«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ИТ ИЗГЕЛЕК - КӨТ ИЗГЕЛЕК
+  - 


Уҡыу йылы башланған көндә уҡытыусы үҙенең былтырғы бишенсе кластар алдында баҫып тора. "Һеҙ минең яратҡан уҡыусыларым, мин бөтәгеҙҙе лә яратам һәм һеҙҙе яңынан күреүемә бик шатмын", - ти ул, балаларға ҡарап.

Әммә, ҡыҙғанысҡа күрә, уның был һүҙҙәре дөрөҫлөккә тап килеп бөтмәй: беренсе рәттә бөршәйеп кенә ултырған малайҙы уҡытыусы бөтөнләй яратмай. Был класс уҡыусылары менән ул былтыр тәүгә осрашҡайны һәм шунда уҡ малайҙың класташтары менән бөтөнләй аралашмауына аптырағайны. Үҙе бысраҡ, туҙып бөткән кейемдә йөрөй, етмәһә, унан һаҫыҡ еҫ сыға, әйтерһең дә, бер йыл буйы йыуынмаған. Уҡытыусыларҙың береһе лә уға иғтибар бүлмәй, ваҡыт үтә килә класс етәксеһе лә уға ҡул һелтәне, ул ғына ла түгел, дәфтәрҙәрен тикшергәндә ҡыҙыл пасталы ручкаһы менән был баланың эштәрен сыймаҡлап, ҙур итеп "бер" билдәһе ҡуйыуҙан ҡәнәғәтлек тойғоһо кисерә башланы.
Бер көндө директорҙың уҡытыу буйынса урынбаҫары балаларҙың "Личное дело"ларын тикшереп сығырға ҡушты. Әлбиттә, уҡытыусы яратмаған уҡыусыһының ҡағыҙҙарын иң аҙаҡ ҡарармын, тип, ситкә һалып ҡуйҙы. Башҡа балаларҙыҡын ҡарап сыҡҡандан һуң был баланың характеристикаларын уҡый башлағас, иҫе китте. Беренсе класс уҡытыусыһы уның тураһында: "Малай бик шаян һәм аҡыллы уҡыусы. Өйгә эштәрен таҙа һәм матур итеп эшләй. Ул эргәһендәгеләргә шатлыҡ өләшеп йәшәй", - тип яҙғайны. Икенсе класта уҡығанда уның тураһында: "Малай тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшә, уны бөтәһе лә ярата. Ихлас йылмайыуы башҡаларға шатлыҡ өҫтәй, әммә һуңғы ваҡытта ул бик күңелһеҙ йөрөй, сөнки әсәһе ныҡ ауырый. Ғаиләләре ауыр осор кисерә", - тип яҙылған. Өсөнсө класта: "Әсәһенең үлемен бала бик ауыр кисерҙе. Бар хәленсә тырышып ҡарай, тик атаһы уға бөтөнләй иғтибар бүлмәй. Әгәр киләсәктә лә ошолай дауам итһә, ул уҡыуына ҡул һелтәйәсәк", - тип яҙылған. Дүртенсе класс уҡытыусыһы: "Малай үҙенә бикләнде, бер кем менән дә һөйләшмәй, бөтөнләй уҡымай, дуҫтары ла юҡ. Ҡай саҡ дәрес ваҡытында йоҡлап китә", - тип яҙған. Уҡытыусыға үҙенең ҡылыҡтары өсөн оят булып китте, баланың күңел торошон аңлағандай булды ул. Яңы йыл алдынан уҡытыусы бигерәк тә уңайһыҙ хәлгә ҡалды. Бөтә балалар уҡытыусыға тәғәйен бүләктәрен төрлө төҫтәге матур ҡағыҙҙарға төрөп, таҫмалар менән бәйләгән, ә малайҙың бүләге таушалып бөткән иҫке ҡағыҙға төрөлгәйне. Уҡытыусы ҡағыҙҙы тағатҡас, уның эсенән бер нисә ҡиммәтле ташы төшкән беләҙек һәм яртылаш бушаған хушбуй һауыты килеп сыҡты. Ҡайһы бер балалар шарҡылдап көлә башланы, әммә уҡытыусы уларҙы ым менән туҡтатты. "Ҡайһылай матур беләҙек!" тине ул, хушбуйҙы еҫкәп ҡараны. Дәрес бөткәс, малай уҡытыусы эргәһенә килде. "Һеҙҙән минең әсәйемдең еҫе килә", - тине ул. Балалар ҡайтып бөткәс, уҡытыусы бүлмәлә яңғыҙы ҡалып, оҙаҡ иланы. Ошо көндән ул әҙәбиәт дәрестәрен бөтөнләй икенсе төрлө уҡыта башланы, изгелек тураһында йышыраҡ һөйләр булып китте. Уҡыусыға ҡарата мөғәмәләһе нәфрәттән һөйөүгә әйләнде. Уҡытыусы яратмаған уҡыусыһына иғтибарҙы күберәк бүлде, һәм ул яйлап элекке халәтенә ҡайта башланы. Уҡыу йылы аҙағына бала класта иң тырыш уҡыусылар иҫәбендә ине. Ошо саҡта ла уҡытыусы, мин һеҙҙең бөтәгеҙҙе лә бер тигеҙ яратам һәм ихтирам итәм, тине, әммә ул тағы ла алдашты, сөнки класта уның иң яратҡан уҡыусыһы бар ине...
Киләһе уҡыу йылында уҡытыусыны башҡа класка етәксе итеп тәғәйенләнеләр. Бер көн дәрестән һуң дәфтәр тикшереп ултырғанда кемдер тулыһынса ябылмаған ишеккә ҡағыҙ киҫәге ҡыҫтырып китте. "Һеҙ беҙҙе уҡытмаһағыҙ ҙа, минең өсөн һеҙ иң яратҡан уҡытыусым", тип яҙылғайны дәфтәрҙән йыртып алынған ҡағыҙ битенә. Уҡытыусы яратҡан уҡыусыһының яҙыуын шундуҡ таныны...
Ваҡыт уҙа торҙо, биш йылдан уҡытыусы уҡыусыһынан хат алды. Ул колледж бөтөп, университетҡа инеүе тураһында хәбәр иткәйне. "Һеҙ һаман да минең иң яратҡан уҡытыусым", тип тамамланғайны хат. Тағы биш йылдан ул университет тамамлауын хәбәр итте. Дүрт йылдан тағы бер хат килде. Был юлы ла уҡыусыһы уҡытыусыһына һоҡланып яҙғайны. Һәр саҡтағылай: "Һеҙ минең иң яратҡан уҡытыусым", - тип тамамланғайны хат. Фамилияһы эргәһенә фән докторы дәрәжәһе өҫтәлгәйне... Ваҡыт үтә торҙо. Бер хатында ул кәләш алырға йыйыныуы тураһында хәбәр итте. Ике йыл элек атаһы үлеп ҡалған икән, шуға күрә туй ваҡытында әсәһе урынына уҡытыусыһын саҡырғайны. Уҡытыусы, әлбиттә, ҡыуанып ризалығын белдерҙе. Туй көнөнә ҡасандыр уҡыусыһы бүләк иткән беләҙекте кейҙе, ул бүләк иткәндәге кеүек хушбуй һатып алды. Улар осраштылар. Уҡыусы уҡытыусыһын ихлас ҡосаҡланы, ҡасандыр әсәһенән килгән хушбуй еҫен таныны ул. "Рәхмәт, уҡытыусым, һеҙ мине яманлыҡты яҡшылыҡтан айырырға өйрәттегеҙ, үҙ көсөмә таянып йәшәргә кәрәклеген аңлаттығыҙ", тине ул. Уҡытыусы күҙ йәштәрен йәшермәйенсә: "Юҡ, яңылышаһың, киреһенсә, һин мине күп нәмәгә өйрәттең. Һине осратҡас ҡына мин нисек уҡытырға кәрәклеген аңланым", - тине.
Ҡыҙғаныс кинәйә, шулаймы? Табиптар Гиппократ анты биргән кеүек, уҡытыусылар ҙа балалар алдындағы бурыстарын ант менән нығытырға тейештер, күрәһең. Балаларҙы яратыу был анттың беренсе пункты булһа ине. Антон Семенович Макаренконың "Педагогическая поэма"һын, Василий Александрович Сухомлинскийҙың "Сердце отдаю детям" китабын уҡыған совет осоро уҡытыусылары әйткәндәремде уйынға һабаштырмаҫ, етди ҡабул итер, тим. Белем биреү менән тәрбиәүи мәсьәләләр бергә үрелеп, гуманистик нигеҙҙәргә ныҡлы таянып, мәңге йәшәр кеүек ине. Тарҡалды, юҡҡа сыҡты. Ярсыҡтар, ғәҙәттә, киҫелгән икмәк телемдәре кеүек, кире ялғанмай. Ә бит яңы уҡытыу стандарттары изге ниәттән башҡарыла һымаҡ тойолдо, хатта ки мауыҡтырғыс, ымһындырғыс, яҡты киләсәккә илтеүсе юл сатына оҡшағайны - сатралар (юлдар киҫешкән урын) ҡурҡыныс янауын абайламаныҡ.
Буш һүҙ булмаһын өсөн ябай ғына миҫалдар аша эштең айышына төшөнөп ҡарайыҡ. Мәҫәлән, уҡыусыға ултырғыс эшләргә ҡуштылар, ти. Традицион уҡытыу шарттары буйынса уҡытыусы балаға әҙер чертеж бирә лә, бала шунан тайпылмайынса ултырғыс эшләргә тейеш. Билдә бирелгән үлсәмдәргә тап килтереп эшләүгә ҡарап ҡуйыла. Уҡытыусы уҡыусының эшен ҡарап өйрәтеп торорға тейеш. Яңы стандарт буйынса нисек? Бында уҡыусыға ирек бирелә, уҡытыусы өйрәтмәй, ул күҙәтеүсе булараҡ ҡына ҡатнаша был процеста. Билдәне лә уҡытыусы түгел (сөнки ул күҙәтеүсе генә!), ситтәр ҡуя. Уҡыусы нисек теләй, шулай эшләргә тейеш - үлсәмдәр, ҡалыптар юҡ. Хөрриәт! Был бер бала миҫалында. Ә мәғариф системаһын алғанда, әлеге лә баяғы иреккә һылтанып, әллә күпме программалар, китаптар хасил булды - бәшмәктәр улай тиҙ таралмайҙыр. Уҡытыусылар күҙәтеүсегә әйләнде, билдәне компьютер ҡуя башланы. Хөрриәт бөттө! Тәрбиә эшенән ситләтелгән күҙәтеүселә яратыу тойғоһо, булған хәлдә лә, тәрән булмай - дәрес биреүсе менән ысын мәғәнәһендәге педагог араһындағы айырма ер менән күк араһындай. Ситкә этәрелгән телһеҙ ҡалған уҡытыусы урынын тиҙ арала гаджеттар аша интернет даръяһы йотто - рәхәт: әрләмәй, билдә ҡуймай, мөйөшкә баҫтырмай, әммә үҙенекен эшләй - робот биоробот барлыҡҡа килтерә.

Шулай итеп...
Имсәк баланың күҙҙәренә ҡарағанығыҙ барҙыр. Унда бер генә тамсы булһа ла мин-минлек, уҫаллыҡ, мәкерлек, хәйлә, алдашыу кеүек сатҡылар бармы? Юҡтыр. Булмаһа, ҡайҙан барлыҡҡа килә буласаҡ шәхестә негатив ҡараш, йәмһеҙ холоҡтар? Эйе, эйе, һөйөү етмәгән урынды, ҡый үләне һымаҡ, нәфрәт баҫа.

Радик ӨМӨТҠУЖИН.
"Киске Өфө" гәзите, №33, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 22.08.22 | Ҡаралған: 814

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru