«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
УН ЙӘШЛЕК ҺЫЛЫУҠАЙ БАШҠОРТОСТАНДЫ, БАШҠОРТЛОҠТО ДАНЛАЙ
+  - 


"Ҡыҙыл төлкө - ер күрке, матур егет - ил күрке, матур ҡыҙҙар - өй күрке" тигәндәр борон беҙҙең ата-бабаларыбыҙ. Бөгөн шундай аҫыл егет-ҡыҙҙарыбыҙ бихисап, тип беләбеҙ. Шөкөр, йәштәрҙең төрлө өлкәлә уңыштарына шаһит булып торабыҙ. Өйөбөҙ Башҡортостандың күрке булырҙай һылыу ҡыҙҙарыбыҙ ҙа етерлек, шуларҙың береһе - күптән түгел Мәскәүҙә үткән "Russian Beauty 2022" матурлыҡ, мода һәм талант фестивале сиктәрендәге "Юная Мисс Вселенная" конкурсының Гран-приһын яулаған Регина ХУЖИНА. Ун йәшлек һылыуҡай һәм уның әсәһе Айгөл Тәфтизән ҡыҙы менән матурлыҡ төшөнсәһенең асылы, юғары мода донъяһы, үҫмер ҡыҙҙарҙың тәрбиәһе тураһында әңгәмә ҡорҙоҡ. Төрлө кимәлдәге конкурстарҙа ҡатнашып, иң һылыуҙарҙың береһе булып танылған ҡыҙ һәм уның әсәһе матурлыҡ төшөнсәһенең асылын нисек аңлай?

Регина:
Матурлыҡ - ул һәр беребеҙҙең күңелендә йәшәй, ул күңелдәрҙе һауыҡтыра, таң ҡалдыра, кешеләргә ярҙам итә. Тормош үҙе үк бер матурлыҡ, тип аңлатып үҫтерәләр мине атай-әсәйем. Матур кешене яҡшы эштәре, яуаплылығы, алсаҡлығы, ҡыҙыҡһыныусанлығы буйынса танырға була, тип беләм. Минең өсөн бөтә туғандарым һәм, әлбиттә, тәү сиратта әсәйем матурлыҡ өлгөһө. Сөнки улар мин әле әйтеп киткән барлыҡ сифаттарға эйә, яҡшылар, алсаҡтар һәм ҡыйынлыҡтар килгәндә ярҙам күрһәтергә һәр саҡ әҙерҙәр. Үҙ-ара беҙ бик татыу һәм һәр нәмәгә яуаплылыҡ менән ҡарайбыҙ.
Айгөл Тәфтизән ҡыҙы: Регина ҡыҙыбыҙ бигерәк туған йәнле, был беҙҙең яҡындарыбыҙҙың күп балалы ғаиләләр булыуынан һәм тығыҙ аралашып йәшәүебеҙҙән киләлер. Мин матурлыҡтың асылын кешенең күңел донъяһы яҡшылыҡ, алсаҡлыҡ, мәрхәмәтлек менән тулы булыуында күрәм. Кешене һәр саҡ ошондай күркәм сифаттарына ҡарап баһалайым, ә инде тышҡы яҡтан да гүзәл булып, яҡшы уҡый һәм атай-әсәйенә, туғандарына ярҙамсыл, алдына маҡсат ҡуя белә икән, ижад итергә һәм халҡы өсөн тырышып йәшәгәндәрҙе бар яҡлап та камил тип беләм. Ирем менән балаларыбыҙҙы ошо инаныстарыбыҙға ярашлы тәрбиәләргә тырышабыҙ. Ниндәй өлкәлә уңыш ҡаҙанһаң да, халҡыңа файҙа килтерергә, уның аҫыл ул-ҡыҙы, туған ереңдең патриоты булырға тейешһең, тип өйрәтәбеҙ.



Шундай кешенең өлгөһө тормошоғоҙҙа бармы?

Айгөл Тәфтизән ҡыҙы:
Бындай күркәм холоҡло кеше минең өсөн әсәйем, педагогик хеҙмәт ветераны Рита Булат ҡыҙы Юлмөхәмәтова. Нәҡ ул бала саҡтан Ватаныбыҙҙы һөйөргә, ярҙамсыл, намыҫлы, татыу булырға өйрәтеп үҫтерҙе. Нәҫелебеҙҙә быуындан-быуынға күсә килгән башҡорт теленә, мәҙәниәтенә, йолаларына тоғролоҡ тәрбиәләне. Бөгөн үҙ сиратыбыҙҙа балаларыбыҙға шундай өлгө күрһәтергә, аңдарына һалып үҫтерергә тырышабыҙ. Дөрөҫөн генә әйткәндә, Регинаның бөтә юғары наградалары ла башҡорттарҙы танытыу маҡсатында яуланды. Сөнки 20 йыл дауамында ошондай конкурста Башҡортостандан балалар араһында ҡатнашыусылар, айырыуса башҡорт ҡыҙыҡайҙары булмаған. Ойоштороусылар: "Һеҙҙең республиканан бөтөнләй ҡатнашмай торғайнылар, ҡапыл килеп сыҡтығыҙ ҙа, балҡынығыҙ", - тиҙәр. Ысынлап та шулай булды шул. Былтыр Регина тәү башлап "Башҡортостан гүзәле" конкурсының Гран-приһын яуланы, шунан Мәскәү ҡалаһында уҙғарылған бик абруйлы ярыштарҙа ҡатнашып, еңеп сыҡты, онлайн конкурстарҙа ла һынатманы. "Юная мисс Россия - 2022" гүзәллек конкурсында ла Гран-при алып, "Юная мисс Вселенная"ла ҡатнашты һәм унда ла жюри Регинаны юғары баһаланы. Әйткәндәй, быға тиклем "Юная мисс Вселенная" Лакоста уҙғарылған булған, быйыл донъя хәлдәрен иҫәпкә алып, конкурсты Мәскәүҙә үткәрергә рөхсәт иткәндәр. Унда Беларусь, Ҡаҙағстан, Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән һуңғы 2-3 йылда юғары кимәлдәге ярыштарҙа еңеүсе ҡыҙҙар ҡатнашты. Йәш буйынса дүрт төркөмгә бүленделәр, Регина үҙенең 10-14 йәшлектәр араһында еңде. Шулай уҡ уға "Russian Beauty 2022" матурлыҡ, мода һәм талант фестиваленең төп иҫтәлекле наградаларының береһе - Пьер Кардендың алтын миҙалы тапшырылды. Уны билдәле француз модельерының тыуыуына 100 йыл тулыуға арнап булдырғандар, Регинанан тыш, ул миҙалды тағы күренекле Рәсәй модельеры Вячеслав Зайцев, жюри рәйесе, мода тарихсыһы, "Модный приговор" телетапшырыуын алып барыусы Александр Васильев, тағы бер нисә модельерға һәм ҡатнашыусы ҡыҙҙарға бүләк иттеләр. Башҡортостанды һәм башҡорт ҡыҙҙарын данлау, ошо өлкәлә лә билдәле итеү маҡсатында тырыштыҡ инде.

Бындай юғары кимәлдәге һылыуҡайҙар конкурсында ниндәй сифаттарға ҡарап баһалайҙар? Ул баһалар һинең матурлыҡ тураһындағы төшөнсәләреңдән айырыламы?

Регина:
Әлбиттә, бындай сараларҙа күберәк тышҡы ҡиәфәткә, ҡыҙҙарҙың моделгә ҡуйылған талаптарға ярашлы баҫып йөрөүенә, үҙ-үҙен тотошона, кейемдәренә иғтибар итәләр. "Russian Beauty 2022" фестивалендә беҙ тәүҙә мода күрһәтергә тейеш дизайнерҙар командаларына бүленеп, репетициялар яһаныҡ, һуңынан милли кейем, спорт кейеме һәм кисәләр өсөн күлдәк кейеп сығырға ла өйрәндек. Милли кейем менән сығышта мин башҡорт күлдәге, кәзәки кейеп, иҙеү тағып, ҡушъяулыҡ ябынып сыҡтым һәм башҡорт бейеүҙәрендәге үҙебеҙгә хас хәрәкәттәр яһаным. Мода аҙналығының һуңғы көнөндә байрам табыны ойошторҙолар һәм еңеүселәрҙе шунда билдәләнеләр. Конкурстарҙа мин ярышташтар тураһында уйламайым. Минең категорияла ҡатнашҡан башҡа ҡыҙҙар 12-13 йәшлектәр ине, улар араһында мин йәшкә лә, буйға ла иң бәләйе булдым. Бындай ярышта еңеү өсөн яҡшы әҙерләнеп барырға һәм сәхнәлә һәр ваҡыт матур йылмайып йөрөргә кәрәк, артыҡ ауырлығы юҡ. Әйткәндәй, әсәйем менән беҙ ҡайҙа барһаҡ та Башҡортостандан иҫтәлекле сувенирҙар, башҡорт балын үҙебеҙ менән алабыҙ һәм үҙебеҙҙе шулай ҙа танытып йөрөйбөҙ.
Айгөл Тәфтизән ҡыҙы: Регина еңел әҙерләндем, еңел үтте, тип иҫәпләй, сөнки ул 5 йәшлек сағынан Фәйзи Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле эргәһендәге балалар бейеү коллективында шөғөлләнә. Башҡа балалар кеүек, арыным, фотоға төшмәйем, тиеп мыжығаны ла юҡ. Бынан тыш, һәр конкурс алдынан уны еңмәгән осраҡта ла борсолмайбыҙ, күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәйбеҙ, барыһы ла яҡшы буласаҡ, тип көйләйем. Әлегә ҡыҙым бер ҙә һынатҡаны юҡ, еңеренә ышанмай ғына барһа ла, иң юғары һөҙөмтәгә өлгәшә лә ҡайта. Бейеү ансамблендәге һәм "Һомай" театр-дефилеһындағы педагогтары бик ярҙам итте, ҡыҙым белем алған М. Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһының коллективына ла оло рәхмәтлебеҙ. Һәр саранан тәжрибә туплап ҡайтабыҙ, тормош иптәшем беҙҙе "Башҡорттарҙы күтәрергә киттегеҙме?" тип, сираттағыһына оҙатып ҡала. "Донъя һылыуҡайы" һәм "Европа һылыуҡайы" конкурстарында ҡатнашһаҡ, йәш буйынса ҡатнаша алырлыҡ бүтән юғары кимәлдәге саралар ҡалманы инде хәҙер.



Бындай конкурстар балаларға һәм уларҙың атай-әсәйҙәренә нимә өсөн кәрәк тип уйлайһығыҙ?

Регина:
Бала еңһә, ул шунда уҡ үҙ төбәгендә билдәле булып китә, уны күптәр таный. Әүҙем ҡатнашһаң, төрлө яҡтан килгән ҡыҙҙар араһынан дуҫтар табырға була. Мәҫәлән, мин был юлы Чебоксар ҡалаһынан килгән ҡыҙҙар менән танышып, дуҫлашып ҡайттым. Үҫкәс, хәтерләп һөйләргә матур иҫтәлектәр күп буласағы ла минең өсөн мөһим. Әлегә мин М. Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһында яҡшы уҡыйым, 5-се синыфҡа барасаҡмын. Класс старостаһы. Киләсәктә модель һөнәрен һайлағым да килә, бейеүсе йәки хореограф та булам тип хыялланам.
Айгөл Тәфтизән ҡыҙы: Былтыр "Мисс Останкино" конкурсында ҡатнашҡанда ҡыҙҙарын оҙатып килгән атай-әсәйҙәр өсөн оҫталыҡ дәресе ойошторолғайны. Шунда был өлкәләге белгестәр Регина кеүек үҙенсәлекле балалар замандаштары һәм халҡы өсөн нимәлер эшләргә, үрнәк булырға тейеш, тигәйнеләр. Ә бының өсөн Мәскәүгә килеп эҙләнеп йөрөргә кәрәкмәй, үҙең йәшәгән төбәктә эшләү мөһим булыуын да аңлаттылар. Беренсе ҡатнашҡан конкурста һәм һуңғыһында төшөрөлгән видеояҙмаларҙы, фотоларҙы сағыштырып ҡараһаң да Регинаны танырлыҡ түгел. Ул бер йыл эсендә кешеләр араһында үҙен тоторға өйрәнде, үҙенә ышанысы артҡаны ла күренеп тора, төрлө яҡлап үҫешер өсөн тырышып, түңәрәктәрҙә шөғөлләнә, мәктәптә лә яҡшы өлгәшә. Баланы дүрт йүнәлештә: модель оҫталығына, инглиз теленә, сәхнә телмәренә, йыр-моң һәм бейеү йәһәтенән үҫтерергә кәрәк. Профессиональ моделдәргә 17 йәштә бөтә мөмкинлектәр асыла башлай. Регина киләсәктә үҙе теләгән һөнәрҙе һайлар, әлегә уның һәләттәрен үҫтереү - төп маҡсатыбыҙ. Ул уҡыған гимназияла моделдәр түңәрәге асыу, һылыуҡай конкурстарына кейерлек балалар өсөн башҡорт кейемдәрен төрлөләндереп тегеү, балалар өсөн матур йөкмәткеле саралар ойоштороу йәһәтенән дә уй-ниәттәребеҙ байтаҡ.
Модель агентлыҡтарында шөғөлләнгән ҡыҙҙар арҡаһын төҙ тоторға, матур баҫып йөрөргә, зауыҡлы кейенергә, үҙен ҡарарға өйрәнәсәк. Гүзәллек конкурстарында ҡатнашҡан барыһы ла үҫкәс модель булып китә алмай, ҡыҙғанысҡа күрә. Әммә 7-8 йәшлек сағында шундай сараларҙа ҡатнашып өйрәнгән бала үҙ-үҙенә бикләнеп ҡалмай, һәләттәрен күрһәтергә һәм үҫтерергә өйрәнә. Байҙарҙың, аҡсалы кешеләрҙең генә ҡыҙҙары шундай юғары еңеүҙәргә өлгәшә ала, тип уйлау бик үк дөрөҫ түгеллеген үҙ миҫалыбыҙҙа асыҡланыҡ. Хәҙер ошо тәжрибәне башҡалар менән дә уртаҡлашабыҙ.
Бындай конкурстар баланы һауаландырып ебәрер, холоҡ-фиғелен насар яҡҡа үҙгәртер, тип хафаланыусылар ҙа барҙыр. Был инде һәр ғаиләләге тәрбиәнән килә. Күпме сараларҙа булырға тура килде, бөтә балалар ҙа эскерһеҙ, үҙҙәре ихлас теләп ҡатнашып йөрөй һәм тиҫтерҙәре менән алсаҡ аралашалар, тыйнаҡтар. Әммә ярыш тамамланғандан һуң шау-шыуҙы уларҙың атай-әсәйҙәре күтәрә, ҡыҙғанысҡа күрә, шундай йәмһеҙ ҡыланған өлкәндәр гел осрай. Шулай ҙа Регинаның еңеүенә ҡарата ризаһыҙлыҡ белдереп торғандары булманы, барыһы ла уның тәбиғи һылыулығына ғына түгел, эскерһеҙлегенә, алсаҡлығына һоҡланыуын белдерә. Ғәҙәттә, ҡыҙымдың ҡыйғас ҡара ҡашы стилистарҙы ла хайран ҡалдыра, ҡарайтып һыҙҙығыҙмы, тип юйырға тотоналар, йәки, ирендәренә ниҙер ҡаҙаттығыҙмы, тип тә шик белдерәләр. Беҙҙең башҡорт ҡыҙҙары тыумыштан шулай һылыу булыуын гел әйтә йөрөйөм.

Әйткәндәй, Регина, башҡорт һылыуы ниндәй булырға тейеш тип уйлайһың?

Регина:
Ул тәү сиратта үҙенең тыуған телен яҡшы белергә, тышҡы ҡиәфәте лә, күңеле менән дә матур булырға тейеш. Башҡорт ҡыҙы мотлаҡ тыуған ерендә йәшәй, ҡайҙалыр ситкә сығып китмәй. Тәбиғи матурлығын һаҡларға һәм кешеләргә шундай үрнәк күрһәтергә тейеш, сәсен киҫеп, сағыу төҫкә буяп йөрөмәй. Алсаҡ йөҙлө, йылмайыусан, ярҙамсыл да ул башҡорт ҡыҙы. Мин шулай тип уйлайым.
Айгөл Тәфтизән ҡыҙы: Үҙемдең атай-әсәйемә лә, ҡайным менән ҡәйнәмә лә беҙҙе башҡорт рухлы итеп тәрбиәләүҙәренә рәхмәтлемен. Күрәһегеҙ, ошо ғына йәшенән олатай-өләсәйҙәренең: "Үҙ ереңдә хужа булып йәшә, ситкә сығып китмә", - тип әйтеүен ҡабатлап ултыра. Ҡала мөхитендә башҡорт телен өйрәтеп, башҡорт итеп тәрбиәләүе еңел түгел, тиһәләр ҙә, үҙебеҙсә көс һалабыҙ. Өс өлкән балам да балалар баҡсаһына тиклем тик башҡортса ғына һөйләште, әле өйҙә башҡортса аралашабыҙ, 11 айлыҡ кескәй һеңлеләренең теле башҡортса асылһын тип тырышабыҙ.
Тәрбиә ғаиләнән килә, шуға туған-тыумасаларҙан йыйып алған көнкүреш әйберҙәре, ҡаралдыларҙан торған бер музей ойоштороп ҡуйырға йыйынам. Сөнки беҙҙә 200 йыллыҡ селтәрҙәр, ҡоштабаҡ, бер быуатлыҡ етен таҫтамал, кәрәсин шәме, ҡартәсәйемдән ҡалған үлсәү кеүек бик ҡыҙыҡлы ҡомартҡылар һаҡлана. Ҡайҙалыр мөйөштә ятмаһындар, балалар күреп үҫһен өсөн тотондом инде был эшкә. Иремдең дә, үҙемдең дә шәжәрәбеҙҙе күптән ентекләп төҙөп ҡуйҙым. Мин сығышым менән Әбйәлил районы Асҡар ауылынан, тамырҙарыбыҙ Сураш батырға барып тоташа. Ә ирем Ринат Мәләүез башҡорто. Туған тейеш кешеләргә бөтә Башҡортостан буйлап йөрөп, танышып сыҡтыҡ, үҙебеҙ ҙә, балаларыбыҙ ҙа аралашып йәшәйбеҙ. Һылыу ҡыҙ өйҙә атай-әсәһенә ярҙам итәме? Айгөл Тәфтизән ҡыҙы: Эйе, шөкөр. Регина һәм Роберт икәүләшеп кескәй һеңлеләрен әүрәтәләр, мәктәптә лә яҡшы өлгәшәләр. Өлкән улыбыҙ - студент, эшләп тә йөрөй. Һауыт-һаба йыуыу, өйҙө ипләү, тағы ла ниндәйҙер ҡулдарынан килгән эште атҡарыуға һис ҡаршылашып тормайҙар. Хатта ҡайһы саҡта компьютерҙа уйын да эләкмәй үҙҙәренә, уға ваҡыттары ҡалмай.
Регина: Тиҙҙән йәйге каникулға Мәләүезгә олатай-әләсәйгә барабыҙ. Унда ике туған апайым менән өләсәйҙең кәзәләрен яланға сығарып көтәсәкбеҙ. Өй йыйыштырышам, бәләкәй тыуғандарымды ҡарашам һәм улар менән уйнарға яратам. Яңы ғына әсәйемә ҡышҡылыҡҡа еләк-емеш ҡайнатмалары эшләштем әле.

ШУЛАЙ ИТЕП...
"Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр", тигән халыҡ һүҙҙәренең тәрән мәғәнәле булыуына хайран ҡалып тыңланым әсәй менән ҡыҙҙы. Ысынлап та, барыһы ла ғаиләләге тәрбиәгә һәм ундағы мөнәсәбәттәргә бәйле шул. Үҫмер генә сағында донъя кимәлендә билдәлелек яулаған был мөләйем ҡыҙҙың аңында әле үк ана ниндәй төшөнсәләр, ҡиммәттәр мөһим урын биләй. Йәш быуындың күңелендә матурлыҡ төшөнсәһе милли үҙенсәлектәребеҙгә ярашлы формалашыуы, үҙ халҡының мәнфәғәтен ҡайғыртыр шәхес булып үҫеүе бөгөн атай-әсәй, олатай-өләсәй рәтендәгеләрҙең аңлы һәм вайымлы булыуындалыр.

Сәриә ҒАРИПОВА әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №34, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 26.08.22 | Ҡаралған: 384

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru