«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЕҘҘӘ ЛӘ ТУЙ
+  - 


* * *

Минең һиҙемләү раҫ сыҡты: ҡыҫҡа ялдан һуң Осҡондо беҙҙең еңел санаға ектеләр. Теге ике атты - арттағы ылауға. Тәртә-дуғаларға ал таҫмалар бәйләнек.
- Миңә ҡарап торма, Мөҙәрис ҡустым, һебә башланыу менән ебәр Осҡондо, - тип өйрәтте Муллайән апа атайымды. Үҙе арғымаҡтың осаһынан иркәләп һөйөп ҡуйҙы. - Әйҙә, тағы бер күрһәт үҙеңде, хайуанҡай, һынатма.
Ҡуҙғалып, бәләкәй генә ҡалҡыуға күтәрелеүебеҙ булды, беҙҙе дүрт күҙ менән көтөп торған ҡаршы алыусылар күренде. Өшөгәндәрҙер инде, ихлас ҡыуанышып киттеләр. Йоланы башҡарып, алып килгән һыйҙарынан аҙ ғына ауыҙ иткәс тә:
- Давай, ҡоҙалар, эйәрегеҙ беҙҙең арттан, - тине егеттәрҙең береһе әллә мәрәкәләп, әллә ихлас итеп.
- Эйәрә алһағыҙ... - Икенсеһе ҙур ауыҙын йырҙы. Бел-һә икән алда нимә көткәнен.
Шулай ҙа һиҙеп торам, Осҡондо күргәс тә, күҙҙәре янып китте тегеләрҙең. Янырлыҡ та шул беҙҙең Осҡон!
Башта алдағы ылау артынан шөйлә тыныс ҡына барған Осҡон, юл айырсаһына етеү менән, ауыҙлыҡты тешләп, алға йомолдо. Ул артта йөрөп өйрәнмәгән. Мин тубыҡланған килеш ҡарап бара инем, көтөлмәгәнлектән, хатта салҡан ауып киттем. Әсәйем шунда уҡ ҡосағына алды. Шунан китте уҙыш! Саңҡ-соңҡ иткән дағалы тояҡ тауышы, сана табандарының ташҡа ышҡылып шағыр-шоғор килгәне генә ишетелә. Иҙелеп ятҡан юлдан бысраҡ сәсрәй. Атайым нисек юлға ҡарап баралыр? Ҡоҙалар ҙа күренмәй. Беҙҙең артта ла, алда ла юҡ улар, ғәжәп. Бара биргәс кенә шәйләп алдым тегеләрҙе. Үҙе бейек, үҙе текә яр аҫтынан сабалар икән. Унда әле ҡар мул, ҡышҡы юл шул килеш тиерлек. Беҙгә әйтмәгәндәр ҙә бит әле. Хәрәмләшкәндәр. Хәрәмдең төртөрөн белмәйҙәрме икән? Ҡары бөтөп барған шау ташлы юлдан быларҙың аттары саба алмаҫ, тип өмөтләнгән булғандарҙыр, күрәһең. Әммә ләкин улар ныҡ яңылышты: Осҡон ише сәмле бәйге толпарына ҡарһыҙ юлың ни ҙә, шаулап ятҡан ташың ни. Йәтеш сананы шырпы ҡабындай йәлпелдәтеп, күҙенә аҡ-ҡара күренмәй оса ғына!
Мин ян-яғыма ҡарап алдым. Артта, оҙон ялдарын ҡаршы елгә елберләтеп, ауыр кәүҙәле пар ат саба. Муллайән апа, дилбегә осон болғай-болғай һыҙғырып, уларҙы дәртләндерә. Һай сәмле ир! Аҫта, Ҡыҙыл үҙәне буйлап ҡоҙалар елә. Аттарын күпме генә ҡайыҙлап ҡыумаһындар, ҡалыша барыуҙары күренеп тора. Ә атайым, киреһенсә, Осҡондо тыйыңҡырап килә. Әсәйем, ҡурҡышынанмы, терәккә сат йәбешкән дә, сана мөйөшөнә боҫҡан. Мин, киреһенсә, бәйге ҡомарына бирелеүҙән ҡалҡына биреп һөрән һалдым:
- Осҡо-он! Бирешмә! - Үҙем дә абайламай ҡалдым.
- Ултыр! Хәҙер тәгәрәп ҡалаһың бит! - тине атайым асыулана биреп.
Ел ҡапҡаһы алдан асып ҡуйылған тар ихатаға беренсе булып килеп индек! Ныҡ ярһыуҙан тыныслана алмайынса бейеп торған Осҡондоң еүеш һыртына шунда уҡ сәскәле тауар - һебә ябыуы - килтереп яптылар. Урамда тамаша ҡылып, ҡаршы алыусылар һоҡланыуҙарын йәшермәне:
- Һай, малҡа-ай!
- Арғымаҡ, тигәс тә, арғымаҡ икән!
- Ат түгел был - осҡон! - тип беҙҙең толпарҙы маҡтап бөтә алманылар.
Муллайән апа, маһая биреп:
- Уның ҡушаматы ла - Осҡон, ҡоҙалар, - тип ҡуйҙы. Маһайһа һуң. Хаҡы бар. Кем ҡарай аттарҙы - ул ҡарай.
Мәсхәрәгә ҡалған баяғы йәш ҡоҙалар, ихатаға инеп тә тормаҫтан, аҡ күбеккә төшкән аттарының башын ҡоймаға терәп, ниҙер һөйләшеп торҙолар ҙа китеп барҙылар. Уларҙы, хәрәмләшкәндәре өсөндөр, тием, өйгә саҡырыусы кеше лә булманы. Эйе, һебәлә еңелгән оятҡа ҡала. Хәрәмләшеп еңелгән бигерәк тә. Беҙҙә шулай. Бында ла шулай икән. Һебә - ҡайҙа ла һебә инде.
Ҡоҙа төшкән йорттоң тупһаһын ашатлап инеүгә, йөҙө ҡояш кеүек балҡыған атайыма һимеҙ тәкә итенән һебәлек һоғондорҙолар. Хатта үҙемә лә өлөш сыҡты һебәлектән. Ә ниңә сыҡмаҫҡа? Һебә сапҡанда санала булдыммы? Булдым. Бәйгелә еңеүселәрҙе хөрмәт итә беләләр шул үҙебеҙҙә.
Был юлы туй ғәмәлендә минең ҡатнашлыҡ булманы тиерлек. Ят ауылдың урамын күрергә тип тәүге сыҡҡанымда ҡоҙағыйҙарҙың өйө алдынан ғына ағып үткән Ҡыҙыл әсир итте. Йылғаның әле шәре ҡаплап өлгөрмәгән урынында, гүйә быяла ише ялтырап, үҙенә тартып ятҡан өлөшөндә минән олораҡ та, кесерәк тә малайҙар менән ҡыҙҙар гөж килә. Кемдер сәмләнеп китеп сәкән һуҡһа, кемеһелер былай ғына шыуа. Ярға яҡыныраҡ урындан мәке уйып, ҡармаҡ менән мәскәүгә балыҡ тотоусылар ҙа күренә. Быныһы инде мине бөтөнләй шаҡ ҡатырҙы. Боҙ өҫтөндә ҡармаҡ һалып ултырған кешене ошоғаса күргәнем юҡ ине әле. Бар нәмә туңып боҙға әйләнгән мәлдә селәүҙе ҡайҙан алалар тиһең?.. Тиҙ арала тиҫтерҙәрем менән таныша һалдым да аралашып киттем. Бында ла шул уҡ, беҙҙәге кеүек үк, малайҙар икән. Аҙна буйына улар мине, ҡоҙа, тип кенә алып йөрөнөләр, һәр кеме үҙенсә хөрмәт күрһәтергә тырышып торҙо. Ни тиһәң дә төп ҡоҙағыйҙың яратҡан ейәне бит. Өҫтәүенә, ҡомарлы һебә бәйгеһендә еңеүсе.
Туй инде аҙағына яҡынлашҡанда, апайыма һыу юлы күрһәттеләр. Мин шунда юл башлап барыусы һәләк матур ҡоҙасама ғашиҡ булдым. Һылыулығы менән хайран итер ҡыҙ минән күпкә өлкән, әммә мөхәббәт йәш айырамы?.. Ул ҡоҙасам аҙаҡ оҙаҡ ваҡыт төштәремә кереп һөйөндөрәсәк әле.
Беҙ ҡайтабыҙ тигән көндөң иртәһендә, ҡапыл һыуытып ебәрҙе лә, мул ғына итеп ҡар яуып һалып ҡуйҙы. Әҙәм көлдөрөп, ҡара ерҙән сана һөйрәп ҡайтабыҙ икән, тип бошонған атайым ҡыуанып бөтә алманы.
Хушлашҡанда, һый-хөрмәт кеүек, шаян һүҙе лә, уйын-көлкөһө лә, баш әйләндергес күмәк бейеүе лә етерлек булды. Ҡоҙа-ҡоҙасаларға ҡарап, былар нисек арымайҙар икән, тип аптырап ҡуйҙым хатта. Әллә беҙҙең ҡайтып китеүгә ҡыуаныуҙары шулмы? Олатайым һымаҡ ире һуғыштан ҡайта алмаған төп ҡоҙағый, әҙәп һаҡлап, өләсәйем менән бер мөйөштә сөкөрләшеп кенә ултырҙы. Уларҙың һөйләшеп һүҙе бөтмәй ине, ахыры. Килештеләр, тип һөйөндөм мин, апайым менән еҙнәм дә шулай йәшәп китһәләр...
Мине оҙатырға, тип яңы дуҫарымдың барыһы ла йыйылды. Уларҙы тәмлекәстәр менән һыйланым. Ихлас күңелдән. Толопҡа төрөнөп, арҡаны баш ҡарамаға терәгән көйө шау-шыулы ихатанан сығып киткәс тә, йырлашып-бейешеп ҡул болғай-болғай тороп ҡалыусыларға оҙаҡ ҡарап барҙым. Көмөш тәңкәләре сыңлап торған елпелдәкле күлдәк кейеп, сәскәле яулығын ҡайырып ябынған Фәриҙә апайым улар араһында ине. Уның янында... матур ҡоҙасам. Мине һағыш солғап алды, күҙҙәремә йәш эркелде. Әллә ниндәй ебегәнмен инде: саҡ ҡына тулҡынландырғыс бер нәмә булдымы - хистәргә бирелә һалып, илап барам. Әле хушлашырға ла өлгөрмәгәнбеҙ, ә мин апайым менән ҡоҙасамды һағынып, юҡһына ла башланым. Күңелем - гүйә ҡыҙҙар күңеле, бигерәк нәфис, бигерәк нескә.
Күҙ йәштәремде атайыма күрһәтмәҫ өсөн толопто башым аша ябына һалдым. Төрлө уйҙарға бирелә-бирелә, тимер табандарҙың йәш ҡарға ышҡылып күңелле лә, һағышлы ла йыр һуҙғанын, аттарҙың бышҡырышҡанын, атайымдың, уларҙы дәртләндереп, һирәк-һаяҡ һыҙғырып ҡуйыуын тыңлап бара торғас, үҙем дә һиҙмәҫтән, ойоп кителгән. Күрәһең, арыу етеп, йонсотҡан. Уйын эшме - ҡоҙа үткәреүе.
Ошо ғүмер-ғүмерлеккә иҫтә ҡалырлыҡ матур көндәрҙән һуң күп ваҡыт та үтмәҫ, ауыр сирҙән Муллайән апа ла, атайым да мәлһеҙ вафат булырҙар, ярты кәүҙәһен фалиж онтаған өләсәйемде ахыр көндәренәсә ҡәҙер итеп, һуңғы юлға оҙатҡандан һуң, сәскәләй өс ҡыҙын етем ҡалдырып ҡырҡ йәштән саҡ уҙған Фәриҙә апайым да ҡапыл ғына донъя ҡуйыр. Әммә әлегә беҙ быларҙың береһен дә белмәйбеҙ, туй шауҡымынан һаман айный алмайса ҡайтып киләбеҙ. Беҙҙең артта, әле бер кем дә тейергә өлгөрмәгән саф аҡ ҡарҙа, борғоланып-борғоланып пар сана эҙе ярылып ҡала...

* * *

Яҙмыш шаярыуы булдымы, атайымды Ҡыҙыл түбәнендәге Мәхмүт ауылына уҡытырға күсергәс, мин биш саҡрым үрҙәге Ишҡолға йөрөп һабаҡ алдым. Ҡар яуғансы самокатта йөрөһәм, ҡышын Фәриҙә апайымдарҙа яттым. Аҙаҡ, уҡыуҙы матур ғына тамамлағас та, Мәхмүт еҙнәм менән дуҫлығыбыҙ өҙөлмәне. Тимәк, ул - ирҙәр дуҫлығы булған.
Сыуаҡ көҙ көндәренең береһендә, әллә ҡайҙа ятып ҡалған тыуған ауылыбыҙға ҡарата һағыныу хистәре быуып алғанда, Ришат, Рәшит, Айрат ҡустыларымды эйәртеп, терәлеп ятҡан үҙе бейек, үҙе ғәләмәт текә Ҡарағастауға күтәрелдек. Шул ҡәҙәре ыҙа сигеп тау артылыуыбыҙҙың, әлбиттә, маҡсаты бар ине. Ул да булһа - тыуып-үҫкән, кендегебеҙ киҫелгән Әхмәтте күреү. Уны беҙ ысынлап та күрҙек. Мөһабәт һырттар менән уратып алынған ауыл зәңгәрһыу томанға уралған да, соҡор эсендә йоҡомһорап ята ине. Бирерәк көҙгө һоро ерлектә күҙ ҡамашырлыҡ ужым баҫыуҙары йәйелеп киткән.
- Ана беҙҙең Әхмәтебеҙ! - тинем ҡустыларыма.
- Әхмәт шул! Әхмәт!!! - Улар ҡыуаныстарынан осоп китә яҙҙылар, ауылдың... Әхмәт түгел икәнен күреп торһалар ҙа.
Эйе, алдыбыҙҙа Әхмәт түгел ине. Сөнки уның янында бөҙрә йәшеллеккә күмелеп ятҡан Һаҡмары юҡ, ҡабатланмаҫ Ҡарағайморон, сал тарихлы Тимәшәү тауҙары ла күренмәй, быуаһы ялтырап ятмай. Әхмәт, ана, тегендә, Ирәндек һыртында күккә ашҡан Тағанташ ашаһында булырға тейеш. Атайым бер әйткәйне. Ошоно белгән көйө үҙебеҙҙе-үҙебеҙ алдаштырып торған булдыҡ. Ошо алдаштырыуҙан күңелемдә еңеллек тойҙом, юҡһыныуҙан ярһыған йөрәгем шөйлә баҫылып, хәсрәттәрем онотола төшкәндәй булды. Шулай ҙа, ҡайтыр яҡҡа ыңғайлап, ят ауыл тау артына ышыҡланғас та яманһыулап киттем, бар булмышымды күптәнән эйәрә йөрөгән, инде ҡанға һеңешеп биҙҙерә башлаған, түҙеп торғоһоҙ һағыш солғап алды. Мин шым ғына иланым. Ҡапыл...
Тау аҫтынан ишетелгән аңлайышһыҙ шау-шыу иғтибарыбыҙҙы йәлеп итте. Аҫта, саңы борхоп ятҡан йоморо юлдан, берен-бере тапарҙай булып, арбаға егелгән аттар сабыша ине. Тәртә-дуғаларына... Һебә! Һебә бәйгеһе бара бит! Беҙ яңы өйләнешкән кәләш менән кейәүгә, уларҙың атай-әсәйенә, башҡа туғандарына иҫәнлек-һаулыҡ теләп ҡул болғаныҡ. Болоҡһоған күңелем асылып, йөрәк һыҙлауҙарым баҫыла төшкәндәй. Туйҙар булып тора, тимәк, тормош, йәшәү дауам итә.

(Аҙағы. Башы 36-37-се һандарҙа.)
"Киске Өфө" гәзите, №38, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 23.09.22 | Ҡаралған: 325

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru