«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КҮҢЕЛ ЙӘДКӘРЕН ТАШ ҺЫНҒА КҮСЕРГӘН
+  - 


Ҡайһы саҡ тормош юлында шундай кешеләр осрай: улар менән аралашыу күңел түреңде яҡтыртып, донъяға ҡарашыңды киңәйтеп ебәргәндәй була. Туған тупраҡ көсө менән донъя көтөп, ер хәстәре менән мәшғүл булыуҙары юғарыға, йондоҙҙарға ҡарап фекерләргә ҡамасаулыҡ итмәй уларға, киреһенсә, ер кешеһенә генә хас аҡыл һәм зиһен берлеге уларҙың, бер фекер эйәһе әйтмешләй, Ер шарының ҡояшлы яғында йәшәүҙәренә тағы бер ишаралыр.

Ошондай тойғолар ҡалдырҙы Ҡырмыҫҡалы районы Ибраһим ауылында йәшәүсе Флүзә Ғиндәлиф ҡыҙы һәм Рәмил Рауил улы Ғәлиевтар ғаиләһе менән танышыу. Билдәле ижадсылар төйәге булған Ҡырмыҫҡалы ере ошоға тиклем үҙенең бөйөк ғалим-мәғрифәтсеһе Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев һәм билдәле ғалим, яҙыусылары менән дан тотһа, улар сафында талантлы педагог һәм рәссам, скульптор, "Киске Өфө " гәзитенең тоғро дуҫы Рәмил Ғәлиевтың да лайыҡлы урыны бар. Бала саҡтан уҡ рәссам булырға хыялланған Рәмил армия сафында хеҙмәт иткәнендә лә был ниәтенән һыуынмай. Хеҙмәт итеп ҡайтҡас, Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға инә һәм уны тамамлағас, ғаиләһе менән Төмәнгә күсеп китә. Унда, әлбиттә, байтаҡ йылдар һөнәре буйынса рәссам булып эшләй, ләкин тора-бара тыуған яҡ барыбер үҙенә тарта. Өҫтәүенә, тыуған ауылында яңы мәктәп төҙөлгәс, уны балалар уҡытырға саҡыралар. 1992 йылдан алып, хаҡлы ялға киткәнсә, Рәсәйҙең хеҙмәт ветераны ошонда рәсем һәм технология дәрестәренән уҡыта. Уҡыусыларын матурлыҡты күрә һәм баһалай белергә өйрәтә, сәнғәт серҙәренә төшөндөрә. Ә бит һәр мәктәптә лә, һүрәт төшөрөргә, ағастан ырып һындар яһарға әүәҫ һәләтле балалар була, тик уларҙың һәләтен күреп алырға, үҫтерә белергә генә кәрәк. Рәмил Рауил улының ана шундай һәләтле һәм үҙе кеүек сәнғәт уҡыу йорттарын тамамлап, уңышлы эшләп йөрөгән уҡыусылары байтаҡ.
Рәссам йортона беҙҙе уның ижад әҫәрҙәре хаҡында күп тапҡырҙар ишеткәнсе, бер тапҡыр ҡарап кинәнеү теләге алып килде. Ғәлиевтарҙың һырлап-семәрләп биҙәлгән мансардалы күркәм йорто әллә ҡайҙан балҡып, иғтибарҙы тартып ултыра. Юҡҡа ғынамы ни, Ғәлиевтар йорто тотош Ҡырмыҫҡалы районында иң яҡшыһы, иң матуры тип танылған. Өй эсе лә әйләнеп сыҡҡыһыҙ: Рәмил Рауил улының төрлө тематика һәм жанрҙа башҡарылған бәләкәй формалағы скульптура өлгөләре байтаҡ. Улар араһында авар халҡының бөйөк улы Рәсүл Ғамзатовтың "Торналар" шиғыры менән әҫәрләнеп башҡарылған һәм шул атамалағы скульптура, ат уйнатып алдан барған Рәсәй Геройы Миңлеғәли Шайморатов, йөҙйәшәр уйсан аҡһаҡал һындары үҙенә йәлеп итә. Бынан тыш, башҡорт халыҡ рухындағы тематик ижад өлгөләре: ат, бөркөт, айыу, башҡорт яугиры фигураларының һәр ҡайһыһы ижадсы маһирлығынан тыш, илһөйәр һәм дә телһөйәр оҫтаның күңел даирәһенә лә яҡшы ишара. Рәссам булһынмы ул, скульптормы, әллә яҙыусымы - ысын ижадсы өсөн халыҡ рухы, тыуған ере, уның лайыҡлы ҡаһарман һәм уңған кешеләре, тәбиғәт гүзәллектәре һәм тереклеге мәңге һайыҡмаҫ илһам сығанағы булып хеҙмәт итә. Ошо хәҡиҡәткә бәйле Рәмил Рауил улының ҡасандыр булып үткән, ләкин бөгөн дә уның бәғер итен һыҙлатып торған бер тормош эпизодын телгә алып китеүе уйландырҙы. БР Рәссамдар берлеге иғлан иткән конкурста ҡатнашып, ауылдың иҫән ҡалған иң һуңғы һуғыш ветераны портретын тәҡдим итеүен жюри ағзаһы булып ултырған Башҡортостанда билдәле генә абруйлы бер рәссамдың, танауын сирып, " Натурализм..." тип "баһалауы" бәғзе берәүҙәрҙең үҙ ерлегенән, халҡы рухынан йөҙ бороп, бер көнлөк модалы йүнәлеш ҡоло булып йәшәүҙәренә асыҡ дәлил. Бындай һай йөҙөүсе, "алыҫ булмаған" фекер йоратынан ғына баҙап ҡаласағы юҡ Ғәлиевтың. Ни тиһәң дә, ун дүрт быуын шәжәрәһен белгән данлыҡлы Йомран Табын ырыуы улы бит ул - тыуған ере тупрағынан йәшәү һуты алып, аяҡтарында ныҡ баҫып тора. Аҡты ҡаранан ғына айыра алырлыҡ аҡылға эйә. Кәрәк икән, көлкөлөһөнән әсе итеп көлә лә белә. Ошо уңайҙан Рәмил Рауил улының әлеге конкурс жюриһы ултырышының бер мәрәкәһен дә һөйләп көлдөрөп алыуы, асылда, йор һүҙле ижадсының юҡ-бар күңелһеҙлекте юморға әйләндереп көлә белеү зирәклеген дә күрһәтеп ҡыуандырҙы. Жюри ағзалары диҡҡәт менән тағы бер картинаға баҡҡан. Оҙаҡ тынлыҡ. Шул саҡ хәлде аңғарып ҡалған автор килеп, һүрәтен баш түбән әйләндереп ҡуя: ысыны шулай булырға тейеш икән. Йәғни, ни тиклем аңлайышһыҙыраҡ - шул тиклем аҡыллыраҡ күренә, имеш... Эйе, бөгөнгө сәнғәттең ҡайһы бер модалы йүнәлештә-ре ни тиклем генә юғары булып күренергә тырышмаһын, ул "юғарыға " ынтылған һайын, ерҙән, ысынбарлыҡтан айырыла, алыҫлаша ғына бара, үкенескә. Ә ысын талант эйәләрен һәм улар әҫәрҙәрен ниндәйҙер жюри түгел, ә халыҡ таный һәм ысын баһаны ла халыҡ бирә.
Ибраһимдағы Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев музейында Рәмил Рауил улының скульптуралары, ағастан һырлап эшләнгән көнкүреш әйберҙәре күргәҙмәһе йыш ҡуйыла, уны ҡат-ҡат килеп ҡараған сит-ят кешеләрҙең дә, ауыл халҡының да баһаһы бер: алтын ҡуллы оҫта. Рәссамдың йортона тоҫҡап килеүебеҙ сәбәбе лә эшләнеп бөтмәҫ элек халыҡ теленә күскән ана шул оҫталыҡ өлгөһөнөң сираттағы береһе - һалдатҡа һәйкәл ине. Бына ул әлегә Ғәлиевтарҙың йорт яны баҡсаһында урын алған ике метрҙан ашыу баһадир һын, тик ул яңғыҙ түгел. Яраланып, һыңар ҡулынан яҙған һалдатты башҡортсалап яулыҡ ябынған, балитәкле күлдәктәге әсәһе яуҙан ҡаршылай. Фронтовик яугир йөҙөн сырамытҡандай булдыҡ. "Дөрөҫөн әйткәндә, был минең атайым Рауил Ишназар улы менән Хәтирә нәнәйем, - тип һөйләй скульптор. - Атайым армия сафында хеҙмәт иткәндә, Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Уларҙың хәрби часы шундуҡ фронттың алғы һыҙығына оҙатыла. Һуғыштың тәүге иң ауыр осорондағы тиңһеҙ алыштарҙа атайым ике тапҡыр пленға эләгә, ҡаса, тағы эләгә һәм икенсе тапҡырға ҡасҡанда, бәхеткә күрә, белорус партизандарына тап була һәм фашистарға ҡаршы улар сафында һуғыша. Был һәйкәлде мин Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан бөтөн һалдаттарға: яу ҡырында баш һалғандарға ла, иҫән әйләнеп ҡайтҡандарға ла бағышлайым. Иҫән ҡайтҡандарҙың да бит күпселеге һуғышта алған ауыр яраларынан мандый алмайынса йәшләй генә вафат булып ҡалалар. Атайым да 47 йәшендә генә донъя ҡуйҙы..." Ысынында иһә был авторҙың, бөтөн һуғыш ҡаһармандары, шул иҫәптән, атаһы рухына ла, бағышланған үҙенсәлекле күңел йәдкәре буласаҡ.
...Һәйкәлдең эше, ниһайәт, тамамланған. Унан һуң ул М.Өмөтбаев музейы алдындағы парк зонаһында, яугирҙар иҫтәлегенә стела янында урын аласаҡ, бирһен Хоҙай! Тик авторға эште ослап ҡуйыу өсөн Ҡырмыҫҡалы район һәм Ибраһим ауыл хакимиәттәре тарафынан ярҙам да кәрәк буласаҡ, сөнки бындай эште яңғыҙ-ярым ғына башҡарып сығыу мөмкин түгеллеген һәр кем төшөнә һәм күҙ алдына килтерә торғандыр. Иң мөһиме, шуны аңлау фарыз: бөгөнгө ауылдарыбыҙ тормошона йәм һәм ҡот өҫтәргә ынтылып, ауылдаштарын матурлыҡ, камиллыҡ донъяһына әйҙәүсе бына ошондай илһамлы, нурлы кешеләрҙең хеҙмәтен таныу, ваҡытында баһалау, теләктәшлек итеү кәрәк, сөнки талант һәр саҡ уны ҡәҙерләүгә, яҡлауға, һаҡлауға мохтаж илаһи бер Аллаһ бүләгелер...

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №38, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 23.09.22 | Ҡаралған: 169

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru