«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БОРОНҒО БАШҠОРТОСТАН
+  - 


Беренсе киҫәк. Боронғо дәүер.

Беренсе бүлек. Таш быуаты.

Археолог Г. Н. Матюшин Урал тауҙарының көнсығыш тарафтарында һәм Ағиҙел йылғаһы бассейнында йәшәгән энеолит дәүере ҡәбиләләре үҙҙәренең мәҙәниәттәре яғынан бер-береһенән айырылып тороуын билдәләп, уларҙың ҡомартҡыларын ике үҙаллы - суртанды һәм ағиҙел археологик мәҙәниәттәренә бүлә. Был фекер, ҡомартҡыларҙың тейешле кимәлдә өйрәнелмәүе айҡанлы, яңы ғилми факттар менән раҫлауҙы талап итә, әммә хәҙер ошо мәҙәниәттәрҙе тыуҙырыусыларҙың Көньяҡ Уралға йәнәш ятҡан Урта Волга буйы, Көньяҡ Себер һәм Ҡаҙағстан райондарында малсылыҡ менән шөғөлләнгән, ултыраҡ тормош алып барған халыҡтар менән үҙҙәренең этнографик үҙенсәлектәре (торлаҡ типтары, балсыҡ һауыт-һабаның формалары һәм орнаменты, йәшәү рәүеше һ.б.) яғынан бер ни тиклем яҡын булыуы бәхәсһеҙҙер.
Ошо райондарҙың энеолит ҡомартҡылары сағыштырмаса яҡшыраҡ өйрәнелгән һәм төбәктең энеолит дәүере халыҡтары хаҡындағы мәсьәләне асыҡлау өсөн күп кенә ҡыҙыҡлы материалдар бирә. Ошо йәһәттән Ишем йылғаһы бассейнында хәҙер ботай тип нарыҡланған мәҙәниәт тораларында (б.э. тиклем IV - III мең йыллыҡтар) күп йылдар буйына алып барылған ҡаҙыныу эштәре барышында мөһим һөҙөмтәләр эшләнде. Ошо мәҙәниәт кешеләре бер-береһе менән тәрән генә коридорҙар менән тоташтырылған яртылаш ергә ҡаҙып ҡоролған торлаҡтарҙа көн иткән. Тораларҙа бик бай материалдар (ҡорал, таштан эшләнгән хеҙмәт ҡоралдары, керамика) табылған, уларҙа, ғәҙәти булмағанса, йорт һәм ҡырағай хайуан һөйәктәренең күп булыуы иғтибарҙы йәлеп итә. Был ҡомартҡыларҙы тикшереү һөҙөмтәһендә бында йорт хайуандарынан бары тик аттар үрсетелеүе билдәле була. Уларҙың буйы мундаһына тиклем 136 - 144 сантиметрға етеп, урта буйлы аттар класына инә. Ботай кешеләренең аттары йыуан аяҡлы булыуҙары менән айырылып тора: быны уларҙың Көньяҡ Урал һәм Ҡаҙағстан далаларының ҡырҡа континенталь, ҡырыҫ шарттарына яҡшы яраҡлашыуы менән аңлатып була, сөнки бында аттарға ҡар аҫтында ҡалған ҡоро үләнде тибенеп ашай алыу астан үлмәҫ өсөн үтә мөһим була. Тикшеренеүселәр фекеренә ярашлы, ошо аттар тоҡомо ул замандарҙа был яҡтарҙа күп булған ҡырағай аттар популяцияһын эйәләштереү һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән. Ошондай уҡ тоҡомло аттар Көнсығыш Европа һәм Көнбайыш Себер халыҡтарында киң таралыу таба.
Шулай итеп, йорт хайуандары һөйәктәре составын тикшереү ботай мәҙәниәте кешеләренең, ултыраҡ тормошта йәшәп, башлыса ат үрсетеү менән шөғөлләнеүен бик асыҡ күрһәтә. Ошо уҡ хужалыҡ итеү системаһы Уралдың тау-урман һәм урманлы дала райондарында йәшәгән ҡәбиләләргә лә хас булыуын фараз итеп була. Ошондай һығымтаны ысынбарлыҡҡа ярашлы, тип ҡабул итергә кәрәк, сөнки ботай мәҙәниәте ҡәбиләләре сығыштары буйынса Көньяҡ Урал төбәге, айырып әйткәндә суртанды мәҙәниәте кешеләре менән тығыҙ бәйле була.
Көньяҡ Уралдың энеолит осоро ҡәбиләләре мәҙәниәте хаҡында тулыраҡ мәғлүмәттәрҙе Урта Волга буйы ҡомартҡылары, айырым һамар мәҙәниәте материалдарынан алып була. Ошо ҡомартҡылар араһында мәйеттәр һай ҡәберҙәргә ерләнгән, ям мәҙәниәтенә хас булған ҡурғандары булмаған ҡәберлектәр бар. Үлгәндәрҙең күбеһенең кәүҙәләре, бигерәк тә бала мәйеттәре, охра менән буялған. Ҡәбер өҫтәренә үлгәндәр хөрмәтенә ат баштарын һәм тиреләрен күмеү ритуалдары ла ойошторолған. Ҡәберлектәрҙә шулай уҡ аттарҙың һәм үгеҙҙәрҙең һөйәк фигуралары, гарпундар, төрлө биҙәүестәр, балсыҡ һауыт-һаба, баҡыр бысаҡтар, беҙҙәр табыла. Былар барыһы ла Көньяҡ Уралдағы һәм уға йәнәш территорияларҙа энеолит осоро кешеләре мәҙәниәтенең һәм йәшәү рәүешенең күп төрлө булыуына дәлил булып тора.
Һуңғы йылдарҙа Урал-Волга буйының урман-дала һәм урман зонаһында хасил булған энеолит осоро мәҙәниәттәренә дөйөм характеристика бирелгән ғилми хеҙмәттәрҙә уларҙың үҫеш кимәлен, мәҙәни үҙенсәлектәрен һәм уларға уртаҡ булған яҡынлыҡты баһалаған авторҙарҙың һығымталары, башлыса, әле бәйән ителгән положениеларға тап килә.

Икенсе бүлек. Бронза быуаты.

Көньяҡ Уралдың боронғо тарихында бронза эпохаһы шулай уҡ мөһим урын биләй, ул б.э. тиклемге IV мең йыллыҡ аҙаҡтарынан II мең йыллыҡҡа тиклем арауыҡты үҙ эсенә ала. Был эпоханың иң мөһим ҡаҙаныштарының береһе - ҙур баҡыр мәғдәне ятҡылыҡтарын үҙләштереү. Алдараҡ телгә алынған Ташҡаҙған, Баҡырүҙәк рудниктары менән бер рәттән уларға яҡын урынлашҡан Никольский, Еленовский рудниктары файҙаланыла; Ҡарғалы баҡыр ҡомлоҡтары ла һәйбәт үҙләштерелә. Табылдыҡтарҙың һәм мәғдән составын тикшереү һәр бер ятҡылыҡта етештерелгән баҡырҙың үҙенсәлекле сифаттары булыуын күрһәтте. Мәҫәлән, Ҡарғалы баҡыр ҡомлоҡтарынан сағыштырмаса саф баҡыр етештерелһә, Ташҡаҙған мәғдәнендә ярайһы уҡ мышаяҡ, ә Никольскиҙа көмөш ҡатнашмаһы була. Был ятҡылыҡтар мәғдәненән иретеп алынған баҡырҙан яһалған әйберҙәр составына ла ошо үҙенсәлектәр хас була.



Алтынсы һүрәт.
Бронза эпохаһында Көньяҡ Урал ҡәбиләләренең хеҙмәт ҡоралдары: 1,2 - балталар; 3-4 - ураҡтар.

Урта Уралда икенсе бер ҙур металлургия үҙәгендә (Турбин ятҡылығында) көмөшлө баҡыр етештерелә (баҡыр һәм көмөш иретмәһе). Көньяҡ һәм Урта Урал үҙәктәре араһында тығыҙ мәҙәни бәйләнештәр булыуы, ә улар етештергән әйберҙәрҙең Урал төбәгенән сит өлкәләргә - Урта һәм Түбәнге Волганан Молдоваға тиклем киң таралыуы раҫланды. Был Уралдың бронза быуатында Төньяҡ Евразияның иң эре мәҙәни үҙәктәренең береһенә әйләнеүенә дәлил булып тора.
Сағыштырмаса күп һанлы Көньяҡ Урал халҡы, этномәҙәни яҡтан ярайһы уҡ ҡатнаш төркөмдәрҙән хасил була. Меңәрләгән ҡомартҡылар материалдары нигеҙендә ошо территорияла үҙаллы археологик мәҙәниәттәре булған ҙур ҡәбиләләр союздары булғанлығы хаҡындағы фекерҙең хәҡикәткә ярашлы икәнлеге асыҡланды. Ошо мәҙәниәттәрҙең таралыу территорияһы Көньяҡ Себер, Ҡаҙағстан, Урта Волга һәм Кама буйын эсенә ала; Көньяҡ Урал уларҙың бер-береһе менән әүҙем бәйләнешкә инә торған контакт зонаһы ролен үтәй.

Нияз МӘЖИТОВ. Әлфиә СОЛТАНОВА.
Арыҫлан ТАЙМАСОВ тәржемәһе.
(Дауамы. Башы 28-се һанда).

"Киске Өфө" гәзите, №36, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 09.09.22 | Ҡаралған: 192

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru