«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҮҘЕБЕҘҘЕҢ ЕРЛЕКТӘ ҮҪКӘНЕНӘ ҮРСЕҮ,ТҮЛ ЙЫЙЫУ ҠЕҮӘТЕ ЛӘ ҺАЛЫНҒАН БИT
+  - 


Хәҙер халыҡ, анһатҡа, рәхәткә һалышып, магазинда һатылған сит тарафтарҙың еләк-емешен ашауға күнекте. Ә бит донъяны барлыҡҡа килтереүсе һәр халыҡҡа тәғәйенләгән ерендә еләк-емешен, үҫемлектәрен дә ҡушып яралтҡан. Ул үҫемлектәр фәҡәт шул тарафтағы тәбиғи шарттарға ҡулайлашып, көс-ҡеүәт ала, үҫә. Урындағы тәбиғәт шарттарына күнеккән хайуандар, ҡоштар һәм башҡа йән эйәләре шуларҙы ейеп көн күрә. Йәғни, әҙәм балаһы ла тереклек итеү, йәшәүгә һәләтлелекте үҙ ерендә үҫкән үҫемлектәр менән ризыҡланыуҙан ала була түгелме?

Элек башҡорттар ҡара яҙҙан алып йәй буйына һәм ҡара көҙгәсә төрлө мәлдәрҙә өлгөрөп еткән үлән һәм тамыр аҙыҡтарын йыйып, еләк-емешен тиреп көн күргән. Уларҙы ҡышҡылыҡҡа етерлек кимәлдә киптереп әҙерләү үҙе бер кәсеп төрө булған. Һатыуға алып сығаһыңмы, алыш-биреш итәһеңме, ҡыш буйы өйөңдә ашайһыңмы - файҙаһы күп был шөғөлдөң. Һанай китһәң, ниндәй генә төрҙәре юҡ уларҙың: муйыл, ҡыр сейәһе, ер еләге, ҡыҙыл һәм ҡара бөрлөгән, ҡарағат, ағас еләге, көртмәле, һаҙ еләге, балан, мышар, әлморон (гөлйемеш), урман сәтләүеге...
"Беҙҙе насар йәшәнеләр тип әйтәләр, ҡайҙан насар булһын! Ҡыш етһә, тирмәнсе, емеш-еләк тартабыҙ, тип әйтеп ебәрә. Кипкән емештәрҙе ҡайһыһы моҡсайҙарға, ҡайһыһы зур тоҡҡа тултырып, санаға һалып барабыҙ тирмәнгә. Бер аҙна муйыл, икенсеһендә сейә, аҙаҡ еләк һәм ҡалғандарын тирмәнсе он итеп тартып бирә. Аҙаҡ майға бутапмы, балың булһа, бал өҫтәп, һеҙҙең кәнфиттәрегеҙҙән дә тәмлерәк итеп ашар инек, - тип, ошо темаға фекер алышҡанда Йомаш ауылынан 80 йәшлек Кәримә әбей Барлыбаеваның hөйләгәндәре менән бүлеште яҡшы танышым Фирүзә ханым Барлыбаева.

Ысынлап та, заманға яраҡлашып, еләк-емеште шәкәр менән ҡайнатып һаҡлауға ҡарағанда, киптерелгәненең өҫтөнлөгө нимәлә икән?

Шәкәр һәм шәкәрле аҙыҡтарҙың кеше организмы өсөн зыянлы икәнен хәҙер һәр кем белә, тиһәк тә яңылышмаҫбыҙ. Артыҡ кәүҙә ауырлығына килтерһенме, төрлө ауырыуҙар араһында хатта "шәкәр ауырыуы"тигән махсус исемлеһе лә киң таралһынмы, тигәндәй. Ә бына онкологик сирҙәрҙең үтә йышайыуы киптерелгән еләк-емеш ашамау менән бәйле булыуын күптәр белмәйҙер әле. Бөгөнгө һөйләшеүебеҙ шул турала булыр.
Ботаника өлкәһенән бөтә төр еләк-емештәрҙең дә үҙәгендә, ҡаты ҡап эсендә, эреме-ваҡмы орлоғо булыуы мәғлүм. Бына шул орлоҡтоң составында В17 тигән витамин сығанағы булған амигдалиндың рак ауырыуына бирешмәй торған үҙенсәлектәре бар икән! Бынан тыш, витамин үҙәк нервылар системаһын көйләү, эшкә һәләтлелекте күтәреү, төрлө стрестарға бирешмәүсәнлек сығанағы ла икән.
Әммә еләк-емештәрҙе ҡайнатып, бешереп, оҙайлы һаҡлаған осраҡта амигдалин тарҡалып, һаулыҡ өсөн зарарлы булған синиль кислотаһы бүлеп сығара. Тимәк, еләк-емеште бөртөкләп, йә иҙелгәненән ҡаҡ ҡойоп киптереп, оҙон-оҙаҡ ҡыштарҙа дөрөҫ туҡланған булып сығамы боронғолар?
Киптереп тарттырылған муйыл, тау сейәһен һәм башҡа еләк-емештәр оно ашҡаҙан-эсәк буйҙарын лайланан таҙартыу, һөйәктәрҙе нығытыуға ла булышлыҡ итә. Ошо зарураттан сығып, уларҙы төрлө ризыҡтарға ҡушып ашарға була. Икмәк бешергәндә ҡамырға өҫтәп ебәрергә мөмкин. Үҙем яратып һәм йыш ҡулланған ризыҡтың рецебын ентекләп яҙып та ебәрәйем әле.
Арпа ярмаһын яҡшы итеп йыуып киптерәм һәм духовкала ҡыҙҙырып алам. Электр тирмәнемдә тарттырып алғас, барлыҡҡа килгән арпа онон ҡайнар һыу йәки һөт менән бешекләйем. Эҫе сағында уҡ самалап һыйыр майы, муйыл оно өҫтәйем, артабан бер аҙ тәмләтеү өсөн бал ҡушып, яҡшы итеп ҡамыр рәүешендә баҫам. Бөтәһе бергә ҡушылғандан һуң кәрәкле ҙурлыҡта йомарлаҡтар әүәләйем дә, туңдырғыста ҡатырып алам. Бына тигән файҙалы, туҡлыҡлы, тәмле ризыҡты иртәнге сәйгә икмәк урынына ҡулланам.

Онотола биргән был кәсепте тергеҙеп, үҙ еребеҙгә хас булған үҫемлектәрҙән әҙерләнгән ризыҡ, аш-һыу төрҙәрен эшләү ысулдары менән бүлешәйек, йәш быуынға шуны һеңдерәйек, тигән ниәттән Бөрйән ағинәйҙәре менән ошо турала фекер алышып та алдыҡ. Һүҙ - Байназар ауылы ағинәйе, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре Көнһылыу Ҡотлобаеваға:

- Һәр үҫемлек кеше организмы мөхите менән берҙәм системаны тәшкил итә, үҙендә мөхит, ундағы һәр төрлө хәл-торош, үҙгәрештәр тураһында мәғлүмәт тота. Әлбиттә, ситтән килгән емеш-еләктәргә, һәр төрлө тарафтан килгән ризыҡҡа бөтөнләй икенсе мәғлүмәт һалынған. Бары үҙебеҙҙекеләр генә тәнебеҙгә, йәнебеҙгә дөрөҫ мәғлүмәт бирә ала.
Ризығыбыҙҙа көньяҡ емештәренең өҫтөнлөк итеүе организмды "Йыл әйләнәһендә мөхитең йәйҙән тора", тип алдай. Әгәр беҙҙең ағастар көҙ, ҡыш килерен белмәһә, йыл әйләнәһенә климат йәйгесә тора тип белһә, сатлама һыуыҡта туңып үлер ине. Үҙ климатыбыҙҙа үҫкән аҙыҡ менән туҡланған беҙҙең быуын һалҡын алдырыуҙы бөтөнләй белмәй тиерлек ине. Ыжғыр елдәргә лә бирешеп барманыҡ. Тәмләп тороп ҡар ашар инек тә, боҙбармаҡ имер инек. Хәҙер саҡ иҫкән елдән тиерлек тонзиллит, ангина, бронхит, пневмонияға тарыйҙар...
Үҙебеҙҙең климатҡа яраҡлашып үҫкән еләк-емештәрҙән балан тураһында ентекләберәк әйтеп үтер инем. Балан - уникаль аҙыҡтарҙың бер төрө. Киптерелгән хәлдә быуат буйы ла боҙолмаясаҡ. Шулай уҡ, бешкән хәлдәме, бешмәгәнме - бер нәмә лә ҡушылмаған һыуҙа ла боҙолмай.Тик саҡ ҡына ла шәкәр һалынмауы шарт.
Баландан ризыҡ әҙерләгәндә, ғәҙәттә, иң ҡиммәтле өлөшө - төшө һөҙөп ташлана ла, ҡыҙыл һутлы тышы ғына ҡулланыла. Уның тышы ҡоштарҙы йәлеп итә торған итсә генә. Ә төш эсендә орлоҡ ята. Буласаҡ үҫемлек организмы хасил булһын өсөн бөтә туҡлыҡлы матдәләр тупланған унда. Күптәр белмәйҙер ҙә: баланды орлоҡтан да үрсетеп була. Тимәк, уның селекцияһы өҫтөндә кемдер сорттар барлыҡҡа килтереү эше менән шөғөлләнә ала.
Баланды итборғос аша үткәреп, йәки кипкәнен тирмәнгә һалып, онон эшләп алырға була. Оно өсөн бер ниндәй ҙә һыуытҡыс кәрәкмәй.
Бөтә төр еләк-емештәрҙән ҡаҡ эшләү ҙә онотолған шөғөлдәргә ҡалды... Ә бит ҡаҡ өсөн дә шәкәр ҙә, һыуытҡыс та кәрәкмәй.

Әңгәмәне Аҫҡар ауылы ағинәйе, хеҙмәт ветераны Ғилминур Йомағужина дауам итә:

- Сығышым менән Иҫке Мөсәт ауылынанмын. Бала саҡта атай-әсәйҙәр эштән бушамау сәбәпле, өләсәй тәрбиәһе алған быуын беҙ. Атайымдың әсәһе Ҡолбирҙина Фариза өләсәйем июндең 15-нә ҡәҙәр ҡайын, имән, саған йүкә ағастарынан миндек бәйләргә урманға йөрөтә торғайны. Миндекте шунда уҡ бәйләп, яурынға көйәнтә һымаҡ арҡыры һалған ағастың ике осона элеп алып ҡайта инек. Һуңғараҡ муйыл, мышар, балан ағастарының емештәрен дә тәлгәштәре менән бәйләп әҙерләйбеҙ. Барыһын да өй башындағы ҡыйыҡ аҫтында урҙаға элеп киптерә инек. Шунда уҡ сепрәк түшәп тә муйыл, мышар, әлморон киптерҙек. Кипкән еләкте өйөбөҙҙә булған ҙур ғына таш тирмәнебеҙҙә тарта торғайнылар. Өй башына миндек алырға менгәндә мышар, балан, муйыл емештәренән тыш, берәр ус тотам итеп бәйләп киптергән шартый еләген, бөрлөгәнде былай ҙа ашап төшә торғайныҡ. Кәнфит-шоколадтар заманы булмағас, бик тәмле ине бит улар! Ул саҡтарҙа шәкәр етешмәү сәбәпле, еләк-емештән ҡайнатма әҙерләү урынына, ҡаҡ ҡойоу ҙа киң таралған ине әле. Ҡыш көнө ауырып китһәк, йә иһә мунсанан һуң, өләсәй марляға төрөп һаҡлаған ҡаҡты, бысаҡ тигеҙмәйенсә, ҡулы менән өҙгөләп кенә таратып бирә ине...
Өләсәйем шул тиклем тәрбиәле, аңлы булған. Бар аҙыҡҡа һаҡсыл булырға, булмағанын үҫтерергә, йыйырға, хеҙмәт һалырға өйрәткән бит беҙҙе. Мин быларҙы, йылдар үтеп, үҙем олоғайғас ҡына аңланым. Тәбиғәт беҙгә йыйып, тәрбиәләп ашарға файҙалы бөтә аҙыҡты ла бирә. Үҙебеҙгә ялҡауланмай, әҙерҙе көтөп ултырмай, экологик яҡтан таҙа, шифалы, витаминға бай емеш-еләкте йыйып алырға ғына ҡала.

Шулай итеп...
Әңгәмәселәремдең фекеренән һуң башҡа бер уй-асыш килде. Хәҙерге йәш ғаиләләрҙә киң таралған түлһеҙлек күренешенә, балаға уҙа алмауға ошо факторҙың, йәғни үҙ еләк-емештәребеҙҙе ҡулланмауыбыҙҙың да ҡыҫылышы юҡмы икән? Башҡорт милли аш-һыуҙарын тик ҡаҙы, бишбармаҡ, сәк-сәк тип кенә күҙаллауҙан арынайыҡ әле. Яралыу, артыу, күбәйеү, үрсеү, үҫеү, уңыш биреүгә һәләтлелек ҡеүәте һалынған тәбиғи аҙыҡты - үҙебеҙҙең ерлектә үҫкән еләк-емеште даими ҡулланыу ир-атҡа ла, ҡатын-ҡыҙға ла түл йыйыуға булышлыҡ итә түгелме? Уйланайыҡ әле ошо юҫыҡта, милләттәштәр!

Рәшиҙә ҒИЗЗӘТУЛЛИНА,
Бөрйән районы "Ағинәй"
йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе.

"Киске Өфө" гәзите, №38, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 23.09.22 | Ҡаралған: 213

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru