«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АЙЫҒАБЫҘМЫ, ТИҺӘК...
+  - 

Ошо көндәрҙә Урал аръяғы райондарының бер ауылында булырға тура килде. Был ауылда иң күп оҙон ғүмерле кешеләр йәшәй. Ауылдың йылғаһы бар, уның һыуын төрлө лабораторияларҙа тикшереү үткәреп, сифаты яғынан Башҡортостанда иң яҡшы һыу сығанаҡтарының береһе тип билдәләгәндәр. Тауҙар араһында урынлашҡан был ауылдан күп кенә юғары белемле белгестәр, ғалимдар, профессорҙар сыҡҡан, унда йәшәүсе кешеләр бик эшсән һәм уңғандар, шәхси хужалыҡтарында тырышып эшләйҙәр, күбеһенсә мал аҫрау менән шөғөлләнәләр.

Шулай ауылда йөрөп ятҡанда күптәнге дуҫымды осраттым, зыяратҡа, ҡәбер ҡаҙырға китергә йыйыналар ине. Ул әсенеп һөйләп алды: "Беҙҙең ауылды ла, башҡа күп ауылдарҙағы кеүек, эскелек баҫты. Бөтөн булған үлем хәлдәре тап ана шул сәбәптән. Бына быйыл ғына егермеләгән кеше яҡты донъя менән хушлашты", - тип һанап китте ул. "Ниндәй сәбәп табып эсәләр һуң?" - тип һорай ҡуйҙым. "Һәййй... Сәбәп кәрәкме ни уның өсөн! Бына әле бесән әҙерләп бөттөләр, шуның ҡыуанысынан ярты ауыл эсә..."
Ә бит уйлап ҡараһаң, сағыштырмаса алдынғы, билдәле генә ауыл. Әммә дуҫымдың һөйләүе буйынса, был афәт бөтөн ауылды тиерлек баҫып алған. Уйланырға урын бар. Ҡотолоу юлдарын эҙләп ҡарарға кәрәк. Булырға тейеш ундай юл, һис шикһеҙ, булырға тейеш. Бына, мәҫәлән, бында мәсет бар, диндә булған, намаҙға баҫҡан кешеләр был үлемесле яман ғәҙәттән үҙҙәре ҡотолоп ҡалған бит. Улар ҙа эскелеккә ҡаршы вәғәздәрен мөмкин булған һәр ерҙә һөйләп, аңлата йөрөй ала. Тыйыу һәм штраф ысулдарынан, билдәле, бер ниндәй ҙә фәтүә булмаясаҡ. Бер генә ысул, сәләмәт йәшәү рәүеше - спорт уйындары һәм физкультураға ылыҡтырыу юлы ғына ҡала. Элегерәк ауылдарҙа волейбол, футбол майҙансыҡтары була торғайны. Кистәрен шунда бик күп халыҡ йыйылыр ине. Ауылдарҙа ла заманса йыһазландырылған спорт майҙансыҡтары булдырырға кәрәк, тип уйлайым. Ул парк рәүешендә лә эшләнгән булырға мөмкин. Уртала волейбол йә хоккей ҡумтаһы, теннис өҫтәле, шулай уҡ шахмат-шашка уйнау урындары булдырып, майҙан ситенән йүгереү өсөн һуҡмаҡ һалырға була. Ҡыҫҡаһы, быны асыҡ һауалағы клуб тиергә лә мөмкин, тик ул саҡта йәштәргә бейеү өсөн майҙансыҡ та кәрәк булыр ине, тием. Был ауыл халҡының яратҡан урынына әйләнергә тейеш. Мотлак асфальтланған йүгереү, велосипедта йөрөү юлдары булырға тейеш. Әлбиттә, заманса мускул үҫтереү ҡорамалдары ла артыҡ булмаҫ ине.
Ауылдарҙа хәҙер хәлле, бай кешеләр ҙә юҡ түгел. Улар ҙа, моғайын, ярҙам итеүҙән, баш тартмаҫ ине. Аллаға шөкөр, халыҡ та бөтөнләй үк аҡсаһыҙ түгел. Аңлатыу кәрәк буласаҡ инде. Был эште, әйткәндәй, ауыл хакимиәте башлап йөрөргә тейеш, әлбиттә. Минеңсә, ошо ысул менән халыҡтың байтағын айыҡтырыу яғына ауҙарырға булыр ине. Кешеләргә бөгөн йәнле аралашыу етмәй. Күмәкләшеп, өймәкләшеп эсеп йөрөү ана шул аралашыу булмағандың көнөнән бит инде, тик бындай аралашыуҙан йолоп ҡалырға кәрәк ине уларҙы, сөнки бының ахыры фажиғәгә генә илтәсәген беләбеҙ. Ни булһа ла, айыҡлыҡ өсөн көрәшергә кәрәк. Хәҙер илдә ирекмәндәр хәрәкәте алға сыҡты, ауыл ерендә лә унлап кешенән торған шундай уҡ төркөмдәр ойоштороу ҡамасауламаҫ ине. Әлбиттә, йәмәғәтселек, ауыл советы депутаттары менән бергәләп, күмәкләп ултырып уйлашыу кәрәк.

Фәтих ҒИМРАНОВ.
Ҡырмыҫҡалы районы.

"Киске Өфө" гәзите, №38, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 23.09.22 | Ҡаралған: 151

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru