«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТУҒАН ТЕЛ МӨХИТЕНӘ, АЙЫҠ ЙӘШӘҮ РӘҮЕШЕНӘ...
+  - 


Ошо көндәрҙә Ейәнсура районында үткән "Ҡош юлы" республика башҡорт бард фестивале 10 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Сара билдәле журналист Азамат Юлдашбаев башланғысы менән башҡорт йәштәре өсөн туған телдә аралашыр айыҡ мөхит, милли мәҙәниәткә һәм шиғриәткә ғашиҡтарҙы берләштерер майҙансыҡ булараҡ ойошторолғайны. Бөгөн ул балалар һәм өлкәндәр өсөн айырым конкурстар уҙғарылған, ҡатнашыусыларҙы бер урынға туплаған, башҡорт сәхнәһенә талантлы йырсыларҙы сығарған үҙаллы бер хәрәкәткә әүерелде. Юбилей сараһының йомғаҡтары тураһында "Ҡош юлы"н ойоштороусыларҙы етәкләүсе Шәфҡәт ҒӘБИТОВ менән әңгәмәләштек.

Фестивалдең юбилей йомғаҡтары ниндәй булды?

- Быйылғы "Ҡош юлы"н, шөкөр, бик юғары кимәлдә ойоштора алдыҡ. Быға Башҡортостан Йәш яҡташтар берлеге ассоциацияһы ярҙамы менән Башҡортостан Башлығы грантын алыу булышлыҡ итте. Шуға, бик күп мәсьәләләрҙе еңел генә хәл итә алдыҡ. Фестивалдә ҡатнашыусыларға, лауреаттарға, төрлө уйын һәм спорт сараларында әүҙемдәргә, талантлы башҡарыусыларға, ойошторошоусыларға рәхмәт йөҙөнән тапшырылған иҫтәлекле бүләктәр, рәхмәт хаттары һәм грамоталар кеүек мөһим әйберҙәрҙе лә быйыл бик мул әҙерләгәйнек, моғайын, ҡәнәғәт ҡалғандарҙыр.
Алдан хәбәр иткәнебеҙсә, йәштәр менән "Түңәрәк ҡор"ҙа фекер алышыу, төрлө спорт уйындары, ColorFest, "Ҡош юлы уҙышы" ла үткәрҙек. Барыһына ла өлгөрә алырҙармы, кеше йыйылырмы, тип бер аҙ борсолғайныҡ башта. Әммә йәштәребеҙ әүҙем, сәләмәт тормош яҡлы булыуҙарын тағы бер ҡат иҫбатланы. "Ҡош юлы уҙышы"на көтөлгән 5-6 команда урынына 15-ләгән команда тупланды. "Ҡош юлы. 10 йыл - 10 саҡрым" марафонында йүгереүселәр ҙә ихлас ҡатнашты, улар иҫтәлекле бүләктәр һәм миҙалдар менән билдәләнде.
Юбилей сараһының тағы ла бер үҙенсәлеге шунда булды: быйыл яңы конкурсанттар булманы. Фестиваль сиктәрендәге рәсми концерт тулыһынса ошо бер тиҫтә йыл эсендә "Ҡош юлы" еңеүсеһе йәки лауреаты булған талантлы йәштәрҙең сығышынан торҙо. Улар киске сәғәт етенән ун бергә тиклем йырланы, артабан теләге булған һәр кем сығыш яһаны һәм йыр-моң таңғы дүрткә тиклем Ҡыҙылташ яланын яңғыратып торҙо.
Фестивалдең ун йыллыҡ тарихына байҡау яһап, йомғаҡтарын һанағанда, уның башҡорт йәштәре өсөн әһәмиәте тураһында ла телгә алып китергә кәрәктер. "Ҡош юлы" йыр-моңға һәм шиғриәткә ғашиҡ талантлы йәштәребеҙгә йәмғиәттә үҙ урынын табырға, ижады менән башҡаларҙы ҡыуандырырға ярҙам итә. Ул осорған "ҡошсоҡтар" араһында бөгөн сәхнәләрҙә балҡып йөрөгән Миңзәлә Яхина, Тимур Ямалов, Илгиз Муллағәләмов (Гизмо) кеүек һәләтлеләр бар. Киләсәктә лә фестивалдең ошо маҡсатына тоғро ҡалырбыҙ, һәләтле йәштәребеҙ араһынан яңынан-яңы йондоҙҙарҙы асыҡлап тора алырбыҙ, тип ышанабыҙ. Гитарала уйнап йырлаусылар ғына түгел, фото төшөрөргә яратыусылар араһынан да эшен ун йыл элек нәҡ "Ҡош юлы"нан башлаған Эдуард Дилмөхәмәтов, Илнур Ҡужахмәтов кеүек бөгөн бик популяр фотографтар бар. Бынан тыш, һәр башҡорттоң күңел ҡылдарын сиртерлек моңдар, йыр һүҙҙәре ижад ителә һәм йәштәр араһында башҡорт мәҙәниәтенә, теленә ҡарата һөйөү, иғтибар тәрбиәләнә. Быйыл Силәбе өлкәһенән тыш, башҡа төбәктәрҙән дә милләттәштәребеҙ килде, хатта Удмурт республикаһынан ҡунаҡтар булды. Бына шулай, "Ҡош юлы" бергә туплай, таныштыра һәм аралаштыра, хатта кемдәрҙелер ҡауыштыра торған сара. Эйе, фестивалгә килеп танышҡан йәштәр араһында матур башҡорт ғаиләләре ҡороп, бынамын тигән итеп тормош көткәндәр ҙә бар. Улар хәҙер бөтә ғаиләһе менән килеп ял итә "Ҡош юлы"нда. Минең дә 2016 йылдан алып бер ҙә ҡалдырмай "Ҡош юлы"на килеүемдең сәбәбе шул: ошонда үҙебеҙҙең мөхиттә ял итмәһәм, йәйем йәй түгел. Бында минең дуҫтар, таныштар, туған телем яңғырап тора. Шуға үҙемдең бер ҙә музыкаға һәләтем булмаһа ла, ошонда күңелем тартыла.

Ҡош юлы" - башҡорт телендә һөйләшкән һәм айыҡ мөхит, тип беренсе йылдан уҡ иғлан ителгәйне. Ун йыл эсендә халыҡ быға өйрәндеме?

- Эйе, тап шулай, "Ҡош юлы"на нигеҙ һалғанда уҡ уны башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереүҙең бер сараһы итеп ҡарағандар. Бөгөн бының ни тиклем дөрөҫ башланғыс булыуын күрәбеҙ. Шулай уҡ үҫеп килгән быуын йәштәре өсөн айыҡ тормош алып барыу нормаға, ҡәҙимге бер тәртипкә әүерелһен, тигән маҡсат та ҡуйған тәүге ойоштороусылар. Шөкөр, "Ҡош юлы" хәрәкәтенә ҡушылып киткән йәштәр быны баштан уҡ аңлаған. Бөгөн фестивалдең ҡатнашыусылары барыһы ла ошо ябай ғына ҡағиҙәне йәшәү рәүеше итеп алған. Хатта элегерәк һыра-маҙар менән шаярған ҡайһы берәүҙәр был насар ғәҙәттәренән баш тартып, яҡшы өлгөгә эйәргән. Әммә фестиваль ойошторолған төбәктәрҙә йәшәгән урындағы халыҡ араһынан барыбер "йәшел йылан" менән мауығыусылар килеп сыҡҡылай.
Һуңғы биш йылда республиканың төрлө райондарында уҙғарылғанға күрә, фестивалдең төп асылын онотоп баралар кеүек. Шуға барыһын да яңынан күнектереү өсөн киләсәктә тик Ейәнсура районында ғына үткәрәсәкбеҙ, урындағы халыҡ та уның асылын дөрөҫ аңлаһын һәм беҙҙең шарттарға күнһен, әйҙә. Концерт ҡарарға ғына тип бер нисә сәғәткә килеп, шул арала һыра сығарып ултырып эсергә иткән кешеләр менән саҡырылған шәхси һаҡ ойошмаһы хеҙмәткәрҙәре, полиция вәкилдәре эшләне. Күҙәтеүҙәрҙән шуны әйтергә кәрәк, йәштәргә бер әйтһәң, тыйыла беләләр былай. Ә бына өлкәндәр менән һөйләшеүе ауырыраҡ. Тимәк, киләсәктә был йәһәттән байтаҡ эшләйһе һәм үҙебеҙҙең дөрөҫлөктө иҫбатлайһы бар.

Әйткәндәй, киләсәккә ниндәй пландар менән яна "Ҡош юлы"н ойоштороусылар?

- Бик күп яңы идеялар, пландар бар. Ун йыллыҡҡа үҙебеҙсә йомғаҡтар яһаныҡ, хәҙер яйлап ҡына фестивалде яңы кимәлгә күтәреү буйынса эшләргә, тигән изге ниәт бар. "Ҡош юлы" - ул йәштәр генә түгел, балалар ҙа. Беҙҙең "Тамыр" телеканалы менән берлектә "Ҡош юлы. Балалар" тигән проектыбыҙ уңышлы эшләп килә, тимәк, тотош бер нисә быуын башҡорт бардтары тәрбиәләнә. Был йәһәттән "Ҡош юлы" йырсылары менән республика мәктәптәре буйлап йөрөп концерттар ҡуйырға һәм һәләтле балаларға оҫталыҡ дәрестәре үткәрергә, уларҙы был хәрәкәткә ылыҡтырырға, тигән хыялыбыҙ бар. Ҡасан да булһа уны тормошҡа ашыра алырбыҙ, моғайын. Фестивалдең үҙенә килгәндә, уны дүрт көн үткәргәндә яҡшыраҡ булыр ине һымаҡ. Сөнки саралар шәмбе көнөнә тәғәйенләнә һәм бик тығыҙ килеп сыға, кемдер бөтә теләгән ярыштарҙа ҡатнашырға өлгөрмәй ҡала. Шулай уҡ түңәрәк ҡорҙарҙы оҫталыҡ дәрестәре итеп үҙгәртергә һәм профессионалдарҙы саҡырып, гитарала уйнарға өйрәтергә, башҡортса йыр һүҙҙәре ижад итеү нескәлектәренә төшөндөрөргә ине. Үҙ ҡаҙаныбыҙҙа ғына ҡайнамаҫ һәм башҡорт бардтары сәмләнеп ижад итеүҙе дауам итһен өсөн туғандаш халыҡтарҙың гитарала уйнап йырлаусыларын да саҡырырға теләк бар. Мәҫәлән, ҡаҙаҡтар музыка йәһәтенән бик көслө, улар бында килеп, бынамын тигән итеп сығыш яһаһа, беҙҙекеләрҙең сәменә теймәҫ тимә. "Ҡош юлы" кеүек фестивалдәрҙең үҫеше һәр саҡ тәжрибә уртаҡлашыуҙар, талантлы кешеләрҙең бер-береһе менән даими аралашып тороуына, яңы идеяларҙы ҡурҡмайынса бойомға ашырырға әҙер кешеләр тупланыуына бәйле бит.

Сәриә ҒАРИПОВА әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №31, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 05.08.22 | Ҡаралған: 222

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru