«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠАРАҢҒЫЛЫҠТЫ ТӘНҠИТЛӘГӘНСЕ...
+  - 

Һүҙ юҡ, бөгөнгө йәштәр менән ғорурланырға була. Улар әлеге оло быуын кешеләренән бик күп матур сифаттары менән айырыла. Әммә... яуаплылыҡ тигәне самалы инде.

Нимә ул яуаплылыҡ? Ул минең аңымда кешенең тормоштағы урынын, абруйын, башҡаларҙың ышанысын нығытыусы, хөрмәтле шәхес итеп әүәләүсе иң төп сифат. Хәҙерге йәштәрҙең ҡайһы берҙәре араһында был сифат бик үк һанға һуғылмай һымаҡ күренә. Ундайҙар шул арҡала бер сиктән икенсеһенә һуғылырға, үҙемде эҙләйем, тигән һылтау менән эштән-эшкә күсеп йөрөргә, ҡыҙыҡһыныуҙарын алыштырырға, мөнәсәбәттәргә хыянат итергә мөмкиндәр. Ундайҙар хатта яуаплылыҡ тигән сифатты һанға һуҡмау арҡаһында илһөйәрлек, телһөйәрлектең ысын баһаһын да аңламаҫҡа мөмкин...
...Йәш ғаилә ағзалары йыйылған бер ҡорҙа бөгөнгө сәйәси хәлдәр тураһында һөйләшеп киттеләр. Барыһы ла белемле, төрлө вазифалар биләгән йәштәр. Барыһы ла бөгөн бар хәлдәрҙе насар итеп күрһәтергә тырышҡан бер егеттең һүҙен йөпләй, үҙҙәре лә ҡушылып китә. Уларҙың был әңгәмәһен бүлеп, нимәлер иҫбат итергә маташыу урынһыҙ тип уйлап, өндәшмәйем...
Йәш атай-әсәйҙәр эргәләрендә бәләкәй һәм мәктәп йәшендәге балалары урала, улар йә уйын менән мәшғүл, йә өҫтәл артына ултырып, ризыҡтарҙың тегеһен-быныһын барлай. Барыһы ла русса һөйләшә. Әлбиттә, һәр кемдең, шул уҡ йәштәрҙең дә, дөрөҫмө-түгелме, үҙ фекерен әйтергә хоҡуғы бар. Ә бына был хәлгә - балаларын туған телдән мәхрүм итеүгә уларҙың хоҡуғы юҡ. Тап ошо юҫыҡта түҙмәнем, телем сиселде лә китте: "Һеҙ кемде, нимә өсөн тәнҡитләйһегеҙ? Тыуған ерегеҙ өсөн, халҡығыҙ өсөн һеҙ үҙегеҙ нимә эшләнегеҙ? Һеҙ бит үҙегеҙҙең иң төп бурысығыҙҙы- балаларығыҙҙы туған телгә өйрәтеүҙе лә үтәмәгәнһегеҙ. "Ҡараңғылыҡты әрләгәнсе, үҙең бәләкәй булһа ла бер шәм тоҡандыр", тигәнде беләһегеҙме?"
Йәштәрҙең дә, минең үҙемдең дә кәйеф төштө. Кәйефһеҙ таралыштыҡ. Белмәйем, берәйһе ҡолаҡ һалдымы, уйландымы минең тәнҡиткә? Нисек кенә булмаһын, улар хәҙер минең алда әлегесә һөйләшеүҙе башламаясаҡ. Минең менән ҡорҙаш булырға теләһәләр әле...

Гөлбаныу ГӘРӘЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №32, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 12.08.22 | Ҡаралған: 254

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru