«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠАРАУЫЛСЫ
+  - 


Түбәнге урам осонда ғүмер баҡый яңғыҙы көн иткән туған-тыумасаһыҙ Әлмәғиҙә ҡарсыҡ кинәт аяҡтан яҙып сирләп киткән икән. Көтмәгәндә-уйламағанда сир-сәрпәтләмәй инде ул әҙәм балаһы, бәлә бит ағас башынан түгел, иң әүәл кеше башынан йөрөй. Өләсәйем менән әсәйемдең, сит-яттар ишетеп ҡалыуҙан һипһенеп, йәй көндәрендә ябылыу белмәгән ишегебеҙҙе ҡыҫып ҡуйып, ҡаға-һуға әңгәмәләшеүҙәренән төшөндөм, уға ҡылтамаҡ, тигән алама сир йоҡҡан, йәнәһе лә. Тамаҡ ауыртыу артыҡ бәлә түгел, бөгөн ауыртып бимазалаһа ни, иртәгеһенә үтер. Ҡышын һырғалаҡ шыуғанда боҙбармаҡ ялаған, йәйгеһен тән күгәргәнсе Һаҡмарҙа һыу ингән һәр балаға яҡшы таныш нәмә ул тамаҡ шешеү, тауыш ултырыу.
Йома намаҙын намаҙлығын урындыҡ түренә йәйеп ебәреп, өй мөйөшөнә текәлеп уҡыған өләсәйем изге ғәмәлен атҡарып, хуш ҡылып, битен һыпырғандан һуң, ап-аҡ сәстәрен яҙып ябынған, ситтәренә ҡалҡыу биҙәк төшкән аҡ кәшәмир яулығының эсенә тартып йәшерҙе, шунан урындыҡтан ер иҙәнгә төшөп, аяҡтарына ситек тышынан кейә торған ыҡсым галошын ҡатты ла оҙон итәкле аҡтан-аҡ күлдәгенең итәген ҡыу бармаҡтары менән семтеп төҙәтештергәс, урта тауышланып, өй эсендә икәүҙән-икәү генә булһаҡ та бер кемгә лә аныҡ төбәп тәғәйенләнмәгән хәбәрен һалды:
- Әлмәғиҙә әхирәткә барып киләйем, бумаһа! Элекке көн сулала уға Фәтхиә һуғылырға ниәтләй ине, кисә Вазифа, бөгөн минең сират, иртәгә - Гөлйыһандыҡы. Шулай ҡулалмаш итмәһәк, кем ҡарар уны, ауырыу хәлен һау белмәй тигәндәй, сырхау килеш уның кемгә хәжәте бар? Мынау мейе ҡайнап торған йәйге селләлә сарсап, ауыҙы кибеп яталыр, бахыр, ыумасҡа сөсө ҡатыҡ туғып илтәйем, йөрәгенә ял алыр, исмаһам.
Уның өндәшеүенең төрлөлөгөнә өйрәнеп, күнеп бөткәнмен күптән: шыбырлап әйтһә, икеләнә, тимәк, уртасаһы - ҡылаһы эшенә тәүәкәллеген белдерә, сағыуырағы - ҡәтғи кире ҡағыуға ауаздаш, бойороҡҡа тартым һуңғыһын ишетәһең икән, уға яҡынлауҙан, ҡайтымһаҡланыуына өмөт тотоп, нимәлер хаҡында үтенеүҙән фәтүә самалы. Шулай ҙа ғауғасыл, сарға кеше түгел өләсәйем, ул урта тауышлы. Ауылдың берҙән-бер кендек әбейе, алыштырғыһыҙ имсеһе шулай булырға тейештер ҙә. Урындыҡ мөйөшөнә йылы һирпелеп өндәшеүенә ҡарағанда, иртәнән алып ҡара кискәсә ураҡта йөрөгән әсәйемдең өйҙә юҡлығын иҫәпкә алып, ейәнен, йәғни мине, эйәртергә хәл иткәндер, күрәһең. Өйҙә яңғыҙ үҙемде ҡалдырып китеү ике осло, ай күрҙе, ҡояш алды, юғалырға, мөстән малдай аҙып-туҙып сығып китергә генә торам. Шунан уйнап туя белмәгән мине эңер төшкәнсе ауыл буйлап ҡыҙырып йөрөп эҙләп, йә әсәйем, йә өләсәйем табып ала, үҙ иркем менән шыпа ла ғына ҡайтып инә белмәйем.
Өләсәйем бөгөнгө көн башҡарыр уй-ниәтен шулай тумбытты ла тиҙ арала өй ҡырлауындағы дүрт мөйөшө уҫаҡ таяуҙарға терәлгән ҡабыҡ ҡыйыҡлы йәйге мейескә ҡоро-һары ырғытып, ҡаҙанға һыу ҡойоп, ут тоҡандырып ебәргәс, арыш онона йомортҡа һытып, самалап тоҙ һалып, ҡамыр баҫырға кереште, шунан туҡмас таяғы менән йәйеп тигеҙләгән йәймәне ваҡ ҡырсынташ дәүмәленә килгәнсе устарында ыуып, ҡуштабаҡҡа төшөрә башланы. Әҙерләгәнен урғып ҡайнаған һыуға ашыҡмай ғына таратып һибә, өҙлөкһөҙ болғай, һапыра. Оҫта бешерә ул ыумасты, яраштырғанына ҡаймаҡ йә май һыҙлығы ла өҫтәп ебәрһә, телеңде йоторлоҡ була. Ашын әҙерләп бөткәс, кибеткә йөрөткән ашаулыҡтай ҙур ҡытай яулығына тағы ла ул-был ашандыны өҫтәп һалырға тотондо. Йыйынып бөткәс киттек, арауыҡ ҡалдырып, тағылып. Элгәре, итек ҡуңысынан саҡ ҡына ҡалҡыуыраҡ сағымда камзул кеҫәһенә йәбешеп йәнәш юрғалай инем, хәҙер өсөнсө класты бөтөргәс, ғүмерендә мәктәп тупһаһын ашатлап үтмәгән, әлепте таяҡтан айырмаған, ҡасандыр мәҙрәсәлә абыстайҙан ғәрәп һабағын алған, ҡултамғаһын сатай-ботай итеп латинса сыймаҡлай белгән өләсәйемде тиңһенеп етмәй, артҡа ҡалыңҡырап, ығышып барам. Мәгәр уның бер үҙен ер аяғы ер башындағы икенсе осҡа йөкмәндереп ебәреп ултырыу төптө белекһеҙлек, әйҙүкләмәгән хәлдә лә эйәрер инем, ыумас һалынған, ҡоромло ҡолаҡтарына сым тотҡа беркетелгән сүлмәкте, яулыҡҡа төрөлгән тос төйөнсәкте күтәрешеп барырға ла мыҡтынан ҙурыраҡ бер кеше кәрәк бит әле.
Тап булған, осрағандарҙың күҙенә артыҡлап бәрелмәй ҡырлауҙаныраҡ барһа ла өләсәйем сафлыҡ, паклыҡ менән тотош урамды тултырып, аҡ күлдәгенән, аҡ яулығынан, аҡ сәстәренән бар тирә-йүнгә нур, яҡтылыҡ сәсеп атлай төҫлө. Башҡалар алдындағы бейеклеген һаҡлап, әлеге мәлдә яуланған дәрәжәһен тотоп, ханбикәләй башын ғорур сөйөп, ашыҡмай ғына һеңдерә баҫып, абруйлы атлай. Төптәнерәк уйлап ҡараһаң, зиһенлегә нимәгә хәҙерге еңел-елпе белем, ул былай ҙа зирәк, былай ҙа аҡыллы, отҡор, күпте кисергәс, күпте белә, баштарына сур, бәлә, ҡайғы төшкәндәрҙең ауырлыҡтарын яҡшылыҡ, игелек, миһырбанлыҡ аша еңеләйтер дауаһы, име, әмәле, әпсен-өпсөнө бар. Дауа, тигәндәй, дауаханала файҙаһы тейә һалып бармаған дарыуҙар, уколдар менән ыҙалаталар, йонсоталар ауырыуҙарҙы, өләсәйем иһә миҙгеленә тап килтереп һайлап йыйып киптергән төрлө үләндәр менән сихәтләндерә сирле сырхауҙы. Һылауға ла ҡулы үтә килешә, иретелгән ҡаҙ майы менән майлап ебәрһә, бил-арҡаларынан сыҙамағандарҙың һынығыуы йомшара, ҡатыуы ҡаса, эстәре төшкәндәрҙең ҡорһаҡтары юғары күтәрелә, биҙәүҙәр бер ни тиклем ваҡыттан йөклөгә ҡала. Бына ниндәй илаһи һәләткә эйә минең өләсәйем! Ҡаршыбыҙға осрағандар юл биреп янтайып беҙҙең менән йылы, ихтирамлы, түбәнселекле иҫәнләшәләр ҙә, ҡыҙыҡһыныуҙарын еңә алмай, ҡайҙа китеп барыуыбыҙҙы белешергә итәләр. Өләсәйем кинәйәләп, уратып яуап бирә: "Түбәнге оста ине әлеге йомошобоҙ, башҡа урындарға ла һуғылырға иҫәп..." Беҙҙең ауылда шундай ырым бар, әгәр ауырыуға барыуыңды, уға инеп-сығыуыңды ят күҙҙәрҙән, һаҡ ҡолаҡтарҙан, иләк ауыҙҙарҙан йәшерә алһаң, сирҙең зәһәре баҫыла, көс-ҡеүәте кәмей, мәкере аймыла.
Гелән өтә баҫып, сымыры атлап йөрөүгә, тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ донъя мәшәҡәттәрен йүгермәләп хәстәрләп урын-еренә еткереүгә күнеккән еңел һөйәкле Әлмәғиҙә был юлы түрҙәге урындығына арҡыры йәйелгән түшәккә ятып ҡаршы алды. Бәләкәй генә өйҙәге тынсыу һауаға екһендергес, танауҙы ярып барған әсе дарыу еҫе өҫтәлгән. Шулай ҙа тәҙрәләренә, ишек яңаҡтарына, түшәм тапҡырынан мейес уратаһына, урындыҡ буйына тартылған, күркәм биҙәк һалынған селтәрле ҡорғандар торлаҡҡа үҙенсәлекле, ҡабатланмаҫ йәм, ҡот биреп торалар. Бигерәк оҫта шул Әлмәғиҙә ҡарсыҡ, теген мәшәҡәттәрен һуяһынан, һыпыра, тотҡарлыҡһыҙ башҡарып тотош ауылдың оло-кесеһен бер үҙе кейендерә, тиһәң дә һис кенә лә арттырыу булмаҫ.
Ҡарсыҡтың тар маңлайлы, ас яңаҡлы былай ҙа йоҡа йөҙө һарғылт балауыҙ төҫөн алып, ныҡ һурылып киткән, ошоғаса барыһына ҡыҙыҡһыныусан ҡараған теремек күҙҙәренең нуры, осҡоно ҡайтҡан, улар тирә-йүнгә йонсоу, битараф ҡарайҙар, ай-һай, бының ниндәйҙер йәшерен ғилләһе бар, тамағы ғына тиһә лә, сире үтә лә етдилер, күрәһең. Улай тиһәң, ошоғаса участка дауаханаһында ятҡан кешене ни сәбәптәндер тотҡарламай йортона ҡайтарғандар бит, ә унан тамам нығындырып, һауыҡтырмай тороп сығара һалып бармайҙар.
Өләсәйем урындыҡ ситенә һаҡты, ә мин селтәрләп сигелгән япма түшәлгән мейес көлдөксәһенә ултырышымды терәнем дә торлаҡтың берҙән-бер йән эйәһе бесәйҙең ҡолаҡ һыртын тырнап, арҡаһынан һыйпарға керештем. Ҡупшыҡай бесәйҙең исеме. Ошоғаса Әлмәғиҙә ҡайҙа барһа ла эт шикелле уның артынан ҡалмай эйәрә торғайны. Әле ҙур йәшкелт күҙҙәрен моңһоу ҡыҫа төшөп, мейес ҡырлауында тормаҫтан һуйҙайып ята, иркәләү-наҙлауға ла мырылдап яуап бирмәне. Һиҙгер йән хужабикәһенең мөшкөл хәл-торошон һиҙә, төшөнә шикелле. Һөйләшеүҙәрен уйын-көлкөгә бормай ғына биниһая ваҡыт һәүетемсә көңгөр-ҡаңғыр килеп, әүәлгене иҫтәренә төшөрөп, тормош күренештәрен теүәлләп теҙеп, ауылдың һуңғы яңылыҡтарын яңыртһалар ҙа, алама сир тураһында бөтөнләй һүҙ сыҡманы, һөйләшеүҙең ибен, яйын, рәтен белгән өләсәйем ҡыҙыҡһынманы, ҡорҙай кәүҙәһен ҡаҙ мамығы тултырылған күпмәһенә һеңдергән ауырыу иһә ыҙалатып көс-ҡарыуын алған, миктәткән сырхауын ситләтеп, урап үтергә тырышты. Саманан ашырып маҙаһыҙлап оҙаҡ ултырырға теләмәгән өләсәйем ҡайтырға тип ҡуҙғалырҙан элек ауырыуҙы хәстәрләне:
- Суйын сүлмәктәге аш тиҙ арала һыуына һалып бармай торған, шулай ҙа оҙаҡҡа һуҙмай, ихлас ҡына итеп тәғәмләнеп ал. Иртән генә мейестән алынған күмәскә ҡушып, әле генә бешелгән май ҙа төргәнмен төргәккә. Һауытты ни, икенсе килгәндә алырмын әле, ҡапылдан кәрәгеп китһә бәлән, берәрен йүгертермен. - Берәре, тигәне кем булһын, шул, арыу-талыу белмәгән, ҡайыш табан мин инде.
Әлмәғиҙә кипкән ирендәрен ялай биреп ҡуйҙы, үрелеп тәҙрә ҡашағаһына ҡуйылған ҡырлы стаканды алып, һыу уртланы:
- Яңы ғына, һеҙ күренер алдынан ғына, эсем һыртыма сыҡҡансы һыйланып алғайным.
Нимә ейгәне, нимә ҡапҡаны билдәһеҙ, түрбаштағы ҡашығаяҡ түңкәреүле, янындағы артһыҙ ултырғыста ваҡ ҡына киҫәктәргә бүлгеләнгән ҡаты ҡорот ҡына күренә бары, өҫтәүенә, бәләкәй өй эсенән бешкән аш еҫе лә сыҡмай. Хәйләләшә Әлмәғиҙә, күңеле аш һөймәүен, тамаҡтан ҡала барыуын башҡаларҙан нисек тә йәшерергә тырыша.
- Ярай, әләйһә, һәр ризыҡтың үҙ урыны, улай уҡ ныҡ һыйланғасың, быныһы кискелегеңә. - Өләсәйем әйтелгәнде ыңғайы бер йөпләй һалды. - Шулай ҙа йәнең ни теләй, Әлмәғиҙә, әйт кенә. Хәҙер ҡайтам да етештерә һалып берәрен кире йүгертәм! - Исемем менән өндәшһәсе, юҡ бит, өйҙә саҡта миңә балам, йә улым, ти, башҡа ерҙә иһә, сит-ят берәүгә әүереләм. Бының да үҙенә күрә серле әтнәкәһе барҙыр, һис шикһеҙ, барҙыр. Шулай булмаһа, урамға сыҡҡанда муйыныма мулла олатай яҙып, төйнәп биргән бетеүҙе тағып, әйләндереп-тулғандырып өшкөрөп-төкөрөп сығармаҫ ине. Осоҡ маҙарҙан ҡасырыуылыр, ен-пәрейҙән ҡурсалауылыр. Семтем дә май әҫәре ҡунмаған йоҡа, ҡаҡса тәнле, ҡарайып ҡояшта янған, балта һабылай оҙон муйынлы, таҡыр башлы, ҡарпыш ҡолаҡлы, бирән ҡорһаҡлы, ҡаҡ сираҡлы үҙем дә шайтандан артыҡ булмаһам, һис тә кәм түгелмен, "аяғы ептәй, ҡорһағы көптәй", тигән һүҙҙәр фәҡәт миңә тәғәйенләп әйтелгәндәр һымаҡ.
- Мәшәҡәтләнмәгеҙ, бар һый-ниғмәтем алдымда.
- Алдыңдағынан тәмлерәкте, ашаулығыңдағынан татлыраҡты ҡабаһы килә ҡайһы саҡ. Һонтор Миңлебайҙың Хәҙисәһе иренән лимун таптырып, ҡыр быуынына төштө бит ауырлы сағында. Ҡыш уртаһында уны һиңә ҡайҙан табайым, тип киреләнә тегеһе. Үҙем дә ныҡ торҙом, сәләмәт бәпес һөйәһең килһә, миңә тимәһә Ҡаф тауы артынан табып апҡайт, тинем. Өфөнөң үҙәк баҙарынан килтерҙеләр. "Күрҙем, күңелем булды, туйҙым!" тип лимунды ҡабып та ҡарамаған Хәҙисә. Шуны онотма, әхирәт, көҫәгән, йәнең таптырған ризыҡ шифалы дауаға әүерелә сырхаған сағыңда.
- Ҡарбуздан ауыҙ итергә ине... Хәҙер уның иң өлгөргән сағы. Һалҡын ғына ҡарбуз киҫәген ҡапҡым килә үҙәккә үтеп.
- Һин таптырған ауылдағы ризыҡ түгел икән, хәйерһеҙ...
- Әйтәм бит, борсолмағыҙ, минең мыжыуым бөтмәҫ. Бөгөн ашағым килгәне иртәгә таң атыуға үтә ул...
- Улай тимә, табырбыҙ ҡарбузын да. Баҙар көнө күрше Фазылйән бригадир район үҙәгенә йыйына ине, ишетеп-белеүемсә, үтенесемде кирегә һапламаҫ, шунан алдырырмын.
- Хәстәрегеҙ былай ҙа баштан ашҡан, көнө ҡоро түгел, сабыулап килә һалып етәһегеҙ, тупһама саң ҡундырмайығыҙ. Миңә ҡалһа, ҡайҙа ҡабаланырға, ҡайҙа өтәләнеп йүгерергә, ятырмын әле көтөп... - Әлмәғиҙә өләсәйем йөҙөндә килеп-китеп йөрөгән бар әхирәттәренә бер юлы рәхмәтен белдерҙе.

(Дауамы бар).
"Киске Өфө" гәзите, №39, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 30.09.22 | Ҡаралған: 1621

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru