«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БӘҒӘНӘШ
+  - 

Был дарыу үләненә көтмәгәндә тап булдым. Йәй башланған мәл ине. Трамвайҙа осраған ғалим-шағир Вафа Әхмәҙиев (хәҙер мәрхүм инде): "Әйҙә, бәғәнәш үләнен күрһәтәм. Өфө урмандарында ла үҫә ул. Хәҙер сәскә атҡандыр инде", - тип мине ҡала Советы туҡталышына алып барҙы.

Мәжит Ғафури исемендәге ял паркы миллиондан ашыу халҡы булған ҙур ҡаланың уртаһында урынлашһа ла, үҙенең тәбиғилеген һаҡлай әле. Йөҙйәшәр имәндәр, һылыу йүкәләр, күркәм сағандар менән бергә айыу баланы, зелпе ҡыуаҡтары бында йырып үткеһеҙ булып үҫә. Яҙ килеү менән, кәкүк емеше, тайтояҡ, яҙ күрке аҡ умырзая, дарыу үләндәренән сөйәл үләне, юл япраҡтарының бер нисә төрө, ҡырҡҡолас кеүек иртә сәскә атыусы үҫемлектәр ҡалҡып сыға.
Сирек сәғәт самаһы ваҡыт үтеүгә, бәғәнәште үҙенә хас үҫемлектәр берлегендә - ҡатнаш урманда, ҡарағай, акация һәм айыу баланы ҡыуаҡтары күләгәһендә осраттыҡ. Русса "воронец колосовидный" тип атала ул. Аҙаҡ шағир бәғәнәш үләненең Ишембай, Күгәрсен, Ғафури райондарында күпләп үҫеүе һәм урындағы халыҡҡа яҡшы таныш булыуы тураһында һөйләне. Уның икенсе исеме "Салауат тамыры" икәнен дә хәтергә төшөрҙө.
Бәғәнәш, әйтеп үтелгәнсә, шыршы, ҡарағай урмандарында үҫә. Ҡатнаш урмандарҙа ла осрай. Ул үҫкән тирәлә ваҡ ҡымыҙлыҡ, ҡырҡбыуын, ҡаҙаяҡ үләндәре үҫеүсән. Бәғәнәштең бейеклеге 30-40 сантиметр. Япраҡтары киң, овал (эллипс) формаһында, бер-береһенә ҡапма-ҡаршылаш урынлашҡан. Япраҡ һабы тирәһендә улар тарайып бәләкәйләнә. Яҙ көнө аҡ сәскә ата, емеше ҡара төҫтә. Ҡыҙыл емешлеләре лә бар. Улары "воронец красноплодный" тип атала.
Шуныһы иғтибарға лайыҡ: был үҫемлектең орлоғо тупраҡта ике ҡыш ятҡас ҡына шытым бирә. Беренсе йыл үҫенте тик бүлбеләргә оҡшаған һурыусы һәм һаҡлыҡ тамырҙарын ғына барлыҡҡа килтерә. Июль айҙарында орлоҡ өлөштәре кибеп һәләк була һәм үҫенте ҡышҡылыҡҡа бүлбеләр рәүешендә китә. Икенсе яҙға үҫемлек тәүге япраҡтар барлыҡҡа килтерә.
Бәғәнәш һуңғы йылдарҙа күп ғалимдарҙың, бигерәк тә фармацевтика өлкәһендә эшләүселәрҙең, иғтибарын йәлеп итә. Хәҙер был үләндән күп төрлө дарыу эшләү мөмкинлектәре асыҡланды. Әйтергә кәрәк, бәғәнәш, аҙ-аҙлап осрай. Шуға күрә уны тәләфләргә ярамай. Билдәле булыуынса, ул ағыулы үҫемлектәр исемлегенә инә һәм уның менән эш иткәндә мотлаҡ һаҡлыҡ сараларын иҫәпкә алырға кәрәк.
Был ҡыҙыҡлы. Иң ҙур япраҡлы үҫемлектәрҙең береһе - Амазонка викторияһы. Уның диаметры 2 метр, хатта унан да ашып китә. Уның ситтәре өҫкә ҡайтарып бөрөлгән, һыу өҫтөндә ҙур бер табаҡ кеүек йөҙөп йөрөй. Япраҡтарының ҙурлығы күҙәнәктәренең күплеге иҫәбенә түгел, ә ҙурлығы иҫәбенә икән. Был япраҡты һыуға батырыу өсөн ярайһы ғына көс кәрәк. Япраҡтың һыу өҫтөндәге был ныҡлығы япраҡ һеңерсәләренең үҙенсәлекле булып ишелеп урынлашыуында - улар япраҡ йөҙөнән 3-5 сантиметр өҫкә ҡалҡып тора. Был һеңерсәләр үҙенә күрә төҙөлөштә ҡулланылған балкаларҙы хәтерләтә. Үткән быуатта ошо япраҡ һеңерсәләренең урынлашыуына оҡшатып эшләнгән Лондондағы вокзал һәм күргәҙмәләр залы һаман да үҙенең ныҡлығы менән белгестәрҙе һәм йәмәғәтселекте хайран итә.

Сәфәрғәли ЙӘЙТҮРИН,
биология фәндәре докторы.

"Киске Өфө" гәзите, №34, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 26.08.22 | Ҡаралған: 238

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru