«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МИН ТЫНЛЫҠТЫ ТЫҢЛАЙЫМ…
+  - 


- Оҡшаймы спектакль? - Сәхнә яғынан күҙ алмаған ҡыҙҙан Рәхим ҡәнәғәт тауыш менән шулай тип һораны. Камила яуап итеп йылмайырға тырышты. Спектакль нимә тураһында һуң? Сәхнәгә баҡҡан килеш ул сәхнәне күрмәй ине. Бите буйлап һырылып төшкән бөрсөк йәшен һыпырҙы ла яуап ҡайтарҙы.
- Тормош тап ошо сәхнә һымаҡ. Көлөр мәлдә илата, илайым тигәндә көлөргә ҡуша. Мин үҙем дә бөгөн сәхнәлә...
- Шәп спектакль! - Рәхим ҡыҙҙың һүҙен ҡеүәтләгәнен белдерҙе, ихлас баш ҡаҡты, хатта беләгенән ҡыҫып тотоп һөйөп ҡуйҙы.
Тәнәфестән һуң Ғәзинурҙар кире инмәне. Камила спектакль бөткәнсе буш урындан күҙен алманы.
Иртәгәһен Рәхим курсташы хөрмәтенә дуҫтарын ҡунаҡҡа саҡырҙы. Араларында Сәлмән исемле шағир телгә бөткән булып сыҡты. Хәбәрен ҡоя ғына, бер ыңғайҙан әллә күпме шиғырҙарын уҡып ташланы.
- Мин мөхәббәт темаһына яҙырға яратам, сөнки ул, йәғни, мөхәббәт, бөтә дәүерҙәрҙә лә бер иш яңғырай. Хис-тойғо, кисерештәр иҫкермәй. Тимәк, күпме яҙһаң да була. Унан кеше ялҡмай.
- Тик ҡайһы бер шиғырҙарың бер төрлөрәк яңғырай. Ҡабатланыу булмаһын өсөн нимә эшләргә?
- Яңы мөхәббәт эҙләргә!
- Мөхәббәт һүҙен үтә ябайлаштырып ебәрәһең түгелме? - тип һүҙгә ҡушылды Камила.
- Бәлки. Шулай ҙа шағир хис-тойғолар ҡойононда йәшәргә тейеш, һөйгәнең менән ҡауышыу, йәғни ғаилә ҡороу тигәнде әйтмәйем мин. Мөхәббәт һәм ғаилә - икеһе ике нәмә. Мөхәббәт яратҡан кешеңде идеаллаштырырға мәжбүр итә, ә көнкүреш бының киреһен раҫларға тырыша, һәм ул еңә лә...
- Әгәр мөхәббәттәрен һаҡлай алмайҙар икән, үҙҙәре ғәйепле!
- Ҡайһы саҡ ғашиҡтарҙың ҡауышмауы хәйерле. Улар бер-береһенә булған яҡты хисте ғүмер буйы йөрәктәрендә йөрөтә. - Сәлмән Рәхимгә ҡараны. - Рәхим, хәтерләйһеңме, һин бер танышың тураһында һөйләгәйнең. Хатта яңыраҡ та телгә алдың бит әле!.. Был егеттең мәктәптә уҡығанда уҡ дуҫлашҡан ҡыҙы була. Институтты бөткәнсе дауам итә дуҫлыҡтары. Уларҙы бер-береһенән айырыр көс булмаҫ, тигәндәр. Ә бөтәһе лә үтә ябай, үтә ғәҙәти хәл ителә. Икенсе, бөтөнләй уйламаған башҡа ҡыҙ уны дачаға алып китә... - Сәлмән мәғәнәле күҙ ҡыҫты. - Уларҙың хәлдәре беҙгә мәғлүм түгел, әммә бер-ике айҙан ошо ҡыҙ егетте үҙенә өйләндерттереп тә ҡуя. Ғаиләлә мөхәббәт бармы-юҡмы - икеле. Шуныһы - һаман бергәләр. Ә тәүге мөхәббәтенә, һөйгән ҡыҙына хәҙер арнап ялҡынлы шиғырҙар яҙһа, мин һис ғәжәпләнмәҫ инем. Мөхәббәт ижад өсөн кәрәк.
Камиланың тәне эҫеле-һыуыҡлы булып китте. Ул тамағын ҡырҙы.
- Кем һуң ул егет? Һеҙ берәй шағир тураһында һөйләйһегеҙме?
- Бер кем тураһында ла түгел. Сәлмән, һөйләмә юҡты, - Рәхим һүҙҙе ситкә борорға тырышты.
- Аңламайым, - тегеһе иңбашын йыйырҙы. - Үҙең һөйләгән ваҡиға ла баһа! Юҡ-юҡ, ул егет шағир түгел. Былай ғына миҫалға килтерҙем. Яңылышмаһам, ул егет ауыл хужалығы институтын бөтөрҙө. Әле йәшәгән кәләше шул институтта лаборантка булған. Егеттең артынан саба башлағас, әйткәндәр: "Кеше бәхетенә ҡул һонма, ул барыбер һиңә ҡарамаясаҡ". Ҡыҙ хатта бармаҡ янап бәхәсләшкән: "Теге ҡыҙға кәрәк һөйөү миңә кәрәкмәйме? Мин көрәшәм һәм еңәм!" - тигән, һүҙендә тора, егеттең һөйгәне янына: "Минең балам буласаҡ", - тип бара. Ә мәхлүк егет, йәғни заман мәжнүне, үҙенең һөйгәне янына бөтәһен дә һөйләр, аңлатыр, ғәфү үтенер өсөн ҡайтҡан була. Тел төбөмдән аңлайһығыҙҙыр, әфәнделәр-ханымдар - өлгөрмәй ул. Теге йылғыр ҡыҙ бөтәһен дә бутай. Шулайтып, егетте эйәртеп кире Өфөгә китә. Йәшәйҙәр бына нисә йыл. Ә һеҙ мөхәббәт тигән булаһығыҙ. Рәхим, йыйырма ҡашыңды, кем әле ул егеттең исеме?
Камила үҙе лә һиҙмәҫтән тороп баҫты. Күҙҙәрен ҙур асҡан килеш балконға табан атланы. Ҡапыл табындағылар шып-шым ҡалды. Рәхим ҡыҙҙың артынан ташланды:
- Камила!
- Ҡалдыр, зинһар, яңғыҙымды. - Тауыш ҡаты яңғыраны.
Башын эйгән Рәхим ҡунаҡтары яғына сығырға мәжбүр булды. Камила күккә төбәлде: "Йә Хоҙа! Нисә йылдар буйы дөрөҫлөктө белмәй йәшәгәнмен! Ғәзинур менән йылдарға һуҙылған саф дуҫлыҡ күҙ асып йомған арала селпәрәмә килде. Мөхәббәт тигәнебеҙ быяла тау ғына булған. Мәкер, хәйлә үлемһеҙ! Бәхетлеме икән хәҙер Гүзәл? Күҙ йәштәре аша уға инәлгән Гүзәл. Тормош сәхнә икәнен ҡалай һуң аңланым... Кем оҫта уйнай, шул еңә... - Камила сытырлатып күҙен йомдо. - Юҡ, һин мәкер менән алдырһаң, мин дөрөҫлөк менән еңермен!"
Ҡыҙҙың эргәһенә йүгерә-атлай Сәлмән килеп баҫты:
- Камила, ғәфү ит мин алйотто!
Камила уйсан ғына йылмайҙы, баш сайҡаны.
- Ә нимә өсөн ғәфү үтенергә? Һин миңә бары дөрөҫлөктө генә асыҡларға ярҙам иттең. Ҡайһы бер нәмәләргә башҡасараҡ ҡарарға кәрәк икәнен төшөндөрҙөң, һуҡырлыҡтан ҡотолғандай булдым.
- Уйламай һөйләгән ауырымай...
- Улай түгел. Ихлас әйтәм, күңелдән бер юшҡын юйылды. Эсте өйкәгән ҡайһы бер һорауҙарға яуап таптым. Сәғәте һуҡҡан булғандыр.
...Эх, йәшлек, йәшлек! Тиле саҡ. Ашығып хөкөм итәбеҙ. Ялғанды ысындан, хәҡиҡәтте хатанан айырырға өйрәнгәндә ҡабаланмаҫҡа икәнен белмәйһең бит һин! Мәкер ҡорған тоҙаҡҡа үҙебеҙ барып инәбеҙ, уның ҡағиҙәләренә буйһонабыҙ...
- Рәхим, һин бит дөрөҫлөктө белгәнһең.
- Мин генә түгел, ул хаҡта башҡалар ҙа белә ине...
- Ә мин уны һинең дуҫыңдан ишеттем, һәм хәҙер мин элекке Камила түгел. Ғәзинур менән яһаған хатаны беҙ үҙебеҙ төҙәтербеҙ. Хуш бул, Рәхим!
- Камила!
- Хуш-һау бул. Мине эҙләмә.
Камила Ғәзинурға шылтыратты.
- Был мин.
- Камила!
- Мин.
- Камила!..
Осрашҡас, ҡулға-ҡул тотоношоп, оҙаҡ һүҙһеҙ баҫып торҙолар. Бөтә уйлағандар, әйтергә теләгән һүҙҙәр онотолдо. Тын ҡалған килеш бер-береһенән күҙҙәрен ала алманылар. Был тынлыҡ һүҙгә ҡарағанда көслөрәк ине. "Сикәһенә сал йүгергән, күҙҙәре төпкә батҡан. Шулай ҙа ул элеккесә мин яратҡан Ғәзинур!" - тип уйланы Камила. "Мин һөйөп, мин ҡарап туя алмаған Камилам. Шул уҡ күҙҙәр. Бер аҙ уйсан, арығандыр ҙа. Ошо ҡараш мине көйҙөрҙө, ошо ҡараш үлтерҙе..."
Камила ымлап эскәмйәгә күрһәтте. Элекке саҡтағылай иңгә-иң терәшеп ултырҙылар. Ҡарашып алғас, йылмайыштылар.
- Мин һине үҙем эҙләп таптым. Ете йылдан һуң, - тине Камила. Был һүҙҙәрҙе ишеткән Ғәзинур әллә нимә эшләп китте..
- Юҡ, Камила, - тине ул эске һыҙланыу менән. - Үткән йылдарҙа һин минән ҡасып йәшәнең, һин мине ғәфү итә алманың. Юғалтыусы ла, эҙләүсе лә мин булдым.
- Эҙләүсе... Тик эҙләүсе мине таба алманы... - Камила тултырып һөйгәненә ҡараны. - Әйт, ни өсөн килмәнең Үрнәккә?
- Үрнәк?
- Мин бит Гүзәлгә әйтеп киттем. "Үҙе һайлар, теләһә, артымдан килер, ул саҡта мин Ғәзинур менән ер сигенә лә китергә әҙер", тинем.
Ғәзинур ҡулдарын йоҙроҡлаған килеш маңлайына терәне.
- Һуң... "Мине эҙләмәһен. Мәңге таба алмаҫ, мәңге ғәфү итмәм", тимәнеңме ни? Ул Камила шулай тип әйтергә ҡушты, тине. Их, һин шылтыратҡанда нишләп кенә өйҙә булманым икән? Ҡайтып ингәндә Гүзәл беҙҙә ине. Атайыма бөтәһе лә билдәле. Ныҡ ярһыған, уны ла аңлап була... Шулай ҙа һине эҙләп йүгерҙем. Ҡайҙалығыңды белеүсе бер әҙәм булһасы! Уғаса булмай, ағайымдарҙы алып, атайым килеп етте. "Кемде әүрәткәнһең, шуның менән китәһең!" Атайға нисек дөрөҫөн һөйләйһең? Бата уҡыттылар. Шунан китергә тура килде... Тағы ла ҡайттым һинең арттан. Өйөңә индермәнеләр. Хаттарыма яуап яҙғаның булманы.
"Миңә уларҙы тапшырманылар. Бәлки, "Ғәзинур минең өсөн үлде", тип әйтеүем быға сәбәп булғандыр? Тиҙерәк онотор, тигәндәрҙер..."
- Ғәзинур, Ғәзинур!.. Һөйөклөм, һинме был мин яратҡан, мин ғорурланған тәүәккәл Ғәзинур? Нишләнең һин? Ҡай саҡ һине танымай китәм. Юҡ, төҫөңдө түгел, булмышыңды... Мәктәптән алып күп йылдар үтте шул. Әллә шуға танымайыммы? - Һинең яратыуың тәүәккәл дә, ҡыйыу ҙа иткәйне мине, һине юғалтыу менән тормош йүнәлешен дә юғалттым шикелле...
"Беҙҙең күңелдәрҙе берәү ҙә айыра алмаясаҡ. Мин үҙ мөхәббәтем өсөн көрәшәсәкмен һәм уны ятҡа ҡалдырмаясаҡмын! Беҙ инде берәүҙең дә мәкер ҡорбаны булмаясаҡбыҙ, һине ҡасандыр үҙ ҡулдарым менән ятҡа тоттороп ебәргәйнем, бынан һуң бөтәһе лә үҙгәрәсәк, һине үҙем менән алып китәсәкмен. Бүтәндәргә генә түгел, үҙемә лә ошо йылдар эсендә бушҡа ғына йәшәмәгәнемде, бушҡа янмағанымды иҫбатлаясаҡмын. Кем генә тормошта хата яһамай! Мин бит һине шарт-дәғүә ҡуймайынса яраттым! Барлығыңды белеү, күрешеүгә өмөт менән йәшәү... Яраттым! Үткән йылдар эсендә был хисем тамсы ла бүҫкәрмәне... Ә һин?"
- Ғәзинур, әйт, миңә булған тойғоларың һүнмәнеме?
- Элеккенән дә нығыраҡ яратам, Камила, - Ғәзинур уның яурынынан тотоп әйтте был һүҙҙе. - Бергә булайыҡ, бәхетле ит мине!
Камила күҙҙәрен селт-селт йомоп йылмайҙы.
- Бергә?
- Ҡайһы бер эштәремде ослайым да... Унан үҙем барып алам һине. Көт аҙ ғына!
- Көтөрмөн. Быға тиклем көттөм бит.

* * *

Әсәләренә ҡайтып килгәндә Камила, һис уйламағанда, синыфташы Айгөл менән осрашты. Ҡапылғара Айгөлдө танымай торҙо хатта. Үҙен ҡосаҡлап алған йыуан ҡатынға аптырап текәлде лә китте.
- Камила, йәнекәй, әллә ысынлап та танымайһың инде?
- Айгөл! - Хәҙер Камила уны ҡосаҡлап алды. - Танымаҫһың да шул, мәктәпте бөткәндән һуң күрешкәнебеҙ юҡ та баһа. Беҙ һине спорт юлын һайлар тиһәк, һин көтмәгәндә хәрбигә кейәүгә сыҡтың да әллә ҡайҙарға киттең дә барҙың! - Киттең дә олаҡтың, тимәксеһеңдер инде!.. - Айгөл рәхәтләнеп көлдө. - Аллаға шөкөр, ирҙән уңдым, өс бала үҫтерәбеҙ. Бөтәһе лә спорт ярата. Уларға бик өмөт бағлайым. Ә мин үҙ сиратымда һәйбәт әсәй булырға тырышам, - Айгөл етдиләнеп Камилаға төбәлде. - Мин һине күптән инде Ғәзинур менән ҡауышҡандыр, тип уйлай инем... Беҙ, синыфташтар, һеҙҙе һәр саҡ идеаль пар тип иҫәпләй торғайныҡ, хатта көнләшеп тә ҡараныҡ. Ниңә, булды инде... Ә хәҙер тап киреһе килеп сыҡты түгелме? Камила, онот һин уны, тап үҙ бәхетеңде. Ул һиңә лайыҡ түгел, аңлайһыңмы? Теге Ғәзинур мәктәп йылдарында тороп ҡалды бит...
- Юҡ, - тине Камила ҡәтғи тауыш менән. - Ул һаман да элеккесә. Хаталар дөрөҫ юлды табырға ярҙам итә. Аҡыл бирә...
- Һаман яратаһың, үҙгәрмәгәнһең... Ә бит ҡасандыр ул миңә лә ныҡ оҡшай ине. Элек һиңә асыу һаҡлаған булһам, хәҙер килеп шөкөр ҡылам. Үҙеңде уйла, Камила! Уның башҡа кеше менән ҡауышыуы - яңылышлыҡ түгел, ә яҙмыш.
- Яҙмыш... Юҡ, Ғәзинур - минең яҙмышым. Хәҙер улай тип әйтергә хаҡым бар. Шуға ла әле йәшәлгән ғүмерем бушҡа үтмәне, тип уйлайым. Хуш бул, Айгөл!
Түҙмәне, Ғәзинур менән тәү осрашҡан шишмә буйына китте. Был тирә хәҙер бала-саға тауышынан гөрләп тора ла баһа! Камила яҡыныраҡ килде. Өлкән синыф ҡыҙҙары йыйылған. Тап ошо йәштә ул... Тап ошо йәштә... Йә Хоҙа, теге ваҡыттан алып бер нәмә лә үҙгәрмәгән. Шишмә буйына ял итер өсөн дә, хозурланыр, һоҡланыр өсөн дә, татлы һыуын ауыҙ итер өсөн дә киләләр. Киләсәктә лә уға юл өҙөлмәйәсәк.
- Һаумыһығыҙ, апай!
Иҫәнләшкәндән һуң ҡыҙҙар шымып ҡалды. "Ятһыранылар. Уларға ҡамасауланым, ахырыһы..." Көтмәгәндә үҙен артыҡ тойған Камила йәһәтләп ситкә атланы. Юҡ, был инде - икенсе ваҡыт, икенсе заман. Бында Камила үткән эҙҙәр ҡалмаған, шишмәне үҙ иткән, уның янына килеп йөрөгәндәр хәҙер башҡалар...

(Дауамы. Башы 27-29-сы һандарҙа).
"Киске Өфө" гәзите, №31, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 05.08.22 | Ҡаралған: 467

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru