«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАШҠОРТ ТЕЛЕН ӨЙРӘНЕҮМЕ?
+  - 

Ул заман менән бергә алға атлай

Көндәлек тормошта компьютер, телефон һәм башҡа заманса техниканы ҡулланырға әүәҫ быуын балаларын дәрескә ылыҡтырыу, педагогтарҙың эшенә еңеллек килтереү маҡсатында Рәсәйҙә 2013 йылдан бирле "ЯКласс" мәктәптәр өсөн цифрлы белем биреү сығанағы эшләй. Баҡтиһәң, быйылдан башлап унда "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте" предметы ла барлыҡҡа килгән. Был турала "ЯКласс"тың Башҡортостандағы вәкиле Морат Ишемғоловтан тулыраҡ мәғлүмәт алдыҡ.

Нимә ул "ЯКласс" һәм унда башҡорт теле ниндәй урынды биләй?

- "Мәғариф" милли проектын бойомға ашырыу сиктәрендә цифрлы белем биреү ресурстарын үҫтереү буйынса һуңғы йылдарҙа бик күп эштәр атҡарыла. Уйлап ҡараһаҡ, яҡынса бер тиҫтә йыл эсендә генә был йәһәттән шундай алға китеш һиҙелә. Беҙҙең "ЯКласс" платформаһында мәктәптәрҙә уҡытылған барлыҡ предметтар буйынса дәреслек йөкмәткеһе, күнегеүҙәр, баланың белем кимәлен тикшерә торған эш төрҙәре, һ.б. бар. Бында уҡытыусылар, уҡыусылар һәм ата-әсәләр теркәлеү үтеп, контентты бушлай ирекле ҡуллана ала. Педагогтар бигерәк тә коронавирус пандемияһы осоронда "ЯКласс" платформаһының уңыйлылығын юғары баһаланы, сөнки унда уҡыусы дәрес темаһын өйрәнә, шунан күнегеүҙәрҙе, тәғәйен өйгә эштәрҙе үтәй, контроль эш йәки ниндәйҙер тест, викторина һорауҙарына яуап биреп, автомат рәүештә билдә алырға мөмкин. Уның алған билдәһе уҡытыусыға ла, атай-әсәйгә лә электрон журналдан асыҡ күренеп тора. Мәҫәлән, Себерҙә эшләп йөрөгән берәй атай улының өйгә эшен үтәү-үтәмәүен, ниндәй билдәгә өлгәшеүен ҡарай ала.
Башҡортостан уҡытыусылары был уңайлы сығанаҡты файҙаланыу буйынса Рәсәйҙә беренсе урында тора, шуға, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының да эшмәкәрлеген еңеләйтергә ярҙам итеү теләге тыуҙы. Был маҡсатта 2020 йылда тәүҙә республиканың колледж студенттары араһында беҙҙең платформала башҡорт теленән олимпиада ойошторҙоҡ. БР Мәғариф министрлығы менән берлектә үт-кәргән ярышта 600-ләп студент ҡатнашты. Ә инде "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте" тигән айырым предмет "ЯКласс" сығанағында барлыҡҡа килһен өсөн республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән 15 педагог тырышлыҡ һалып, Башҡортостандың Мәғариф министрлығы һәм Мәғарифты үҫтереү институты белгестәре ярҙамында был эште атҡарып сыҡтыҡ. Башҡорт теле уҡытыусылары үҙҙәренең эш тәжрибәһенән сығып, 2-сенән 11-се класҡа тиклем ике йүнәлештә, башҡорт телен туған тел һәм дәүләт теле булараҡ өйрәнеүселәр өсөн, контент тупланы. Хәҙер беҙҙең платформала теркәлеү үткән 12 миллионға яҡын кеше "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте" предметын да күрә, теләге булғаны уны үҙ эшендә иркен ҡуллана ала. Беҙҙең эш төркөмө унар һорауҙан торған ете төрлө тест, төрлө викториналар, контроль эштәр һәм башҡаларҙан йәмғеһе 3015 эш төрөн тупланы. Әлеге көндә был эш дауам итә, мөмкин тиклем тиҙ арала "Рус теле" предметы бүлегендәге кеүек, тулы контент тупларға теләйбеҙ. Ул саҡта башҡорт телен башлап өйрәнергә теләгәндәр өсөн дә уңайлы буласаҡ, сөнки дәреслектәрҙәге теоретик өлөш тә урынлаштырыласаҡ.
Әйткәндәй, мин "ЯКласс" мәктәптәр өсөн цифрлы белем биреү сығанағы вәкиле булараҡ, Башҡортостанда ғына түгел, Силәбе һәм Ырымбур педагогтары менән дә эшләйем. Беҙҙең платформа мөмкинлектәрен хатта төпкөл ауылдарҙа ла бик әүҙем ҡулланалар, мин педагогтарға оҫталыҡ дәрестәре үткәреп, даими осрашып торам. Хәҙер теркәлмәй ситтә тороп ҡалыусылар юҡ кимәлендә. Башҡортостандың 70 проценттан ашыу уҡытыусыһы "ЯКласс" менән эшләй, ә Мәләүез һәм Борай гимназиялары Рәсәй буйынса - беренселәр.

Бөгөн беҙ балаларҙың былай ҙа телефон, компьютерға текләп ултырыуына зарланабыҙ. Цифрлы белем биреү платформалары был хәлде тағы ла ҡатмарландырмаймы?

- Һәр нәмәлә алтын урталыҡ кәрәк, бында ла аңлап эш итеү мөһим. Ни тиһәк тә, заман шулай цифрлы алдынғы технологияларҙы белеүҙе үҙе талап итә һәм был белемде дөрөҫ ҡулланғанда тормошобоҙҙо ла еңеләйтә. Йәш быуынды гаджеттарҙан нисектер айырып алыу йәһәтенән түгел, ә уларҙың шулар артында үткәргән ваҡытын файҙалыраҡ итеүҙе күҙаллап эшләргә кәрәк. Ниндәйҙер уйын урынына берәй оҫталыҡҡа өйрәткән сайтты асып уҡып ултырһа, бигерәк тә ул башҡорт теленә ҡағылған булһа, бер ҙә насар түгел. Һәм шул уҡ ваҡытта цифрлы белем биреү бер ҡасан да уҡытыусыны тулыһынса алмаштыра алмаясағын да яҡшы аңларға тейешбеҙ. Кешене үҙаллы белем эстәргә өйрәтеү мөһим һәм быны педагогтар ғына эшләй ала. Бигерәк тә тәрбиә биреү өлкәһендәге мәсьәләләр цифрлы мәғарифҡа һис яҡын түгел. Ә бөгөн мәктәп йәшендәгеләрҙең тәрбиәһенә иғтибар юғары.

ШУЛАЙ ИТЕП...
"Башҡорт теле һәм әҙәбиәте" предметы шундай алдынғы онлайн-проекттарҙың береһендә урын алыуы ҡыуаныслы. Әлегә тел буйынса күберәк эшләнелһә лә, проект авторҙары киләсәктә башҡорт әҙәбиәте, тарихы һәм мәҙәниәтенә лә тейешле иғтибар бүләсәкбеҙ, тип ышаныслы белдерә. Тимәк, беҙ ҙә заман менән бергә атлайбыҙ.

Камила ҒӘЛИЕВА
яҙып алды.

"Киске Өфө" гәзите, №33, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 22.08.22 | Ҡаралған: 177

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru