«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КҮҢЕЛДӘРҘЕ ТЕТРӘНДЕРГӘН ТИК ТЫУҒАН ЕР БИТ УЛ
+  - 

Башҡортостан һәм Рәсәй яҙыусылар ойошмаһы ағзаһы Мәүлит Кәрими күптән ижад донъяһында. Шиғриәт, проза өлкәһендә үҙ һүҙен ваҡытында еткерә килгән өлгөр әҙип ул. Төрлө темаларға яҙылған үткер мәҡәләләре менән уҡыусылар даими танышып тора. Битараф булмаған күңел тыуған яғының матурлығын бүтәндәргә еткерә, аңлата белә, унда көн иткән шәхестәрҙең, яҡташтарының уңыштарын бәйән итә, тарихтан һабаҡ алырға саҡыра.

Тыуған ергә берегеп, шунда үҙ хеҙмәтенең ҡыуаныс-тәмен татып йәшәгән ир-егеттәр һоҡланыу уятмай ҡалмай. Улар борон-борондан ата-бабалар аманатын үтәүселәр булып күҙ алдына килә. Ижадсы өсөн нимә ул тыуған ер, уның тартыу көсө нимәлә?

- Әгәр һин берәй сәбәп арҡаһында ғына тыуған ереңдә йәшәйһең икән, был үҙ ереңә берегеү түгел әле. Тыуған ереңде һөйөп кенә ҡалмай, уға файҙа килтереп йәшәүең, ата-бабаларҙың аманатына тоғро булыуың - бына был кендек ҡаны тамған ереңә берегеү булалыр, һәм ул атай-әсәйеңдең тәрбиәһенән килә. Һинең мейеңә һеңдерерлек ошо тәрбиә, хатта өгөт-нәсихәт, ерлектәге эшкә, һөнәргә өйрәтеү булмаһа, йөрәгеңдә тыуған ереңә тартылыу көсө лә булмай, минеңсә. Тик кемдер үҙ еренә тыумыштан берегә, кемдер (баяғы шул сәбәп арҡаһында) һуңыраҡ.
Үҙемә килгәндә, ун ете йәшемдән тыуған йортомдо ташлап, утыҙ йылдан ашыу сит-ят ерҙәрҙә йәшәнем. Ижадымда тыуған йортом, ерем, атай-әсәйем тип йырлау менәнме ни... Еремдең тартыу көсө, әлбиттә, ныҡ ине. Ә үҙемдең уға тартылыу көсөм йөрәгемдә йәшәне. Шуныһы йәл, ҡайтып йәшәй башлауымды атай-әсәйем генә күреп өлгөрмәне. Улар иҫән булмаһалар ҙа ҡайттым! Тыуған йортомдоң ҡапҡаһында йоҙаҡ эленеп торһа ла (әле лә унда инеп булмай), ҡайттым! Шуға күрә, тыуып-үҫкән өйөмдә ҡала алмай, күрше ауылда төпләнергә тура килде. Был ике ауыл да миңә ҡәҙерле, яҡын! Ғүмер буйы бында йәшәгәндәй беректем. Сөнки мин, нисек булһа ла, үҙ еремдә. Ижадсы өсөн иң мөһиме шулдыр. Күңелдәрҙе тетрәндергән дә, илһам менән һуғарған да тик тыуған ер бит ул.

Башҡорт ир-егетендә һеҙ иң элек ниндәй сифатты баһалайһығыҙ?

- Башҡорт ир-егете баҫалҡы, шул уҡ ваҡытта ҡыйыу булырға тейеш. Баҫалҡылыҡ, әйтер һүҙеңде әйтмәй, шымып ҡалыу тигәнде аңлатмай. Күп һөйләмәй, тураһын, дөрөҫөн ярып әйтеү, икенсе кешене тыңлай белеү - мөһим сифаттар. Әлбиттә, артыҡ баҫалҡы булыу ҙа кәрәкмәй. Был саҡта үҙеңде баҫып алыуҙары бар. Тик һәр кеше лә бер үк түгел шул...
Ғаиләлә инде ул өлгөлө атай булырға тейеш. Насар ғәҙәттәре булһа, хатта тәмәке тартһа ла, балаларына күрһәтмәҫкә, яҡшы тәрбиә бирергә, әсәләрен хөрмәт итергә тейеш. Атай кешенең әсәйгә ҡарата төрлө яҡлы хөрмәт күрһәтеүе бала өсөн бик өлгөлө тәрбиә. Илебеҙгә, телебеҙгә ҡарата һөйөү уятыу, патриотик рухлы итеп үҫтереү атай кешенең бурысы. Ғөмүмән, матур, татыу ғаиләлә хөкөм һөргән яҡшы сифаттарҙы һанап бөтөрөрлөк тә түгелдер, уларҙы ҡабатлап һанауҙың кәрәге лә юҡтыр. Яҡшы кеше, йәғни башҡорт ир-егете, бар яҡтан да яҡшы булырға тейеш!
Әлеге һорауҙы дауам итеп, йәнем иң һөймәгән сифатлы (әллә сифатһыҙ?) кешеләрҙе лә әйтеп үтмәй булдыра алмайым. Әпкәләйҙәр улар. Тормошта үҙебеҙҙең арала ла бар улар, интернет аша ла үҙҙәрен күрһәтеп торалар. Ә инде ижадсыларҙың, ҡәләмдәштәрҙең араһындағы әпкәләйҙәр һәм әпкәләйлек күңелде бик өшөттөрә. Был сифат кемделер күтәрә, үҫтерә, кемделер бер урында тапандыра, хатта ижадын һүндерә. Ни хәл итмәк, кешелек шулай ҡоролған. Уны үҙгәртеп булмайҙыр...

Әле генә һеҙҙең Хәтер китабы донъя күрҙе. Унда сәйәси золом ҡорбандары булған яҡташтарығыҙҙың яҙмышы һүрәтләнә, билдәһеҙ булған яңы факттар асыҡлана. Хәтерле халыҡ ҡына - ғүмерле. Был китапты яҙырға һеҙҙе нимә этәрҙе?

- Һуңғы осорҙа илебеҙгә, иңебеҙгә төшкән төрлө ауырлыҡтар, ҡайғылар беҙҙе уйланырға, бошонорға мәжбүр итә. Оҙаҡҡа һуҙылған коронавирус, һуғыш ҡайғылары ишек шаҡыған ғаиләләрҙең кисергәндәрен башҡаларға күрһәтмәһен! Шул уҡ ваҡытта тормошта яҡшы хәбәрҙәргә лә, ҡыуаныслы ваҡиғаларға ла урын бар. Эйе, ошо көндәрҙә, ниһәйәт, ике йылдан ашыу ваҡыт сарыф итеп, Белорет районына бәйле архив документтарҙы туплап, сәйәси золом ҡорбандарының хәтер китабын төҙөп, баҫтырып сығарып, ҡулыма алдым.
Әгәр был мөһим эшкә тотонорға мине хеҙмәт ветераны, Белорет ҡалаһы һәм районының почетлы гражданы Солтан Мөжәүир улы Сиражетдинов ағай йәлеп итмәһә, "Хәтер китабы"н сығарыу ике ятып бер төшөмә лә инмәҫ ине. Оло башы менән ул үҙе мине эҙләп табып, өйгә килеп, изге ниәт менән йөрөүен белдерҙе. Бындай яуаплы эш миндә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Ҡатыным, икеләнеберәк: "Ҙур, ауыр, мәшәҡәтле эш күренә, әллә тотонмайһыңмы? Осона сығарып еткерә алырһыңмы?" - тиһә лә, үҙемдә ышаныс барлығын тойоп, эш башланым. Солтан ағай һуңынан, йыл дауамында, эш барышы тураһында телефон аша ла, килгеләп тә белешеп торҙо. Тик шуныһы бик ҡыҙғаныс: теүәл бер йылдан, 2021 йылдың ғинуар айында, Солтан Мөжәүир улы арабыҙҙан китеп барҙы. Ағай оло йәштәрҙә булғас, нисектер, һиҙгән кеүек, һау сағында хәтер китабын өлгөртһәм генә ярар ине, тигән уй ҙа башыма ингеләне. Ни хәл итмәк, өлгөртмәнем...
"Хәтер китабы"на Солтан Сиражетдинов ағайҙың һәм уҙған быуаттың фажиғәле 30-сы йылдарындағы золом ҡорбандарының рухы моғайын да шатланғандыр.
Йыйынтыҡты баҫтырып сығарыуҙа үҙ өлөшөн индереүсе бағыусылар рәхмәт һүҙемде ишетер тип уйлайым. Киләсәктә, бәлки, кәрәк тип табылһа һәм аҡса мәсьәләһе хәл ителһә, китап өҫтәп нәшер ителер, тигән ышаныстамын.

Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №32, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 12.08.22 | Ҡаралған: 207

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru