«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
САМОЛЕТ ТОРБАҺЫН ҠУРАЙ ИТЕП...
+  - 

Бөйөк Ватан һуғышында башҡорт яугирҙарының самолет торбаһынан ҡурай эшләп уйнауы хаҡында ишеткәнегеҙ барҙыр, моғайын. Шундай дәһшәтле алыштарҙы күп күргән һәм тыуған моңон ишетеүгә зар булып, сит-ят ерҙәр тапаған милләттәштәребеҙҙең береһе Нурмөхәмәт Мусин булған.

Мусин Нурмөхәмәт Әбүләис улы 1911 йылда Баймаҡ районының Яңғаҙы ауылында тыуған. Ул бик йәшләй етем ҡалып, Заһира һәм Мостафа Тимербулатовтар ғаиләһендә тәрбиәләнә. Мал көткәндә киң яланда йырлап, ҡурайҙа ла һыҙғырып ебәрер булған. Ҡурайҙа уйнау маһирлығын, яңы көйҙәрҙе Нурмөхәмәт данлыҡлы ҡурайсы Йомабай Иҫәнбаевтан өйрәнә. Йәше еткәс, үҙ теләге менән армияға китә һәм 1931 йылдың декабренән алып, 1933 йылға тиклем 10-сы кавалерия полкында кавалерист, артабан 1934 йылға тиклем взвод ярҙамсыһы булып хеҙмәт итә.
Хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, Һамарҙа тракторсылар әҙерләү мәктәбендә директор вазифаһын башҡара. Намыҫлы, эшсән, егәрле егетте артабан уҡырға өндәп, Мәскәүгә юғары партия мәктәбенә ебәрәләр. Уны уңышлы тамамлап ҡайтҡас, тыуған ауылы Яңғаҙыла хужалыҡ рәйесе итеп тәғәйенләнә. Халыҡтың ауыр тормошон бер аҙ еңеләйтер өсөн Нурмөхәмәт эшселәренә иген таратып бирә. Әлбиттә, был ҡылығы эҙһеҙ үтмәй. Дәүләт милкен һорауһыҙ тотонғаны өсөн ғәйепләп, төрмәгә ябалар. Тап ошо 1941 йылда илебеҙгә немец илбаҫарҙары ябырылып, Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Үҙ теләге менән 1943 йылдың авгусында Нурмөхәмәт Мусин төрмәнән һуғышҡа алынып, 29-сы Көнбайыш уҡсылар полкына эләгә. Һуғышта ул 361-се уҡсылар полкының станоклы пулемет отделениеһы командиры, 275-се уҡсылар гвардияһы полк старшинаһы дәрәжәһенә тиклем үрләтелә. Орша, Борисов, Молодечно, Невель ҡалаларын алыуҙа ҡатнаша. Батыр яраһыҙ булмай, тигән кеүек, бер нисә тапҡыр яраланып, госпиталдә ятып сыға. Беларусь, Литва, Кенигсберг ерҙәрен дошмандарҙан азат итеүҙә оло батырлыҡ күрһәтә. Был турала уның 3-сө дәрәжә Дан, 3-сө дәрәжә Ватан һуғышы ордендары, "Батырлыҡ өсөн", "Кенигсбергты азат иткән өсөн" миҙалдары ла һөйләй. Бөйөк Еңеүҙе ул Пруссияла ҡаршылай.
Әммә Нурмөхәмәт Әбүләис улына тиҙ генә тыуған иленә ҡайтыу насип булмай. Гитлер Германияһын еңгәндән һуң, ул Алыҫ Көнсығышҡа ебәрелә. Унда Беренсе Байкал аръяғы фронты составында Порт-Артурҙы алыуҙа, Квантун армияһын тар-мар итеүҙә ҡатнаша. Япондар менән һуғыш ваҡытында ул ҡолап төшөп, емерелеп ятҡан самолеттың бер еҙ торбаһынан ҡурай эшләп, башҡорт көйҙәрен уйнап ебәрә. Ошо ҡурай моңон ишетеп, тирә-яҡтан башҡорт егеттәре йыйылып китә һәм кинәнеп тыңлайҙар...
Ниһайәт, 1946 йылда барлыҡ орден-миҙалдарына "Японияны еңгән өсөн" миҙалын ҡушып тағып, тыуған тупрағына аяҡ баҫа яҡташыбыҙ. 1960 йылда өйләнеп, күрше Хәйбулла районы Иҫәнгилде ауылында төпләнә. Ҡатыны Мәсрүғә менән Абдрахман, Хәбибрахман, Мәшүҙә исемле балалар үҫтерәләр. Нурмөхәмәт Әбүләис улы үләндәрҙе яҡшы белеп, кешеләрҙе һауыҡтырыу һәләтенә лә эйә була. Был турала хатта биология фәндәре докторы, профессор С.И. Йәнтүриндың "Үҫемлектәрҙең серле донъяһы" китабында ла бәйән ителә. Шулай уҡ ветеран мәктәптә ҡурай түңәрәген алып бара. Уның ҡайһы бер уҡыусылары хәҙерге көндә үҙҙәре инде әллә күпме балаға ҡурай серҙәрен төшөндөрә. Художестволы үҙешмәкәрлек эшендә лә бик әүҙем ҡатнаша: һәр концертта, һабантуйҙарҙа ҡулынан ҡурайы төшмәй. Әйткәндәй, уның турала лаҡап та йөрөй тыуған яҡтарында. Шулай, ҡыштың бер көнөндә киләһе концертына йыйынып йөрөгән иренә ҡатыны Мәсрүғәнең: "Мал күп, шуларҙы ҡарашмай, концерттан-концертҡа тик йөрөйһөң", - тиүенә ул: "Мал кәрәкмәй, дан кәрәк!" - тип яуап ҡайтарған, ти.
Һуғыш ветераны, атаҡлы ҡурайсы Нурмөхәмәт Әбүләис улы Мусинды Иҫәнгилде ауылы халҡы әле лә онотмай. Район үҙәге Аҡъяр музейында ла уның тураһында бай мәғлүмәт тупланған.

Розалия ТЕҮӘЛБАЕВА.
Сибай ҡалаһы.

"Киске Өфө" гәзите, №32, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 12.08.22 | Ҡаралған: 265

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru