«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺӘЙКӘЛ АСЫЛА
+  - 

Республика көнө байрамы алдынан Өфө ҡала округы хакимиәтенең мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса идаралығы социаль селтәрҙәрҙә "Өфө Башҡортостан Республикаһы көнө менән ҡотлай" тип аталған флешмобта ҡатнашырға саҡыра. Уның төп маҡсаты - илһөйәрлек, Башҡортостанға һәм уның баш ҡалаһына һөйөү тәрбиәләү.

Сарала ҡатнашыу өсөн 10 октябргә тиклем 1 минутлыҡ видеоролик яҙҙырып, уны "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге сәхифәгеҙгә урынлаштырып, @kulturaufa тип билдәләргә һәм #УфаПоздравляетСднемРБ хештеген ҡуйырға кәрәк. Видеороликтың Өфөнөң танылған урынында төшөрөлөүе шарт. Йомғаҡ 13 октябрҙә яһаласаҡ.
- 5 октябрҙә киске сәғәт 5-тә Өфө балалар филармонияһында ижади коллективтарҙың концерты булып үтте. Шул уҡ көндө Нуғай ауылы мәҙәниәт йортонда башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли биҙәүесе - селтәр эшләү буйынса "Милләт байлығы" тип аталған оҫталыҡ дәресе ойошторолдо.
- 6 октябрҙә Өфө ҡала хакимиәтенең Ҙур залында баш ҡала предприятиелары һәм учреждениеларының иң яҡшы хеҙмәткәрҙәре тәбрикләнде.
- 7 октябрҙә Ҡала мәҙәни-күңел асыу үҙәгенең Ҙур залында ижади коллективтарҙың концерты булды.
- 11 октябрҙә баш ҡала артистары С. Юлаев, Ш. Бабич һәйкәлдәренә сәскәләр һалыу, шулай уҡ Совет майҙанында М. Шайморатов һәйкәлен асыу тантанаһында ҡатнашасаҡ.
- Өфө ҡала планетарийында көндөҙгө сәғәт 1-ҙә, 3-сө яртыла һәм 4-тә уйын программалары, конкурстар һәм викториналар ойошторола.
- Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе тарихы музейы ойошманың уҡыу-етештереү предприятиелары әйберҙәренең күргәҙмәһенә саҡыра. Ул эш көндәрендә иртәнге сәғәт 10-дан киске 6-ға тиклем эшләй.
- Балалар музыка мәктәптәрендә тематик сәғәттәр, уҡыусылар концерттары, баш ҡала китапханаларында китап, фото күргәҙмәләре, уйын программалары һәм квиздар, осрашыуҙар, шиғриәт саралары үтә.

ӘЙТКӘНДӘЙ...
БР Мәғариф министрлығы менән ЮНЕСКО эштәре буйынса Башҡортостан Республикаһы комитеты Республика көнөнә һәм Рәсәйҙә халыҡтарҙың мәҙәни мираҫы йылына бағышлап "Урал батыр" эпосын һөйләү буйынса флешмоб ойоштора. Унда теләгән кеше ҡатнаша ала. Бының өсөн 12 октябргә тиклем эпосты республикала йәшәгән халыҡтар телдәрендә һөйләп, 45 секундлыҡ видеороликты "Бәйләнештә" социаль селтәрендә үҙ сәхифәңдә урынлаштырырға һәм #УралБатыр_2022 #ДеньРеспубликиБашкортостан_2022 хештегтары менән билдәләргә кәрәк. Ойоштороусылар сағыу сығыштарҙы һайлап алып, социаль селтәрҙәрҙә һәм киң мәғлүмәт сараларында таратасаҡ.

Ләйлә АРАЛБАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №40, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 07.10.22 | Ҡаралған: 181

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru