«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ДӘРЕСЛЕКТӘР ТУҒАН ТЕЛГӘ ХЕҘМӘТ ИТМӘЙ
+  - 

Быйыл сығарылыш уҡыусыларының "Һуңғы ҡыңғырау" тантанаһына барып, яртылаш русса алып барылған сарала сығыш яһаусыларҙың береһенең дә туған башҡорт телебеҙҙе һаҡлау тураһында телгә алмауына, ә уҡыусыларҙың туған телдә вата-емерә һөйләшеүенә шаһит булып, ғәжәп иттем. Һүҙ алып, туған телдә һөйләшеүҙең мөһимлеге тураһында миҫалдар килтереп, телмәр тоттом. Бик дөрөҫ, тип хупланылар, рәхмәт әйттеләр.

Юл төшкәндә күреп сығайым әле, тип, мәктәп китапханаһына ла инеп сыҡтым. Китапханасы 1-се класс уҡытыусыһы ла икән. Унан башланғыс синыфтарҙың башҡорт теле һәм туған әҙәбиәт буйынса дәреслектәрен һорап алдым. Бәхеткә күрә, 1-2-се класс уҡыусылары өсөн китаптарҙа үҙебеҙҙең яҙыусыларҙың, шағирҙарҙың хикәйәләре һәм шиғырҙары урын алған алыуға. Әммә 3-сө кластың кластан тыш уҡыу китабы тик немец, инглиз яҙыусыларының әкиәттәренән генә тора икән. Йәнәһе, 3-сө кластан уҡ донъя әҙәбиәте менән таныштыралар. Ни бысағыма кәрәк был, уҡыусылар уның йөкмәткеһен аңламағас? Был әҫәрҙәрҙә тыуған илгә һөйөү, ата-әсәгә ҡарата ихтирам менән ҡарау бармы? Үҙ яҙыусыларыбыҙҙың әкиәттәре менән таныштырһаҡ, яҙыҡ булмаҫ ине лә баһа. Мәҫәлән, Зәйнәб Биишеваның "Ел-ел арбам", Кирәй Мәргән әкиәттәре, "Әминбәк", "Ҡамыр батыр" кеүек халыҡ әкиәттәре үрҙә телгә алынған мөһим төшөнсәләр тураһында бит. 4-се кластың "Рус әҙәбиәте" дәреслегендә Андерсендың "Русалочка" әҫәре бирелгән. Өсөнсө сиректең аҙағында уҡый башлағандар, каникул үткән, дүртенсе сирек башланған, әммә тамамлай алмағандар. Тимәк, әҫәрҙең идея-йөкмәткеһенә лә төшөнөп етә алмаған балалар. "Туған әҙәбиәт" китабында ла шул уҡ сит ил яҙыусыларының әҫәрҙәре тәржемә итеп бирелгән. Исмаһам, рус классик әҙәбиәтен тәшкил иткән әҫәрҙәр индерелһә, күпкә яҡшыраҡ булыр ине. Юғиһә, дәреслеккә бер нисә яҙыусының ғына әҫәрен индергәндәр. Ошо урында һорау тыуа: ни өсөн дәреслек төҙөүселәр үҙебеҙҙең башҡорт яҙыусыларының, шағирҙарҙың әҫәрҙәрен дәреслектәргә индереүҙән баш тарта? Ни өсөн үҙ телебеҙҙәге һәм башҡорт мөхитен сағылдырған әҫәрҙәр уларҙың күңеленә ятмай? Бәлки, бына ошо сәбәпле лә башланғыс кластарҙа башҡорт теле һәм туған әҙәбиәт дәрестәре берәр сәғәткә генә тороп ҡалғандыр?..
Ауылда урамға сыҡһаң, башҡортса һөйләшкән балаларҙы осратып булмай хәҙер. 1-се класс уҡыусыларынан "Башҡортса һөйләшә беләһегеҙме?" тип һорайым, яуап: "Юҡ, өйҙә лә русса ғына аралашабыҙ", - тиҙәр. Баҡтиһәң, хәҙер асыҡ дәрестәр ҙә тик рус телендә генә алып барыла икән. Мәғариф министрлығы нишләп был хәлгә иғтибар итмәй ҙә, ғалимдар нимә ҡарай? Әллә яҡын киләсәктә телебеҙҙе бөтөнләй бөтөрөп, рус телендә генә һөйләшергә өндәйҙәрме? Үткәрелгән төрлө йыйылыш, сараларҙа "Башҡортмон, әммә телде белмәйем", тигән булып, русса сығыш яһаусылар күбәйеүе лә шулай уйларға мәжбүр итә.
Һүҙемде йомғаҡлап, хөрмәтле дәреслек төҙөүселәргә өндәшкем килә. Зинһар өсөн дәреслектәргә балаларға аңлайышлы булған, үҙ яҙыусыларыбыҙҙың әҫәрҙәрен йәки шуларҙан өҙөктәр индерегеҙ. Мәҫәлән, Рәис Низамовтың "Икмәк тәме" хикәйәһен индерергә булыр ине, унда һуғыш йылы балаларының яҙмышы, аслыҡтан интегеүҙәре тураһында бәйән ителгән. Был, әлбиттә, Андерсендың "Русалочка"һына ҡарағанда фәһемлерәк булыр ине. Арҙаҡлы ғалимдарыбыҙ дәреслек әҙерләү комиссияһында түгелдәрме икән? Һис юғында, контролгә алһындар ине ошо эште.

Зинфира САФИНА,
хаҡлы ялдағы уҡытыусы.
Мәсетле районы.

"Киске Өфө" гәзите, №33, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 22.08.22 | Ҡаралған: 248

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru