«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЕЛ ТЫУҘЫРҒАН МОҢ
+  - 

Сентябрь етеп, көндәр ҡапыл һыуытып ебәрһә лә, күңелдәрҙе йылытыр мәл был: Башҡортостандың сәнғәт донъяһы йәнләнә, театр-филармониялар оҙайлы ялдан һуң үҙ ишектәрен аса. Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы ла ошо дөйөм шау-шыуға ҡушылып, тамашасыларын төрлө матур саралары менән көтөп тора. Шуларҙың береһе 29-30 сентябрь көндәрендә уҙғарыласаҡ "Ел тыуҙырған моң" II Халыҡ-ара этник музыка ҡоралдары фестивале. Уның тураһында Башҡортостандың Халыҡ музыка ҡоралдары милли оркестрының баш дирижеры һәм художество етәксеһе Линар Дәүләтбаев менән филармонияның Реклама һәм йәмәғәтселек менән бәйләнеш бүлеге етәксеһе Ирина Захарованан һораштыҡ.

Был фестиваль башҡаларынан нимәһе менән айырылып тора?

И. Захарова:
Беҙ "Ел тыуҙырған моң" II Халыҡ-ара этник музыка ҡоралдары фестивален үҙ-ара "Ҡурай дуҫтарын йыя" тип атаныҡ. Сөнки был фестивалдең төп символы - ҡурай. Уның эмблемаһында ла төрлө тынлы музыка ҡоралдары ярҙамында ҡурай һынландырылған. Тәүге фестивалдә лә, быныһында ла Халыҡ музыка ҡоралдары милли оркестры флагманы булып тора, бөтә ҡатнашыусылар ҙа оркестр менән берлектә уйнаясаҡ. Фестивалдең программаһына килгәндә, тәүге көндә Башҡортостан артистары сығыш яһаясаҡ. Улар араһында Марат Фәйзуллин - Taturas, "Zainetdin" этно проекты, "Uzoritsa" этно төркөмө, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Илнур Хәйруллин һәм Азат Биксурин, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Артур Ғайсаров һәм филармониябыҙҙың башҡа солистары бар. Ә 30 сентябрь көнө сәхнә тулыһынса ҡунаҡтар ҡарамағына тапшырыла: Мәскәү һорнайсылар оркестры етәксеһе Артемий Воробьев, Санкт-Петербургтан беҙҙең тамашасыларға күптән таныш Аргишти (дудук), Ҡалмыҡ Республикаһынан Баир (лимба), Ирандан күп төрлө музыка ҡоралдарында уйнаусы оҫта Хамид Реза Даду киләсәк.
Был фестиваль беренсе тапҡыр биш йыл элек ойошторолғайны. Ул Халыҡ музыка ҡоралдары милли оркестры 2016-2017 йылдарҙа Рәсәй буйлап ҙур концерт туры менән йөрөп ҡайтҡандан һуң барлыҡҡа килгән сара. Тынлы этник музыка ҡоралдарын һаҡлау һәм үҫтереү, тәжрибә уртаҡлашыу, оҫталыҡ арттырыу, бәйләнештәр булдырыу йәһәтенән бик әһәмиәтле ул. Ләкин коронавирус пандемияһына бәйле бер нисә йыл фекерҙәштәрҙе бергә туплай алмай торҙоҡ, ниһайәт, тиҙҙән осрашасаҡбыҙ.

Бөгөн Башҡортостанда тынлы халыҡ музыка ҡоралдары өлкәһендә үҫеш нисек бара?

Л. Дәүләтбаев:
Үҙебеҙҙең музыка ҡоралдарын үҫтереү өсөн барлыҡ көсөбөҙҙө һалып эшкә тотонһаҡ, үҫешәсәкбеҙ. Әлбиттә, Рәсәйҙә тынлы музыка ҡоралдарында уйнаусы оҫталарға ҙур ҡытлыҡ һиҙелә. Был мәсьәләне дүрт йыл элек үк ил кимәлендә күтәреп сығыусылар булды. Рәсәйҙә флейта, тромбон, гобой, желейка һәм башҡа бихисап академик тынлы музыка ҡоралдарын үҫтереүгә иғтибар ҙур. Ә беҙ донъя халыҡтарының тынлы уйын ҡоралдары ла иғтибар үҙәгендә булһын, кешеләр улар менән күберәк ҡыҙыҡһынһын өсөн ҡулыбыҙҙан килгән тиклем эшләйбеҙ. "Ел тыуҙырған моң" халыҡ-ара фестивале шуның өсөн дә әһәмиәтле проекттарыбыҙҙың береһе һәм ул илебеҙҙәге этник тынлы уйын ҡоралдарына арналған берҙән-бер шундай сара. Тәүге тапҡыр үткәргәндә Монголия, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙ һәм Молдова республикаларынан, Норвегиянан, Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән ҡатнашыусылар йыйылғайны. Киләсәктә лә был проект республика Хөкүмәте һәм Мәҙәниәт министрлығы тарафынан хуплау табыр һәм географияһын киңәйтер, тигән өмөттә ҡалабыҙ.
Әйткәндәй, быйыл фестиваль ни бары ике көн генә дауам итеүенә ҡарамаҫтан, сит тарафтарҙан килгән музыканттар оҫталыҡ дәрестәре үткәрергә ризалыҡ бирҙе. Уларҙы теләгән һәр кем килеп тыңлай ала, аҙаҡтан инде ҡатнашыу тураһында сертификат та тапшырыласаҡ. Һәр оҫтаға бер сәғәт тирәһе ваҡыт биреләсәк, улар Башҡорт дәүләт филармонияһының Орган залында тәжрибә уртаҡлаша. Артабан профессионалдар тынлы этник уйын ҡоралдарына ҡағылышлы көнүҙәк мәсьәләләр буйынса фекер алышыу ниәтендә түңәрәк ҡорға йыйыласаҡ. Фестивалдең теүәл программаһы менән филармонияның рәсми сайты, социаль селтәрҙәрҙәге төркөмө аша танышырға мөмкин. Билеттар әле үк кассаларҙа һатыла, "Пушкин карта"һына ла алырға була. Бик үҙенсәлекле һәм зауыҡлы сара килеп сыҡмаҡсы, унда ҡатнашмай ҡалмағыҙ!

Сәриә ҒАРИПОВА яҙып алды.
"Киске Өфө" гәзите, №36, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 09.09.22 | Ҡаралған: 206

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru