«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
САЛАУАТ МАЙҘАНЫН ТӘРТИПКӘ КИЛТЕРӘҺЕ БАР
+  - 

Өфөлә йәшәүемә биш кенә йыл. Ләкин ошо бәләкәй генә арауыҡ эсендә лә баш ҡала шул тиклем үҙгәрҙе, үҫте. Өфө тураһындағы фекерҙәремде яҙып үткем килә.

Өфөлә төрлө баҙарҙар күп, әлбиттә, ләкин миңә нәҡ шәхси хужалыҡтарҙың, фермерҙарҙың үҙ уңыштарын һатҡан ауыл хужалығы баҙарҙары ифрат оҡшай. Мәҫәлән, август буйы Якутов исемендәге паркта бал йәрминкәләре ойошторолдо - һатыусы ла ҡәнәғәт, һатып алыусы ла алыҫҡа бармай ғына үҙенә ҡышҡылыҡҡа тәмле лә, файҙалы ла бал алып ҡыуана.
Шулай уҡ республика Башлығының урамда үҙенең баҡса уңышы менән һатыу итеүселәргә теймәҫкә тигән ҡарарын бик хуплайым. Мәҫәлән, элек күршем үҙенең баҡсаһында үҫтергән сәскәләрен һата алмай ыҙалай ине, сөнки бөтә ерҙән дә ҡыуҙылар, һатырға рөхсәт итмәнеләр, ә хәҙер иркенләп ултырып матур сәскәләрен һатып ҡайта. Оло кеше өсөн әҙме-күпме килем дә, өйөндә яңғыҙ ултырып арыған инәйгә кеше араһына сығып, аралашып, ваҡыт үткәреү әмәле лә.
Ләкин ошондай баҙарҙарҙы әлеге лә баяғы алыпһатарҙар "баҫып" ала башлауы күңелде ҡыра. Улар бер ҙә үҙҙәренең көсөн түгеп үҫтергән баҡса емешен йәки ҡул эшен һатмай, ә ҡайҙандыр осһоҙға алған ойоҡбаштарын, күлдәк-кофта, плед һәм башҡа әйберҙәрен ҙур өҫтәлгә ҡуйып, ирәйеп һатып ултыра. Һатһындар, һәр кем ҡулынан килгәнсә аҡса эшләй, ләкин улар әлеге лә баяғы сәскә бәйләме йәки бер биҙрә бәрәңге, ике килограмм ҡыярын һатып ултырыусыларҙы "баҫмаһын" ине. Ҡалалағы фонтандарҙы бик яратам. Уларҙың ниндәй генә төрлөләре юҡ! Барыһы ла матур. Мәҫәлән, Ҡала мәҙәниәт йорто янындағы "Бейеүсе торналар" фонтаны янында тере музыка кистәре үтә, иҫ киткес күркәм сара. Төрлө тематикалы был концерттарға ҡаланың төрлө райондарынан йыр-моң яратыусылар махсус килә. Әллә күпме ваҡыт эшләмәй торған фонтандың бөгөнгө көндә ошондай матур мәҙәни үҙәккә әйләнә барыуына ҡыуанмай булмай.
Күптән түгел генә "Ҡашҡаҙан" ял паркында ла матур фонтан астылар, ғөмүмән, паркты бик матурланылар. Ләкин бөгөнгө көндә күңелде ҡырған әйберҙәргә иғтибар итмәйенсә мөмкин түгел. Мәҫәлән, кисен төрлө уйынсыҡ, ҡыуыҡса (воздушный шар) һатып ултырыусылар велосипед өсөн махсус эшләнгән юлды биләп алып, шунда үҙҙәренең сауҙа эштәрен башҡара. Был, берҙән, велосипедта йөрөүселәр өсөн дә мәшәҡәт тыуҙыра, икенсенән, әлеге әйберҙәрҙе һатыусылар өсөн хәүефле, өҫтәренә барып менмәҫтәр тимә ике тәгәрмәс хужалары. Шулай уҡ ошо юлда ни өсөндөр бәҙрәфтәр ҙә ҡуйыла. Улар, һис шикһеҙ, кәрәк, ләкин ни өсөн нәҡ халыҡ күп йөрөгән ерҙә, парктың ҡап уртаһында йәмһеҙ булып ултыралар? Мәҫәлән, Ҡала советы майҙаны янында улар бик бөхтә итеп эшләнгән. Ошондай ваҡ, әммә мөһим күренештәр парктағы тәьҫораттарҙы юҡҡа сығара.
Шулай уҡ Конгресс-холл алдындағы майҙансыҡты ла шау һатыу нөктәһенә әйләндерҙеләр. Фонтандың бер яғынан бөтөнләй үтеп булмай - ул бәләкәй машиналар, ул уйын аттракциондары, уйынсыҡтар, шәкәрле мамыҡ, туңдырма һатыу һәм башҡалары. Аттарға ҡуш итеп хәҙер хатта паровоз да йөрөй башланы. Аңлайым, унда балалары менән килгәндәр өсөн был аттракциондар, бәлки, кәрәктер, ләкин туристар һәм ял итергә сыҡҡан ҡала халҡы өсөн мәшәҡәт тыуҙырмаймы икән?
Шулай уҡ Салауат Юлаев майҙанындағы фонтанға туҡталып, шуны әйткем килә. Фонтан асылған ғына ваҡытында ул төҫлө сағыу уттар менән балҡый һәм милли моң яңғырай ине. Ҡайҙа ул хәҙер? Ни өсөн тымып ҡалған?

Әлиә НӘҘЕРШИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №34, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 26.08.22 | Ҡаралған: 154

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru