«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Йәмғиәтебеҙҙә бөгөн әхлаҡлылыҡ кимәле ниндәй дәрәжәлә һәм был юҫыҡта һеҙҙе борсоған йәки ҡыуандырған мәсьәләләр бармы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БОРОНҒО БАШҠОРТОСТАН
+  - 


Беренсе киҫәк. Боронғо дәүер.
Икенсе бүлек. Бронза быуаты.
Андронов ҡәбиләләре

Бронза быуатында Көньяҡ Себер, Ҡаҙағстан һәм Көньяҡ Уралдың киң далаларында мәҙәниәттәре яғынан ныҡ яҡын булған күп һанлы, малсылыҡ һәм ер эшкәртеү менән шөғөлләнгән ҡәбиләләр төркөмдәре йәшәй. Был оҡшашлыҡ уларҙың йорт-ҡура төҙөлөшөндә (торлаҡ типтары), ҡәбер ҡоролмаларында (ҡәберлек өҫтөндәге ер өйөмдәре, ҡәбер типтары), металл предметтар йыйылмаһында (эш ҡоралдары, биҙәүестәр) асыҡ сағыла, һәм тикшеренеүселәр ошо оҡшашлыҡта хаҡлы рәүештә һүҙ барған ҡәбиләләрҙең йәшәү рәүешендәге, ижтимағи мөнәсәбәттәрендәге, килеп сығыштарындағы һәм телдәрендәге ғәмәли берлек сағылышын күрә. Ошоларҙы иҫәпкә алып, ғилми әҙәбиәттә улар "андроновсылар", тип атала, ә уларҙың мә-ҙәниәте лә ошо атама менән нарыҡлана (Андронов мәҙ-әниәте атамаһы Красноярск крайының Андроново ауылы янындағы ҡәберлектә ошондай мәҙәниәт ҡомартҡылары табылыу уңайы менән ҡабул ителә. - Тәржемәсе иҫк.)
Хәҙерге заман археологтарының күбеһе ошондай бик киң территорияла хасил булған андронов берлегенең бер-береһенән бик мөһим булмаған материал (ҡомартҡы) үҙенсәлектәре менән айырылып торған тиҫтәләрсә локаль археологик мәҙәниәттәрҙе (ҡомартҡылар төркөмдәрен) үҙ эсенә алыуы хаҡындағы фекер яҡлы. Бына, мәҫәлән, әүәлге берҙәм андронов мәҙәниәте ҡомартҡыларынан Көньяҡ Урал төбәге өсөн генә лә хәҙер һынташты-арҡайым, петровский, алакүл, федоровский, черкаскүл һәм межовский мәҙәниәттәре айырып күрһәтелә. Әммә барса тикшеренеүселәр андронов ҡәбиләләре өсөн уртаҡ булған мәҙәни берлекте бер тауыштан таный, шуға күрә, ошо оҡшашлыҡты һыҙыҡ өҫтөнә алып, улар андронов мәҙәниәтен андронов тарихи-мәҙәни берлеге, тип нарыҡлай. Теманы асыу өсөн уңайлыраҡ булһын тип, беҙ археологияла традицион булған "андронов мәҙәниәте" төшөнсәһен ҡулланабыҙ.
Шул тиклем киң территорияла нисек итеп ошондай оҡшаш мәҙәниәт барлыҡҡа килеү сәбәптәрен асыҡлау йәһәтенән фәндә әлегә берҙәм ҡараш юҡ. Күрәһең, быны бронза быуаты башында малсылыҡтың үҫешә барыуы һөҙөмтәһендә ҡәбиләләрҙең хәрәкәтсән йәшәү рәүешен (урындан урынға күсеп йөрөү) үҙләштереүе менән аңлатып булалыр. Быға шулай уҡ климат шарттарының үҙгәреүе лә булышлыҡ иткән, тип фаразларға була: байтаҡ ҡына тикшеренеүселәр фекеренсә, бронза быуатында Евразия далаларында климат ныҡ ҡына йылына бирә, шуның һөҙөмтәһендә дала сиктәре төньяҡҡа табан киңәйә бара. Ошо факторҙар тәҫьирендә малсылыҡтың, бигерәк тә йылҡысылыҡтың әһәмиәте көсәйә бара, ә был үҙ сиратында халыҡтарҙың алыҫ арауыҡтарға күсеп китеүенә, сауҙа итеү үҫешенә, дәүере өсөн алдынғы идеялар менән алмашыуға, эре тел төркөмдәре үҫешенә уңайлы шарттар тыуҙыра. Андронов, абашев һәм бура мәҙәниәттәренең археологик ҡомартҡылары материалдары оҡшашлығы ошо ҡатмарлы тарихи күренештәр менән бермә-бер бәйле.
Андронов ҡәбиләләре ҡомартҡылары Башҡортостанда һәм Ырымбур өлкәһендә лә табылған, әммә Силәбе өлкәһендә һәм Ҡаҙағстан территорияһындағылары (Ҡостанай, Төньяҡ Ҡаҙағстан, Аҡтүбә, Көкшетау һәм башҡа өлкәләрҙә) яҡшыраҡ өйрәнелгән.
Тыштан ҡарағанда улар бура һәм абашев мәҙәниәттәре ҡомартҡыларын хәтерләтә. Мәҫәлән, уларҙа киң таралыу тапҡан торлаҡтар ҡайһы саҡта бер-береһенә тар коридор менән тоташтырылған дүрт мөйөшлө ярым ер өйҙәрҙән хасил булған. Хәҙер андронов ҡәбиләләренең ер өҫтөнә һалына торған бүрәнә өйҙәре лә булыуы бәхәсһеҙ.
Андроновсылар, бронза быуатында Көньяҡ Уралға хас булғанса, киң ҡәберҙәр өҫтөнә ҡурған ҡорғандар. Әммә, бура һәм абашев ҡәбиләләренән айырмалы, бының өсөн таш ҡулланыу киң таралған була. Улар, мәҫәлән, ҙур таш плиталарҙан ҡәбер эсенә таш ҡаптар яһап ҡуйған, ҡәбер өҫтөнә бүрәнә түшәлгән, улар таш плиталар йә иһә ҙур таштар менән ҡапланған; ер өйөмдәре лә таш менән нығытылған. Андроновсыларҙың ҡайһы бер төркөмдәре, ғөмүмән, үлгәндәрҙең ҡәберҙәре өҫтөнә тупраҡ өймәгән: улар ер өҫтөнә түшәлгән таштар менән генә уратып алынған.
Андронов ҡәбиләләренең күбеһе үлгән ҡәрҙәштәренең мәйеттәрен ҡәбергә һалып ерләгән, шулай ҙа уларҙың айырым төркөмдәре (мәҫәлән, федоровсылар) мәйеттәрҙе яндырған. Был ритуал торлаҡтарҙан ситтәрәк башҡарылған, яндырылғандан һуң тороп ҡалған, кальцийланған ваҡ һөйәктәр киң ҡәберҙәр төбөнә өйөп ҡуйылған. Бындай ҡәберлектәр Башҡортостандың Учалы һәм Баймаҡ райондарында табылған. Әммә улар андронов мәҙәниәте кешеләре йәшәгән көньяҡ һәм көнсығыштараҡ ятҡан территорияларҙа байтаҡҡа күберәк.
Мәйетте яндырыу йолаһы ут һәм ҡояш культы үҫешкән боронғо халыҡтарҙа барлыҡҡа килгән. Ошо үҙенсәлекле йоланың асылы, ҡояш илаһының барса боронғо халыҡтарҙа ғәмәлдә баш алла итеп ҡабул ителеүе айҡанлы, бәлки, үлгәндән һуң кеше йәненең ут ярҙамында ошо илаһҡа кире ҡайта алыу мөмкинлеген биреүендә булғандыр. Түбәндәге факттар иғтибарҙы йәлеп итә. Андроновсылар, ерләү төрөнә ҡарамайынса (яндырыу йә иһә ҡәҙимге рәүештә ерләү), ҡурғандар аҫтында тәрән һәм киң ҡәберҙәр ҡаҙыған. Яндырылған мәйеттәр ерләнгән ҡәберҙәрҙә, уларҙың ҡалдыҡтары күп булмаһа ла, балсыҡ һауыт-һаба һәр саҡта ла, ҡәҙимге рәүештә ерләнгәндәрендәге кеүек үк, ҡәберҙең бер мөйөшөндә, йәғни мәйеттең баш яғына урынлаштырылған.
Ҡәберҙәрҙәге әйберҙәрҙең мотлаҡ ошондай тәртиптә урынлаштырылыуы федоров ҡәбиләләре төркөмөнә ҡараған ҡәберлектәргә, яндырыу ҡалдыҡтарынан башҡа, беҙҙең ваҡытҡа тиклем һаҡланмаған башҡа байтаҡ ҡына әйберҙәр һалыныуы хаҡында фекер йөрөтөргә мөмкинлек бирә. Улар иҫәбендә кеше оҙонлоғондағы туҡыманан йә иһә күндән яһалған манекендар - үлгән кешенең кейемен һәм биҙәүестәрен ҡулланып яһалған ҡурсаҡтар булыуы бар. Андронов ҡәбиләләренә ҡараған Кулевичи VI (Урал аръяғы, Силәбе өлкәһе) һәм Көньяҡ Себерҙәге ҡайһы бер археологик ҡомартҡыларҙа ошондай манекен ҡалдыҡтары булған ҡәберҙәр табылған. Бындай ҡурсаҡ-манекендар үлгән кешенең йәне шунда инһен өсөн тәғәйенләнгән, тип фараз ителә.
Көньяҡ Уралда андронов мәҙәниәтенең сәскә атҡан осоро үҫешкән бронза быуатына ҡарай (Петров этабы, яҡынса б.э. тиклем XV - XII б.б.; Көньяҡ Уралдың археологик мәҙәниәттәренең абсолют һәм сағыштырмаса хронологияһы әлегә аҙ өйрәнелгән һәм, һирәк осрағанса, бары тик фараздарға ҡоролған. Бының өсөн бәхәсһеҙ критерийҙар булдырылыу менән әлегә тиклем ҡабул ителгән даталарҙың етди рәүештә үҙгәреүе мөмкин. Петров этабындағы ҡомартҡылар үҫешкән бронза быуатына хас байтаҡ сифаттарға эйә, шуға күрә уларҙың шунан да иртәрәк барлыҡҡа килеүен авторҙар инҡар итә).
Петров тибындағы ҡомартҡыларҙа бронза предметтарҙың күп булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алырға була, был андроновсыларҙың төбәктәге мәғдән ятҡылыҡтарын үҙләштереүҙә әүҙем ҡатнашҡан булыуына дәлил. Ҡаҙыныу материалдары металдың шул тиклем күп булыуы һөҙөмтәһендә ватылған йә иһә иҫкергән әйберҙәрҙең сығарып ташланыуын күрһәтә; мәғдән сеймалының күп булыуы арҡаһында ҡайтанан металл иретеү һирәк ҡулланылған. Пластинка тибындағы предметтар - бысаҡтар, ураҡтар, ҡасауҙар, төрлө биҙәүестәр киң таралған була. Балта, һөңгө остары, ураҡтар һәм башҡа ҡайһы бер әйберҙәр иретеп ҡойоу юлы менән яһалған.



Туғыҙынсы һүрәт. Бронза эпохаһының ҡатын-ҡыҙ сәсмәүере һәм түшелдереге. Иҫке Ябалаҡлы ҡурғаны. Реконструкция. Рәссам Р. Ғ. Байназарова һүрәте.

Нияз МӘЖИТОВ. Әлфиә СОЛТАНОВА.
Арыҫлан ТАЙМАСОВ тәржемәһе.
(Дауамы. Башы 28-се һанда).

"Киске Өфө" гәзите, №39, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 30.09.22 | Ҡаралған: 149

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡал! 8 апрелдән 18 апрелгә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 786 һум 24 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru