«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
РӘХМӘТЛЕ БУЛА БЕЛМӘЙБЕҘ...
+  - 

Беҙ балалар йортонда үҫкән һуғыш осоро етемдәре. Мин ауылда йәшәгән сағымды, өйөмдө хәтерләмәйем. Берҙән-бер хәтирәм шул: тоноҡ тәҙрә быялаһында эленеп торған бәләкәй генә һауа бөртөгөн алам тип тырнап та, һуҡҡылап та, ялап та ҡарауым. Алып булманы ул бөртөктө. Һауа бөртөгөмө, һыу бөртөгө ине микән ул, тик хәҙер күҙ йәше бөртөгөләй иҫкә төшә. Кипмәй ҙә, ағып та төшмәй, юйылмай ҙа...

Үҙ аңым менән донъяны ҡабул иткәндә балалар йортонда үҫә инем инде. Беҙҙе Бөрйәндән Өфөгә алып килделәр. Беҙҙең эргәгә алып килгән һәр баланы ҡыҙыҡһынып күҙәтә торғайным. Иң тәүҙә Роза исемле ҡыҙыҡайҙы килтереп ҡалдырып киттеләр. Ул тәҙрәнән урамға ҡарап: "Мама, мама!" - тип ҡысҡырып иланы. Балалар Розаны аптырап күҙәтте. Беҙҙең арала быға тиклем илаҡ балалар булмағайны шул.
Күпмелер ваҡыт үтте. Бер көндө "Бәләкәй баҡсала" уйнап йөрөгәндә Фаина исемле ҡыҙыҡайҙы алып килделәр. Роза менән мин уның янына йүгерҙек. Фаина эскәмйәгә ултырҙы. Беҙ йылмайышып ике яҡлап уның янына ултырҙыҡ. Фаина эскәмйәгә менеп баҫты. Беҙ ҙә менеп баҫтыҡ. Ул һикереп төшкәйне, беҙ ҙә һикереп төштөк. Ерән сәсле, түп-түңәрәк һипкелле битле Фаинаны "Илап ҡуймаһын!" тип ҡурсалап ҡына йөрөттөк. Ә һуңынан, мәктәп йылдарында, Санияны алып килделәр. Ул, бәлки, төндәрен илағандыр ҙа, әммә көндөҙ бойоғоп йөрөмәне. Сөнки ФЗУ-ла уҡып йөрөгән ағаһы йыш килә ине. Ағаһы, моғайын, Санияға "Ныҡ бул, бирешмә!" тип өйрәтәлер, тип уйланым. Аҙаҡ беҙгә Надя, Катя исемле ҡыҙҙарҙы алып килделәр. Уларҙың да илап ултырғанын күрмәнем. Беҙ, һуғыш осоро балалары, тормошто нисек бар, шул көйө тыныс ҡабул иттек. Беҙҙең арала һәр саҡ изгелекле мөнәсәбәт булыуы иҫемдә ҡалған.
Йылдар ашығып үттеләр, мәктәпте тамамлап, төрлө яҡтарға таралыштыҡ. Күпмелер йылдар үткәс, бер саҡ балалар йортоноң юбилейында осраштыҡ. Мине аптыратҡаны шул булды: бергә үҫкән, бергә уҡыған һабаҡташтарым араһында Сания менән мин генә башҡорт балаһы икәнбеҙ ҙә. Сания - Сибайҙан, ә мин - Бөрйәндән. Ҡалғандары йә сыуаш, йә мари, йә рус, йә татар. Балалар йортонда тәрбиәләнгәндә барыбыҙ ҙа башҡортса һөйләштек, башҡорт телендә уҡып белем алдыҡ, шуға ла кемдең ниндәй милләт балаһы икәнен дә айырмағанбыҙ. Ә осрашыуға килгәс, уларҙың береһе лә башҡортса һөйләшмәгәнен шәйләп ҡалдым. Башҡортса өндәшәм, әммә береһе лә миңә башҡортса яуап бирмәй. Һәм күңелем кителеп: "Йәмәғәт, башҡорт илендә йәшәйһегеҙ, башҡорт телен һәйбәт беләһегеҙ, ә ниңә башҡортса һөйләшмәйһегеҙ?" - тип әйтмәй булдыра алманым. Минең һүҙҙәремә ҡаршы яуап таба алманылар. Ә минең башыма: "Юҡҡа ғына халыҡ "Бүре балаһын бүреккә һалһаң да урманға ҡарай" тип әйтмәгәндер", - тигән уй килде...
Ә шулай ҙа мин рус йә татар телендә һөйләшеүгә күскән һабаҡташтарым урынында булһам, "Беҙҙе үҫтергән, тәрбиәләгән, белем биргән башҡорт теленә һәм еренә рәхмәт!" тигән һүҙҙәрҙе булһа ла әйтер инем. Рәхмәтле булыу етешмәй шул кешеләргә.

Фәүзиә ЯХИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №38, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 23.09.22 | Ҡаралған: 162

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru