«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЯҠТЫКҮЛМЕ, ӘЛЛӘ БУҠТЫКҮЛМЕ?
+  - 

Силәбе өлкәһенең Ҡыштым ҡала округы биләмәһендә Буҡтыкүл (урыҫса - Островко) тип аталған күл урынлашҡан. Силәбе өлкәһенең топонимикаһын, башҡорт халҡының фольклорын өйрәнгән географ, топонимист Шувалов Николай Иванович былай тип яҙа: "Буктыкуль, озеро, территория города Кыштыма. В переводе с башкирского "навозное озеро", где букты - "навозный", куль - "озеро".

Был күлде ниңә иҫкә төшөрҙөммө? Ҡасандыр республикала иң таҙа күлдәрҙән һаналған һыу ятҡылығының тирә-яғын үҙ күҙем менән күргәс: "Их, Яҡтыкүл түгел, уға ла ана шул Силәбе өлкәһендәге, борон әсе телләнеп бирелгән күл атамаһы таман булып бара түгелме?"- тигән уй мейемде телеп үтте.
Күлдең ярҙарына уҡ терәп таш йорттар һалынған, санитария зонаһы тураһындағы законды белгән кеше юҡмы икән әллә? Күп ҡатлы йорттар арта бара, яңылары төҙөлә. Ә канализация һыуҙарын таҙартыу ҡоролмалары бармы икән? 9 августа һыу бик шикле йәшкелт төҫтә һәм бысраҡ ине, һыу өҫтөн ылымыҡ киҫәктәре баҫҡайны. Ярҙарының буйынан-буйына машиналар килеп тула, ҡайҙа ҡарама - ҡыҙынып яталар, һыу инәләр. Тик бәҙрәф-фәлән күрермен тимә… Һыу төбө ҡайһы бер көндәрҙә яҡшы күренә - уны ылымыҡ, сүп-сар баҫып бара... Элгәре шифахананың һул яғында тулып аҡҡоштар оялай ине, ял итеүселәрҙе катер менән йөрөтә башлағас, улар ҙа юҡҡа сыҡты, тиҙәр ауылда йәшәүселәр.
"Экология России" сайтында ла ошо үҙемдең борсолоуҙарыма ауаздаш юлдар таптым. Бына ниҙәр яҙыла унда: "Башҡортостан халҡын үҙенсәлекле Яҡтыкүлдең бысраныуы борсолдора. Элек был һыу ятҡылығы Рәсәйҙә иң таҙа һәм тәрәндәрҙән иҫәпләнгән, хәҙер йылдан-йыл һайыға бара һәм канализациянан ағыҙылған һыуҙарҙан бысрана. Активистар был хаҡта социаль селтәрҙәрҙә яҙып сыҡты. Күл тирәләй ял итеү урындары, шифаханалар һәм торлаҡ йорттар бик күп. Әммә төҙөүселәр таҙартҡыс ҡоролмаларҙың кәрәкле күләмен иҫәпкә алып эшләмәгән. "Алтынай" "Межгорье", "Горная", "Горный воздух", "Белые росы", "Альпенхольф" күсемһеҙ милек хужалары ширҡәттәренең барыһына бер һурҙырыу станцияһы һәм ағыҙылған һыуҙар күләменә уның көсө етмәй. 2020 йылдың декабренән 2021 йылдың февраленә тиклем был насостың эше бөтөнләй туҡтатылып торҙо, ул ремонтҡа ябылғайны. Был осорҙа канализация һыуын Яҡтыкүлгә ағыҙҙылар", - тип әйтелгән активистар яҙмаһында. Һурҙырғысты йүнәткәндәр, ләкин мәсьәлә барыбер хәл ителмәгән. Закон боҙоу осраҡтары ҡабатланып тора, тип белдерә йәмәғәтселәр.
Башҡортостан Республикаһы Экологтар союзы рәйесе Александр Веселов "Экология России"ға биргән интервьюһында һыу ятҡылығы тирәһендәге ерҙәр курорт зонаһы статусында булһа, күл үҙе төбәк әһәмиәтендәге тәбиғәт ҡомартҡыһы иҫәпләнә, ти. Белгес һыу ятҡылығына нимә булыуын аңлатып, былай ти: "Күл, беҙҙең төбәктәге башҡа һыу сығанаҡтары кеүек үк, һайыға, сөнки бик эҫе, яуым-төшөм һирәк. Нығыраҡ йылына, ылымыҡтар күбәйә. Бысраныу йәһәтенән дә проблема бар, таҙартҡыстар эшләй, хатта икенсе сираттағыһын да төҙөй башланылар. Унда бер нисә ауыл урынлашҡан, ә бөтә ял итеү урындары һәм йорттар канализацияға тоташмаған. Ситкә сығаралар, әммә өлгөрәләрме - быныһы һорау. Мин былтыр күлдә булдым, таҙартыу ҡоролмаларының улаҡтарын ҡараным, еҫләнеп ятмай ине. Әммә урындағы активистар ваҡыты-ваҡыты менән еҫ сыға, тиҙәр".
Ваҡыты-ваҡыты менән таҙартыу ҡоролмаларының бысраҡ һыу күләмен эшкәртергә көсө етмәй, һурҙырғыстар ватыла, ә фекалийҙар күлгә төшә. "Күл тымыҡ, унда һыу алышынмай. Һыу төбө ултырмалары барлыҡҡа килә, бысраҡ ағыҙылған урында һыу инергә ярамай, күл яйлап бысрана. Кеше эшмәкәрлегенә бәйле ауырлыҡтар арта", - тип тә өҫтәй эколог.
Бына шундай хәлдәр Яҡтыкүлдә. Хәйер, бер Яҡтыкүлдә генәме икән? Ял итеүселәрҙең тәртипһеҙлеге, ошо тәртипһеҙлектәрҙе күреп тә өндәшмәүселәрҙең битарафлығы ҡайҙа алып бара беҙҙе?..

Гүзәл СИТДИҠОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №33, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 22.08.22 | Ҡаралған: 354

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru