«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺӨЙӨҮ ОРЛОҒО СӘСКӘНДӘР, МИН ДӘ ҺӨЙӨҮ ОРЛОҒО СӘСӘМ...
+  - 

Сабир Шәрипов исемендәге "Иҙел башы" яҙыусылар ойошмаһы етәксеһе, Белорет районы 2-се Инйәр мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары Әлиә Саматованың яҙғандары тиҙ арала үҙ уҡыусыларын тапты. Ул үҙе лә табышлы - яңынан-яңы хикәйәләре матбуғат биттәрендә баҫылып тора. Уның район мәҙәниәт йортоноң "Елмерҙәк" башҡорт халыҡ театры артисы икәнен дә онотмайыҡ. Ваҡыт етмәгән саҡтарҙа ғаилә ярҙамға килә. Буй еткергән ике улы Динислам менән Рамазан да ныҡлы терәк һәм таяныс.

Әлиә, яҙмышың мәктәп, уҡыусылар менән бәйле. Заман, уның талаптары ла тиҙ үҙгәреүсән. Белем биреү һәр саҡ көнүҙәк булып ҡалһа ла, уҡыу-уҡытыу системаһы ла үҙгәрештәргә дусар ителә. Кем ул бөгөнгө көндә уҡытыусы? - Уҡытыусы булып эшләүемә 27 йыл булып китте. Ошо ваҡыт арауығында бер тапҡыр ғына ла дөрөҫ һөнәр һайлауымда икеләнмәнем һәм үкенмәнем. Эшемә шатланып барам һәм ҡәнәғәтләнеп ҡайтам. Донъяла ниндәй генә үҙгәрештәр булһа ла, уҡытыусы үҙ һөнәрен яратһа, ул һәр ваҡыт төрлө ваҡиғаларҙан, килеп тыуған ҡаршылыҡтарҙан сығыу юлын табасаҡ тип уйлайым. Эйе, замана үҙгәрә, балалар үҙгәрә, тибеҙ, ә тәжрибәм шуны иҫбатлай: балалар һәр ваҡытта ла бала булып ҡала. Улар эскерһеҙ, асыҡ, ышаныусан, ябай һәм ихластар. Бары тик улар менән уртаҡ тел табып, әйткәненә ҡолаҡ һалып, ауыр мәлдәрендә терәк, тайып киткәндәрендә таяныс булырға ғына кәрәк. Бөгөнгө көн уҡытыусыһы һиҙгер психолог, хәстәрлекле әсәй, тоғро дуҫ, ышаныслы серҙәш, белемле остаз, алдынғы әйҙәүсе тип уйлайым.

Ижад юлына аяҡ баҫыуыңа ла күп ваҡыт үтеп китте. Уңыштарың, табыштарың етерлек. Нимә ул һинең өсөн әҙәбиәт донъяһында йәшәү һәм ижад итеү?

- Әҙәбиәт донъяһынан бала саҡтан айырылманым инде. Уҡытыусыларым Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы Бураҡаева һәм Зилә Гәрәй ҡыҙы Шәйбәковалар ваҡытында сабый йөрәгенә орлоҡ сәскәндәр. Һуңынан юғары уҡыу йортондағы бихисап остаздарым ул орлоҡто үҫтереүгә күп көс һалғандар. Аҙаҡ инде үҙем уҡыусыларымдың күңелендә әҙәбиәткә һөйөү һеңдерҙем. Һәм бына инде 6 йыл серле, мауыҡтырғыс ижад донъяһындамын. Һис шикһеҙ, оҡшай. Яңы әҫәрем мейемә килеп оялау менән кәйефем күтәрелә, атлап түгел, осоп йөрөйөм. Ҡағыҙға төшәсәк емешемдең сюжетын, геройҙарын күҙаллап, шулар менән йәшәйем. Ә инде бешеп өлгөргән әҫәремде уҡыусыға тәҡдим итеп, ыңғай һүҙҙәр ишетеү - бәхеттең күге. Әҫәрҙәремде тәүгеләрҙән булып уҡып, фатиха биреүсе Мансур Һиҙиәтовҡа, Мөнир Ҡунафинға, Салауат Әбүзәргә, Әхмәр Үтәбайға сикһеҙ рәхмәтлемен.

Әлиә, әлеге мәлдә һин Белоретта яҙыусылар ойошмаһын етәкләйһең. Ойошманың бурыстары һәм маҡсаттары тураһында белге килә. Ниндәй эштәр һеҙҙең өсөн өҫтөнлөклө буласаҡ?

- С.Шәрипов исемендәге "Иҙел башы" яҙыусылар ойошмаһын етәкләүемә теүәл 8 ай булып китте. Мансур ағай Һиҙиәтов тергеҙеп, гөрләп эшләп киткән ойошманы һүндермәйенсә алып китеү - ҙур яуаплылыҡ минең өсөн. Ойошмалағы нескә ижади күңелле, хисле ижадсылар минең күҙемә өмөтлө күҙҙәрен төбәгән. Күптәре минән өлкән. Мин уларҙың өмөттәрен һүндермәй, ышаныстарын аҡларға тейеш. Шуға төрлө маҡсаттар алып, ең һыҙғанып эшкә тотондоҡ. Дамир Шәрәфетдинов исемендәге асыҡ район конкурсын республика кимәлендә уҙғарҙыҡ, район уҡыусылары араһында "Бөртөкләп алтын йыябыҙ" исемле ижади конкурс үткәрҙек, "Ағиҙел " журналының 6 -сы һанында ойошмабыҙ шағирәләренең шиғырҙары донъя күрҙе, 2-3 августа "Аҫылташлы Иҙел башы" исемле йыйынтығыбыҙҙың исем туйын уҙғарҙыҡ. 20 авторҙың ижад емештәренән төҙөлдө был китап. Район һәм республика баҫмаларында, интернет биттәрендә ойошмабыҙ ағзаларының әҫәрҙәре баҫылып тора. Пландар күп, атҡараһы эштәр бихисап. Ойошмабыҙға яңы ижадсылар килде. Алдағы маҡсат - шәхсән китаптар баҫтырыу. Әйткәндәй, балалар әҙәбиәте секцияһы Фәйрүзә Кинйәбаеваның әҫәрҙәрен тикшереп, ыңғай баһа бирҙе лә инде. З. Биишева исемендәге "Китап" нәшриәтендә баҫылыр тигән өмөттә ҡалабыҙ. Иң төп маҡсатыбыҙ - камиллашыу. Шуға ла киләһе айҙарға абруйлы ҡәләм оҫталарын саҡырып, семинарҙар үткәреүҙе күҙаллайбыҙ. Уҡымлы, ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс әҫәрҙәребеҙ менән уҡыусыларыбыҙҙы ҡыуандырып, әҙәбиәт донъяһын сағыуыраҡ итеү - беҙҙең төп хыялыбыҙ.

Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №39, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 30.09.22 | Ҡаралған: 218

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru