«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ӨЙТӨБӘКТӘРҘЕҢ ДӘ ӨЙТӨБӘГЕ МИН...
+  - 


Әбйәлил районы Ҡырҙас ауылында йәшәп ятыусы, ғүмере буйы ауыл хужалығында баш агроном булып эшләп, бер үк ваҡытта Башҡортостан Яҙыусылар берлеге ағзаһы булараҡ әүҙем ижад итеүсе, бер нисә китап авторы Иҙрис МӨҘӘРИС-НОҒМАНОВҡа өс һорау бирҙек. Әңгәмәлә өсәүгә генә түгел, күп һорауҙарға яуап алынғандай булды.

Нимә ул һеҙҙең өсөн тыуған ер, тыуған төйәк?

- Башҡорт борон-борондан, ғәзиз илкәйемә ҡайтыр инем, аяҡтарым талһа имгәкләп, тип тиккә генә йырламағандыр. Тыуған ер, тыуған тупраҡ, тыуған төйәк - милләтем кешеһе өсөн барыһы ла. Шулай булған, шулай булып ҡаласаҡ. Ожмахҡа тиң Урал тип аталған Ватаны хаҡына башҡорт ир-азаматтары үҙен аямай ҡан ҡойған, баштарын һалған, йәнен фиҙа ҡылған. Ер-һыуына, иленә, төйәгенә шул ҡәҙәре тоғро, хыянатһыҙ милләт башҡа урында юҡтыр ул.
Кем нисектер, әммә үҙем тыуған төйәктән айырылып йәшәүҙе күҙ алдына ла килтерә алмайым. Ундайҙарҙы, ғәҙәттә, өйтөбәк тип атайҙар. Мин ана шул өйтөбәктәрҙең дә өйтөбәге. Әбйәлилем, Һаҡмарым, Әхмәтем (тыуған ауылым), тип телем асылды, һәр әҫәрем тиерлек улар исеме менән башлана. Сит яҡтарҙа, хатта Европаның үҙәгендә йөрөгән саҡтарҙа ла уларҙы һағынып бөтә инем. Һуңынан ҙурыраҡ, мәртәбәлерәк урындарға саҡырыуҙар күп булды - Кеше иткән еремде ташлап китә алманым. Ташлап киткән хәлдә, бөгөн Иҙрис Мөҙәрис-Ноғманов тигән яҙыусы булыр инеме, юҡмы, һис әйтә алмайым (мине бит иҫ белгәндән Нөғәмәнов Ринат Мөҙәрис улы тип атайҙар). Әле булһа тыуған ауылым, бергә уйнап үҫкән баласаҡ дуҫтарым, йәшел хәтфә урамым, йәйрәп ятҡан урмандарым-ҡырҙарым тип йәшәйем. Һәм ғүмер ахырынаса шулай дауам итәсәк. Тыуған яғым минең йөрәгемдә. Йөрәгем тибеүҙән туҡталмайынса, уға ҡарата һөйөүем дә һүрелмәҫ. Киреһенсә, миҙгелдәр, йылдар үткән һайын һөйөү хисе көсәйә генә бара һымаҡ. Инде балаларыма, ейән-ейәнсәрҙәремә аҡыл өйрәтеп ултырырлыҡ шөйлә олоғайған көнөмдә үткәндәргә ҡағылышлы иҫтәлектәр, хәтирәләр яңыра барғандай, улар, әленән-әле дәрт-дарман өҫтәп, йәшәү көсө биреп тора. Бигерәк тә бала сағым тураһында берәй әҫәр яҙһам, үҙемде шул мәлдәргә ҡайтып урағандай хис итәм. Һәр әҫәремдә тиерлек уларҙы телгә алырға тырышам.
Бер нәмә үкенесле: мәрхүмә Фәүзиә өләсәйем (атайымдың әсәһе), уҡытыусы атайым мәрхүм Мөҙәрис Хәйривара улы, әсәйем Миндинур Мәғөсөм ҡыҙы яҡын-тирәләге ер-һыу, тау-таш, урман-ҡыр атамалары хаҡында һөйләп ултырырҙар ине, шуларҙы ҡағыҙға теркәп барырға форсат табылмаған (бәләкәй булынғандыр инде). Ә хәтер тигәнеңә артыҡ күпте һеңдереп булмай, онотола. Мәҫәлән, Һаҡмар йылғаһын башлап ебәргән 15 эреле-ваҡлы инештең хәҙерге көндә икәүһенең генә атамаһы хәтерҙә һаҡланып ҡалған, башҡалары зым-зыя онотолған. (Әйткәндәй, ул инештәр бөгөн үҙҙәре лә ҡороп юҡҡа сыҡҡан). Мәңгелеккә тиһәң дә хата булмаҫ. Сөнки бөгөн уларҙы иҫләүсе оло быуын кешеләре юҡ.
Йәштәргә кәңәшем шул: өлкән быуын кешеләренән ишеткән-күргәндәрегеҙҙе мотлаҡ ҡағыҙға теркәй барығыҙ. Аҙаҡ бына минең кеүек үкенеп ултырмаҫ өсөн. Теркәгәндәрегеҙ бер бөгөнгөләргә генә түгел, киләсәк быуындар өсөн дә кәрәк буласаҡ. Шул рәүешле тарих тыуа.

Йәнлектәр темаһына килгәндә, иң тәүге әҫәрегеҙ ниндәй булды, уны яҙырға этәргән сәбәп барҙыр бит?

- Ҡыр йәнлектәре, ҡош-ҡорттары менән бала саҡтан ҡыҙыҡһындым. Әле башланғыс синыфтарҙа уҡығанда ҡыш етеп, һыуыҡтар башланыу менән, бер кем әйтеп тормаһа ла, тағараҡтар эшләп ҡуя инем. Уларға йыйылған ҡошсоҡтарҙы тәҙрә аша ҡарап ултырырға яраттым. Ҡантүш (ҡыҙылтүш) турғайҙар айырата оҡшай торғайны. Рәсем дәрестәрендә, ирекле темаға мотлаҡ уларҙы төшөрөр булдым һәм гелән "5"-ле алдым. Урман ҡоштарынан ҡорҙо, ағуналарҙы "үҙ" иттем. Көрт аҫтынан ҡар борхотоп осҡан иҫәпһеҙ-хисапһыҙ ҡорҙарҙы иҫем китеп ҡарап тора торғайным. Үкенескә күрә, ҡор тигәнең хәҙер һирәк-һаяҡ ҡына күренгеләп ҡалһа, ағуна беҙҙең яҡтарҙа бөтөнләй юҡҡа сыҡты.
Ҡуян ифрат күп булды, тоҙаҡ ҡороп, уларҙы эләктергеләй торғайным. Ошоға бәйле бер ваҡиға һаман иҫтән сыҡмай...
Ул көндө ҡуян һуҡмаҡтары буйлап ниндәйҙер эре кейек йөрөгән ине. Тоҙаҡҡа эләккән ҡуянды яртылаш ашаған, ҡалған тоҙаҡтарҙы өҙгөләп бөткән. Бөтә бәләне төлкө иҫәбенә сығарып ҡуйҙым да уның эҙен юллап киттем. Күп тә үтмәнем, теге ерән ята бит ҡарҙа аунап. Ҡысҡырған булдым, әйләнеп ҡараны ла тештәрен шаҡылдатып ыржайтты. Ҡулымда таяҡтан башҡа ҡорал юҡ. Ташлана ҡалһа, эш харап. Ташланманы. Теләр-теләмәҫ кенә торҙо ла шырлыҡ араһына инеп китте был. Бик күп ваҡыт үткәс кенә төшөндөм: төлкө тигәнем яңғыҙ бүре булған икән. Шулай итеп, нисектер бәләнән ҡотолодом. Ҡуянды ашап алған йыртҡыс туҡ булғандыр, тип уйлайым хәҙер.
7-се синыфта уҡығанымда атайым 20-се калибрлы һыңар көбәк иҫке генә немец мылтығы бүләк иткәндән аҙаҡ кейектәр мөхите менән ихлас аралашыу башланды. Мылтыҡ тотһам да, әҙер ит артынан ҡыуып, үлтереүсе булып йөрөмәнем. Күберәген урман-ҡырҙар гиҙеп, ҡышҡы тәбиғәтте күҙәтеп йөрөр өсөн сыға инем. Һәм ошо күҙәтеүҙәрем тора-бара мауығыуға әйләнде. Йылдар үтеү менән хәтеремә һеңеп ҡалған хәл-ваҡиғалар хәтирә булып, ҡағыҙ биттәренә төшә торҙо. Шулай итеп, әле уҡыусыларым яратып өлгөргән "Һунарсы яҙмалары" серияһы яҙылды. Яҙмаларымдың бер өлөшө "Әсәйгә бүләк"тә, байтағы "Аждаһа эҙенән" йыйынтығында баҫылды.
Тәүге ҡулъяҙмаларымды, шағир Фәрит Хәсәнов кәңәше буйынса, Стәрлетамаҡ ҡалаһында уҙған йәш һәм башлап яҙыусылар семинарына тәҡдим иттем. Өҫтәүенә һуңлап барҙым. Проза секцияһы етәксеһе, билдәле яҙыусы Сабир ағай Шәрипов уҡып сыҡҡас балалар ише ҡыуанды. "Бына бит, арабыҙҙа икенсе Василий Песков йөрөгән! Был беҙҙең өсөн ҙур асыш", - тине ул. Семинар етәксеһе Әмир Әминев та йылы һүҙҙәрен әйтте. Был минең өсөн оло мәртәбә ине. Семинарҙың һөҙөмтәһе булып, "Әсәйгә бүләк" китабы донъя күрҙе. Ә бит: "Ҡуй, ыҙалап йөрөмә, барыбер үткәрмәйҙәр унда", - тип кире ҡайырып маташыусылар ҙа табылды. Дөрөҫ, конкуренция көслө, талаптар үтә ҡаты ине. Иллеләп авторҙың 4-һе генә "Китап"ҡа тәҡдим ителеүе тап ошо хаҡта һөйләй. "Тәүәккәлләгән таш ярған" кеүегерәк килеп сыҡты инде. "Әсәйгә бүләк"тең презентацияһына ул саҡтағы Яҙыусылар берлеге рәйесе Р.Т. Бикбаевтың шәхсән үҙе килеүе күп нәмә тураһында һөйләйҙер.
Оло матбуғатта ("Йәншишмә" гәзите) баҫылған иң тәүге әҫәрҙәрем һеүәндән балыҡ сәлдереүсе шәшке - "Әҙертамаҡ" менән яңғыҙым бесән сапҡанда эргәмдә генә йырлап ултырған бүҙәнә - "Сыбарҡай" булды. Әҙертамаҡтың яҙмышы фажиғәле тамамланды (кемдеңдер мурҙаһы эсенә инеп кире сыға алмайса тонсоҡто). Бала-бала инде, шуның өсөн яҡын туғанымды юғалтҡандай ҡайғырған булдым. Йәнем әсеп иланым.

Телдең ярлылана барыуы, йәки һүҙҙәрҙе урынлы ҡулланмауҙары тураһында ла борсоулы фекерҙәр ишетергә тура килә. Бөгөнгө йәш ижадсыларға ниндәй теләктәрегеҙ бар?

- Телдең ярлылана барыуы, һүҙҙәрҙе урынлы ҡуллана белмәү тураһында фекерҙәр ишетелеп кенә ҡалмай, ә ысынында шулай. Әбйәлил районының "Йәйғор" әҙәби ойошмаһы етәксеһе булараҡ, бындай күренеш менән йыш ҡына осрашырға тура килә. Хатта бәғзе бер тел, әҙәбиәт уҡытыусыларының ҡулъяҙмаларына ла төҙәтмәләр индерергә тура килә. Был бигерәк тә башҡорт телендәге яҙмаларға кәрәккән-кәрәкмәгәнгә урыҫ һүҙҙәре ҡыҫтырып ебәреүгә һәм, айырата, урынһыҙ ҡулланылған йүнһеҙ тавтологик алымдарға ҡағыла. Мин тел белгесе түгел, әммә ижадыбыҙҙы, телебеҙҙе биҙәмәгән йәмһеҙ, йәнһеҙ һүҙҙәр ауыл хужалығы белгесенә лә ап-асыҡ күренеп тора.
Тағы ла: тәбиғәтебеҙҙә, унда көн күргән кейек-ҡоштарҙы яҡшылап, ентекләп өйрәнмәйенсә-белмәйенсә ошо хаҡта яҙып маташыусылар күбәйә бара. Мәҫәлән, "ғаиләһен" һаҡлап йөрөгән ата айыу, ҡыҙыл күҙле ҡуян һ.б. тураһында уҡырға тура килде. Тәүгеһендә ата айыуҙың бар вазифаһы инәһе менән бер тапҡыр ғына осрашыуға ҡайтып ҡалһа (ата айыу үҙенән булмаған көсөктәрҙе тотоп ашауҙан да баш тартмай), икенсеһендә авторҙың йорт ҡуянынан башҡаһын күргәне юҡ икәнлеге ярылып ята. Ә инде билдәле натуралист К.Ф. Йыһаншиндың "Возвращение росомахи" повесын башҡортсаға ауҙарыусының эшен бөтөнләй аңларлыҡ түгел. Шундай матур әҫәр боҙолоп юҡҡа сыҡҡан, тиһәң дә хата булмаҫ. Тәржемәсе хатта росомаханың башҡорт телендә яңғырашын да әйтә алмаған. Диңгеҙ бөркөтөн (орлан-белохвост) башҡортсаға "арлан" тип ауҙарған һ.б. Росомаханы бер йыллыҡ мәҙрәсә бөткән өләсәйем "ҡоно" тип атай торғайны (ҡоно, тимәк ҡомһоҙ, туймаҫ тамаҡ). Камил ағай повесының тәржемәһен уҡый алдымы икән, уҡыһа ни тигәндер инде...
Һанай китһәң ошолар ише етешһеҙлектәр әҙәбиәтебеҙҙә тулып ята. Уларҙы баҫҡан гәзит-журнал хеҙмәткәрҙәренә иғтибарлыраҡ, талапсаныраҡ булыу кәрәк тигән фекерҙәмен.
Үрҙәгеләрҙән сығып, йәш һәм башлап ҡәләм тибрәтеүселәргә шул теләктәремде еткергем килә: башыңдағын аҡ ҡағыҙға төшөрөр алдынан нимә, кем тураһында яҙырға теләгәнеңде тәүҙә үҙеңә ныҡлап уйларға, төшөнөргә, белмәгәнеңде һорашырға, белешергә, өйрәнергә кәрәк. Бының бер хилафлығын да күрмәйем. Белмәүҙең ояты юҡ, белергә теләмәү оят, тиҙәр. Хаҡ һүҙҙәр. Ә белмәйенсә тороп башҡаларҙың башын бутау, яңылыштырыу ысынлап та оят ғәмәл. Үҙең белмәгәнде яҙып алдашырға, уйҙырма менән уҡыусының башын бутарға ярамай. Бигерәк тә тәбиғәт тураһында ижад иткәндә. Бушҡамы ни тәбиғәтте өйрәнеүселәрҙе натуралист тиҙәр. Тимәк, был тәңгәлдә уйҙырмаға урын юҡ, яһалмалыҡ булырға тейеш түгел. Ҡырағай мөхит, унда йәшәгән кейектәр тормошон бик яҡшы өйрәнгән һунарсылар, белгестәр күп бит ул беҙҙә. Мәҫәлән, "Шүлгәнташ" ҡурсаулығы белгестәре. Уларға мөрәжәғәт итергә була. Әҫәрҙәрегеҙҙе яҙғанда иғтибарлы, үҙ-үҙегеҙгә талапсан булығыҙ. Аҙаҡ кеше алдында йөҙөгөҙ ҡыҙарып тормаһын өсөн. Бөгөнгө уҡыусы белемле, уҡымышлы, аҙ ғына ялғанды ла тойоп, тотоп ала. Уҡыусыларыбыҙҙы, проза, шиғриәт һөйөүселәребеҙҙе әҙәбиәттән биҙҙермәйек. Ижади уңыштар һеҙгә!

Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
һорауҙар бирҙе.

"Киске Өфө" гәзите, №36, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 09.09.22 | Ҡаралған: 204

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru