«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҮРМӘЛЕ БӘҮЕЛСӘК КӘРӘКМЕ?
+  - 

Мин һәләк ҡул эше менән булышырға яратам. Бәйләм, сигеү, тегеү, бисер менән үреү һәм башҡалар. Ҡул эше яратҡан мауығыуым булыу менән бер рәттән, ғаилә бюджетына килем килтереүсе сығанаҡ та.

Бер ваҡыт халыҡ магазинда һатылған йылы ойоҡбаштарға күсеп алғайны, уның сифатһыҙ булыуын аңлап алғас, кире һарыҡ йөнөнән бәйләнгән ойоҡтарға күсте. Шуға күрә ваҡытым булғанда ҡулыма энә менән йомғағымды ала һалып, ойоҡтар һәм бейәләй-бирсәткәләр бәйләргә ултырам.
Милли кейемдәргә иғтибар артыу менән миңә лә эш күбәйҙе. Районыбыҙҙың ҡатын-ҡыҙҙарына, мәктәп уҡыусыларына башҡорт милли кейемдәре тегәм. Шулай уҡ заказ биреүселәр ҙә етерлек.
Ә күптән түгел үҙем өсөн тағы ла бер килемле шөғөл таптым - гамак, үрмәле бәүелсәктәр эшләй башланым. Интернет заманында нимәнеңдер эшләү технологияһын табыу ҙа, кәрәкле материалдар алдырыу ҙа ауыр түгел, тик ваҡыт һәм теләк кәрәк. Гамак һәм бәүелсәктәрҙе махсус, ныҡ бауҙан эшләйем, ул "гамаковый шнур" тип атала. Яҡшы сифатлы был бау ҡояшта уңмай, һыуҙан һәм һыуыҡтан ҡурҡмай. Өйҙә лә, тышта ла ҡулланырға була. Ҙур бәүелсәктәр һәм гамактар 150 килограмға тиклем ауырлыҡты күтәрә.
Был әйберҙәрҙе эшләү алымдары күп төрлө, мин макраме техникаһы менән үреп эшләйем. Ҡул был алымды белгәс, эшләүе еңел дә, тиҙ ҙә. Бауҙың бер төрлө генә төҫтәгеһенән дә эшләргә мөмкин, шулай уҡ сағыу итеп төрлө төҫтәге гамак һәм бәүелсәк үрергә була.
Гамак һәм бәүелсәктәргә өҫтәмә итеп бәләкәй мендәрҙәр ҙә тегәм. Улар өсөн мебель туҡымаһы ҡулланам, ә эсенә холофайбер тултырам.
Тулыһынса әҙер гамактарҙың һәм бәүелсәктәрҙең хаҡын ҙурлығына, күпме төҫлө бау ҡулланылғанлығына, мендәрҙең булыу-булмауына ҡарап төрлөсә ҡуям.
Ҡул эшен яратҡан һәм ваҡыты булғандар өсөн был килемле лә, күңелле лә шөғөл. Бигерәк тә оҙон ҡышҡы кистәрҙә ваҡыт үткәрергә лә ярап ҡала, килеме кеҫәне лә тишмәй.

Мәликә АҪЫЛБАЕВА.
Өфө ҡалаһы.

"Киске Өфө" гәзите, №38, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 23.09.22 | Ҡаралған: 223

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru