«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠАРТАЯМЫ НИ ҺУҢ ЙӨРӘК МАҢЛАЙҘАР ҺЫРЛАНҺА ЛА?
+  - 


Ғәҙәттә, маңлайҙа, тирелә һыр күрһәк, шунда уҡ "Уй, ҡартаям..." тип уйланабыҙ. Бәғзе ҡатын-ҡыҙ ғына түгел, хатта ир-аттар ҙа йәш булып ҡалыр өсөн аҡсаһын төрлө ҡиммәтле кремдарға тыға, ҡайһы берәүҙәр төрлө заманса процедураларға йөрөй башлай. Әммә тәбиғәттең үҙ ҡануны - кеше тыуа, уның бала сағы, үҫмер осоро, йәшлеге, ҡартлығы була. Һәр мәлдең үҙ асылы, үҙ матурлығы. Шуға ҡарамаҫтан, берәүҙәрҙе "тыумай ҡартайған", тиһәк, ҡайһы бер ололарға ҡарап, "ҡартая белмәй", "йәп-йәш әле", тип һоҡланабыҙ. Ғөмүмән, нимә ул ҡартлыҡ? Уны "аҙаштырып", "алдаштырып" буламы? Бөгөнгө әңгәмәсебеҙ, 2-се Республика клиник поликлиникаһы врач-гериатры Рәшиҙә Мөхәмәт ҡыҙы ЙОСОПОВА менән бергәләп ошо һорауҙарға яуап эҙләйбеҙ.

Башҡа заман яңылыҡтары менән бергә тормошобоҙға геронтология тигән термин да килеп инде һәм ул кешенең ҡартайыуын төрлө аспекттарҙан сығып тикшерә. Уның гериатрия тигән өлөшө ҡартлыҡ сирҙәрен өйрәнеү, профилактикалау һәм дауалау менән шөғөлләнә. Был яңы тармаҡ менән уҡыусыларыбыҙҙы ентекләберәк таныштырайыҡ, булмаһа.

- Гериатрия, ысынлап та, медицинала яңы тармаҡ. Хәҙер ололар һаны йылдан-йыл арта бара. Ҡайһы бер ғалимдар фаразлауынса, 2050 йылға халыҡтың 40 процентын ололар тәшкил итәсәк. Шул уҡ ваҡытта йәмғиәттә оло йәштәгеләргә иғтибар ҙа кәмене. Һәм бына ошо хәл-торошто анализлап, ил Хөкүмәте 2025 йылға тиклем оло йәштәгеләр мәнфәғәтен хәстәрләүсе ғәмәлдәр стратегияһын ҡабул итте. Унан алда РФ Президенты Владимир Путин медицина хеҙмәткәрҙәре алдына ололарҙың ғүмер оҙайлығын 80+ -кә еткерергә тигән бурыс ҡуйғайны.
Илдәге хәлдәрҙе анализлау гериатрия хеҙмәтен булдырыуға этәрҙе. Ул хеҙмәт элек тә бар ине. Советтар Союзында иң беренсе Гериатрия институты Киевта булдырыла. Хәҙер ошо хеҙмәтте киңәйтеү ихтыяжы тыуҙы һәм был йәһәттән Башҡортостан алдынғылар рәтендә булып сыҡты. 2016 йылда республика илдә ололар тураһында хәстәрлек күргән иң алдынғы субъекттар исемлегенә инде. Ошо ваҡыттан алып гериатрия хеҙмәтен әүҙем киңәйтәбеҙ, бөгөнгә республика буйынса 40 кабинетыбыҙ бар. Баш ҡаланың Туҡай урамында урынлашҡан ветерандар госпитале хәҙер Республика гериатрия үҙәге булып та тора һәм унда гериатрик 60 койка-урын булдырылған.
Гериатрияла төп йүнәлеш - ҡартлыҡ билдәләрен (старческая астения) иртә асыҡлау. Кеше оло йәшкә етеүгә бик күп хроник ауырыуҙар тупланмаһына әүерелә. Йәш ваҡытта уға иғтибар итмәйҙәр: кемдә быуын ауырта, кемдә ашҡаҙан, баш әйләнә, баш ауыртамы һ.б. - барыбер эшкә бирелеп, эшләп йөрөй. Һуңынан ул хроник сирҙәр йышыраҡ киҫкенләшә башлай, ахырҙа, үҙенә иғтибар иттерә. Дауалана башлайҙар, әммә ҡартлыҡ тип аталған мәлгә лә килеп етелә. Ҡартлыҡ, ҡартлыҡ астенияһы - ул диагноз түгел, шуға күрә оло йәштәгеләрҙе ҡарап, уларҙы иҫәпкә алып, күҙәтеп торорға кәрәк. Табип-гериатор тап ололарҙың барлыҡ булған ауырыуҙарын, гериатрик синдромдарҙы анализларға, дауалау, күҙәтеү планын эшләргә, был кешене нисек ҡарарға, нисек тәрбиәләргә, нимә яҡшыраҡ булыуы тураһында кәңәштәр бирергә тейеш, йәғни гериатрияның төп бурысы - әүҙем йәшәү рәүешен оҙайтырға ярҙам итеү.
Был йәһәттән иң мөһиме, ололарҙы яңғыҙлыҡтан ҡотҡарырға кәрәк. Әлбиттә, бында балалар, таныштар, дуҫтар, күрше-күлән менән аралашыу мотлаҡ булырға тейеш. Әммә шул уҡ ваҡытта ҡыҙыҡһыныуҙары хаҡында ла онотоп ебәрергә ярамай. Шуға күрә 2020 йылда Башҡортостан Башлығы тарафынан 417-се Указ ҡабул ителеп, 2024 йылға тиклем оло йәштәгеләрҙең сәләмәтлеген нығытыуға, социаль әүҙемлек осорон һәм сәләмәт ғүмер оҙайлығын арттырыуға йүнәлтелгән саралар планы (юл картаһы) раҫланды. Иғтибар итһәгеҙ, шунан һуң ололар туризмы әүҙемләште. "Өсөнсө быуын университеты" ойошторолғас, унда кемдер компьютерҙа эшләргә өйрәнә башланы, бейергә, йырларға, ижади түңәрәктәргә, төрлө спорт төрҙәренә йөрөүселәр һаны артты. Ололар өсөн бына ошо үҙ-ара аралашыу - иң мөһиме һәм ул да ғүмерҙе оҙайтыуға булышлыҡ итә.
Ҡартлыҡ ул ғүмерҙең кеше үҙе өсөн йәшәргә тейешле өлөшө: аҡыл һәм тәжрибә тупланған тормош юлы үтелгән, балалар үҫкән, абруй яуланған - үҙең тураһында уйларға ваҡыт еткән. Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында БМО-ның Генераль ассамблеяһы юҡҡа ғына 1 октябрҙе Оло йәштәгеләр көнө тип нығытып ҡуймаған. Был миҙгел, ысынлап та, тәбиғәттең генә түгел, ә кеше ғүмеренең дә алтын миҙгеленә етеүенә ишара һәм символик мәғәнәгә эйә. Был датаның маҡсаты ололарға иғтибар бүлеү, уларға ихтирам күрһәтеү, уларҙы ололау, хөрмәтләү, рәхмәт белдереү, сөнки һәр оло кеше - ул аҡыл һандығы. Шул уҡ ваҡытта был ололарҙы бер көн хөрмәтләнек тә - эш бөттө тигәнде аңлатмай, уларҙың проблемаларын асыҡлап, анализлап, хәл итеү ҙә кәрәк, ололар даими рәүештә иғтибар үҙәгендә булырға тейеш. Гериатрия хеҙмәте тап ошо маҡсатта булдырылды ла инде.

Ололарҙың ғына түгел, ғөмүмән, кешенең тормоштағы үҙ урынын, әһәмиәтен күрһәтергә кәрәк. Ололарға был икеләтә мөһим, сөнки улар ғүмер буйы ҡайҙалыр үҙенең көсөн, энергияһын, аҡылын биреп эшләгән һәм хаҡлы ялға сыҡҡас, үҙен ҡапыл йәмғиәттән ситкә тибәрелгән кеүек тоя башлай... Ә инде уның ниндәйҙер шөғөлөн күреп, иғтибарға алып, хуплап, күтәрмәләп ебәргәндә, улар ҡабат йәмғиәттең әүҙем ағзаһына әйләнә лә китә...

- Әлбиттә, оло йәштәгеләрҙең әһәмиәте шунда - улар был тормошта йәшәүҙең бик ҙур тәжрибәһенә эйә, уларҙың иңендә түҙемлек, ҡаһарманлыҡ ята. Шуға уларҙы йәмәғәт эштәренә нығыраҡ йәлеп итергә кәрәк. Улар йәштәргә өлгө күрһәтһен әйҙә.

Ҡартлыҡ астенияһы тигәнде телгә алдығыҙ. Нимә ул ҡартлыҡ астенияһы һәм уның төп билдәләре ниндәй?

- Ҡартлыҡ астенияһының төп билдәһе - кеше үҙ-үҙен ҡарау һәләтен юғалта, башҡалар ярҙамына мохтаж булып ҡала. Хәлде ана шуға еткермәҫкә кәрәк. Өйөндә оло кеше үҙен-үҙе ҡарарлыҡ шарттар тыуҙырылһын. Ололарҙа ҡартлыҡ астенияһы киң таралыу хәүефе шул: улар ҡолап, аяҡ-ҡулын, билен һындырыуы, имгәнеүе ихтимал. Бөгөн бигерәк тә ошо иң ҙур проблемаларҙың береһе. Шуға күрә өй иҙәнендә балаҫтар ятмаһын, кейеп йөрөгән тапочкалары бушаҡ, арты асыҡ булмаһын, төндә бәҙрәфкә барыу ихтыяжы булһа, стенала бра йәки карауат эргәһендәге тумбочкала лампа янып торһон. Телевизор ҡарайым, тип, гел генә диванда йәки карауатта ғына ятмаһындар, мотлаҡ берәй эш йәки шөғөл менән мәшғүл булһындар. Баш мейеһе һәр саҡ эшләп торорға тейеш. Барлыҡ ғалимдар аҡыл камил булһын өсөн йөрөргә, хәрәкәтләнергә ҡуша. Йүгерергә түгел, ә атлап йөрөргә. Оло кеше көн дә саф һауала йөрөргә, дауаланыу гимнастикаһы менән шөғөлләнергә тейеш. Бының бер ауырлығы ла юҡ - иртән уянғас, ятҡан килеш кенә физик күнегеүҙәр эшләргә мөмкин.
Икенсе проблема- ололарҙың рациональ туҡланыуы. Улар насар ашай башлай, йә уларҙың теш протезы менән проблема килеп тыуа. Күптәр сәй эсеү менән генә лә мөрхәтһенергә өйрәнә. Улай ярамай. Беҙ, табип-гериатрҙар, ололарға нимә ашарға, күпме һыу эсергә икәнен билдәләгән диета тәҡдим итәбеҙ.
Ололарҙа ике синдром бар: саркопения һәм мальнутриция. Мальнутриция - нормаль рациональ туҡланыуҙың боҙолоуы, аҡһымдың аҙ ҡулланылыуы. Тештәре булмағас, ололар ит ашамай башлай, организмдарына аҡһымлы аҙыҡ етешмәй. Ҡайҙан көс, хәл булһын! Саркопения булғанда мускулдарҙың көсө юғала, кеше ышаныслы ғына итеп баҫып йөрөй алмай башлай.

Ғөмүмән, барлыҡ ғәмәлдәр иң элек кешенең мейеһендә тыуған уй-фекерҙәндер. Юҡҡа ғына, иң элек һүҙ булған, тимәйҙәр бит. Ҡартайыу тураһында ни тиклем күберәк уйлайһың - организм уй көсөнә, һүҙ көсөнә буйһоноп, үҙгәрештәр кисерә башлай. Ә уйҙарың ҡартлыҡ тураһында түгел икән, организм да икенсе хәстәрҙәр менән йәшәй. Тимәк, бары тик кешенең фекерләүен үҙгәртергә һәм шуға өйрәтергә кәрәк... Ошо фекергә ҡарата нимә тиерһегеҙ?

- Бәлки, ниндәйҙер кимәлдә, шулайҙыр ҙа, әммә һаулыҡ тураһында оноторға ярамай. Ниндәйҙер операция талап ителһә - эшләтергә кәрәк. Тикшеренеүҙәрҙән һуң ниндәйҙер насар ауырыу килеп сыҡҡан икән, уны барлыҡ көстө һалып дауаларға кәрәк. Бында фекерләүҙе үҙгәртеп кенә булмай. Ҡайһы берәүҙәр, мин үләндәр эсәм, миңә врач ярҙамы кәрәкмәй, уларға барып тикшерелеү үтә башлаһаң, йөҙ төрлө сир табалар, ти. Сирҙең алдараҡ табылыуы, асыҡланыуы яҡшы, сөнки аҙаҡ һуң булыуы ла бар. Шуға күрә хатта ололарға ла мотлаҡ йыл һайын диспансерлаштырыу үткәрергә кәрәк. Әммә ауырыуға, депрессияға бирелергә ярамай! Күптәрҙең ҡартлыҡ сәбәбе - ул яңғыҙлыҡ һәм депрессия. Ҡартлыҡ астенияһы бик йыш яңғыҙҙарҙа, ташлап кителгәндәрҙә, имен булмаған социаль шарттарҙа йәшәүселәрҙә, алкоголле эсемлектәр, никотин менән мауығыусыларҙа, асарбаҡтарҙа күҙәтелә.

Ҡатын-ҡыҙҙың ҡартайыуы муйынынан, ҡулдарынан һәм аяҡтарынан башлана, тиҙәр. Әммә йәштәрҙең дә муйынында һырҙар булыуы йәки йәштәрҙең дә аяҡтары һыҙлауы мөмкин. Ғөмүмән, ҡартайыу ҡасан һәм нисек башлана?

- Ҡартайыуҙың нисә йәштән һәм ниндәй урындан башланғанын берәү ҙә әйтә алмай, кемдер 30 йәштә үк ҡартайһа, бәғзеләр 90 йәштә лә йәш булырға мөмкин. Иң мөһиме - кешенең хроник ауырыуҙарын булдырмаҫҡа һәм аҙҙырмаҫҡа. Бының өсөн, тағы бер ҡабатлайым, әүҙем сәләмәт тормош алып барырға, йәшәүгә ҡыҙыҡһыныу юғалтмаҫҡа кәрәк. Йәшәүгә ҡыҙыҡһыныу юғалыу менән хроник сирҙәр күбәйә, улар киҫкенләшә башлай.
Башта кеше ҡартлыҡты һиҙмәй бит. Йәш ваҡытта эшкә башкөлләй сумып, организмдың теге йәки был ере сигнал биргәненә әллә ни иғтибар итмәйбеҙ, ҡайһы бер ауырыуҙарҙы көсәйтеп тә ҡуябыҙ. Әкренләп улар күбәйә, киҫкенләшә. Ҡартлыҡтың барлыҡ билдәләре ана шунан башлана ла инде. Шуның өсөн һәр кем үҙенең һаулығын үҙе хәстәрләргә, әүҙем оҙон ғүмерлелеккә үҙе әҙерләнергә тейеш.
Шулай уҡ кешенең ҡартлығын социаль - тормош-көнкүреш проблемалары тиҙләтә. Шуға социаль хеҙмәттәр, табиптар бер булып эшләргә, ололарҙың бындай проблемаларын хәл итергә тырышырға тейеш.

Хәҙер табиптарға алдан яҙылып ҡына күренергә мөмкин. Әммә өлкәндәр компьютерҙы, телефонды бик үҙләштермәгәндәр һәм табипҡа алдан яҙыла алмайҙар. Йәиһә уға тиҙ арала ниндәйҙер белгескә ҡаралырға кәрәк. Ҡайһы берҙә поликлиникаға барып-барып та инә алмайынса, һуңынан ҡул һелтәп ҡуялар. Был бигерәк тә ауыл ерендә йәшәүселәргә хас. Шулай ҙа, өмөтһөҙ - шайтан ғына, ти: гериатрға нисек яҙылырға була?

- Республика Башлығы Указына ярашлы, һәр медицина учреждениеһында, бигерәк тә поликлиникаларҙа, мотлаҡ көмөш осор йәшендәгеләрҙе ҡабул итеү өсөн бер көн булдырырға, тиелгән һәм ул йылына бер нисә көн булырға тейеш. Асыҡ ишектәр көнө, тип атала ул. Уның маҡсаты - һәр участканан һәр бер оло кешене саҡыртырға, төрлө белгестәргә күрһәтергә, анализдар тапшыртырға кәрәк. Йылына кәм тигәндә ике тапҡыр шундай тикшереү үткәреү мотлаҡ. Дөрөҫөн әйткәндә, ауылдарҙа йәшәүсе өлкән йәштәгеләр ҡартлыҡ астенияһы хәүефе төркөмөндә тора, сөнки улар, ысынлап та, оҙаҡ йылдар буйы табипҡа күренмәй йөрөй. Был мәсьәлә һуңғы йылдарҙа "Сәләмәтлек поездары" тип аталған күсмә бригадалар ярҙамында хәл ителә, уларға төпкөл ауылдарға ла барып етеү бурысы ҡуйылған.
Гериатрға яҙылыуға килгәндә, идеаль хәл-торошта һәр бер дауалау учреждениеһында гериатрия хеҙмәте булырға тейеш, сөнки һәр территориаль участкала ла ололар күп. Гериатрға участка терапевы ебәрә. Бының өсөн 60 йәште үткән һәр пациенттан тәүҙә анкета һорауҙарына яуап алына, әгәр анкеталағы ете һорауҙың барыһына ла нормаль яуап алынһа, хатта гериатрҙың ҡабул итеүе лә кәрәкмәй. Әгәр ҙә инде ошо яуаптарҙың яртыһы проблеманы күрһәтеп тора икән, гериатрға йүнәлтеү зарур.
Гериатр киң профилле табип. Ул пациентты 10 минут ҡына ҡарамай, комплекслы гериатрик баһа бирер өсөн кәмендә ике сәғәт үтергә тейеш. Сөнки гериатрик синдром тигән төшөнсә бар, унда 80-дән артыҡ синдром инә һәм һәр береһенең дауалау һәм күҙәтеү тактикаһы айырым. Шуға күрә тикшереү оҙаҡ ваҡытты ала.

"Сәләмәтлек поездары" хеҙмәте буйынса халыҡта ҡәнәғәтһеҙлек тә бар, улар халыҡтың өмөтөн бик үк аңлап бөтмәй. Мәҫәлән, ауылдарҙа баш ҡала һынлы баш ҡаланан белгестәр килгәс, күберәк тар специальностар буйынса табиптарҙы көтә: кардиолог, окулист, маммолог һ.б. Ә башҡа белгестәрҙе, шул уҡ ЭКГ-ны улар урындағы поликлиникала ла үтә ала...

- Уныһы шулай, әммә барлыҡ белгестәрҙе лә ул бригадалар менән ебәреп булмай. Уларҙа мотлаҡ терапевт, окулист, ЛОР, хирург булырға тейеш. Поликлиникала, ғәҙәттә, бер генә кардиолог ҡабул итә. Уны тәғәйен эшенән айырып, ауылға ебәреү мөмкин түгел. Шуға күрә, врач-терапевт һәр кемде баштан-аяҡ ҡарарға, тикшерергә бурыслы. Һәм ниндәйҙер шик булһа, күсмә бригада табиптары артабан тикшерелергә йүнәлтмә бирә.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Әлеге ваҡытта ололар ике төркөмгә бүленә: оло йәштәгеләр - 60 йәштән 74 йәшкә тиклемгеләр һәм ҡарттар - 75 йәштән өлкәндәр. Иғтибарлап күҙәтһәң, ҡайһы бер ололар хатта телефонынан айырыла алмаған ейән-ейәнсәрҙәренән етеҙерәк, һығылмалыраҡ, ныҡлыраҡ. Бәғзеләре өсөн хаҡлы ял - икенсе һулыштары асылыуға этәргес булғандай: улар Башҡортостандың иҫтәлекле урындарына сәйәхәттә йөрөй, скандинав таяҡтары менән атлауҙы үҙләштерә, йылға буйлап һалда аға, тау башына менә, йүгерә, ижад менән шөғөлләнә... Ҡыҫҡаһы, тормошҡа ҡабаттан ғашиҡ була! Әйтегеҙ инде хәҙер, йөрәк ҡартаямы?

Зәйтүнә ӘЙЛЕ әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №39, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 30.09.22 | Ҡаралған: 156

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru