аяҡ кабина эсенә инеп китте, бер аяғым һынды. Ошо авариянан һуң машинамды ремонтлап, 8 ай йөрөгәс, тағы ла икенсе кешенең ғәйебе буйынса аварияға осрап, машинамды һатып ебәрҙем.

Юл йөрөү ҡағиҙәләренең ҡайһыларын дөрөҫ түгел тип иҫәпләйһегеҙ?

- Улай иҫәпләмәйем, дөрөҫ ҡулланылмау осраҡтары бар тип әйтер инем. Ҡайһы урындарҙа юл йөрөү билдәләре дөрөҫ ҡуйылмай. Ҡайһы урындарҙа билдәләр артыҡ күп ҡуйыла. Ҡайһы ваҡыт ремонттан һуң йылдар буйына был эштәргә бәйле билдәләр алынмай тора һәм улар машиналар хәрәкәтен тотҡарлай. Юл йөрөү ҡағиҙәләрен юл хәүефһеҙлеге хеҙмәткәрҙәре уйлап сығармай, улар өҫтөндә белгестәр эшләй.

Тиҙлекте сикләүҙең "+20" ҡағиҙәһе ни сәбәптән барлыҡҡа килде һәм ул дөрөҫмө?

- Ул тәүҙә "+20" ине, шунан "+10"-ға күсте лә, аҙаҡ тағы ла "+20"-гә ҡайтарҙылар. Әгәр ҙә машинаңда заводтан сыҡҡандағы тәгәрмәс торһа, спидометр дөрөҫ күрһәтә, ә инде бер размерға ҙурыраҡ тәгәрмәскә алмаштырһаң, спидометр яңылыш күрһәтә башлай. Әгәр ҙә юл билдәһе 60 км.сәғәтте күрһәтә икән, һин 60 менән барырға тейешһең. Ә инде 80 менән бараһың икән, юл йөрөү ҡағиҙәһен боҙаһың тигән һүҙ. Был осраҡта "+20" ҡағиҙәһе яңылышлыҡ (погрешность) өсөн штраф юҡ, тигәнде аңлата. Әле бына сикләүҙе тағы ла "+10"-гә күсерергә уйлайҙар. Элек Салауат проспектында сикләү 80 км.сәғәт ине, хәҙер барыбер 80 менән йөрөйҙәр, тип, 60-ҡа ҡалдырҙылар.

Атайығыҙҙың хушлашҡанда әйткән һуңғы һүҙе "Законды боҙма" булған. Уның ошо һүҙе менән һайлаған һөнәрегеҙ араһында ниндәй бәйләнеш бар? Ни өсөн тигәндә, законды, ҡағиҙәне теүәл үтәү юл хәрәкәтендә мотлаҡ һәм кисекмәҫтән талап ителә торған шарт. Һеҙҙең закон менән мөнәсәбәтегеҙ нисек?

- Эйе, мин законды боҙорға тырышмаған кеше. Шул уҡ ваҡытта кеше законды үҙе теләмәһә лә, яңылышлыҡ йә һаҡһыҙлыҡ менән боҙоуы бар. Бер мәл Руслан улым менән эңер төшкәс эштән ҡайтырға булдыҡ та, машинаға ултырғас, күңелгә ниндәйҙер шом килде. Улым рулдә, машинаны артҡа сиктереп сығып китергә тейешбеҙ. "Атай, машинаның артын сығып ҡара әле", - тине Руслан. Сығып ҡараһам, ҡарауылсының 5 йәшлек малайы артҡы бамперға аҡбур менән һүрәт төшөрөп ултыра. Беҙҙе Хоҙай иҫкәрткәндер, тием.
Автомәктәп - ул шундай мәктәп, юғары хәүеф сығанағы булған юлдарҙа, трассаларҙа аварияһыҙ, хәүеф-хафаһыҙ йөрөү өсөн иң тәүҙә үҙеңде тәрбиәләргә бурыслыһың. Үҙем дә, балаларым да, тиҫтәләгән йылдар һуҙымында меңәрләгән курсанттарым да шул мәктәп аша үттек. Юлда, трассаларҙа үҙен тоторға өйрәнгән кеше йәмиәттә лә, коллективта ла үҙен тоторға өйрәнә. Шәхес тәрбиәләү мәктәбе ул автомәктәп!

Фәһемле әңгәмәгеҙ өсөн оло рәхмәт һеҙгә, Хәлим Ғайса улы! Хәйерле юлдар теләйбеҙ һеҙгә!

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ әңгәмә ҡорҙо.
"Киске Өфө" гәзите, №31, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 05.08.22 | Ҡаралған: 227

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru