«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ИҢ АУЫР САҠТАРҘА БАШҠОРТ ҠАНЫ ЯРҘАМ ИТТЕ
+  - 


Бөрйән районының балалар йортонан Өфөгә алып килгәс, бик ауырыу балаларҙы дауаханаға һалдылар. Әкренләп һауыға барған балалар берәм-берәм балалар йортона ҡайта торҙо. Бына мин дә һауығып ҡайттым. Тик тәүҙә бер-ике көн изоляторҙа ятырға кәрәк ине.

Тәрбиәсе апайҙар ҡайтып киткәс, балалар изоляторҙың ишеген асып, "яңы" баланы ҡарарға килделәр. Минең бик бәләкәй, бик тә ябыҡ булыуымды күргәс, улар иҙәнгә одеял йәйеп, мине төрөп, күтәреп уйнанылар. Уларға күңелле булды. Икенсе көн шәфҡәт туташы Рита апай мине етәкләп төркөмгә алып китте. Зал аша үткәндә, бүлмә мөйөшөндә, бер бөҙрә сәсле малай туп тәгәрәтеп үҙ-үҙе менән уйнап ултыра ине. Ул йылмайып: "Фәүзиәне беҙгә алып киләләр", - тине. Минең исемемде ҡайҙан белә икән, тип аптыраным тәүҙә, шунан кисә изоляторға килгән балалар әйткәндер, тигән һығымта яһаным. Төркөмгә инһәк, бына ҡыҙыҡ, бөтә балалар ҙа минең кеүек тап-таҡыр башлы, тик бер генә ҡара бөҙрә сәсле Васёк, тубын тотоп, беҙҙең арттан килеп керҙе (уның матур сәсен киҫергә бер кемдең дә ҡулы күтәрелмәгәндер, ахыры, тип уйланым мин). Уның ҡыҙмы был, малаймы икәнен күлдәгенә ҡарап ҡына белеп була ине.
Бына хәҙер мин дә детдом балаһы. Уның яҙылмаған ҡағиҙәләренә күнегә башланым. Ашарға ултырғас, һәр бала тиҙ генә иң ҙур икмәк киҫәген эләктереп алырға ашыға. Иң тулы стаканды, хатта ҡалаҡтарҙы ла талашып тигәндәй алалар. Коридорҙа ла һуғышалар, йоҡо бүлмәһендә лә һуғышалар. Илай-илай күнегәм. Ниңәлер урамға йөрөргә сыҡҡанда ғына һуғышмайҙар. Беҙҙе бер малай, бер ҡыҙ ҡулға-ҡул тотоштороп теҙәләр ҙә, йә "Салауат баҡсаһы"на, йә "Матросов баҡсаһы"на алып киләләр, йә былай ғына ҡала ҡарап йөрөйбөҙ. Иң алда Әнүзә менән Риф, аҙаҡ Ғилминур менән Павлик, аҙаҡ - Васёк менән мин. Беҙҙең арттан кем кем менән тотоношоп атлағандыр, онотҡанмын. Васёк минең ҡулымды ныҡ тота, үҙе: "Фәүзиә, мин әле генә бала ул, ә элек оло кеше инем", - ти. Ҡала буйлап йөрөгәндә Васёктың атҡа атланып, үткер ҡылыс тотоп, дошмандарға ҡаршы Чапаев отрядында көрәшкән саҡтарын тыңлап йөрөнөм. Уның батырлыҡтарына һоҡланып, уның серен бер кемгә лә һөйләмәҫкә ант иттем. Ул мине: "Һин ҡайғырма, Фәүзиә, мин бит тағы ла үҫермен, ҙур булырмын. Минең ап-аҡ атым да, үткер ҡылысым да булыр, илемде дошмандарҙан һаҡлармын", - тип йыуата ине.
Шулай ысын күңелдән Васёк менән һоҡланып, хатта йоҡларға ятҡанда ла уға киләсәктә дошмандарҙы еңергә ярҙам итер өсөн төрлө хәйләләр ҡороп, йоҡоға тала инем. Ҡайһы саҡ урамдан ҡайтҡанда ҡараңғы төшә башлап, урамдарҙа ҡала уттары янһа, мин күҙҙәремде сытырлатып йомам, үҙем, йығылам, тип бөтөнләй ҡурҡмайым, сөнки мине бит Васёк етәкләп бара. Ә ҡаланың уттары, оҙон нурҙарын һуҙып, бер рәткә теҙелешеп атлай. Иң алда Васёк ап-аҡ атында, аҙаҡ мин һәм ҡала уттары, уттар ҙа беҙҙең яугирҙар. Оҙон нурҙары - уларҙың ҡылыстары. "Бер, ике! Бер, ике! Алға! Еңеүгә!" - тип ҡабатлайым мин эстән генә. Ҡайһы ваҡыт беҙҙең һәр бер аҙымды ныҡ баҫып атлауыбыҙға бөтә балалар ҙа ҡушыла. Үтеп барыусы кешеләр йылмая: "Кескәй генә яугирҙар", - тип әйтеп үтә улар (беҙҙең өҫтөбөҙҙәге пальтолар ҙа шинель туҡымаһынан тегелгән ине бит).
Һиҙелмәй генә ике-өс йыл үтеп тә китте. Беҙҙе мәктәпкә оҙатыр алдынан теҙҙеләр, һайланылар, һананылар, бүлделәр. Бәхетлеләрҙе, һуғыштан еңеп ҡайтҡан атайҙары эҙләп килеп табып, юғарыға сөйөп күтәреп алып ҡайтып киттеләр. Мәрйәм - Мария, Барый - Борис, Шәүрә Шура булып сыҡты. Береһе - белорус, береһе - рус, береһе украин балаһы икән, тик әле улар башҡортса һөйләшәләр. Беҙ мәктәп балалары йортона күстек, башҡорт мәктәбенә уҡырға индек, Ә Павлик менән Васёк рус мәктәбенә китте.
Тәүҙә аҡ алъяпҡысҡа, матур китаптарға һоҡланып, аҙаҡ ҡыҙыл галстукка, комсомолға, шиғырҙарға, хыялдарға күмелеп, гел юғарыға, гел алға ынтылдым. Донъя сәнғәтен өйрәнеп, үҙемде онотоп, гүзәлеккә сумып тигәндәй ғүмер үтте. Әлбиттә, ағастар ҙа ултырттым, баламды ла үҫтерҙем, ейәндәремде лә күтәрештем. Бына инде хаҡлы ялға туҡтаным. Ярты быуаттан артыҡ ғүмер йүгерҙем дә йүгерҙем. Үткән ғүмер юлына әйләнеп ҡарарға ла ваҡыт тапманым. Арыным, талдым, ялға туҡтаным. Тынлыҡ... Шул тынлыҡтың эсенән, хәтеремдең иң төпкөлөнән, ап-аҡ атҡа атланып, һәйкәл кеүек балҡып килеп сыҡты ул Васёк. "Васёк! Ҡайҙа һин, Васёк?" Зәңгәр күҙле, ҡара бөҙрә сәсле Васёк, мин һине онотманым. Ниндәй ышаныслы ине һинең ҡулдарың, ниндәй һоҡландырғыс ине һинең йөҙөң, ниндәй гүзәл ине һинең күңелең...
Мәктәпте уҡып бөткәс, бәләкәй генә сумаҙан тотоп, таныш булмаған ҙур донъя алдына сығып, бер үҙем генә ҡаушап баҫып торғанда, аҙаҡ йәш бала күтәреп яңғыҙ ҡалғанда, көнсөлдәр, хәйләкәр дошмандар күбәйеп, уларға ҡаршы торғанда, Васёк, һинең ышаныслы, тоғро ҡулдарың булманы минең янымда. Хәлем бөттө, йығылам, тигәндә, әлдә ҡанымдағы быуаттар төпкөлөнән урғылған ата-бабаларҙың көслө яугир рухы ҡалҡып сыға ла, таштай нығып, тағы алға ынтылдым. Ҡурай моңо мине әллә нисә быуаттар аша, йәйләүҙәргә алып китә лә, тирмәләр ҡоролған, усаҡтар яғылған йылдарҙан ҡайтып китә алмай аптырай инем бит. Эйе, бала саҡта ла ҡурай моңон ишетһәм, бутала инем. Миңә нисә йәш? Әллә ун йәшме? Әллә йөҙ йәшме? Боронғоларҙың хистәре күңелемә моң аша тула ла, ауыр ҙа, рәхәт тә. Арыйым да, рухланып, һоҡланам да. Минең дә шулай, Васектыҡы һымаҡ, теге ғүмеремдәге оло саҡтарым иҫемә төшкәндер ҙә, тик аңлай ғына алмағанмынмы икән?

Шулай итеп...
Был иҫтәлегемде 25 йыл элек, пенсияға сығыуымдың беренсе көнөндә яҙғайным. Тормош юлыңа байҡау яһаһаң, бала саҡтағы саф дуҫлыҡтан да һоҡланырлығы юҡтыр, тип тә ҡуяһың. Ниңә ул малай һине йоҙроҡтарҙан ҡурсалаған, иң матур уйынсыҡтарын һиңә тотторған, иң йәшерен серҙәре менән уртаҡлашҡан? Нәҡ беҙ кескәй саҡта экрандарға "Чапаев" кинофильмы сыҡҡайны бит. Ул фильм күп малайҙарҙың күңелен үҫтергәндер, шуға ла мине ул малай нескә күңелле саҡтағы етемлек хистәренән ҡурсалаған. Аҙаҡ ғүмерем юлын йәлләүсеһеҙ, ҡурсалаусыһыҙ үтһәм дә, башҡорт булыуым ярҙам итте, тигән фекерҙе яҙҙым был иҫтәлегемә.

Фәүзиә ЯХИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №36, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 09.09.22 | Ҡаралған: 375

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru