«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АРТЫШ, КИПАРИС...
+  - 


Артыш беҙҙең республиканың Белорет, Бөрйән, Баймаҡ, Әбйәлил, Учалы, Ғафури, Ейәнсура һәм башҡа таулы райондарында ылыҫлы урмандарҙа, тау битләүҙәрендә, ҡомло йәки ваҡ ташлы урындарҙа үҫә. Ваҡ ташлы тупраҡтарҙа ул ергә ятып, ә ҡомло урындарҙа, мәҫәлән, Марий Эл республикаһында тура олонло булып үҫә. Бейеклеге 1-3 м булған был үҫемлектең олондары ҡара һоро, ә йәш ботаҡтары ҡыҙғылт һоро төҫтә була. Артыштың 10-16 мм оҙонлоҡтағы тар ланцет япраҡтары энәне хәтерләтә, ҡышҡылыҡҡа ҡойолмай.

Ғалимдар артыштың ергә ятып үҫкән төрөн "можжевельник казацкий", ә ҡыуаҡ формаһында тура үҫкәндәрен "можжевельник обыкновенный" тип йөрөтә. Артыш (Можжевельник - Juniperas L.) кипаристар ғаиләһенә ҡараған ике өйлө ҡыуаҡ үҫемлек. Үҫемлектәрҙең береһендә - тик ата сәскәләр, ә икенсеһендә инә сәскәләр урынлашҡан. Ата сәскәләре оҙонса һырғаны хәтерләтә. Инә сәскәләренең йәшел тубырсыҡтарында 8-10 рәттән торған тәңкәләре була. Уларҙың өҫкө рәте емеш бирә. Аталанғандан һуң тәңкәләрҙең һәр береһе ҙурайып үҫеп китә һәм емеше еләккә оҡшаған тубырсыҡ барлыҡҡа килтерә. Был емештәр тик икенсе йылға ғына өлгөрөп етә. Тәүге йыл улар йәшел, ә икенсе йыл күкһел ҡара төҫкә инә. Уларҙың ҙурлығы 6-10 миллиметр диаметрлы шар йәки эллипс формаһында була.
Артыштың тубырсыҡтарын тамам өлгөрөп еткәс кенә йыялар. Улар, ғәҙәттә, сентябрь айында өлгөрә. Япраҡтары сәнскеле булыу сәбәпле, артыштың еләктәрен йыйыу эше бер аҙ ҡатмарлаша. Ләкин ҡыуаҡ аҫтына брезент йәйеп, уны һелкһәң, был эш байтаҡҡа еңелләшә, еләктәр үҙҙәре үк ҡойолоп төшә. Артыш еләген киптерер алдынан ҡоро ботаҡтарҙан, йәшел еләктәрҙән айырып алырға кәрәк. Уны махсус киптергестәрҙә йәки температура артыҡ юғары булмаған йылы бинала киптерәләр. Һәйбәт киптерелгән еләк ҡара төҫтә, йомро формала булырға тейеш. Киптереү процесы оҙаҡ бара. Шуға күрә уны йыш әйләндереп торорға кәрәк.
Артыш көслө фитонцид үҫемлектәрҙән һанала. Уның бер гектар ҡыуағы 30 килограмм фитонцид матдә бүлеп сығара. Был ҡәҙәр фитонцид миллион тирәһе халҡы булған ҙур бер ҡаланы бактерияларҙан таҙартыу өсөн етерлек. Ошо үҫемлектең һәм уның ҡәрҙәштәренең һауаны таҙартыу сифаты хатта боронғо мифтарҙа һәм легендаларҙа һаҡланып ҡалған. Мәйет сыҡҡан өйҙө артыш менән ыҫлау ғәҙәте булырға тейеш. Артышты шулай уҡ һәр өйҙөң ишек башына йә өй мөйөшөнә ҡыҫтырып ҡуйыу, йәғни был йортто төрлө яманлыҡтарҙан һаҡларға тырышыу, элек-электән килгән йола. Хәҙер ҙә грипп киҙеүе ҡоторған осорҙа күп ауылдарҙа өйҙө артыш яндырып ыҫлап алалар.
Шуныһы иғтибарға лайыҡ: был йолалар боронғо гректарҙа ла күҙәтелгән һәм легендаларында һаҡланып ҡалған. Мәҫәлән, кипарис тураһындағы легендала былай тип һөйләнелә (кипарис - артыш менән бер ғаиләгә ҡараған мәңге йәшел ылыҫ япраҡлы үҫемлек):
...Кеос утрауындағы Карфей үҙәнендә алтын мөгөҙлө үтә нәфис болан йәшәгән, ти. Уның муйынын гәүһәр муйынсаҡ, ҡолаҡтарын үтә ҡиммәтле һырғалар биҙәп торған. Кешеләр араһында үҫкәнгә күрә, ул бер кемдән дә ҡурҡмаған. Был боланды барыһы ла яратҡан. Кем нисек теләй, шулай иркәләгән. Әммә утрау батшаһының улы Кипарис уны айырыуса ныҡ яратҡан була. Ул болан менән бергә тауҙар, туғайҙар буйлап гиҙгән. Боланды төрлө тәм-том, үләндәр менән һыйлаған, көмөш һыулы шишмәләрҙән һыу эсергән, мөгөҙөн төрлө сәскәләрҙән үрелгән гөлләмәләр менән биҙәгән. Ҡайһы саҡта ул боланға атланып алып, Карфей үҙәне буйлап сәйәхәткә сығып китер булған.
...Йәйге эҫе көндәрҙең береһендә был алтын мөгөҙлө болан ҡыуаҡтар күләгәһе ышығына ял итергә ята. Осраҡлы рәүештә ошонда уҡ Кипарис һунар итеп йөрөгән була. Ҡыуаҡ төбөндә ятҡан боланды күреп ҡала һәм уны үткер һөңгөһө менән сәнсеп үлтерә. Әлбиттә, ул үҙенең яратҡан боланын һәләк иткәнен белмәй, сөнки ул яртылаш япраҡтар менән күмелгән була. Тик табышына яҡынлашҡас ҡына Кипарис үҙенең ниндәй хата эшләгәнен аңлай. Кипарис һис кисекмәҫтән боланы менән бергә үлергә теләй. Аполлондың уны йыуатырға теләүе юҡҡа ғына була. Ул аллаларҙан үҙен мәңгелеккә ҡайғыға дусар итеүҙәрен һорай. Аполлон, үҫмер егеттең теләген үтәп, уның кәүҙәһен ағасҡа әүерелдерә. Уны ҡайырылар менән ҡаплап ҡуйып, йәшел төҫлө ылыҫтар менән биҙәй. Һомғол буйы менән күккә ынтылған был мәңге йәшел ағасҡа ҡарап, Аполлон былай ти:
- Мин һинең өсөн, үҫмер егет, һәр ваҡыт ҡайғы кисерермен һәм һин дә һәр саҡ шулай кеше ҡайғыһы өсөн ғазап сигерһең. Бына шулай мәңге ҡайғырып йәшә!
Шул ваҡыттан алып гректар, өйҙәрендә мәйет булһа, кипарис ботаҡтары элеп ҡуйыр, ҡәберҙәргә кипарис ағасы ултыртыр булған... Был риүәйәткә бәйлеме, юҡмы, әммә башҡорттар элек-электән артышты шулай уҡ кипарис ағасы кеүек изге күрә һәм бер үк маҡсатта ҡуллана.
Тура үҫкән артышты Ҡыраҡа тауҙарында (Белорет районы) осратырға була. Ул матурлығы, һомғол булыуы менән кипаристан берҙә генә ҡалышмай. БДУ-ның Сибай институты ғалимдары һуңғы йылдарҙа артышты морфологик, генетик яҡтан ныҡлап өйрәнеү менән шөғөлләнә. Хәйбулла районы Урыҫбай ауылы янында олоно 13-14 см булған 45-60° текә үҫкән артыш ҡыуаҡлығы иғтибарҙы йәлеп итә. Биология фәндәре докторы, профессор Юлай Янбаев етәкселегендәге төркөм генетик тикшереүҙәр үткәреп, уның айырым төр түгел, ә осраҡлы үҙгәртеү кисергән клон булыуын иҫбат итте. Һуңғы йылдарҙа Бөрйән районында тура үҫеүсе артыштарҙан ғына торған ҙур майҙандар булғанлығы билдәле булды. Артышты ҡалаларҙы, бигерәк тә шифаханалар тирәләрен йәшелләндереү өсөн ултыртыу ифрат файҙалы. Грецияла, Румынияла, Болгарияла артыш ҡыуаҡтарын ҡалаларҙы биҙәү өсөн киң ҡулланалар.
Әйткәндәй, артыш менән ыҫланған ҡымыҙ мискәләре ҡымыҙға үҙенсәлекле тәм бирә. Уны шулай уҡ ит ыҫлау өсөн дә ҡулланалар.

Сәфәрғәли ЙӘЙТҮРИН,
биология фәндәре докторы.

"Киске Өфө" гәзите, №34, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 26.08.22 | Ҡаралған: 199

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru